Акмуллинская олимпиада

Мөхәмәтова А.Ә., 8-се класс

Фәнни етәксеһе: Мөхәмәтов Ә.Ғ.

БӨРЙӘН РАЙОНЫНЫҢ ТОПОНИМДАРЫ

Эшкә әҙерлек барышында тыуған яҡты өйрәнгән, тарих уҡытыусыһыДамир Зиннәт улы Аллабирҙиндыңрайон китабына тип йыйған материалдары төп сығанаҡ булып торҙо. 510 атама тупланды, лексик-семантик классификация яһалды, легендалары яҙып алынды һәм топонимдарының һүҙлеге төҙөлдө.

Бөрйән районы топонимдарының лексик-семантик

классификацияһы

Топонимдар халыҡ тарихы, этник процестар менән тығыҙ бәйләнгән. Уларҙа ырыу, ҡәбилә, хатта ара исемдәре, халыҡтың шөғөлө, исемдәре, ер-һыуҙың үҙенсәлектәре, атама булып, нығынып ҡалған.

Ырыу-ҡәбилә, ара исеме менән:Бөрйән районы, Иҫке Монасип –Һарт, Әбделмәмбәт ауылынҠыпсаҡ, ҡәбилә исеме менән Үрге Нөгөш ауылынЯмаш, халыҡ исеме менән –Ҡырғыҙ айырытип аталған топонимдар.

Һөнәргә, игенселеккә бәйле атамалар:Һабансы,Игендек(сабын),Иген саттығы, Аштыҡ уяһы, Баҫыу яланы, Тирмән туғайы, Борсаҡһуҡҡан, Һөрөмбәтһ.б.

Ҡортсолоҡҡа бәйле атамалар:Ҡортсолоҡ, Күсоя,Ҡыусолоҡһ.б.

Урмансылыҡ һөнәренә бәйле атамалар:Баҙ соҡоро, Баҙ яҡҡан соҡор, Тран-са юлы, Дегет яҡҡан соҡор, Кордон туғайы, Паравай.

Бесән сабыуға бәйле атамалар:Ҡарағайсабын, Ҡырҡсүмәләтуғай, Суҡраҡты сабыны, Бишкүбә, Кәбәнташ, Һуғыш туғайыһ.б.

Ағас исемен йөрөткән ер-һыу атамалары:Баланйорт, Бешәлетау, Ҡарағас-йорт, Суҡмуйыл, Уҫағуйһ.б.

Кеше исеме бирелгән ауылдар:Ғәҙелгәрәй ауылы, Ғәлиәкбәр1, Тимер, Нәби, Шүлгән, Нөгөш, Мораҙымһ.б.

Кеше исеменән булған башҡа ер-һыу атамалары:Сәфәр утары, Мәрйәкәй, Волков, Бәғиҙә тауы, Уралтау, Инсебикә, Аҡбулат ауылы, Үтәбикә, Сафия ташы, Бикташ, Бикташ бөгөлө, Кинйәбикә, Йәнгәрәй, Ниғмәт ташы, Мөҙәй йылғаһы, Ғәйниә ҡотоғо, Динислам тауыһ.б.

Үлән исеме сағылған ер-һыу атамалары:Аҫҡараҡ яланы, Оҫҡонлоғыр, Андыҙ яланы, Киндерҙ(е)уй, Көртмәле тауыһ.б.

Хайуандары исеме менән аталған ер-һыуҙар:Айыуҙы, Йылҡысыҡҡан, Һарат уяһы, Кәзәтау, Күгат ташы, Ҡондоҙбай, Сыбарайғыр, Эт тыҡрығы, Арыҡтайһ.б.

Ҡош-ҡорт исеме ҡушылған атамалар:Ҡоҙғонташ, Өйрәкташ, Өйрәкле, Тауыҡ фермаһыһ.б.

Бөжәк исемдәре булған ер-һыу атамаларыСерәкәй, Ҡортсолоҡ.

Тупраҡ, ҡаҙылма байлыҡ исемдәре булған атамалар:Ҡурғашлы, Ҡыҙыл ер, Ташлы, Аҡбалсыҡ йылғаһы, Баҙраш тауы, Ҡаншал тауыһ.б.

Бер объекттың икенсеһенә ҡарата нисек һәм ҡайҙа урынлашыуын белдергән атамалар:Яңы Собханғол – Иҫке Собханғол, Яңы Мөсәт – Иҫке Мөсәт, Түбәнге ауыл, Аратау.

Бүтән халыҡтарҙың күсеп килеүе йәки үҙ-ара мөнәсәбәттәре арҡаһында барлыҡҡа килгән атамалар:Волков утары, Боғаса (Пугачев) тауы, Ҡырғыҙ айыры.

Ҡушамат тағыуҙан, үсекләшеүҙән:Япония(Яңы Мөсәт),Финляндия(Баҙал биҫтәһе),Ҡуян(ҡуян һымаҡ), Байҡаш(байҡау, күҙәтеү),Кепес(күҙ ҡабағы), Афғанистан, Пакистан, Эт тыҡрығыһ.б.

Объекттың төҙөлөш материалына бәйле:Ташкүпер, Ағаскүперһ.б.

