Акмуллинская олимпиада

Топонимдар һүҙлеге
А
Абалай – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға.
Абыҙгилде – Ғәлиәкбәр ауылында ҡая
Ағиҙел – Бөрйән районы аша аҡҡан йылға.
Ағиҙел ҡасабаһы – Иҫке Собханғол ауылы эргәһендә, ойконим.
Аҙау – Яңы Монасип, антропонимдан, бесәнлек.
Айбикә тауы – Аҫҡар ауылында, антропонимдан, ороним.
Айғыр ҡороҡмаған – Байғаҙы ауылында, ялан.
Айыуала – Оло Нөгөш йылғаһы буйындағы ялан, йылға.
Айыуатҡан – Тимер ауылында, ялан, ҡая.
Айыусапҡан – Ҡолғана ауылына ҡарай, ялан.
Айыуҙы – Яңы Монасип, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы, гидроним.
Айһылыу – Ғәлиәкбәр ауылында, сабынлыҡ.
Аҡбалсыҡ йылғаһы – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға.
Аҡбейек – Бөрйән районында тау, ороним.
Аҡҡашҡа тауы – Ғәҙелгәрәй ауылында, ороним.
Аҡһыйыр яланы – Брәтәк ауылында, ялан.
Аҡбулат – Бөрйән районында ауыл, ойконим, антропонимдан, ҡушма һүҙ.
Аҡтау – Әтек ауылында, ороним, ҡушма һүҙ.
Аҡсабикә – Байғаҙы ауылы янындағы ялан.
Аҡташ – Яуымбай ауылында, ороним.
Алағуян – Бөрйән районында, гидроним.
Алағуян башы – Бөрйән районында, гидроним.
Алағуян тамағы – Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы.
Аллабирҙе – Аҫҡар ауылындағы ҡалҡыулыҡ.
Алпамыша ҡәберҙеге – Исламбай ауылы эргәһендәге Йәйпе яғындағы
ҡәберлек.
Андыҙ яланы – Яңы Монасип
Арал – Тимер ауылы менән Иҫке Монасип ауылы араһындағы
Ағиҙел йылғаһының икегә айырылып аҡҡан урыны.
Аралғыр – Яуымбай ауылында, ороним.
Аралбай (бөткән ауыл) – ойконим, антропонимдан.
Аралғыр – Яуымбай ауылында, гидроним, Ҡайнөй йылғаһы ҡушылдығы.
Арал тауы – Үрге Нөгөш (Ямаш) ауылының түбәнге кисеүенән аҫтараҡ
ҡаршы тау.
Аратау – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
Арҡыры йылға – Яуымбай ауылында, гидроним.
Арыҡтай – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға, гидроним ялан.
Арыҫлан ҡарт соҡоро – Яңы Мөсәт ауылына ҡарай, антропонимдан.
Артыштытау – Үрге Нөгөш ауылы эргәһендә, ороним.
Аҫ(һ)ҡар – ойконим, антропонимдан.
Аҫҡараҡ – Ғәлиәкбәр ауылында, гидроним.
Аҫҡараҡ тамағы – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға. Аҡһырғаҡ – үлән
исеменән.
Атаман – Яңы Мөсәт, заводтың хужаһы Атаманов ерләнгән.
Атайсал – Ғәҙелгәрәй ауылы, ялан, тау исеме.
Аттылар һәм йәйәүҙеләр һуҡмағы – Ғәлиәкбәр ауылында, дромоним.
Атъятҡан – Иҫке Монасип ауылы янында, уя.
Афғанистан – Ғәлиәкбәр ауылында, тыҡрыҡҡа ҡушамат, ил исеменән.
Аштыҡ уяһы – Яңы Монасип, тары сәскән ер.
Аһылы (Асалы) – Ғәлиәкбәр ауылында йылға, гидроним, тау,
Б
Бабсаҡ ҡәберҙеге – Бөрйән районында ҡурған, антропонимдан.
Байғаҙы – ойконим, антропонимдан.
Байтулла – Байғаҙы ауылы янында, антропонимдан.
Баланйорт – Аралбай ауылы яғында, утар урыны.
Байғотоҡ – Әтек ауылы янында, гидроним.
Бажай – Аҫҡар ауылына ҡарай, ике бажа иҫтәлегенә аталған.
Баҙал (ҡатай һуғышҡан тау) – ороним.
Баҙ тауы – Кесе Нөгөш буйынан Исламбайға киткән яҡта дегет
ҡайнатҡан урын, ороним.
Баҙ яҡҡан соҡор – ҡара: Баҙ тауы.
Баҙъялан – Оло Нөгөш йылғаһы буйындағы яла. Яуымбай ауылы
Баҙраш – Үрге Нөгөш ауылынан аҫта, тау, йылға,
Баҡҡол – атропропонимдан, Исламбай ауылы эргәһендә йылға, ялан.
Байҡаш – ойконим, Нәби ауылының бер өлөшө.
Баймырҙа – Оло Нөгөш йылғаһы буйындағы ялан, антропонимдан.
Байназар – ойконим, антропонимдан.
Балаган – Тимер ауылында.
Барлыбай – Үрге Нөгөш ауылы янында, ороним.
Ба(о)тинкаташ – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға эсендәге ҙур таш.
Батша ҡотоғо – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға.
Башҡорт утары – Ғәлиәкбәр ауылында, ялан.
Башмаҡшыуған – Үрге Нөгөш ауылында, ороним.
Бейгилде – Бейгилде яланы элекке “Ҡыҙыл таң” колхозының ҡымыҙ фермаһы
янында.
Бейеккүпер – Аралбай ауылы эргәһендә.
Бесәй ташы – Янһары ауылында, ороним.
Бесәй ояһы – Нәби ауылында тау битләүе.
Беренсе күпер – Иҫке Собханғолда.
Бәргәзә – Ғәлиәкбәр ауылында, аҡлан.
Бәләтар тауы – Аралбай (бөткән ауыл) эргәһендәге тау, ороним,
бәләгә тарыным һүҙенән.
