Акмуллинская олимпиада

Асҡарова Йәнгүзәл,
Белорет районы Йөйәк урта
мәктәбе уҡыусыһы


Беҙгә йәнлектәр кәрәк!
(Фантастик хикәйә)

Урманға индем дә аптырап ҡалдым. Был ни хәл? Йәнлектәргә ни булған? Кемуҙарҙан йән-фарман ҡасалар, ҡыуаҡтар артына, ағастағы ояларына инеп йәшеренәләр. Бына күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән ҡуян йылп итеп ҡалды. Ана, ҡупшы ҡойроғон тегеләй-былай болғап, тейен дә ағас башына үрмәләй. Ә күҙҙәрендә – ҡурҡыу. Бәй, хатта айыуы ла, бүреһе лә ҡурҡа икән дә! Нимә булған быларға? Юл буйлап тәгәрләй-тәгәрләй килеүсе терпене туҡтаттым.

– Нимә булды? Ниңә бөтәгеҙ ҙә шул яҡтан ҡасаһығыҙ? Ут сыҡҡанмы әллә? – тип һораным.

Терпе, ҡото осоп, тотлоға-тотлоға хәлде һөйләп бирҙе.

– Ҡапыл ғына күк йөҙө яҡтырып китте лә, күҙ асып йомғансы әллә ниндәй бер әйбер килеп төштө. Ҡырҡылған ағас түмәренә оҡшап, йоморо. Үҙенең тишектәре бар. Шунан ниндәйҙер тауыш таралды, һәм шул тишектәрҙән кешеләр сыға башланы.... – тип һөйләй башланы ла терпе илап ебәрҙе. – Минең ағайым, атайым улар ҡулында, ә әсәйем юғалды.

Терпене саҡ-саҡ тынысландырып, ул һөйләгән кешеләрҙе күрер өсөн, йәнлектәр ҡасҡан яҡҡа киттем. Бөтә аҡлан тирәләй йәйғорға оҡшаған ниндәйҙер нурҙар тулҡынлана. Шым ғына ағас артынан күҙәтәм. Аҡлан уртаһында тишек уйымдары эшләнгән тәрилкәгә оҡшаш зәңгәр предмет тора. Ә эргәһендә... йәп-йәшел кешеләр! Күҙ урындары төпкә батҡан, баштарында сәс урынына ниндәйҙер дүңгәләктәр ҡалҡып тора, ҡулдары ла, аяҡтары ла оҙонораҡ. Ҡалай ҡурҡыныс! Ҡулдарын алға табан һоналар ҙа, сигнал тауышы ишетелһә, хайуандарҙы ла, ҡошсоҡтарҙы ла тартып ҡына алалар! Бәй, тәрилкә тирәләй әллә күпме йәнлек ситлектә ултыра лаһа!

Ҡапыл минең эргәмдә сигнал тауышы яңғыраны. Һиҙҙеләр! Бына мин үҙем дә һиҙмәҫтән уларға яҡыная башланым.

– Туҡтағыҙ! Туҡтағыҙ! Беҙ һеҙгә ниңә кәрәк? Кем һеҙ? – тип, үҙемдең тауы-шымды үҙем танымайса, ҡысҡырып ебәрҙем.

Ни ғәләмәт, туҡтанылар. Беҙҙең телде аңлайҙар икән дәһә. Әллә мин уларса өндәштемме?

– Беҙ – сит планета кешеләре. Ҡурҡма! Беҙгә кешеләр кәрәкмәй, беҙҙең планетаға йәнлектәр, ҡоштар ғына кәрәк. Һеҙҙең йәнлектәрегеҙҙең ярҙам һорағаны хаҡында нурҙар аша ишеттек тә, үҙебеҙгә алып ҡайтырға булдыҡ, – тине йәшел кешеләрҙең береһе, башлығы, ахыры.
Мин ышанмайынса йәнлектәргә ҡараным. Ләкин уларҙың береһенең дә йөҙөндә был урынды ташлап китергә теләгән шатлыҡ әҫәре тойманым. Улар бит йән-фарман ҡаса ине...

Ситлектә ултырған Айыуға ҡарап:

– Һеҙ, ысынлап та, йәшәгән урынығыҙҙы ташлап китергә теләгәйнегеҙме? – тип һораным.

Айыу:

– Беҙгә бында йәшәү ауырайҙы. Беҙгә ҡарата һунарҙар йышайҙы, бер туҡтауһыҙ машиналар уҙа, тапатып та китәләр. Тик китергә уйламағайныҡ...

Ҡапыл Йәшел башлыҡтың көслө тауышы бүлде:

– Теләмәһәгеҙ ҙә алып китәбеҙ. Беҙҙең планетаға һеҙ бик кәрәк!

Нимә эшләргә? Хәҙер бөтә тере йәндәрҙе алып китәсәктәр бит? Уларһыҙ беҙҙең урман нимә эшләр?

Ҡапыл урман яңғыратып бар көсөмә һөрән һалырға тотондом:

– Кешеләр! Ярҙам итегее-е-е-еҙ! А-а-а!

... – Ни булды, ҡыҙым? Һаташаһыңмы әллә? – тигән наҙлы, ҡайғыртыусан тауышҡа, шыбыр тиргә батып уянып киттем. Төш булдымы был, өнмө?

                                       

       Предыдущая

Следующая