Акмуллинская олимпиада

Ғәлләмов Р.Р., 9-сы класс

Фәнни етәксеһе: Ғәлләмова Ф.Й.

ЙЫЛАЙЫР РАЙОНЫ МАТРАЙ АУЫЛЫНЫҢ

ЕР–ҺЫУ АТАМАЛАРЫ

    «Һәр атама — үҙе бер хәтер», — ти ғалим Рәшит Шәкүр.

    Мин дә уҡытыусым менән бергә ата-бабаларыбыҙ төйәк иткән Йылайыр районы топонимдары менән ҡыҙыҡһынып алып киттем. Был легенданы миңә әсәйем һөйләне.

Ҡыҙҙар осҡан ҡаяһы

«Бикйән ауылынан һуң Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан ул ҡая. Элек ул ҡаяның туғайында «Восток» исемле урыҫ ауылы булған, хәҙер ул ауылдың тик нигеҙҙәре һәм өйҙәренең баҡсалағы ағастары ғына һерәйеп ултыра. Миңә уның легендаһын өләсәйем Байгужина Бибикамал (1916 йылғы) һөйләгәйне, тип һөйләй әсәйем.
Борон беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарын ҡаҙаҡ егеттәре урлап апҡайтыр булған. Шул  осорҙа апалы-һеңлеле бер туғандар ҡаяға менеп сәстәрен елгә таратып тарап ултырғандар (элек башҡорт ҡыҙҙарының сәстәре оҙон булған бит инде). Бер ваҡыт алыҫтан сабып килгән ат тояҡтары ишетелгән. Ҡараһалар, ҡаҙаҡ егеттәре быларҙы күреп ҡалып, сабып киләләр икән. Ҡыҙҙар ҡайҙа барһын, алда упҡын. Икәүләп сәстәрен тиҙ генә бер-береһенә бәйләйҙәр ҙә ҡаянан һикерәләр. Шунан алып был ҡаяны «Ҡыҙҙар осҡан» ҡая тип йөрөтәләр.
Үҙе бик матур урын ул: Һаҡмар йылғаһы ағып килә лә шул ҡаяға бәрелеп боролоп ағып китә. Ә ҡая текә һәм бик бейек. Уның башына менһәң, шундай матур тәбиғәт донъяһы асыла, бөтә ер күренеп тора: урмандар, тауҙар, алыҫта дала киңлектәре».

