Акмуллинская олимпиада

ХИКӘЙӘЛӘР. ШИҒЫРҘАР

Азаматов Байрас,

Сибай гимназия-интернаты уҡыусыһы

Киләсәктән сәйер зат(Хикәйә-уйҙырма)

Ҡояш ҡыҙҙыра. Уның ҡыҙыу нурҙарынан, эҫе көндән ҡасып, халыҡ күләгәле урындарға ынтыла. Мин дә һалҡын ер эҙләп, ял паркына ашыҡтым. Ысынлап та, буш эскәмйәләр ҙә юҡ икән. Бәхеткә күрә, минең янда ғына эскәмйәлә урын табылды. Бер аҙ хәл алғас, йән-яғыма күҙ һалдым. Кемдәрелер йөҙҙәрен эшләпә аҫтына йәшереп, тәрән уйға талғандар, ҡайһы берҙәре үҙ-ара әңгәмә ҡорғандар, кемеһелер китап уҡыу менән мәшғүл, күрәһең, студент имтиханға әҙерләнәлер.
Янымда ғына ағас япрағының ҡыштырлауына һиҫкәнеп киттем. Ағас төбөндәге сәйер кешене күреп, баҙап ҡалдым. Башында гәзиттән эшләнгән пилотка, хат-та уртаһына ҡыҙылдан йондоҙ төшөрөлгән, йөҙөнә ҡарағанда ир-ат һыҙаттарын
тапһам, ә сәстәре ҡатын-ҡыҙҙыҡы. Ҡаштары ҡуйы, ә күҙҙәре... ысынлап та,сәйер. Текләп ҡараһаң, күҙҙәрен бесәйҙекенә оҡшатырға була, әллә йәшел, әллә күк. Өҫтөндә киндер күлдәк, киндер ыштан, ә аяғында... Алтынға мансылған
башмаҡ. Был ни ғәләмәт, әллә күҙемә күренәме?! Ҡыҙыҡһыныуымдың сигенә етеп, телгә килеп:

– Һин кем? – тип һораным янымда ултырған баяғы ят кешенән.

Сәйер әҙәм бер ҙә тартынмайса, туранан-тура миңә ҡарап яуап ҡайтарҙы:

– Киләсәктән килеп, һеҙҙең заманда аҙашып ҡалған йән эйәһе.

Был һүҙҙәрҙе мин шаяртыу кеүек ҡабул иттем, әммә ул бер ҙә шаяртыуға оҡшамай ине. Ләкин мин дә был әңгәмәне байытып, һорауҙар яуҙырырға булдым.

– Һы... Улай булғас, һөйлә әле, нисек ул беҙҙең киләсәк? Башҡортостан ни хәлдә?

Әңгәмәсем һис тә бошонмайса:

– Башҡортостан юҡ... – тине.

Был һүҙҙәрҙән һуң аңым томаланды, тәнем семерҙәп, эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ҡалтыраныбыраҡ:

– Нисек инде юҡ? Һин бит башҡортса һөйләшеп ултыраң! – тип уның һүҙҙәрен мәғәнәһеҙлеккә тиңләнем.

«Ҡайҙа булырға мөмкин һуң Башҡортостан?» Ниндәй ахмаҡлыҡ! Нимәгә мин был иҫәр менән һөйләшеп ултырам әле?» – тип эстән генә ҡара көйөп ҡуйҙым.

Әңгәмәсем бер туҡтауһыҙ тәтелдәй бирҙе:

– Теле бар, иле юҡ.

– Һы... Быны нисек аңларға? Йә, Башҡортостанды ҡоротоу кемдең көсөнән килә? Ә башҡа илдәр ни хәлдә?

– Башҡортостан ғына түгел, хәҙер донъяла бер ил дә юҡ. Кешелек үҙенең өс төп мохтажлығын ҡәнәғәтләндерҙе: беренсенән – аҡса, икенсенән – илдәр, өсөнсөнән – һуғыш…

«Ни эшләргә, артабан һөйләшеүҙе дауам итергәме, әллә шым ғына ситкә тайырғамы? Ҡасһаң, ҡурҡаҡ тиер, ярай нисек булһа ла башлағас, аҙағына нөктә ҡуйырға кәрәктер».