Болаҡ – Яңы Монасип ауылы янында, гидроним, болаҡ бәләкәй
йылғаны аңлата.
Берлек – Яңы Мөсәт ауылы икенсе исеме, артель ваҡытында бирелгән
рәсми булмаған атамаһы.
Бертеш – Килдеғол ауылында, ороним.
Бешәлетау – Әтек ауылында, йәш ҡарағайлыҡ урманы.
Бетерә – Үҙән йылғаһының һул ҡушылдығы, гидроним.
Бикташ – Ғәлиәкбәр, Исламбай ауылдары араһындағы йылға, бөткән ауыл,
элекке исеме – Шәйек (гидроним) тамағы, антропоним.
Билтер тауы – Нәби ауылында, ороним, билтер аяҡтың бер өлөшө.
Бирелейорт – Килдеғол ауылы эргәһендә, ялан, Муйылтүбәнән бейек
булмаған ҡалҡыулыҡ аша ята.
Боғасы (Бүгәсәү) – Ырғыҙлы ауылында, ороним, антропонимдан,
Пугачев һүҙе фонетик яҡтан үҙгәргән.
Болаҡ – шишмә һүҙенән, гидроним
Борсаҡһуҡҡан – Әтек ауылы янында, ялан.
Боһондо – Тимер ауылында йылға, гидроним, Ағиҙелдең уң ҡушылдығы.
Бохмаш – Иҫке Монасип ауылы янында, Ағиҙел йылғаһы буйындағы ялан,
йыуаш, әҙ һөйләп, боҫоңҡорап йәшәгән кешеләр ҡушаматынан.
Бөрйән – район исеме, этнонимдан.
Бөрйән йылғаһы – Тимер ауылы янындағы Боһондо йылғаһының уң
ҡушылдығы.
Бөрйән юлы – Ғәлиәкбәр ауылында, дромоним, ҡушма һүҙ.
Бурама тауы – Яуымбай ауылында, ороним, ҡушма һүҙ.
Бурташ – Яуымбай ауылында, ороним, ҡушма һүҙ.
Бүтәү тауы – Ҡотан ауылы янында, ороним, Пугачев тауы
тип тә йөрөтөлгән.
Бүләкбикә таш йәки Бүләкбикә ҡаяһы – Яңы Монасип ауылында, ороним,
антропонимдан.
Бүләкташ – Нәби ауылында, ороним.
Бүре төбө – Тимер ауылы янында, урманлыҡ.
Бүрәнәшыуған – Үрге Нөгөш ауылында, ороним.
Бүтәгәле – Ғәлиәкбәр ауылы янында тау һырты, үлән исеменән
(русса мятлик).
Брәтәк – Брәтәк ауылында, ойконим, гидроним, бер итәк һүҙенән.
Быҙау үлгән – Аралбай ауылы эргәһендә “Ҡыҙыл таң” колхозының
быҙауы үлеменә бәйле.
Бәштин – Брәтәк ауылында, ойконим, биш тин һүҙенән.
Бәғиҙә тауы (Ҡаршытау) –Байғаҙы ауылында, ороним.
Бәйет тауы – Әтек ауылына ҡарай, ороним.
Бәләтар – Яңы Мөсәт ауылына ҡарай, дромоним, бәләгә тарыным
һүҙенә бәйле.
Бәләкәй – Үрге Нөгөш эргәһендәге тау, ороним.
Бәләкәй Аҡбейек – Яуымбай ауылында, ороним.
Бәләкәй Ҡыҙылташ – Яуымбай ауылында, ороним.
Бәләкәй Ҡыпсаҡ – ойконим, рәсми атамаһы Кардон, Капаловтың
утары булған.
Бәләкәй Салажы – Әтек ауылы эргәһендә, гидроним, ялан.
Бәләкәй Соңғор – Нәби ауылынан көнбайышта урынлашҡан.
Бәләкәй Шәйек – Исламбай ауылында, гидроним, ҡушма һүҙ.
Бәлә тауы – Брәтәк ауылына ҡарай, ороним.
В
Ветерандар аллеяһы – Ғәлиәкбәр ауылында, дримоним.
Волков йәйләүе – Брәтәк ауылында.
Вышка – Тимер ауылының үр яғындағы Осло тау һыртындағы
элекке ҡоролма.
Выка – Выка Мәндәғол ауылында ялан, тәүге атамаһы – Ульяғол сабынлығы,
тора-бара атамаһы үҙгәргән.
Ғ
Ғилман күпере – Яңы Монасип ауылында, ҡушма һүҙ, антропонимдан.
Ғаффар утары – Байғаҙы ауылы янында, антропонимдан.
Ғүмәр ыҙмаһы – Ғәлиәкбәр ауылында, ялан, антропонимдан.
Ғәббәс утары – Байғаҙы ауылы янында, антропонимдан.
Ғәбит уяһы – Ғәлиәкбәр ауылында, ҡушма һүҙ, антропонимдан.
Ғәзиз тауы – Үрге Нөгөш ауылында, ороним, антропонимдан.
Ғәҙелгәрәй – ойконим, антропонимдан, икенсе исеме Шүлгән.
Ғәйниә ҡотоғо – Ғәлиәкбәр ауылында, гидроним, антропонимдан.
Ғәле тауы –Янһары ауылына ҡарай, ороним, антропонимдан.
Ғәлиәкбәр – ойконим, антропонимдан.
Ғәлиәкбәр соҡоро – Ғәлиәкбәр ауылында, антропонимдан.
Ғәлийән үҙәге – Аралбай ауылы эргәһендә, антропонимдан.
Д
Дегет тауы – Яңы Монасип ауылы эргәһендә, ороним.
Дегәнәк – Яуымбай ауылында, ороним, үҫемлек исеменән.
Дәүләтбай туғайы – Байғаҙы ауылы янында, антропонимдан.
Динислам тауы – Үрге Нөгөш ауылында, ороним, антропонимдан.
Е
Егәйен – Ғәлиәкбәр ауылында, гидроним, Нөгөш йылғаһының
уң ҡушылдығы.
