Камилов Илшат,
Волга буйы Федераль округының
Ишембай ҡала Башҡорт кадет
корпусы уҡыусыһы
Сыҙамлыҡтың сиге бармы икән?
(Сталинград тамуғы минең ҡарт өләсәйемде иламаҫҡа өйрәтә)
Сталинград ҡалаһы өсөн барған алыш – Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡанлы биттәренең береһе. Дәшһәтле яу 1942 йылдың 17 июленән алып
1943 йылдың 2 февраленә тиклем дауам итә. Бында 300 меңлек дошман ғәскәре тар-мар ителә.
Минең яратҡан ҡарт өләсәйем ошо Сталинград өсөн барған алыштың шаһиты.
Йыш ҡына мин бәләкәй саҡтан уҡ ҡарт өләсәйем эргәһенә һыйынып ҡына ултырып, уның һөйләгән ысынбарлыҡта булған хикәйәләрен ихлас күңелдән тыңларға яраттым, әле лә каникулға ҡайтһам, унан бер тарих һөйләтмәйенсә китмәйем. Ул бик мауыҡтырғыс, иҫ китәрлек итеп һөйләй. Шунан аҙаҡ иҫем китеп аптырап ултырам, шулай ҙа халыҡ элек, бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышында, сыҙамлы һәм ныҡ булған...
Бер ваҡыт ул һуғыш тураһында үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты...
– Һуғыш башланғанда миңә ни бары ун алты ғына йәш. Атайым аттар көтә ине. Ауылдың иң яҡшы аттарын һуғышҡа оҙаттылар. Бына сират ҡатын-ҡыҙҙарға ла килеп етте. Ауылда көн дә илау-һыҡтау, ҡара мисәтле өсмөйөш хаттар килә. «Ҡыҙым, илебеҙгә төшкән бәләне бергә күтәрергә кәрәк, ғүмерең булһа, әйләнеп ҡайтырһың», – тип ата-әсәйем фатиха бирҙе.
Сос ата-әсәләр үҙҙәренең ҡыҙҙарын кейәүгә биреп ҡотолоп ҡалдылар.
Сентябрь айы ине, көн йылы, еңел генә кейенгәнбеҙ. Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған ҡыҙҙар юлда 22 көн барҙыҡ. Сталинградҡа етеүебеҙҙе хәбәр иттеләр. Төшһәк, тамуҡ төҫлө, бөтә донья ҡап-ҡара күмер.
Күҙемде йомдом да, сәскәләргә күмелгән тыуған ауылымды күҙ алдына кил-тереп илап ебәрҙем. Ҡыҙҙар араһында иң йәше мин инем. Асыҡтыҡ, һыу юҡ. Совет һалдаттары иң мөһим обьекттарҙы сигенгәндә шартлатҡан икән. Ҡайҙа ҡарама бомба, снаряд соҡорҙары. Ямғыр ваҡытында йыйылған күләүектәрҙән һыу эсәбеҙ. «Волганан эсергә ярамай», – тинеләр, меңәрләгән кеше батып үлгән.
Беҙ мина, бомба ҡалдыҡтарын соҡорҙарға ташыйбыҙ. Ныҡ арыта, һаҡ ҡына ситкә барам да һыҡтап-һыҡтап илайым. Миңә «илаҡ Фәриҙә» тип исем таҡтылар. Ҡайһы бер ҡыҙҙар ҡасырға маташа, ләкин уларҙы яңынан тотоп килтерәләр. Иң ҡыйыны фашист һалдаттарының һөлдәләрен ташыу булды. Ярай улар оҙон ботинка кейгән булған, шуның бауҙарын сисеп һөйрәйбеҙ.
Аяҡ кейеме юҡ, ағастан аяҡ кейеме эшләп бирҙеләр, уны ла һаҡлап кейергә ҡушалар. 1944 йылдың йәйе етте, тиф ауырыуы таралды. Сәсте ҡыралар, бик күп кеше үлә башланы. Ауылда минең сәсемә һоҡланалар ине, әле ҡырып ташланылар. Тағы ла һығылып-һығылып илайым, сәсемде йәлләйем. Уныһы бетләгәйне шул. Ситтән кеше беҙҙе күрһә, концлагерҙан сыҡҡандар, тиер ине, моғайын. Сөнки баштарыбыҙ таҡыр, үҙебеҙ ябыҡ, ҡоро һөйәккә ҡалғанбыҙ.
Өс йөҙ грамм кукуруз икмәге бирәләр, һыҡһаң һыуы сыға. Бик күп ҡыҙҙар үлеп ҡалдылар. Беҙ, өс яҡташ ҡыҙ, иртәнсәк уянғас та үлмәнеме икән тип бер-беребеҙҙе һәрмәп ҡарайбыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, үлмәҫкә тырышайыҡ, тип һүҙ би-рештек. Бының өсөн өсөнсө сменаға төндә ашханаға бәрәңге әрсергә барабыҙ.Туң бәрәңге ҡабығын алып ҡайтып, утта ҡыҙҙырып ашайбыҙ. Беҙ астан үлмәһен өсөн, беҙҙән өлкәнерәк апай кеҫәһенә гел тоҙ һалып йөрөнө, тоҙ ялаһаң, эс тула, асыҡтырмай. Тоҙ ялағандан һуң снаряд соҡоронан услап һыу эсәбеҙ. Кешегә
ғүмер бирелгәс, бирелә икән. Ун алты йәштә генә ошо тамуҡҡа килеп эләккән ҡыҙ, бер йыл үткәс сыныҡтым, кеше ҡыйынлыҡтарға иллә сыҙай икән. «Ай-һай, Сталинград тамуғы Фәриҙәне лә иламаҫҡа өйрәтте», – тип ҡыҙҙар минән көләләр. Тимәк, тыуған яҡтарға, алла бирһа, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу өмөтө көндән-көн арта барҙы. Мин тыуған ауылыма 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайттым.