Сәйер кеше был һүҙҙәрҙе тап үҙ күҙҙәре менән күргән кеүек һөйләне. Әммә барыбер ышанманым, мөмкин түгел был, ул бик ҡаты шаяра. Ватанымдың юҡҡа сыҡҡанын ишетеп, уға тағы һорау бирҙем:

– Туҡта, нисек килеп сыҡты әле, ни сәбәптән, кемдең эше?

– Бер көн килде, кешелек ыҙа кисерә башланы, бөтөн ер байлыҡтары, эсәр һыу, тын алыр һауа, ашар аҙыҡ бөтөү сигенә етте. Тап шул ваҡытта кешелек түбәндәгеләрҙе аңланы: ниндәй генә дин тотһаң да, ҡайһы милләттән булһаң да, тире төҫөңә иғтибар бирмәйенсә, ер шарының ниндәй төбәгендә йәшәүеңә ҡарамаҫтан – бөтәбеҙҙә бер дөйөм төшөнсәгә тура киләбеҙ: беҙ – Кеше, беҙ – Кешеләр. Барыбыҙҙың да тыуған иле – Ер шары, барыбыҙ ҙа бер Хоҙайҙан яралған! Шул ваҡыт, бөтә кешелек ҡулға ҡул тотоноп, ысынбарлыҡтың айышы-на төшөнөп, ҡасандыр «Мин башҡорт!» йәки «Мин татар!» тигән һүҙҙәрҙән баш тартып, киләсәккә «Мин – Кеше», – тип бер аҙым алға баҫты.

Ышанырғамы, юҡмы? Әкиәт һымаҡ тойолһа ла, дөрөҫ фекерҙәр ине. Сәйер заттың телмәрен аңламағандай ҡыланып:

– Шунан... ҡасан киләсәк инде һин бәйән иткәндәр? – тип төпсөндөм.

– Ундай тормош һинең яҙмышыңа янамай, әммә һинең балаларың, ейән-ейәнсәрҙәреңә был заман заңы ҡағыласаҡ. Әлеге йәшәйеш тарихҡа яй темп-тар менән үҫешкән йәмғиәт исеме аҫтында инеп ҡаласаҡ. Ә Башҡортостанға килгәндә, республика ҡаты ассимиляцияға бирелһә лә, бик шәп үҫешә. Башҡорт теле глобаль интернет селтәренә үтеп инде, ҙур мөмкинселекле сайттар барлыҡҡа килде, социаль селтәрҙәр туған телебеҙгә тәржемә ителде. Телде про-пагандалау маҡсатында башҡорт яҙмалары баҫылған футболкалар, өҫ кейемдәре, үҙенсәлекле аксессуарҙар сығарылып тора. Тиҙҙән уйынсыҡтар, заманса нәшер ителгән китаптар көтөлә, йылдан-йыл башҡорт телендә каналдар һәм телепро-екттар арта, нәфис фильмдар төшөрөү индустрияһы үҫешә, ҡалаларҙа башҡорт рухлы флешмобтар үтә. Ғөмүмән, Башҡортостан заман менән йәнәш атлай... – тине һәм: – миңә китергә ваҡыт, – тип күҙҙән юғалды.

Алыҫ күк көмбәҙенә ҡараштарымды төбәп, уйҙарға баттым, күпме ваҡыт шул килеш ултырғанымды үҙем дә һиҙмәнем. Һөйөндөрҙө лә, көйөндөрҙө лә мине сәйер кеше менән әңгәмә.

Мин милләт киләсәгеме, әллә кешелектекеме? Нисек кенә булмаһын, уйланырға урын бар. Киләсәктә ни булырын күҙ күрер.

                                       

       Предыдущая

Следующая