Елдәрҡа – Нәби ауылында ялан, елле һәм арҡа һүҙҙәренән яһалған,
елле, ҙур, бейек тау башында.
Еләктетүбә – Нәби ауылында, ороним.
Етмәҫ – Ғәлиәкбәр һәм Исламбай ауылы араһында, ялан, ҡылымдан яһалған.
З
Завод – Яңы Мөсәт ауылы спирт, скипидар, дегет ҡайнатыу өсөн завод.
Зөбәйҙә ҡарандаһы – Янһары ауылында, гидроним, антропонимдан,
бәләкәй шишмә.
Зыя баҙы – антропонимдан, Нөгөш буйындағы ялан.
Зыярат тауы – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
Зәкир солоғо – Тимер ауылында, антропонимдан.
Зәмзәбикә шишмәһе – Яңы Мөсәт ауылында, гидроним, антропонимдан.
И
Иҙәнташ – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға эсендәге таш.
Имес төбө – Нәби ауылында.
Имес тауы – Нәби ауылында, ороним, XX быуат башында
бында Ҡурғашлы ауылы барлыҡҡа килгән.
Имес туғайы – Нәби ауылынан XX быуат башында Имес туғайында
Ҡурғашлы ауылы барлыҡҡа килгән.
Имәнйорт – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға.
Инсебикә – Яңы Собханғол ауылында, ороним, антропонимдан.
Исмәғил – Үҙән йылғаһы буйындағы ялан, антропонимдан.
Исламбай – ойконим, антропонимдан.
Иштәүләт (Ябаҡ) – ойконим, антропонимдан.
Ишбулды баҙы – Яңы Монасип ауылына ҡарай, антропонимдан.
Иҫке Монасип – ойконим, антропонимдан.
Иҫке Мөсәт – ойконим, антропонимдан.
Иҫке Собханғол – ойконим, антропонимдан.
Иҫке Тарыуал (бөткән ауыл) – ойконим, антропонимдан.
Иҫкеҙма – Ғәлиәкбәр ауылында, ауылдың тәүге урыны.
Иҫәнбикә һаҙы – Исламбай ауылына ҡарай, антропонимдан.
Иҫәнғазы (Күскәрбәк) – ойконим (бөткән ауыл), антропонимдан.
Й
Йосоп түше – Байназар ауылында, антропонимдан.
Йыландуй – Яңы Монасип ауылы янында, йылан күп булған уйһыу ер
Йылҡысыҡҡан – гидроним, Ғәҙелгәрәй ауылы эргәһендәге күл.
Йүкәле туғай – Тимер ауылы эргәһендә, ялан.
Йәйпе – Исламбай ауылында, ялан, йылға, ҡылымдан яһалған.
Йәйпегир – Яуымбай ауылында, ороним.
Йәмилә сабыны – Яңы Монасип ауылына ҡарай, антропонимдан.
Йәнсалай ҡотоғо – Тимер ауылында, антропонимдан.
Йәнгәрәй – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним, антропонимдан.
Йәнһыуалған – Әтек ауылына ҡарай, ялан.
Йәнһөйәр – Ғәлиәкбәр ауылында, ялан.
Йәүгәҙе – гидроним, Нәби ауылының һул яғында, Байҡашта,
Яуғаҙы һүҙе фонетик яҡтан үҙгәргән.
К
Кардон туғайы – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға, ҡылымдан яһалған.
Капал өйө – Кардон ауылындағы Капаловтың йорто урыны.
Кейәүҙәр үҙәге – Яңы Монасип ауылында.
Кейекбай – ойконим, антропонимдан.
Кедр урманы – Килдеғол ауылы эргәһендәге урманлыҡ.
Кесе Нөгөш – Бөрйән районында, йылға.
Кесе Нөгөш тамағы – Ғәлиәкбәр ауылында.
Кепес – ойконим, Иҫке Монасип ауылының бер өлөшө, күҙ ҡабағы
тигәндән алынған.
Килдеғол (Һарағы)– ойконим, антропонимдан.
Клатуй – Нәби ауылында, антропонимдан, Филатов йәки Клатуй тауы.
Киндерҙ(е)уй – Иҫке Монасип ауылында.
Кинйәбикә – Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендә, сабынлыҡ.
Кинйәш тауы – Аҫҡар ауылындағы тау, ороним, антропонимдан,
Кинйәш әбей иҫтәлегенә.
Күгат ташы – Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендә, ҡая.
Күгәүедле яланы, йылғаһы – Исламбай ауылына ҡарай, гидроним.
Күкәй тауы – Брәтәк ауылында, ороним.
Күсоя – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
Күкбесән – Тимер ауылы эргәһендә, ялан
Күл тамағы – Ғәлиәкбәр ауылында, гидроним.
Күркәтау – Әтек ауылына ҡарай, ойконим.
Күтәрмәле яланы – Исламбай эргәһендәге тау башындағы ялан.
Күперҙе йылғаһы – Нәби ауылында, гидроним.
Күскәрбәк – Иҫәнғаҙы һүҙен ҡара, антропонимдан.
Күктәкә – Нәби ауылында, ороним.
Күкьятыу – 1. Ғәлиәкбәр ауылынан өҫтә, гидроним.
2. Брәтәк ауылы эргәһендә Брәтәк йылғаһының Оло Нөгөшкә
ҡойған ере.
Күс юлы – Яңы Монасип ауылы янында, дромоним, күсеү һүҙенән.
Костер тауы – Тимер ауылы эргәһендә, ороним.
Көҙгөйорт – Бикташ ауылы эргәһендәге боронғо йәйләү, ялан.
Көлгөзәр – Бикташ ауылының көнъяғында тау, ороним.
Көләбә – ялан, йәйләү исеме, Исламбай ауылына ҡарай.
Көләмбәт юлы – Бикташ ауылы эргәһендәге юл, дромоним, антропоним-дан.
Көнтеймәҫ – Яуымбай ауылында, ороним.
Көтөүсе яланы – Тимер ауылында, ҡылымдан яһалған.
Көрәй тауы – Ҡотан ауылында, ороним.
Көрәште – Килдеғолда, ороним.