Тарихи ваҡиғалар сағылыш тапҡан атамалар: Бабсаҡ бей ҡурғаны,

Атайсал яланы, Батша ҡотоғо, Ҡырғыҙ айыры, Мәсет тауы, Хәҙрәт шыршыһы, Ветерандар аллеяһыһ.б.

Ике исем йөрөткән топонимдар (рәсми һәм халыҡ телендәге):Әбделмәмбәт –Ҡыпсаҡ, Игелек, Үҙән башы; Иҫке Монасип – Һарт; Яңы Монасип – Мишәр.

Халыҡ телендә был атамаларҙың икеһе лә йәшәй, хатта район үҙәгенБөрйәнтип атауҙы уңай күрә, ә рәсми исемеИҫке Собханғолбик һирәк ҡулланыла.

“Ер-һыу атамалары донъяһында оҡшатыу, сағыштырыу, метафора, образ-лылыҡ ҙур урын алып тора. Был алымдар ярҙамында кеше тәбиғәтте йәнле итеп күҙ алдына баҫтырған. Йәнле итеп күҙ алдына килтереү топонимик лексиканың бик боронғо булыуына ишаралай: йылғаның, тауҙың өлөштәре, йылға ҡушылдыҡтары кеше тәненә, кейем өлөштәренә оҡшатып әйтелә”, – тип билдәләне үҙенең хеҙмәтендә Р.Шәкүр.

Ысынлап та,буй, баш, арҡа, ҡултыҡ, һырт, аяҡ, ҡолаҡкеүеккеше, хайуан тәненә ҡараған һүҙҙәр ярҙамындабик күп атамалар бар:Бүреле буйы, Аҫҡараҡ тамағы, Еләклетүбә, Елдәрҡа, Арҡа, Һыуыҡҡолаҡ, Кейәүҙәр үҙәге, Этаяҡ, Мулла түше, Ҡалыу мороно, Алағуян башы, Ҡәйнә теле(тёщин язык),Күл тамағыһ.б.

Тикшерелгәнматериалдарҙаобъекттың үҙенсәлегенә,мәҫәлән,тауышҡа оҡшатып, яһалған топонимдарбар. УларғаШаңғырауыҡ ҡаяһы, Сыңғырлауыҡ мәмерйәһе, Батинкаташ, Ослоташ, Ҡыҙматаш, Иҙәнташ, Таҡыясусаҡ, Селтербикә йылғаһы, Ҡуҡрауыҡ йылғаһыһымаҡ атама йөрөткәндәре ҡарай. Шаңғырыуыҡ ҡаяһы эргәһендә саҡ ҡына тауыш та яңғырап тора, кире ҡайта.Ҡуҡрауыҡ йылғаһыныңОло Нөгөшкә ҡойған ере бик текә, һыу күкрәү тауышы сығара. Күкрәүектән, әйтелешкә яраҡлаштырылып,Ҡуҡрауыҡҡаүҙгәртелгән.

Топонимия ла, тел һымаҡ уҡ, бик йәнле процесс – иҫкерә, дөрөҫөрәге онотола барып, урынына яңы атамалар яһала. Быға миҫал итеп, ауыл исемдәренең боронғоларын, рәсмиләштерелгәндәрен һәм халыҡ телендәгеФинляндияһымаҡтарын индерергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта тәбиғәттәге, йәмғиәттәге үҙгәрештәр арҡаһында кире ҡайтарып булмай торған юғалтыу, иҫкереү (урман, сабынлыҡ, еләклектәрҙең юҡҡа сығыуы, йылға ҡороуы) күренештәре хас. Халыҡ телендә йыш ҡулланылғандары оҙаҡ йәшәй, ә кеше һирәк йөрөгән урын атамалары әҙ ҡулланылып, онотола бара. Шуның арҡаһында тел дә улар юғала. Мәҫәлән, ауылға яҡын булғанБергәзә аҡланыҙур юл һалғанда юҡҡа сыҡты, ауыл эсендәгеҒәйниә ҡотоғобер нисә йыл аҡмай.

Топонимдар һүҙлеге

ЕР-ҺЫУ АТАМАЛАРЫ ТУРАҺЫНДАҒЫ ЛЕГЕНДАЛАР

Ҡаҙаҡтар борондан башҡорт еренә барымта менән килгән. Улар араһында һәр ваҡыт һуғыш булып торған. Беҙҙә лә ошо ваҡиғаларҙың өнһөҙ шаһиты бар.Ҡырғыҙ айырытип атала ул ер.Ҡаҙаҡтар(халыҡ элек уларҙыҡырғыҙтип йөрөткән) менән тартҡылаш 18-се быуат баштарына тиклем дауам иткән. Шулай булғас, ауылым боронғо һәм мин ата-бабаларымдың үҙ ер-һыуын бирмәйенсә тиңһеҙ алышына ғорурланам.

