Акмуллинская олимпиада

Нәҙерғолова Л.,10-сы класс

Фәнни етәксеһе: Ҡашҡарова Ф.А.

ЙЫЛАЙЫР РАЙОНЫ ЮЛДЫБАЙ АУЫЛЫҢ

ЕР-ҺЫУ АТАМАЛАРЫ

Йылайыр районына ҡараған Юлдыбай ауылы — Башҡортостандың көньяғындағы иң ҙур һәм боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Юлдыбайҙың барлыҡҡа килеүенә 800-ҙән ашыу йыл. Түңгәүер ырыуынан таралған шәжәрә 1203 йылда тыуған Ҡуңғырат бейгә брып тоташа.

  Юлдыбай ауылында бай тарихлы урындар – шишмә, тау, йылғалар бихисап. Артабан һүҙебеҙ шул атамалар хаҡында булыр.

Әлимәй инеше

Әлимәй инеше Һаҡмар йылғаһы аръяғында урынлашҡан. Был инештең тарихы бик борондан, быуындан быуынға күсеп, беҙгә килеп еткән.

Быйылғы кеүек матур яҙ еткән, ағастар япраҡҡа бөрөләнгән, ҡоштар тыуған яҡҡа ҡайтҡандар. Ала ҡар ваҡыты, Һаҡмарҙа боҙ китә торған осор. Ошондай саҡта бала-саға, йәш-елкенсәк тәбиғәт ҡосағына юл ала. Улар яҙға ҡыуана, әтмәкәй, йыуа эҙләй, ҡуян кәбеҫтәһенә шатлана. Төшкә ҡарай ҡояш нығыраҡ ҡыҙҙыра, ә йәштәр уйын-көлкө менән эңер төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ә бәләкәй инеш, Уза йылғаһылай, ярһып аға. Бына егеттәр бәләкәстәрҙе ауыл ярына күтәреп ташый башлай.

Сеү! Әсе тауыш… Ай, был  сая ҡыҙ Әлимә бит. Һыу Әлимәне тумарлатып Һаҡмарға ҡарай ағыҙа…

Был Әлимәй инеше миңә теге ғорур, сая ҡыҙҙың холҡон һүрәтләгән кеүек тойола.

Һаҡмар йылғаһы

Элек-электән ҡаҙаҡтар башҡорт ерҙәренә ҡарымта, барымта менән йыш ҡына килер булғандар. Башҡорттар ҡаҙаҡтарҙың килгәнен иҫкәртер өсөн, йылға буйына ҡарауыл ҡуйған. Ҡаҙаҡтар  күреп ҡалып: “Һаҡ бар”, “Һаҡ бар”, — тип оран һалғандар. Шулай итеп, йырҙарҙа йырланған данлыҡлы йылғаны Һаҡмар тип йөрөтә башлағандар.

Юлдыбай ауылы

Борон дүрт батыр булған: Юлдыбай, Төркмән, Һабыр, Ҡыпсаҡ. Юлдыбай батыр ошо ауылға исем биргән.

Таҙтүбә

Борон Юлдыбай ауылында йәшәгән бер кешенең улының башында таҙ булған. Кешеләр уны, башҡаларға таҙы йоҡмаһын тип, Һаҡмар йылғаһы аръяғына ҡыуып сығарған. Ул күренеп торған тау башына өй һалып ингән һәм шунда йәшәй башлаған. Егет үҙе бик мәргән булған.

    Ә шул ваҡыт ҡаҙаҡтар барымта-ҡарымтаға килер булғандар. Бына бер мәлде баҫҡынсылар ауылға ҡарай килә башлаған. Кешеләр, Һаҡмар аша сығып, егет янына йүгергәндәр. Ул уҡ-һаҙағын алып баҫҡынсыларҙың башлығын үлтергән. Быны күргән баҫҡынсылар ҡасып киткән. Шунан башлап таҙбаш егетте халыҡ ихтирам иткән һәм шул замандан тауҙы Таҙтүбә тип йөрөтә башлағандар.

Мәҙинәосҡан ҡая

  Бер йәш ҡыҙҙы атаһы байлыҡ өсөн, Вәли ауылындағы бер ҡарт кешегә кейәүгә бирергә булған. Мәҙинәнең һис тә уға барғыһы килмәгән, сөнки уның яратып йөрөгән егете булған була. Бер ваҡыт Мәҙинә ҡасып китә, уны яусылар баҫтыра башлай. Йүгереп бара торғас, ул бер ҡаяның осона барып етә. Артабан ҡайҙа барырға белмәй, шул ҡаянан һикерә. Шунан алып был ҡаяны Мәҙинә осҡан ҡая тип йөрөтә башлайҙар.

Сонтоғас ҡаяһы

  Борон байларҙың мал-тыуары бик күп булған. Унда бер байҙың шәп сонтор ҡойроҡло өйөр айғыры була. Ул айғырҙы ҡаҙаҡтар өйөрө менән ҡуша урлап китә. Ул айғыр ҡабат ҡасып ҡайта. Һуңынан ҡаҙаҡтар кире килеп алам тигәндә, ат ҡаяға тиклем сабып килеп, Һаҡмарға һикерә. Сонтор ҡойроҡло ат булғанға, ҡаяны Сонтоғас тип йөрөтә башлайҙар.

Кирешкә йылғаһы

  Элек бер йылға сыҡҡан урында Гришка исемле урыҫ йәшәгән. Ул башҡорттар менән дуҫ булған, ҡатнашып йәшәгән. Бер-береһенән кешеләр: “Ҡайҙа бараһың?” ,-тип һораһа, “Кришкаға”,- тип әйткән. Бына шунан башлап был йылғаны Кирешкә тип йөрөтә башлағандар.

Ҡарагөрән йылғаһы

  Юлдыбай ауылының өҫ яғында соҡор эсендә йорт була. Ҡарагөрән йылғаһы шул соҡор йорттан башлана. Борон кеше шунан алып һыу эскән, аттарын һуғарған. Уның һыуы яҙғыһын, ҡар һыуҙарына тулышып, ҡыҙыл балсыҡты иҙеп бергә ағыҙған. Был ваҡытта халыҡ унан һыу эсә алмаған һәм кешеләр былай тиеп әйтә торған булған: “Ана тағы йылға ҡара көрән булған, һыуҙы ҡайҙан алап эсәбеҙ инде”, — тип ҡайғырған. Бына шунан ул йылғаның исеме халыҡ телендә Ҡарагөрән булып киткән.

Информант:

Солтанова Сәрбиямал Йыһанетдин ҡыҙы, Юлдыбай ауылы.