Көртмәле тауы – Байназар ауылында тау, ороним.
Кәбәнғарағай – Ғәлиәкбәр ауылында, аҡлан.
Кәбәнташ – Ағиҙел йылғаһы ҙур таш, ороним,
Кәзәтау – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
Кәзә ташы – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
Кәлтәгәү – ялан, гидронимдан.
Кәмә сығышы – Тимер ауылы эргәһендә, гидроним
Кәмәше – Тимер ауылы эргәһендә, кәмә сығышынан ҡыҫҡартылған.
Кәртәле – Күжә йылғаһы буйында ялан, йылға.
Кәртәле ялан – Күжә йылғаһы буйында ялан.
Кәртәташ – Ғәлиәкбәр ауылына ҡарай, ороним.
Ҡ
Ҡаҙна уяһы – Яңы Монасип ауылына ҡарай.
Ҡайраҡлы – Күжә йылғаһы буйында ялан, йылға.
Ҡайынсуҡы –Бикташ ауылының көнъяғында ороним.
Ҡаҡсыр – Яңы Монасип ауылында, ороним,
Ҡайынтуғай – Нәби ауылының һул яғында, Байҡашта.
Ҡалыу – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним, ҡылымдан яһалған.
Ҡарабейә – Яңы Собханғол ауылында, ялан.
Ҡарағайсабын – Ғәлиәкбәр, Яңы Монасип ауылдарында.
Ҡаран – гидроним, Ғәлиәкбәр ауылына ҡарай.
Ҡарас йылғаһы – Яңы Мөсәт ауылына ҡарай, гидроним, антропонимдан,
Ҡарасәс исемле ҡатын исеменән.
Ҡарабешә – Ғәлиәкбәр ауылында, ялан.
Ҡарағошто – йылға, ялан.
Ҡарағол – Тимер ауылы эргәһендә, ялан, ҡая, антропонимдан.
Ҡаратау – Тимер ауылында, ороним.
Ҡараңғуй – Килдеғол ауылынан Һарағы йылғаһы буйындағы ялан, Үргеҙма
тип тә йөрөтөлә.
Ҡараһыйыр – Тимер ауылына ҡарай, ороним
Ҡараһөбә – Исламбай ауылы эргәһендә, гидроним.
Ҡарасура ҡәбере – Яуымбай ауылы эргәһендә, антропонимдан, Бабай үлеге
тип тә йөрөтөлә.
Ҡартөй – Яуымбай ауылында.
Ҡаршытау – Яуымбай, Үрге Нөгөш, Байғаҙы ауылында, ороним.
Ҡаршы туғай – Янһары ауылында.
Ҡасыу юлы (Ҡасыюл) – Тимер ауылында, ороним, дромоним.
Ҡатайғошҡан (Ҡатай һуғышҡан) – Яңы Мөсәт ауылына ҡарай,
ороним, этнонимдан.
Ҡалыу, Ҡалыу ташы – Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендә, тау һырты, таш.
Ҡалмаҡай – Тимер ауылында, ороним, ялан, этнонимдан.
Ҡана – Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы, гидроним.
Ҡалҡаман – Тимер ауылында, ороним, антропонимдан.
Ҡалғаһау – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға, ялан, ҡылымдан (ҡалған һау).
Ҡамышаҡ – Яуымбай, Иҫке Монасип ауылдарында, гидроним.
Ҡарағасйорт – Ғәлиәкбәр ауылы янында, ялан, йылға.
Ҡарайғыр – Яуымбай ауылында, ялан.
Ҡаран – Ғәлиәкбәр ауылына ҡарай, гидроним,
Ҡаныш – Үрге Нөгөш ауылы эргәһендә, гидроним, антропонимдан.
Ҡанышай – Үрге Нөгөш ауылы эргәһендә, гидроним, антропонимдан.
Ҡандыбил – Байғаҙы ауылына ҡарай, гидроним, йәйләү.
Ҡаншал – Килдеғол ауылында, ҡан төҫөндәге тау, ороним.
Ҡоҙаш – Яуымбай ауылында, антропонимдан.
Ҡоҙғонташ – Яңы Монасип ауылында, ороним, ҡоҙғон ояһы бар.
Ҡабырсаҡты морон – Яңы Монасип ауылында, ҡабырсаҡ йыйылып
ятҡан ҡомлоҡ бар.
Ҡоҙғон ҡаяһы – Яңы Монасип ауылында, ороним,
Ҡойонсоҡ шишмәһе – Яңы Собханғол ауылы эргәһендә, ҡойо – бысраҡ тигән
һүҙ.
Ҡортсолоҡ – Тимер ауылында, аҡлан.
Ҡолғана – ойконим.
Ҡолош үҙәге – Яуымбай ауылында, антропонимдан.
Ҡоръятмаҫ – Яңы Монасип ауылы, гидроним, ҡоро ятмаҫ һүҙбәйләнешенән.
Ҡомйылға – Яңы Собханғол ауылында, гидроним.
Ҡотан – ойконим.
Ҡотоҡай баҙы – Брәтәк ауылында, гидроним, антропонимдан.
Ҡотто Булат түше – Яңы Собханғол ауылындағы тауҙа, антропонимдан.
Ҡужан шишмәһе – Нәби ауылында, гидроним.
Ҡунаҡбай ҡотоғо – Яңы Монасип ауылына ҡарай, гидроним,
антропонимдан.
Ҡумырт кисеү – Исламбай ауылына ҡарай.
Ҡуҡрауыҡ – Ғәлиәкбәр ауылында, гидроним, Нөгөш йылғаһының
уң ҡушылдығы.
Ҡурғашлы – ойконим, гидронимдан.
Ҡурыуҙы – Байназар ауылында, ороним.
Ҡурпытуғай – Әтек ауылына ҡарай, ялан.
Ҡусҡарбаҡ – Иҫәнғаҙы (бөткән) ауылының икенсе атамаһы, ойконим,
антропонимдан.
Ҡушйылға – гидроним, Ғәҙелгәрәй ауылы янында, Оло Нөгөш йылғаһының
һул ҡушылдығы.
