Лоҡманова Айлина
Ни өсөн эт менән бесәй дуҫ түгел?
Бик борон заманда эт менән бесәй бик татыу булғандар, ти. Улар бергәләп һунарға йөрөгәндәр. Нимә тапһалар ҙа, шуны уртаҡ бүлешкәндәр, ти.
Бер көн шулай урман ҡыҙырып йөрөгәндәрендә уларға кеше осраған. Кеше, уларҙың дуҫлығына һоҡланып, эт менән бесәйҙе үҙенә хеҙмәт итергә саҡырған. Теге икәү шатланып риза булғандар.
Шул көндән алып кеше, эт һәм бесәй татыу донъя көтә башлағандар. Кеше хужалыҡ эштәре менән булышҡан. Эт йорт-ҡураны, мал-тыуарҙы бик тоғро һаҡлаған, бесәй, өй эсендә бөхтәлек урынлаштырып, аш-һыуҙы, ризыҡты сысҡан кеүек кимереүселәрҙән һаҡлаған, ти.
Тик бесәй бик хәйләкәр булған, ти. Кеше өйҙә булмаған саҡта, ул бик тәмле итеп һыйланырға яратҡан. Һәр ваҡыт бик күпләп ит, һөт, ҡаймаҡ урлап ашар булған, ти. Кешегә бесәйҙең был холҡо оҡшамаған. Уға асыуын белдергән, ти.
Бесәй уға: «Мин бит урлашмайым, ваҡытым да юҡ. Көнө буйы сысҡандарҙы
баҫтырып, хәлем бөтә. Күрәһеңме, мин бәләкәй бит, ә эт – ҙур. Ул бик урлаша, һин миңә бәлә яғаһың», – тип илап, кешене ышандырған, ти.
Шул көндө үк хужа этте урамға һыуыҡҡа ҡыуып сығарған, ти. Ә үҙҙәре бесәй менән өйҙә ҡалғандар икән. Эт быға бик ҡайғырған. Сығып ҡына китер ине – кешегә тоғро дуҫ булырға вәғәҙә иткән, ти.
Ошо ваҡиғанан һуң эт менән бесәйҙең дуҫлығы бөткән, ти. Эт бесәйҙе күрһә, йән-фарман ҡыуып алып сығып китә торған булған. Эттең асыуы хәҙерге көнгә тиклем һаҡлана икән. Йоҡлап ятҡанында һаман да, бесәйҙең был ҡылығын иҫенә төшөрөп, һиҫкәнеп уяна һәм өрөп-өрөп ала, ти.
Ирназарова Әҙилә,
Стәрлетамаҡ ҡалаһының
1-cе лицейы уҡыусыһы
Ғаиләм – ҡәлғәм!
(Эссе)
Мине бында яраталар,
Мине бында көтәләр,
Оҙаҡ-оҙаҡ уйнап китһәм,
Борсолошоп бөтәләр,
Беҙ бөтәбеҙ бергә – «беҙ»,
Шуға күрә бергәбеҙ.
Шатлыҡ, бәхет менән үҫеп,
Бергә-бергә бергәбеҙ.
Ғаиләнең усағы – ата-әсәм ҡосағы.
(Рәсимә Ураҡсина)
Ғаилә – тәү ҡарамаҡҡа йәмғиәттең ябай ғына күҙәнәге. Әммә был төшөнсә артында кешенең шәхси бәхет һәм тулы ҡанлы матур тормош хаҡындағы хыял-дары ята.
Ысынлап та, йәмғиәттә ғаиләнән дә мөһимерәк нимә бар? Ил именлеген, ил тыныслығын, ниһайәт, уның татыулығын шул уҡ һау, күркәм ғаиләләр тәшкил итә бит.
Бер-береңде күҙ һирпеп ҡарауҙан аңлаған, йәнең-тәнең тартҡан ирең менән парлашып ғүмер итеүҙән ҡиммәтерәк, олораҡ бәхет бармы икән? Бәхеттең нигеҙе лә бит ошо, минең аңлауымса. Ғаилә булғас, һауыт-һаба шылтырамай тормай. Әммә күп ваҡытта быға бәләкәй генә аңлашылмаусанлыҡ та сәбәпсе булырға мөмкин. Ниндәй генә хәлдәр булмаһын, беҙ үҙебеҙҙең ғаиләбеҙ, ата-әсәйебеҙ, туғандарыбыҙ өсөн
өҙөлөп, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәргә тейешбеҙ… Сөнки тормошта бер үҙең йәшәүе бик ауыр.
Хәҙерге заман шарттарынан ҡурҡыпмы, әллә тормошҡа ҡараштарын үҙгәртеүҙәнме, бихисап йәштәребеҙ буйҙаҡ йөрөүҙе хуп күрә. Ғаилә ҡороуҙы иң аҙаҡҡы планға ҡуя. Әгәр ҙә кеше тормош ҡорор алдынан кәрәкле профессияға эйә булып, яратҡан эш урынын табып, бәләкәй генә булһа ла үҙ ҡыйығын булдырһа, әлбиттә, яҡшы күренеш. Тик был баҫҡысҡа күтәрелеү өсөн күптәр ваҡыттың, йәшлектең үтеүен һиҙмәй ҙә ҡала. Һәр нәмәнең үҙ мәле тигәндәй, йәш үтеү менән ҡараш та үҙгәрә. Эш, тормошто яҡшыртыу һылтауы менән ғаилә ҡороу тағы артҡа ҡала бара.
Беҙ бөтәбеҙ ҙә ғаиләлә тыуып үҫеп тәрбиәләнәбеҙ, ата-әсәнән күргән тәжрибәне үҙләштерәбеҙ. Халҡыбыҙҙа ғаиләле булыуҙың өҫтөнлөктәре, уның мотлаҡ бурыс булыуы тураһында мәҡәлдәр бар. Мәҫәлән, «Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор», «Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тымау ҙа теймәҫ», «Арғымаҡтың билгеһе – ҡаҙы йыймаҫ, ял йыйыр, егет билгеһе – ҡатын алмаҫ, мал йыйыр», «Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла иле булмаҫ», «Өйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар».
«Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән», тип ололар юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер бит… Һәр бала үҙенең ата-әсәһенә оҡшарға теләп үҫә. Ҙурайғас, улар һымаҡ эшләп, ҙур кеше булғыһы килә… Мин дә, әсәйемә оҡшарға теләп, әлеге ваҡыттан уҡ тырышып уҡып, киләсәктә, алла бирһә, ҙур кеше булып, үҙемдең балаларыма аҡыллы әсәй, тормош иптәшемә уңған ҡатын булырмын, тип уйлайым. Сөнки «Ғаилә бәхете – ожмахтың үҙе» бит ул!
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтеп үткем килә: «Ғаилә ул – беҙҙең таянысыбыҙ, беҙҙең терәгебеҙ һәм дә ышанысыбыҙ!» Үҙебеҙҙең яҡындарыбыҙҙы бер ҡасан да кәмһетмәйек, рәнйетмәйек, сөнки «Ғаилә – ул беҙҙең ҡәлғәбеҙ!».