Акмуллинская олимпиада

Дәүләтшина С.И., 5-се класс

Фәнни етәксеһе: Баязитова Р.Р.

БӨРЙӘН РАЙОНЫ МОРАҘЫМ АУЫЛЫ АТАМАЛАРЫ

Бөрйән районың Мораҙым ауылына байназарҙар 1850 йылда нигеҙ һалған. Ауылдың исеме ауылға нигеҙ ҡорған Мораҙым Әлмөхәмәтов исеме менән аталған. Уның тағы ла ике исеме бар: Аратау — ауыл тауҙар араһында урынлашҡанға атағандар; икенсеһе — Биштирәк. Ҡасандыр матур булып, ауылға йәм биреп биш тирәк үҫеп ултырған. Исеме шунан килә.

Ауылды уратып Ағиҙел йылғаһы аға.

Таш өй

Мораҙым ауылына яҡын ғына бер мәмерйә бар. Таш өй тип атайҙар уны. Имеш, шул мәмерйәлә Пугачев сигенгән ваҡытында үҙенең ғәскәре менән йәшенеп ятҡан. Пугачевсылар араһында ҡурайсы Миннебай исемле кеше лә булған. Ул үҙенең ейән–улдарына мәмерйәнең сере тураһында һөйләп ҡалдырған. Һуңынан, ысынлап та, мәмерйәнән уҡтар, һөнгө-ҡылыстар һ.б. ҡоралдар тапҡандар. Бәлки, шуғалыр ҙа мәмерйә эсенән ағып сыҡҡан шишмәне Биллеҡылыс (Изогнутый Саблей) тип атағандарҙыр. Исеменә килгәндә, мәмерйә өй урынына ҡулланылған өсөн Таш өй тип аталған.

Аратау

Был тау ауылды уртаға бүлеп тигәндәй ултыра. Шуға ла Аратау тип атағандар. Тауҙың бер яғында ҡарт, оло йәштәгеләр, ә икенсе яртыһында йәшерәктәр, урта йәштәгеләр йәшәй.

Ҡырташ ҡаяһы

Был ҡая ауылдың көнъяғында урынлашҡан. Мөһабәт ҡаяның исеме шунан алынған: уның ҡыры бар, ул тигеҙ. Шуға күрә был ҡая тураһында ҡыры тигеҙ ҡая тигәндән ҡыҫҡартып, Ҡырташ тип атап йөрөтәләр.

Ҡарағасбейек

Был ҡаяның өҫтөндә айырым ғына, күҙгә салынып, бер ҡарағай үҫеп ултыра. Ауыл халҡы уны Ҡарағасбейек тип атаған.

Олотау

Тау башҡа яҡын–тирәләге тауҙарҙан үҙенең бейеклеге, ҙур булыуы менән айырылып тора. Шуға ла Олотау тип атағандар ҙа инде.

Бәпкә (Әпкә)

Тауҙа әле лә яҙ етеү менән йәп–йәшел булып бәпкә үләне үҫеп сыға. Ошо үлән исеме менән тауҙы атағандар.

Әүәрҙе

Аслыҡ ваҡытында Мораҙымдан Әүжәнгә тип йәш кенә, ҡулында имсәк балаһы менән бер ҡатын юлға сыҡҡан. Аслыҡтан хәле бөтөп ошо тауҙа туҡтаған. Баламды аслыҡтан үлтермәйем, үҙем үлһәм үлермен, берәйһе алып китер әле тип, балаһын матур сәскәләр араһына ҡалдырып, үҙе юлын дауам иткән.

Ошо уҡ юлдан бер ҡарт юлаусы үтеп барған һәм баланы күреп ҡалған. Бала бер ҙә иламаған, имеш, ти. Сәскәләр менән уйнап ятҡан, сәскәләр уны әүрәтеп ултырғандар. Юлаусы баланы үҙе менән алған. Ә тау шул баланы әүрәтеп ултырған сәскәләргә арнап Әүрәүҙе тип аталған.