Ҡуян ауылы – ойконим, ҡушамат тағыуҙан Нәби ауылының халыҡ телендәге
атамаһы.
Ҡыҙҙарҙы айыу ашаған ер – Яңы Монасип ауылына ҡарай.
Ҡыҙҙар тауы – Яңы Мөсәт ауылына ҡарай, ороним.
Ҡыҙбикә мороно – Байғаҙы ауылы янындағы тауҙа.
Ҡыҙылташ – Ғәлиәкбәр ауылында, ялан.
Ҡыҙүлгән – Ғәлиәкбәр ауылы янында, ялан, ҡылымдан яһалған.
Ҡыҙматаш – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға эсендәге таш.
Ҡыҙыл ер – Яңы Мөсәт ауылына ҡарай, ялан.
Ҡыҙылъяр – Яңы Монасип ауылы янында, балсығы ҡыҙыл булып, ямғыр
яуғанда Иҙелгә йыуылып төшә.
Ҡыҙылташ – Яуымбай ауылына ҡарай, ороним.
Ҡыуғарағай – Ғәлиәкбәр ауылында, ялан.
Ҡырғыҙ айыры – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға, этнонимдан.
Ҡырташ – Байназар ауылына ҡарай, ороним.
Ҡырын ер – Нәби ауылына ҡарай, дромоним.
Ҡыҫҡуй – Ғәлиәкбәр ауылында.
Ҡыпсаҡ – рәсми телдәге Әбделмәмбәт ауылының халыҡ телендәге исеме,
этнонимдан.
Ҡыҫыҡ – ойконим, гидронимдан, Кесе Нөгөш буйындағы бөткән ауыл.
Ҡыярат тауы – Тимер ауылында, ороним, ҡылымдан (ҡыйратыу).
Ҡыяюл – Тимер ауылына ҡарай, дромоним.
Л
Лапшин утары – Брәтәк ауылына ҡарай, йәйләү, антропонимдан,
Нөгөш-йорт атамаһы менән дә йөрөтөлә.
М
Маҙалы – Аҫҡар ауылы янында тау һырты, ороним, маҙа, ыҙа
һүҙенән алынған.
Майғойған – Яуымбай ауылында, ороним, ҡушма һүҙ.
Майсергән – Тимер, Яңы Мөсәт ауылдарына ҡарай, ялан.
Масаҡ – Иҫке Монасип ауылында, ороним, башаҡ – диалектта масаҡ.
Маяҡ – Ғәлиәкбәр ауылына ҡарай, Ҡалыу тауы башында булған.
Маяҡ түбәһе – Килдеғол ауылына ҡарай.
Мерәҫ киткән юл – Әтек ауылына ҡарай, дромоним, ялан, антропонимдан.
Мораҙым – ойконим, антропонимдан, икенсе исеме Аратау.
Мортаҙа яланы – Янһары ауылына ҡарай, антропонимдан, ялан.
Монасип – ойконим, антропонимдан.
Мишәр (Яңы Монасип ауылының икенсе атамаһы) – ойконим, этнонимдан.
Муйыдлы төбәк (Муйылтүбә) – Килдеғол ауылына ҡарай, ялан.
Муйылды туғай –Үрге Нөгөш ауылына ҡарай, Оло Нөгөш буйында.
Муйылтөп – Ғәлиәкбәр ауылы янында, ялан.
Муллатуғай – Ғәлиәкбәр ауылында, антропонимдан.
Мусағәле – Әтек ауылына ҡарай, гидроним, антропонимдан.
Мулла түше – Нәби ауылына ҡарай, йәйләү, антропонимдан.
Мөзәй – Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендә, ҡабаҡ, йылға.
Мөсәт – ойконим, антропонимдан.
Мәйгәште – Иҫке Монасип ауылы янында, гидроним, ороним,
мағаш – бейек тау.
Мәҡсүт – ойконим, антропонимдан.
Мәндәғол – ойконим, антропонимдан, ғул – уйһыулыҡтағы үҙән.
Мәрйәкәй – Яңы Монасип ауылына ҡарай, ялан.
Мәрхәм күле – Әтек ауылына ҡарай, гидроним, антропонимдан.
Мәсем - ороним, антропонимдан.
Мәсет тауы – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
Мәсет уяһы – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
Мәтәл – Килдеғол ауылына ҡарай, гидроним, мәте һүҙенән.
Мәһәҙи – ойконим, антропонимдан.
Н
Ноҡот тауы – Әтек ауылына ҡарай, ороним.
Ниғмәт ташы – Ғәлиәкбәр ауылынан Нөгөш йылғаһы буйлап өҫтә.
Нөгөш – Бөрйән районында йылға, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы.
Нөгөшйорт – Брәтәк ауылына ҡарай, йәйләү, Лапшин утары тип тә атала.
Нәби – ойконим, антропонимдан.
О
Оҙонуй – Ғәлиәкбәр ауылында, уя.
Оҙонсал – Килдеғол ауылына етәрәк ялан.
Оҙон ялан – Кесе Нөгөш буйындағы ҙур ялан.
Олоғор – Яуымбай ауылында, ороним.
Олоғыҙылташ – Яуымбай ауылында, ороним.
Олотау – Яуымбай ауылында, ороним, оло һәм тау һүҙҙәренән яһалған.
Ослотау – Иҫке Монасип ауылы янында, ороним.
Ослоташ – Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендә, йылға эсендәге ҙур таш.
Оло күл – гидроним, Ғәҙелгәрәй ауылында.
Оло Нөгөш – Ғәлиәкбәр ауылынан аға, гидроним, антропонимдан.
Оло Салажы – Әтек ауылы эргәһендә, гидроним, ялан.
Оло Соңғор – Нәби ауылына ҡарай, ауылдан көнбайышта урынлашҡан.
Был урын соҡорло.
Оҫҡон туғай – Тимер ауылының эргәһендә, үлән исеменән, ҡушма һүҙ
Оһҡондоғор – Үрге Нөгөш ауылы менән Кәшәле ауылы араһында Кәрлек һәм
Арғы Үшә йылғалары уртаһында оһҡондо түбә.
