Акмуллинская олимпиада

Баҙалова Дилә,
Белорет районы Шығай урта мәктәбе уҡыусыһы

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай

Һуғыш... Был һүҙ һәр кешелә тетрәндергес тойғолар уята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ил үҙ дәүерендә бик күп һуғыш кисергән. Һуғыш ул ҡасандыр булып, ә хәҙер юҡҡа сыҡҡан күренеш түгел. Ул реаль ысынбарлыҡ. Ер йөҙөндә ул йә бөгөн, йә иһә иртәгә ҡабынырға ғына тора. Үҙенән һуң һуғыш бик күп ҡорбандар, төҙәтә алмаҫлыҡ емереклектәр һәм мәңге онотолмаҫлыҡ тетрәндергес ҡайғылар алып килә. Һуғыш бер кемде лә аямай. Кесеһенән алып олоһона тик-лем кешеләрҙе упҡын эсендә ҡалдыра. Кешелекте бәләкәй генә ваҡыт арауығы эсендә юҡ итә ала ул.

Бөгөн мин Бөйөк Ватан һуғышы тураһында яҙып үткем килә. 1941 йылдың 22 июнендә немец халҡы Рәсәйгә һуғыш иғлан итә. Ул биш йыл дауамын-да бара. Үҙенең ҡомһоҙлоғо арҡаһында әллә күпме кешенең ғүмерен өҙә, бәләкәй балаларҙы етем ҡалдыра, Рәсәй илен емеректәргә күмә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан әллә күпме ябай һалдат герой исеменә лайыҡ булалар.

Минең яҡташтарым Шаһи Ямалетдинов, Зөбәй Үтәғоловтарҙың исеме халыҡ хәтерендә мәңге йәшәйәсәк. Улар һәм башҡа бик күп ябай һалдаттар үҙ тыуған илдәре өсөн аяуһыҙ көрәшәләр. Ысынлап та, Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яу-лау өсөн күп көс түккән минең ватандаштарым.

Беҙҙең мәктәп Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдин улы Ямалетди-нов исемен йөрөтә. Шаһи Ямалетдинов һуғышҡа 22 йәшендә генә алына. Ул Сталинград һәм икенсе Украин фронтындағы алыштарҙа ҡатнашҡан. Барлыҡ батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Бик маҡтаулы исем.

Мин үҙемдең яҡташым менән ихлас күңелдән ғорурланам. Уның исемен беҙ бер ваҡытта ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә егеттәр батырлыҡ тигән төшөнсәне дөрөҫ аңламайҙар. Минеңсә, тыныс тор-мошта йәшәү – ул оло бәхет. Һуғыш тигән һүҙҙе өнөмдә түгел, хатта төшөмдә лә ишеткем килмәй. Ул һүҙ ҡурҡыныс, йән өшөткөс. Беҙ, ХХI быуат кешеләре, тыныслыҡтың ҡәҙерен белеп, уны боҙмаҫҡа тырышып йәшәһәк ине ул.

                                       

       Предыдущая

Следующая