Акмуллинская олимпиада

«Илһам» ҡанат нығыта

Илебеҙҙә әҙәбиәт йылы башланыу менән төрлө ойошмаларҙа, урындарҙа би-хисап саралар үткәрелә, уҡыусы менән китап араһындағы күперҙәр нығытыла. Халҡыбыҙҙа алға ҡарап йәшәү, киләһе көнгә өмөт менән бағыу борон-борондан
булмышына һалынған. Шуға ла уның ауыҙ-тел ижадында ошондай күренеште яҡтыртҡан мәҡәл, йомаҡ һәм әйтемдәр бик күп. «Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр» тигән бик тапҡыр мәҡәлде күҙ уңында тотоп, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла мәктәп йәшендәге балалар өсөн «Илһам» ижади семина-ры уҙғарылды.

Башҡортостандың төрлө райондарынан 45 егет һәм ҡыҙ аҙна буйы ижад серҙәренә, тележурналистика үҙенсәлектәренә төшөндө. Семинарҙы ойоштороу-ға университет етәкселеге, башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре кандидаты, профессор Л.Х. Сәмситова, балаларҙың һәләтен үҫтереү үҙәге күп көс һалды. Уҡыусылар БДПУ-ның санаторий-профилакторийында бушлай йәшәне һәм туҡланды.

Лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре программалары балаларҙың йәшен, ҡыҙыҡһыныусанлығын һәм ижади эшмәкәрлеген күҙ уңында тотоп төҙөлгәйне.

Шиғриәткә арналған дәрестәрҙә «Нисек шиғыр яҙырға?», «Нимә ул поэтик образ?», «Шиғыр структураһы» кеүек дәрестәр бик йәнле үтһә, тележурнали-стика буйынса «Нисек сценарий яҙырға?», «Нимә ул сюжет?» һәм башҡа бик күп темалар уҡыусыларҙың күңелен яулап алды. Уҡыусылар теләге буйынса байтаҡ ҡына ижади эшмәкәрҙәр ҙә үҙ тәжрибәләре менән ихлас уртаҡлашты.

«Ватандаш» журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев заман йәштәре, шәхес проблемаһы тирәләй диспут үткәрһә, шағирҙар Лариса Абдуллина менән Дамир Шәрәфетдинов З. Вәлиди исемендәге милли китапханала шиғриәт нескәлектәре хаҡында һөйләне. Уларҙың шиғри күстәнәстәре барыһына ла хуш килде. «Ағиҙел» журналының мөхәррир урынбаҫары Ә. Үтәбай, «Аҡбуҙат»тың мөхәррире Т. Юлдашева, «Аманат»тың мөхәррир урынбаҫары Т. Ҡаҙаҡаев, «Тамыр» телеканалы журналисы Р. Миңдиярова, шағирә З. Бағишаевалар менән осрашыуҙар ҙа эҙһеҙ үтмәне. Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙан тыш һәр осрашыу шиғри бәйге, сәсән оҫталығы кеүек матур йолалар менән үрелеп барҙы. Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһының рәйесе урынбаҫары С. Ильясовтың тарихи романдары буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә балалар за-ман төпкөлдәренә сәйәхәт итте, тарихи шәхестәр хаҡында бай мәғлүмәт алды.

«Илһам» семинарының төп маҡсаты уҡыусы йәштәрҙе ижадҡа ылыҡтырыу, артабан улар менән системалы эш алып барыу ине. Шуға ла һәр кис уларҙың ижады менән танышыу ғына түгел, ә тикшереү, тейешле кәңәштәр еткереү ҙә ойошторолдо. Бигерәк тә уҡыусылар бер-береһенең ижадына бик ентекле ана-лиз бирҙеләр, тәнҡиттән дә ҡурҡманылар. Поэзия буйынса Баймаҡ районынан Заһит Ғүмәров, Әлшәйҙән Әлиә Хәйруллина шиғырҙары юғары баһаланды.

Йәш авторҙың әҫәрҙәрендә хис тойғолар асылы, фекер тәрәнлеге лә һиҙелә.Ә тележурналистика буйынса Сибай гимназия-интернатынан Байрас Азаматов, Республика башҡорт лицей-интернатынан Азат Хоҙайғолов һәм Дәүләкән рай-оны Ҡаҙанғол мәктәбенән Лилиә Миңлемөхәмәтова эштәренә етеүсе булманы.

Был төркөмдә А. Асҡаровтың «Әсә» фильмы буйынса әңгәмә лә бик ойошҡанлыҡ менән үтте. Етәкселәре – доцент Э.Ф. Рәхимова һәр сараны йөкмәткеле итеп ойошторған.

«Илһам» республика семинары ижади һуҡмаҡтарҙың төрлөлөгөн, үҙен-сәлеген асыҡлап ҡына ҡалманы, ә уҡыусыларға ошо өлкәлә ныҡлы аҙымдар яһарға хыял ҡанаттары бүләк итте.

Зәки Әлибаев,
«Илһам» семинарын ойоштороусы,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ уҡытыусыһы.


Во второй части сборника – работы слушателей очной творческой школы – ли-тературной мастерской «И творчество, и чудотворство», проводившейся на базе ИФОиМК в марте 2015 г. Руководители проекта – доктор филологических наук, профессор, член Союза писателей РФ и РБ А.М. Шуралев и кандидат филологи-ческих наук, доцент, член Союза писателей РБ Д.Б. Масленников.

                                       

       Предыдущая

Следующая