Ө
Өлкән Аҡбейек – Яуымбай ауылында, ороним.
Өйрәкте – Мәндәғол ауылы етәрәк, Ағиҙел йылғаһы буйындағы ҡая.
Өйрәкташ –Үрге Нөгөш ауылы янында, Нөгөш йылғаһы буйында
ҡая, ороним.
Өйрөлтмәк – Иҫке Собханғол ауылы эргәһендә, Ағиҙел йылғаһы эсендә.
Өкө ҡаяһы – Яуымбай ауылында, ороним.
Өкө ояһы – Яуымбай ауылында, ороним.
Өкөташ – Яуымбай ауылында ороним.
Өсуй – Яңы Собханғол ауылына ҡарай.
Өстамаҡ – Брәтәк ауылына ҡарай, гидроним.
Өмөкамал төбәге – Килдеғол ауылына ҡарай, ялан, антропонимдан.
Өмөткән – Яуымбай ауылында, ороним, өмә иткән һүҙенән.
Өмөткән яланы – Яуымбай ауылы, өмә иткән һүҙҙәренән.
Өс туған ҡаяһы – Ағиҙел йылғаһы буйында, ороним.
Өсөйлө – Ғәлиәкбәр ауылының бер өлөшө
П
Пакистан – Ғәлиәкбәр ауылында, тыҡрыҡҡа ҡушамат, ил исеменән.
Паравай – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға буйында сайыр ағыҙған урын.
Поселок – Ағиҙел ҡасабаһының рәсми булмаған атамаһы.
Партизандар ҡыуаҡтығы – Яңы Мөсәт ауылына ҡарай.
Р
Раһай – яланының атамаһы (фарсы теленән: раһ – “юл”) һүҙенән сыҡҡан,
тип фараз итеп була.
Риф күле – Яңы Монасип ауылы янында, гидроним, антропонимдан.
Рәмзи юлы – дромоним, антропонимдан, Яңы Монасиптан Иҫке
Монасипҡа һалынған юл.
Рәхимйән ташы – Килдеғол ауылындағы таш, антропонимдан.
Раҡай – Мәндәғол ауылында Рабиға яланының атамаһы Раҡайға
әйләнгән, антропонимдан.
С
Сабирйән түңгәге – Килдеғол ауылында, антропонимдан.
Саҡмағош – гидроним, Иҫке Мөсәт ауылынан аға. Саҡма таштар бар.
Санатөшкән – Яуымбай ауылында, ороним.
Сания соҡоро – Нәби ауылында, антропонимдан, балсыҡ ала башлаусы
хөрмәтенә.
Сатра – Нәби, Яңы Собханғол ауылдарында, гидроним, саптыра һүҙенән
Сатыра – Сатра атамаһы килеп сыҡҡан.
Саталыүҙәк – Яуымбай ауылында, сата һәм үҙәк һүҙҙәренән яһалған.
Сапа – Әтек ауылында, гидроним.
Сафия ташы (йәки Кейәү ҡасҡан йылға) – Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендә,
ҙур таш, йылға.
Сейәлеморон – Яңы Собханғол ауылында, ороним.
Сейәлетау – Әтек ауылында, ороним.
Серәкәй – ороним, Алағуян йылғаһы буйындағы, ялан.
Сибәкәй – Яңы Собханғол ауылына ҡарай, ялан, сибәркәй
һүҙе ҡыҫҡартылған.
Силос соҡоро – Яңы Монасип ауылы янында.
Ситҡыр – Яуымбай ауылында, ороним, ҡушма һүҙ.
Соңғор – гидроним, Бәккән (Нөгөш йылғаһына ҡоя) йылғаһының
уң ҡушылдығы. Ошо исемле тау һырты бар.
Суҡҡарағас – Байғаҙы ауылында суҡ ҡарағас үҫкән ялан.
Суҡмуйыл – Ғәлиәкбәр ауылында, Оло Нөгөш буйында, ҡушма һүҙ.
Суҡтал – Үрге Нөгөш ауылынан көньяҡта, Мәҡсүт ауылы йүнәлешендә,
һуҡмаҡ уялы яланға алып сыға. Ауылдан биш саҡрым тирәһе.
Суҡраҡты – Тимер ауылы янында, гидроним, суҡраҡ һаҙматлы ерҙән
ине ағып сыға.
Сусҡаморон – Ғәлиәкбәр ауылы янында, Нөгөш йылғаһында ҙур бөгөлөш.
Сусҡа фермаһы – Тимер ауылы янында, Боһондо йылғаһы буйындағы
элекке ферма урыны, халыҡ УТФ тип тә йөрөтә.
Сусаҡ (суҡ уҫаҡ) – Яуымбай ауылында, ороним.
Сусаҡ үҙәге – Яуымбай ауылында.
Суһаҡ – Нәби ауылында, ороним, суҡ уҫаҡ һүҙенән алынған, ул тауҙа
уһаҡ ағасы күп булған.
Сыбарайғыр – Тимер ауылы янында ҡая, ороним.
Сыуаҡай – Аҫҡар ауылына ҡарай, ялан, сыуаҡ ай килде тигәндә
барлыҡҡа килгән.
Сылтырбикә –Яңы Монасип ауылына ҡарай, гидроним, ымлыҡтан яһалған.
Сыңғырауыҡ – Яуымбай ауылында, шишмә, ымлыҡтан яһалған, оҡшатыу.
Сыңғырҙауыҡ мәмерйәһе – Кейекбай ауылы янында
Сәмиға күпере – Ғәлиәкбәр ауылында, антропонимдан.
Сәғит баҙы – Исламбай ауылына ҡарай, антропонимдан.
Сәфәр утары – Ғәлиәкбәр ауылы янында, антропонимдан.
Сәфәр соҡоро – Яуымбай ауылына ҡарай, антропонимдан.
Сәңгелдәк йылғаһы – Байғаҙы ауылы янында, гидроним.
Сәңгелде яланы – Яуымбай ауылы янында, Иҫәнкилде тип атағандар. Яйлап,
телдән-телгә күсә килә, Сәңгелде тип атап йөрөтә башлағандар.
