Акмуллинская олимпиада

Салауатова Физәлиә,
Белорет районы Йөйәк урта
мәктәбе уҡыусыһы


Баш ватҡыс хикәйә
(Мини-хикәйә)

Бер көндө беҙгә, фразеологизмдарҙы ҡулланып, бәләкәй генә инша яҙырға ҡуштылар. Минең был эште һә тигәнсе эшләп ҡуйғы килде. Дәрестәр бөткәс, аяҡтарым ергә лә теймәй, керпек ҡаҡҡансы ҡайтып еттем. Өйгә кереү менән, тәмле еҫтәр танауҙы ҡытыҡланы: әсәйем, телде йоторлоҡ аштар бешереп, мине көтә икән. Өҫтәл артына ултырғас, тәмле бәлештәр күҙ асып йомғансы юҡ бул-ды. Шул саҡ мине йоҡо баҫа башланы. Мин, саҡ ҡына күҙемде алдап алайым тип, урынға барып яттым. Дүрт сәғәт йоҡлағанмын! Ә хикәйә?! Күҙҙе тырнап асыу менән хикәйә яҙырға ултырҙым. Мин баш баҫып тәрән уйға баттым: нимә тураһында яҙырға? Шулай баш вата торғас, бер мәл телефон шылтыраны.

Трубканы алдым:

– Алло!

– Сәләм, Физәлиә! Хикәйә яҙҙыңмы? Минең көнө буйы уйлай торғас, ба-шым ҡатты, – телефондың теге осонан әхирәтемдең тауышы ишетелде.

– Сәләм! Мин дә яҙа алмай ултырам...

Яйлап икенсе темаға күсеп киттек. Шулай бер сәғәткә яҡын ваҡытымды елгә осорҙом.

– Ярай, хикәйә яҙырға кәрәк, иртәгә дәрестә тишек кәмәгә ултырабыҙ бит! – тип һаубуллаштыҡ. Балтаһы һыуға төшкән кеше һымаҡ тағы ла уйға ҡалдым. Һәм бына ул – йәшен тиҙлеге менән башымдан уй үтеп китте: хикәйә яҙырға йыйыныуым тураһында яҙасаҡмын. Һәм яҙҙым да.


Ғәлиева Алһыу,
Мишкә районының 1-се Мишкә
дөйөм белем биреү лицейы уҡыусыһы


Әбейем тураһында

Донъяла шундай кешеләр бар: тормошобоҙ ниндәй төҫһөҙ, йәмһеҙ булыр ине улар булмаһа! Һауа кеүек ҡәҙерле, һыу кеүек кәрәкле, ер кеүек ябай, икмәк кеүек бөйөк...

Ошо кешеләр менән беҙгә йәшәүе еңелерәк, тормошобоҙ күңеллерәк, яҡтыраҡ. Улар беҙҙе ҡурсалап, рухландырып, өмөтләндереп алға етәкләй, улар менән ҡайғыларыбыҙ кәмей, шатлыҡтарыбыҙ арта. Бына ошондай кеше тураһында яҙаһым килә минең.

Беҙҙең бала саҡ күрше әбейе ҡанаты аҫтында үтте, сөнки ата-әсәйебеҙ йыш ҡына эштән һуңлап ҡайтыр ине.

Беҙҙе ҡараған Төпсөк әбейебеҙҙең холҡо беҙгә ҡарата бигерәк йомшаҡ ине – һөйөп-яратып ҡына йөрөттө. Өйөнән һәр саҡ яңы бешкән икмәк еҫе сыға – соландан бүлмәгә инәһең дә, тәмле хуш еҫтән шунда уҡ ирейһең дә төшәһең!

Беҙҙе, «ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы», Төпсөк әбей ҡуйы һөтлө сәй, ҡоймаҡ, кәнфиттәр менән һыйлай...

Бала саҡта уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһынырға артыҡ теләк тә, ваҡыт та булманы. Нисек йәшәгәндер, ниндәй уй-хыялдар күңелен елкеткән, нимәләр менән ҡыҙыҡһынған – был һорауҙар бала саҡта башҡа ла инмәгән. Күрәһең, беҙгә ул мәңге йәшәр кеүек тойолғандыр инде. Ләкин, миңә ун йәш булғанда, Төпсөк әбейебеҙ яҡты донъя менән хушлашып китеп тә барҙы.

