Акмуллинская олимпиада

Солтанова Динә,
Белорет районы Йөйәк урта
мәктәбе уҡыусыһы


Белемле барҙа телеңде тый
(Мини-хикәйә)

Ғәли быйылғы уҡыу йылы буйына йондоҙҙар ғына һананы. Уҡыу аҙағында буласаҡ имтихандар уның ете ятып бер төшөнә лә инмәй ине.
Күҙҙе асып йомғансы, имтихандар ваҡыты ла килеп етте. Башында ел уйнаған Ғәлигә бөтә предметтарҙан да ат башындай «2»леләр ҡуйҙылар. Ә ең һыҙғанып уҡыған Вәли «5»леләр алып, май ҡояшындай балҡып йөрөй ине.

Быны күргәс, Ғәлиҙең күҙе ҡыҙҙы һәм ул Вәлигә:

– Нимә донъяға һыймай йөрөйһөң? – тип әйтте.

– Бына һиңә, иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ, – тине Вәли тыныс ҡына.

Бәрейгә алмаштырылған Ғәли Вәлиҙе ен урынына күреп:

– Йомро баш – ҡауынбаш! Уҡытыусыларҙың арбаһына ултырып, шуларҙың йырын йырлап йөрөгән була! – тине.

– Юҡ-бар менән башымды ашама. Үҙеңә ҡара: ата-әсәйеңдең йөҙөн ҡыҙартып йәшәйһең, мәктәп ишектәренең ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәйһең, етмәһә, бында туҙға яҙмағанды һөйләп тораһың. Һинең урыныңда булһам, бын-да теш ҡайрап торғансы, аҡылға ултырыр инем, – тине Вәли.

Ғәли был һүҙҙәрҙән һуң ер тишегенә инерҙәй булды һәм Вәлиҙән ғәфү үтенде. Ошо көндән башлап, Ғәли ең һыҙғанып белем тауына үрләй башланы, ә Вәли уға ярҙам ҡулы һуҙҙы. Улар араларынан ел дә үтмәҫлек яҡын дуҫтарға әйләнделәр.

                                       

       Предыдущая

Следующая