Т
Таҡыясусаҡ – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
Танасыҡҡан – Исламбай ауылы янында, гидроним, һаҙ урын.
Таңбикә – Нәби ауылы янында, сабынлыҡ, антропонимдан.
Тарбаҡ – Яуымбай ауылында, ороним, тауҙа йыуан тарбаҡлы ҡарағас үҫә.
Тарбаҡ бөтә – Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылы араһында
тарбайып (тарбаҡын) йыуан ҡарағай үҫкән урын.
Тарыбай – Әтек ауылы янында, ялан, антропонимдан.
Тарыуал – ойконим, антропонимдан.
Тарҡын туғайы – Яңы Мөсәт ауылына ҡарай, тар һәм ҡын һүҙҙәренән.
Ташкисеү – Килдеғол, йылғаһында.
Ташкүпер – Брәтәк һәм Һәйет ауыл араһында Екатерина батша
(Әбей батша) һалдырған күпер.
Татар үлеге – Иҫке Монасип һәм Яңы Монасип ауылдары араһындағы уя.
Тауыҡ фермаһы – Яңы Мөсәт менән Иҫке Собханғол араһында.
Ташты – Брәтәк ауылына ҡарай, гидроним.
Ташморон – Әтек, Яуымбай ауылдарында, ороним.
Ташөй – Яуымбай ауылы янында, мәмерйә, таш һәм өй һүҙҙәренән.
Текәморон – Янһары ауылы янында, антропонимдан.
Тимер – ойконим, антропонимдан.
Тимер айыры – Ғәлиәкбәр ауылы янында йылға, гидроним.
Тирмән туғайы – Тимер ауылы янында, Боһондо йылғаһы буйында.
Туйбуға (туй булған) – Ҡотан ауылына ҡарай, ороним.
Тумаҙыҡ – Яуымбай ауылында, ялан.
Туҡалбаш – Яңы Монасип ауылы эргәһендә, айыу туҡал һыйырҙы
ашаған урын.
Туҡмаҡ – Ғәлиәкбәр ауылында, гидроним, ороним.
Туңмаҫкүл – Ҡотан ауылы янында, гидроним.
Түбарҡа – Нәби ауылында ялан.
Түбәнге ауыл – ойконим, Оло Нөгөш буйында бөткән ауыл.
Түбәйорт – Әтек ауылы эргәһендә.
Төлкосҡан – Мәндәғол, Аҫҡар ауылдары эргәһендә, ороним.
Төлкөташ – Брәтәк ауылы эргәһендә, ороним.
Тыранса келәт – Иҫке Монасип ауылы эргәһендә.
Тәкәғыр – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
Тәкәһуйған – Иҫке Мөсәт ауылы эргәһендә, ялан.
Тәрәнгисеү – Ғәлиәкбәр ауылы янында, йылға.
Тәрәнуй – Тимер ауылына төшкән юл эсендәге уя.
Тәпәнәк – Иҫке Монасип ауылы янында, ороним.
У
Уралтау – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним, антропонимдан
Уртағыр – Яуымбай ауылында, ороним.
Уртайорт – Ғәлиәкбәр ауылы янында, йәйләү
Ураҙбикә юлы – Яңы Монасип ауылы эргәһендә, дромоним.
Ураҙы – Байғаҙы ауылы эргәһендәге тау, ороним. Үр аҙымы,
тора-бара Ураҙы тип йөрөтә башлағандар
Урыҫ юлы – Иҫке Монасип һәм Әбделмәмбәт ауылдары аша Әүжән
урыҫтары баҙарға йөрөгән, дромоним.
Урыҫ килгән – Исламбай ауылына яҡын урын, этнонимдан, урыҫ
милләтенән булған кеше йәшәгән.
Урыһ(ҫ)ай – Исламбай ауылына яҡын урын, ялан, гидронимдан.
Уҫағуй – Ғәлиәкбәр ауылында, гидроним.
Уҫаҡтыуй – Яуымбай ауылында
Ү
Үҙән – гидроним, Бөрйән районындағы йылға, Ағиҙел йылғаһының
һул ҡушылдығы.
Үлектәр арҡаһы – Тимер ауылы янында, ялан.
Үрге Нөгөш – ойконим.
Үргеҙма – Иҫке Собханғол ауылы эргәһендәге ялан.
Үркәс – Әтек ауылы янында, ороним.
Үр яланы – Исламбай ауылы янында ялан.
Үтәбикә – Ғәлиәкбәр ауылы янында, ҡая, йылға.
Үтәйәмбәт – Байғаҙы ауылы янында, ороним, антропонимдан.
Үртән буйы – Яңы Монасип ауылы янында.
Ф
Ферма – һәр ауыл эргәһендәге элекке колхоз, совхоздың фермаһы
булған урын.
Филатов – Нәби ауылы янында антропонимдан Филатов йәки
Клатуй тауы.
Финляндия – ойконим, ил исеменән, Иҫке Собханғол ауылының
Баҙал тауы итәгендәге яңы биҫтәнең халыҡ телендәге атамаһы.
Х
Хәҙрәт юлы – Әтек ауылында, дромоним.
Хәҙрәт шыршыһы – Ғәлиәкбәр ауылында, зыярат эсендәге ағас.
Хисам күле – Әтек ауылында, гидроним.
Химзавод – Яңы Монасип ауылы янында химик ашламалар һаҡлаған урын.
Һ
Һабансы – Яңы Монасип янындағы ялан.
Һарағы – ойконим, Үҙән йылғаһының һул ҡушылдығы атамаһынан,
иҫке төрки телендәге саруғ – һары һүҙенән.
Һарат уяһы – Ғәлиәкбәр ауылында.
Һарналы – Ғәлиәкбәр ауылы янында, һарына күп үҫә.
Һарт – ойконим, этнонимдан.
Һуғыш туғайы – Ғәлиәкбәр ауылы янында.
Һырт – Яуымбай ауылында, ороним.
Һыуыҡҡолаҡ – Ғәлиәкбәр ауылында, Яңы Монасип ауылдарында
йылға буйы.