Күп йылдар үткәс, Төпсөк әбей – Хәлимә тормошо тураһында әсәйем һөйләне.

Бәләкәйҙән йәтим ҡалған ҡыҙыҡай үгәй әсә менән үҫә. Үгәй әсә Хәлимәне гел ситкә ҡаға. Кәмһетелеп, туҡмалып, аслыҡта-яланғаслыҡта үҫкән ҡыҙ бала бик йәшләй ауыр эштәрҙе башҡарырға мәжбүр була. Хәлимә 14 йәшендә колхозға эшкә инә – ололар менән бер рәттән һыйыр һауа башлай. Шунан ғына бер аҙ икмәккә туйып ҡалғандай була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан ул Мансур исемле егеткә кейәүгә сыға. 1942 йылда ҡыҙҙары тыуа, һәм шул уҡ йылды, әле балаһын һөйөп тә туймаған йәш атайҙы, фронтҡа алалар. Ул киткәс тормош ауырлаша. Аслы-туҡлы йәшәүҙән балалары ауырып үлеп китә. Хәлимә, балаһын һағынып, әллә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәргән, күпме йәш түккән..

Бер нисә йылдан Мансурҙың да үлем хәбәре килә. Ул ваҡыттарҙы бик ауырһынып иҫкә ала Хәлимә...

Һуғыштан һуң тәүге йылдарҙа йәшәүҙәре бик ауыр була. Бер баракта әллә нисә ғаилә йәшәй. Дөйөм ҡаҙанда уртаҡ аш бешерәләр. Аш та түгел – өйрә.

Эштән һуңлап ҡайтһаң – ҡаҙан төбөндә шыр һыу ғына тороп ҡала. Шуны шыбырлатып эскән булаһың да, эсеңдә олоған бүреләрҙе тыйырға тырышып, саҡ йоҡлап китәһең. Көнөнә бер һыныҡ икмәк бирәләр. Һауынсылар елгә елберләп торалар – шундай ябыҡтар, ҡайҙан көс килгәндер ҡул менән әллә күпмешәр һыйыр һауырға. Бер тамсы һөт эсмәйенсә төкөрөктө йота-йота тырышып эшләгәндәр.

Ҡышҡы һыуыҡтарҙа аяҡтарында йоҡа ойоҡ та резина итек, өҫтәрендә – йоҡарып септәгә әйләнгән иҫке фуфайка, баштарында – йөнө ҡойолоп бөткән шәл... Баш күтәрмәй эшләһәләр ҙә, шул тиклем гел аслы-туҡлы йәшәгәндәр. Улар өсөн ҡара икмәктән дә ҡәҙерлерәк ризыҡ булмаған.

Һағыштарын, өмөттәрен гел эсенә йыйып, уларҙы күңел төпкөлөнә йәшереп-баҫып йәшәгән Хәлимә тормош ауырлыҡтарын күтәрә алмай бөгөлөп төшмәгән.

Ғүмер буйы гел ауырлыҡтар күреп, кәмһенеүҙәр – ҡайғылар кисереп йәшәгән Төпсөк әбейебеҙ ҡартайған көнөндә беҙгә – балаларға күңелендә булған наҙын таратҡан, балаһына һөйләй алмаған әкиәттәрҙе беҙгә һөйләгән, йырланмаған йырҙарын беҙгә йырлаған.

«Ауыр булды, балалар. Ләкин халҡым өсөн йәшәнем, эшләнем, шуға – үкенмәйем. Ҡыуанып йәшәгеҙ, сабыйҙарым. Һеҙ минең бәхетем булдығыҙ.

Ғүмерҙең һәр сәғәтенең, һәр минутының ҡәҙерен белегеҙ. Йәшәү – бәхет ул.

Иманлы булығыҙ», – тип әйтә торғайны Төпсөк әбей.

Ошо һүҙҙәрҙе йыш иҫкә төшөрә башланым мин. Ниндәй эшкә тотон-майым, нимә эшләргә йыйынмайым – әбейемдең һүҙҙәре гел ҡолаҡ төбөндә. Һәр минутымды файҙа менән үткәрергә, туғандарымды, яҡындарымды һөйөргә, ҡәҙерләргә, уларҙы борсомаҫҡа тырышам.

Мин – йәшәйем! Мин – бәхетле!

                                       

       Предыдущая

Следующая