Дуҫлыҡ шишиәһе

Яңыраҡ барлыҡҡа килгән исем. Йәнәһе, ике яҡ ос кешеләре ошо шишмәгә килеп дуҫлаша, йәштәр ҙә ошо шишмә эргәһендә күңел асырға ярата.

Максим түбә

Мораҙым ауылынан түбәндә, Ағиҙелдең һул ярында һыуҙан сығып торған таш бар.

Элекке ваҡытта Ағиҙел буйлап Әүжәндән баркалар (һалдар, оҙонлоғо яҡынса йөҙ егерме метр) менән сөгөн ағыҙғандар. Баркаларҙы кешеләр ишкәктәр менән этеп ағыҙған. Иң һуңғы барканы 1923 йылда ағыҙғандар.

Ағыҙыуҙа башҡорттарҙан Байназар ауылынан, урыҫтар араһында йөрөп, Максим тип аталған ҡарт оҫта булған. Бер ваҡыт Мораҙымды үтеп, ошо түбәгә килеп етеп барғанда Максим үҙенең ярҙамсылары менән юрамал ошо ташҡа барканы төкөттөргән. Һәм сөгөндө һатып алған хужа-купецты һыуға төртөп төшөргән. Ошо ваҡиғанан һуң Максим хөрмәтенә түбә Максим түбәһе тип атала башлаған.

Хәлил ҡәбере

Борон ваҡыттан Бөрйән һәм Ҡыпсаҡ ырыуы араһында ер өсөн көрәш барған. Шуға ла был ике ырыу халҡы ыҙғышып  йәшәгән. Был халыҡты тамам ялҡытҡан, әммә бер кем дә, бер ниндәй юл таба алмаған. Шул ваҡыт Хәлил исемле бер мулла, Бөрйәндәр менән Ҡыпсаҡтар границаһын белдертеп, өй һалдырған. Ошо кешене ихтирамлап, мулла ла булған өсөндөр инде, бер яҡ та үҙ ерҙәрен ҙурайтыр өсөн көрәшкә сығырға ҡыймаған.

Үлер сағында Хәлил мулла “Минең кәүҙәмде ошо уҡ урында ерләгеҙ, бер яҡ та минең кәүҙәмде тапап аша сыҡмаһын”, — тип васыят әйтеп ҡалдырған.

Хәлил ҡәбере Байназар, Мораҙым араһында, ситтә булырға тейеш.

Эйәлекүл

Элекке ваҡытта, ауылдан нисәлер километр ситтә күл булған. Күлдең хужаһы һәр көн иртән шундай һылыу ҡыҙ сүрәтендә һыу ингән. Егеттәрҙең һушын алған был “ҡыҙ”. Бер ваҡыт был күлдең хужаһын тоторға уйлағандар. Егеттәр күл буйына итек ҡалдырғандар, үҙҙәре ситтән күҙәткәндәр. Һыу эйәһе сыҡҡан да итекте кейеп ҡараған. Бер аяғына кейһә, икенсе аяғы яланғас ҡалған, икенсеһенә кейгәс, беренсеһе. Аптыраған был, оҙаҡ баш ватҡан һәм ике аяғын бер юлы тығып кейгән. Әммә бер ике аҙым да атлай алмаған. Ҡолап барып төшкән. Шул саҡ тегеләр йәшенгән урындарынан сығып, һыу эйәһен тотҡандар. Саҡ-саҡ ҡотолоп ысҡынған ул. Ошо ваҡиғанан һуң һыу эйәһе бер ҙә күренмәгән, ә күл һайыҡҡандан-һайыға барып, яйлап ҡорой.

Информанттар:

Мәғлүмәттәрҙе Тулыбаев Әҙәһәм Юлмөхәмәт улынан Тулыбаева Зәлиә апай яҙып алған. Ул 1934 йылғы, башҡорт, төҙөүсе ғаиләһендә тыуған, ғүмере буйы тракторист булып эшләгән. Яҙып алыу датаһы: 1997 йыл, 12 июль.