Һөрөмбәт – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға буйыдағы аҡлан.
Һәүәнәк – гидроним, Үҙән йылғаһының һул ҡушылдығы, Байғаҙы
һәүән – шәп ағымды аңлата, -әк - яһаусы ялғау.
Һәүәнәкташ – ороним, Һәүәнәк йылғаһы тамағында тау, ялан, йәйләү урыны.
Һимеҙтай – Әтек ауылында, ялан.
Ш
Шаңғырауыҡ ҡаяһы – Ғәлиәкбәр ауылында, ҡылымдан яһалған.
Шүлгән башы – ялан, Ғәҙелгәрәй ауылы янында, Шүлгән йылғаһының башланған ере.
Шүлгән й. – гидроним, Ғәҙелгәрәй ауылы янында.
Шүлгәнташ – Ғәҙелгәрәй ауылы янындағы мәмерйә.
Шәреле (Шүрәле уй) – Тимер ауылы янында.
Шыйыҡ бутҡа – Янһары ауылында, асыҡлыҡ.
Шыуҙырғыс – Тимер ауылы ҡаршыһындағы тау, бүрәнә шыуҙырғандар.
Шыуматаш – Исламбай ауылына яҡын, текә ҡая, ороним.
Шәйек – гидроним, Нөгөш йылғаһының һул ҡушылдығы.
Шәре башы – Ғәлиәкбәр ауылында янында, аҡлан.
Шәре й. – Ғәлиәкбәр ауылы янында, гидроним.
Шәрифә тауы – Яуымбай ауылында, ороним, антропонимдан.
Шәшкеғасҡан – Яуымбай ауылында, ороним, шәшке һәм ҡасҡан
һүҙҙәренән яһалған.
Ы
Ығышма – гидроним, Ғәҙелгәрәй ауылы эргәһендәге Йылҡысыҡҡан күле эргәһендәге күл, күл эсендәге ағас шылып йөрөй.
Ырғыҙлы – ойконим, гидронимдан, Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы.
Ыхмайыл – гидроним, ыҫмала һүҙенән алынған, Үҙән йылғаһының һул ҡушылдығы.
Э
Эстакада – Яңы Мөсәт ауылы эргәһендә ағас тейәү урыны.
Этаяҡ – Яңы Монасип һәм Тимер ауылдары араһындағы элекке
ферма атамаһы.
Этаяҡ тармалығы – Этаяҡ фермаһы эргәһендә үҫкән үҫемлек исеменән.
Эт тыҡрығы – Ғәлиәкбәр ауылында, тыҡрыҡ.
Энәлек – Яңы Монасип ауылына яҡын урында үҫкән ағастарҙың
күп булыуына бәйле.
Ә
Әбделмәмбәт – ойконим, антропонимдан, халыҡ телендә Игелек,
Ҡыпсаҡ, Үҙән атамалары менән йөрөй.
Әҙһәм хәҙрәт шыршыһы – Ғәлиәкбәр ауылындағы зыяраттағы иң
ҙур шыршы, антропонимдан, 1918 йылда хәҙрәттең ҡәбере
өҫтөнә ултыртылған.
Әлеш – гидроним, антропонимдан, Оло Нөгөш йылғаһына ҡойған
Күжә йылғаһының һул ҡушылдығы.
Әлешйорт – Әлеш йылғаһы буйындағы элекке йәйләү
атамаһы, антропонимдан.
Әлмәс ҡотоғо – Әтек ауылына ҡарай, антропонимдан, Әлмөхәмәт
исемле кешегә бәйле.
Әмир суҡыһы – Брәтәк ауылында, антропонимдан.
Әрҙәкте – Исламбай ауылы тау һырты, әрҙәтте (әрләтте) – диалекттағы
варианты фонетик яҡтан үҙгәргән.
Әрҙәнә үре – Яуымбай ауылында, ороним.
Әсе – Үрге Нөгөш ауылы эргәһендәге тоҙло урындың атмаһы,
русса солончак.
Әсебар – Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендә Оло Нөгөш йылғаһының
һул ҡушылдығы.
Әтек – ойконим, гидронимдан.
Әүҙекте йылғаһы – Килдеғол ауылында, гидроним, әүеү, ауыу һүҙенән.
Ю
Юрматау – ороним, Бөрйән районында тау һырты.
Я
Ябаҡ – ойконим, Ишдәүләт ауылының тәүге атамаһы.
Яҙҙауар – Тимер ауылы эргәһендә, ялан, ҡая, яҙ һәм
вар (ыуар – йорт) һүҙҙәренән.
Яланайыры – Оло Нөгөш йылғаһының уң ҡушылдығы, ялан һәм
айыр һүҙҙәренән.
Яуымбай – ойконим, антропонимдан.
Яҙғыйорт – Ғәлиәкбәр ауылында, боронғо йәйләү атамаһы.
Ямаш – Үрге Нөгөш ауылының халыҡ телендәге исеме, этнонимдан.
Ямашты – гидроним, Аҡбулат йылғаһының ҡушылдығы.
Янған ҡыуыш – Яңы Монасип ауылына ҡарай.
Янһары – ойконим, Яңы Собханғол ауылының тәүге, халыҡ телендәге
атамаһы.
Янтыҡ – Нәби ауылынан, янсыҡ кеүек бәләкәй урын булған өсөн аталған.
Яулыҡ киҫкән – Әтек ауылында, ялан
Япония – ил исеменән, Яңы Мөсәт ауылы халҡына ҡушамат тағыуҙан.
Яңы Монасип – ойконим, антропонимдан.
Яңы Мөсәт – ойконим, антропонимдан, Алағуянбашы, Берлек, Япония
атамалары менән дә йөрөй.
Яхъя күле – бәләкәй күл, Тимер ауылы янында.
Яңғыҙ ҡарағай – Нәби ауылының һул яғында, Байҡашта.
Яңыл аралы – Тимер ауылы эргәһендә, Яңылбикә исемле ҡатынға бәйле.
Яңы Собханғол – ойконим, Янһары ауылының рәсми атамаһы.