Солтанова Дилә,
Белорет районының Йөйәк урта
мәктәбе уҡыусыһы
Тереклек уяна
(Нәҫер)
Иҫ киткес матур көн... Бөтә донъя тәбиғәттең яҙғы байрам шатлығы эсендә йөҙә.
Киң яландар, уйһыу болондар, ҡуйы урмандар – һәммәһе лә иркен һулыш алып йәшәрә башланы, бар тереклек йөҙөндә яҙҙың илаһи шатлығы балҡый. Яңы ғына баш ҡалҡытҡан умырзаялар артынса морон төрткән ал, ҡыҙыл, һары, зәңгәр, күгелйем сәскәләр яланды биҙәйҙәр. Аллы-гөллө күбәләктәр, үҙҙәренең уйындары менән мауығып, бер сәскәнән икенсеһенә ҡунып, бер туҡтауһыҙ осалар. Уларға ҡушылып, тиктормаҫ, эшһөйәр бал ҡорттары ла, сәскә һуты менән туҡланып, бөтә тирә-яҡты тултырып гөжләйҙәр. Бөжәктәр, йылы көндәр етеүенә шатланып, ҡояш нурҙары аҫтында кинәнеп, үлән диңгеҙе тулҡынында ҡайнашалар. Ҡаты һыуыҡтар үткәс, гүзәл төйәктәрен һағынып ҡайтҡан йырсы һандуғастар, ала муйын ҡарлуғастар, буҙ турғайҙар тәбиғәттең был гүзәл бай-рамында үҙҙәренең моңло тауыштары менән бөтә донъяны яңы шатлыҡтарға күмәләр, уңайлы урын эҙләп оя ҡоралар, бала сығаралар. Тегендә-бында үлән ҡыштырлап ҡала: һуҫары ла, терпеһе лә, ирләне лә ем эҙләпме, әллә бары тик сәйәхәт ҡылыпмы, төрлө яҡҡа юл тота.
Бар тереклек уяна. Кешеләр ҙә уянһын ине. Тәбиғәткә ҡарата күрһәткән зы-яндары, тыуҙырған хәүефтәре хаҡында уйланып уянһын ине.
Ат башындай бүләк
(Хикәйә)
Бәрей алмаштырған Әҡлимә ике ҡарбузды ҡултығына ҡыҫтыра алмай тышҡа сығып китте. Керпек ҡаҡҡансы, ул кирегә табанын ергә лә тейҙермәй йүгереп керҙе лә, әсәһе ҡайтҡансы тип, торт әҙерләй башланы. Шул ваҡытта күҙгә сүп төшөрөүсе, әлегә тиклем йоҡо һимертеүсе кесе һеңлеһе Әнисә күҙен тырнап асты. Әҡлимәнең ең һыҙғанып торт бешереп йөрөгәнен күргәс, Әнисәнең йөҙө асылып китте. Апалы-һеңлеле булһалар ҙа, уларҙың айырмаһы ер менән күк һымаҡ ине. Әҡлимә башы йомро, егәрле, алма кеүек ҡыҙ булһа, Әнисә төшкә хәтле йоҡо һимертергә, йондоҙ һанарға, бәлеш ауыҙына әйләнергә, йүкә сөйө ҡағырға яратыусы ҡыҙ икән.
Әнисә Әҡлимәгә:
– Һине кемдер тышҡа саҡыра, – тип, кәкре ҡайынға терәтте лә, апаһы күҙҙән юғалыу менән, тортты киҫеп алды. Күҙе буялған Әҡлимә ҡаны ҡыҙып өйгә инде, киҫелгән тортты күргәс, күҙе дүрт булды, ауыҙын асты ла ябырға онотто. Ул Әнисәгә ер ярып ҡысҡыра башланы. Әнисә, торттың әсәһенең тыуған көнөнә икәнлеген белгәс, ер тишегенә инерҙәй булды. Иҫ белеп, бер аҙ тыныслыҡта торғас, ул һүҙ башланы:
– Әйҙә, апай, тиҙерәк! Әсәй ҡайтҡансы өлгөртәбеҙ беҙ! – тип тегеләй-былай йүгерекләй башланы. Һеңлеһе, шулай эс-бауырына инеп, «әйҙә лә әйҙә» тип ут ҡапҡандай йөрөй башлағас, Әҡлимә тортты яңынан эшләргә тотондо. Улар икәүләп торт ҡына түгел, ә өҫтәл тултырып бик күп тәмлекәстәр бешерҙеләр. Күгәрсен һөтө генә юҡ ине бында!
Бына әсәләре лә ҡайтып инде. Өҫтәлдәге һыйҙы күргән әсәләре, май кеүек иреп, ҡыҙҙарын ҡосағына алды. Шул көндән бирле Әнисә менән Әҡлимәнең араларынан ел дә үтмәй.