Ҡырғыҙ айыры

Ғәлиәкбәрҙең көньяғында бер ҡурған бар. Борон ҡыпсаҡ ырыуы менән ҡырғыҙ ырыуы, ошо тирәлә туҡталып, тирмә ҡороп төпләнеп алғандар ҙа мал үрсетеп йәшәй башлағандар. Улар үҙ-ара дошман йәшәгәндәр. Бер ваҡыт ике ырыу араһында һуғыш сыҡҡан. Ҡыпсаҡ ырыуы көслөрәк булып, ҡырғыҙҙарҙы ҡырып һалғандар.Ҡырғыҙҙарҙы күмер өсөн ер кәрәк булған, ләкин ер ҡыпсаҡтарҙыҡы. Улар ер бирмәгәндәр. Ҡырғыҙҙар алыҫтан дөйә менән тупраҡ ташып, яҡташтарын күмеп ҡайтып киткәндәр. Ул урын әле лә бар. Сәфәр утарына киткәндә юлдың һул яғынан ҙур ғына ҡауҡыулыҡ булып күренеп тора. (1998 йылда уҡыусылар яҙып килтерҙе. Был легенданың “Легендалар һәм риүәйәттәр” китабында Сабитов Хәмит Ибраһим улынан яҙып алынған варианты бар).

Һөрөмбәт

Аҫҡараҡ йылғаһыныңНөгөшкә ҡойған ере лә тәрән генә. Исеме шунан алынған.Һөрөмбәтауыл уртаһында. Бында 1960 йылдарҙа туғайын һөрөп, тары сәскәндәр. Хәҙер был урын һай, һыу инмәһәләр ҙә, исемен халыҡ онотмай. Элегерәк хатта йәй көндәре лә ат йөҙҙөрөрлөк булған.

Күсоя

Ауылдың үрге осона сығып, Нөгөш йылғаһы аша һалынған күпер аша үткәс, текә тауға үреләһең. 1933 йылғыӘминев Ағзам Яхъяулы һөйләүенсә, ошо тауҙың битләүендә бер кешенең 100-ләп күсе булған һәм ҡорттары 200 батманға яҡын бал биргән. Шунан тороп ҡалған инде тауға үрелгәндәге текә уяның исеме —Күсоя.

Кордон туғайы

Ауылдың түбәнге осонда Нөгөш йылғаһын сыҡҡас та бер туғайҙа ҡасандыр кеше йәшәгәне беленеп торған урын бар. 1951 йылғы Аҫылғужин Минияр Әхмәҙулла улынан был урын тураһында һорашҡас, түбәндәгеләр асыҡланды.

Борон урман ҡарауылсылары ауылдан ситтә, үҙҙәренә беркетелгән биләмәлә, йәшәгәндәр һәм был урынды, урыҫтарға эйәреп,кордонтип йөрөтә башлағандар. Революциянан һуң да бындай хәл дауам иткән. Ололарҙың хәтерләүенсә, йорттары эстән дә, тыштан да сутланған булған. Бикбаев Ғаффар ағайҙың атаһы шул кордонда йәшәүен һәм шул йорттан уның Бөйөк Ватан һуғышына китеүен хәтерләй. Урман хужалығының Ғәлиәкбәр лесничествоһы асылғас, кордон бөтөрөлгән, ләкин халыҡтың теленәКордонтуғайыбулып хәтеренә һеңгән.

Паравай (паровой)

1930 йылдарҙаСуҡмуйылдан100 метр самаһы өҫтәрәк, яр буйында, дегет ҡайнатыр өсөн ҡоролма төҙөлә. Һыу буйына төҙөлөүенең сәбәбен һыуҙың күп кәрәк булыуы һәм янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау менән аңлата ололар.

Дегет күп етештерелгән.Күлбаев Әхмәт бабай, ул саҡта бәләкәй булһа ла, дегеттең улаҡ буйлап сөбөрләп һауыттарға ағып торғанын һәм һаҡһыҙлығы арҡаһында бер эшсенең янып үлгәнен әле лә хәтерләй. Янғындан һуң эш туҡтатыла һәм ҡабат тергеҙелмәй. Иғтибар итеп ҡараһаң, әле булһа ла был ерҙә ҡасандыр ниндәйҙер ҡоролма булғанын һиҙеп була.

Һуғыш туғайы

Борон заманда Ғәлиәкбәр ауылында йәшәгән, ти бер бай. Уның малы бик күп булған. Һыу эсергәндә малының бер осо кәртәһендә, икенсеһе һыуҙа булған, ти. Бай бер ваҡыт бесән сабырға үҙенең кешеләрен өмәгә ебәргән. Барһалар,Кәбәс ауылындағыбер бай ҙа үҙ кешеләрен бесән сабырға ебәргән булған. Ул да бик бай йәшәгән. Малы, көтөү-көтөү булып, яландарҙы тултырып йөрөгән. Бына яланда ике байҙың кешеләләре осрашҡандар һәм, сабынлыҡ өсөн талаш сығып, ике арала һуғыш башланған. Һуғыш бик оҙаҡ барған һәм Ғәлиәкбәр байының еңеүе менән тамамланған. Шунан башлап был туғайҙыҺуғыш туғайытип йөрөтә башлағандар. Әле лә был туғай шул исем менән йөрөй. (1998 йылда уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып килтерҙе.)