Ҡара тупрағыма ятып, ерҙе ҡосаҡлап-ҡосаҡлап иланым...
Иҫән-һау балалар үҫтереп, ейәндәр менән, бүләсәләр менән кинәнеп йәшәйем. Хоҙай тәғәлә халыҡты аҡ икмәктән айырмаһын, донъяла тыныслыҡ булһын, йәш быуын донъяның ҡәҙерен белһен ине. Тырыш булығыҙ, ауырлыҡтан ҡурҡмағыҙ.
Тыуған ерҙе күҙ ҡараһы кеүек итеп һаҡлағыҙ, ти минең яратҡан ҡарт өләсәйем.
Бураканов Алмаз,
Мәләүез районы Арыҫлан
мәктәбе уҡыусыһы
Мөғжизәле ер
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың Азат, Йән, Йылға, Тау, Моң, Һауа һәм Бәхет исемле улдары булған.
Бер көн әбей менән бабай улдарын һунарға оҙатҡан.Былар китеп баралар, китеп баралар, ҡараһалар, һауала бөркөт осоп йөрөй, ти. Атам тиһәләр, ҡош:
– Зинһар, атмағыҙ, мин һеҙгә ярҙам итермен, – тигән.
Егеттәр ары киткән. Бара торғас, бер урманға еткәндәр. Алдарына бүре ки-леп сыға:
– Зинһар, миңә теймәгеҙ. Минең дә ярҙамым тейер, – тигән.
Бара торғас, һунарсылар ҡола яланға килеп сыға. Йыраҡта бер байҙың һарайы күренә, шунда барырға була былар. Килеп еткәс:
– Эй, бай, был буш ерҙәр кемдеке? – тип һорайҙар.
– Минеке, ә нимәгә ул һеҙгә?
– Был ялан буш ҡалырға тейеш түгел!
– Нисек инде?
– Ул матурлыҡты боҙа.
– Ә һеҙ уны ни эшләтергә уйлайһығыҙ?
– Мөмкин булһа, матурларға ине.
– Шулаймы ни? Әгәр ҙә өс шартымды үтәһәгеҙ, бәлки, бирермен.
Егеттәр ризалаша.
– Беренсе теләгем: болоттарҙан өҫтәрәк нимә бар икәнен белеп килегеҙ.
Һауа менән Йән бөркөттө эҙләп таба һәм байҙың теләген еткерә. Бөркөт:
– Төндә баҙлап янған йондоҙҙарҙан башҡа бер нәмә лә күрмәйем, – тип яуап биргән.
Уландар байға бөркөттөң һүҙен еткерә. Бай:
– Икенсе теләгем: урманда кеше күрмәгән йәнлек бармы икәнлеген белеп килегеҙ.
Һунарсылар бүрене эҙләп китә.Бүре байҙың һорауына былай тип яуап бирә:
– Донъяла һиҙгер, йылғыр, осло күҙле кеше заты бар. Уларҙан бер нәмәне лә йәшереп булмай.
Егеттәр байға бүренең дә һүҙен еткерәләр.
– Өсөнсө теләгем: минең баҡсамда ташҡа ҡылыс ҡаҙалған, шуны тартып алығыҙ! – ти бай.
Был эште батырҙар икенсе көнгә ҡалдыра һәм байҙан ҡунып сығырға рөхсәт һорай. Баштарын мендәргә терәү менән тәрән йоҡоға тала улар. Иртән торһалар, эргәләрендә ҡағыҙ ята, беренсе булып уны Азат күреп ҡала. Унда «Кем ҡылысты таштан сығара, шуға Аҡбуҙат бирәм, әммә...» тип яҙылған. Ҡағыҙҙың аҙағы йыртылған була. Азат баҡсаға сыға ла, таштан ҡылысты тартып алыуы була, ҡапыл юҡҡа ла сыға. Туғандары юғалғас, батырҙар бик ныҡ ҡайғыралар. Бөтә шартты ла үтәгән өсөн бай уларға буш ерҙәрен бирә.
Юғалтыу һағышын баҫыр өсөн күмәкләшеп эшкә тотона егеттәр. Йылға батыр көн буйы буш урында йылға ағыҙа, Тау батыр тау өйә, Һауа һауаны таҙарта, Йән үлемгә дусар булған йәнлектәрҙе терелтә, Моң тәбиғәткә – моң, ә Бәхет ергә бәхет тарата. Буш ятҡан ергә йән инә, сылтыр-сылтыр йырын йырлап йылғалар аға, ҡош-ҡорт моңло йырын һуҙа, көтөү-көтөү йәнлектәр гүзәл ергә ынтыла.
Ете көндән һуң көтмәгәндә Азат ҡайтып төшә. Ул Аҡбуҙатҡа атланып, кешеләргә азатлыҡ, ирек тормош биреп йөрөй икән. Шунда ғына туғандар яҙыуҙың асылына төшөнә. Был ваҡиғанан һуң батыр егеттәр әбей менән бабайҙы ошо хозур тәбиғәтле урынға күсереп, бергә-бергә татыу, бәхетле тормош көтә.
Ул урын бына бөгөн беҙ йәшәгән саф һыулы йылға-күлдәре, ғорур тауҙары, йыр-моңо, тәбиғәте, сикһеҙ матурлығы менән дан ҡаҙанған ирекле Башҡортостан икән. Ошо ерҙе һаҡлау беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ, кескәйҙәр. Шуны бер ваҡытта ла онотмайыҡ!