Ҡәнифә юлы


         Ә был легенданы бик күптәр төрлө вариантта һөйләй. Миңә уны өләсәйем һөйләне.
Беренсе вариант. Беҙҙең ауылдан бер 12 километр тирәһе алыҫлыҡта, Япарһаҙ исемле күрше ауылдың түңенән үтеп китә бик боронғо, матур бер юл. Ул  юлды Ҡәнифә юлы тип атайҙар. Өләсәйем һөйләүе буйынса, үҙҙәренең йәш сағында, бөтә йомош-юлға тик ошо юл  аша йөрөгәндәр, сөнки был юл  иртә яҙҙан асылған һәм ямғыр яуып үтһә лә ҡоро булған. Гел ҡалҡыу ерҙәр аша үтеүе менән был юл беҙҙең элекке ата-бабаларыбыҙҙың яҙғы-көҙгө бысраҡтарҙа ла алыҫтарға күсенеп йөрөү, мал  ҡыуыу өсөн бик ҡулай булғандыр, тип уйлайым. Уны данлыҡлы «Ебәк юлы» ла булған тип һөйләйҙәр. Ырымбурҙа, Ҡаруанһарайҙа ял итеп, юлдарын төньяҡҡа  дауам иткән  сауҙәгәрҙәр ошо юлдан  киткәндәрҙер. Ҡараһаҡал, Салауаттың ғәскәре лә, Ырымбур губернаторы Перовскийҙың Урта Азия яуҙарында ҡатнашҡан башҡорт һыбайлылары ла ошо юлдан үткәндер, әлбиттә.
Әле ул  юлдан һирәк йөрөйҙәр һәм шуға ла уны үлән баҫҡан, юғалып бара. Шуға күрә,  юлдың төрлө урынын төшөрөп алдыҡ. Ә өләсәйем һөйләүе буйынса, элек уның саңы борҡоп ятҡан, йәйәүлеһе лә, машинаһы ла шул юлдан йөрөгән.
Ысынлап та, был Урал тауында иге-сиге булмаған оҙон юл ул. Ҡайҙан башланып ҡайҙа бөткәнен дә өҙөп кенә әйтеүсе юҡ. Ҡаҙаҡ далаларынан килеп Башҡортостанды буйынан буйына иңләп ятҡан юл ул. Ҡайһы бер өлөшө өҫтөнә асфальт юл түшәгәндәр, сөнки Юлдыбай ауылы һыртында ул юл асфальтҡа килеп менә лә юҡ була, унан тағы килеп сыға. Өләсәйем һөйләүе буйынса, Ҡәнифә юлы бер ауылға ла инмәй, ауыл ситенән, тау һырттары буйлап алыҫтарҙан алыҫтарға, Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярҙары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа һуҙыла. Тик Ырымбур өлкәһенең бер нисә ауылының уртаһынан үтеп китә, сөнки ул ауылдар аҙағыраҡ бырлыҡҡа килгән.
Кем булған һуң ул Ҡәнифә? Был юлға исемен ҡалдырып, халҡыбыҙҙың мәңгелек хәтеренә нисек инеп ҡалып бөгөнгө көнгә тиклем килеп еткән ул?
Башҡорттарҙың йәмле йәйләүенә йәшеренеп кенә ҡаҙаҡтар килә лә байҙың бер һылыу ҡыҙын, малын  урлап алып китә. Борон ҡаҙаҡтар шулай бик күп башҡорт ҡыҙҙарын, мал-тыуарын урлап алып китер булған, аҙаҡ башҡорт егеттәре ҡыуып барып, ҡайһы берҙәрен кире алып ҡайта алғандар, шуға күрә ул барымта-ҡарымта тип аталған. Ҡәнифәне үҙҙәренең бер батыр егетенә көсләп кейәүгә бирәләр.  Ҡәнифә ситтә бик ҡайғыра, тыуған илен һағына.
Ҡаҙаҡ далаларына барып сыҡҡан бер башҡорт ҡарты Ҡәнифәгә ҡасырға юл өйрәтә. Гел тау һырты буйлап, йәйләүҙәрҙең ситенән төньяҡҡа, Тимер Ҡаҙыҡ йондоҙона ҡарап барырға ҡуша. Ҡәнифә үҙҙәренең йәйләүенән ҡыуып алып киткән малды ла ҡыуып алып китә. Әлбиттә, артынан ҡаҙаҡтар ҡыуа төшә, тик уны урман-тауҙар, ҡыуаҡтар  ҡотҡарып ҡала.
Икенсе бер вариантын  Сәлим ауылынан Зифа  инәй һөйләгәйне.  Бер Ҡәнифә  тигән ҡыҙҙы ата-әсәһе көсләп ҡаҙаҡ яҡтарына кейәүгә бирә. Йола буйынса, һыйыр бүләк итәләр һәм ҡыҙҙарын оҙатып, алыҫ яҡтарҙа ҡалдырып ҡайталар. Ә инде Ҡәнифә ҡыш буйы тыуған яғын һағынып, һарыға һабышып, саҡ ҡышты үткәрә, һағышланып һыйырына бағышлап Ҡуңыр буға исемле йыр ҙа сығара. Тирә-яҡ ҡарҙан әрселә башлау менән һыйырын етәкләп, ҡайтырға сыға. Ул ҡалҡыу ерҙән һаҙлыҡтар, батҡаҡтарҙы урап,  көн кисләп, кеше аяғы һил  булғас ҡына, йырлай–йырлай юлын дауам итә. «Ҡуңыр буға» исемле  башҡорт халыҡ йырын Ҡәнифә сығарған йыр тип тә әйтәләр. Ә Ҡәнифә йәйәүләп ҡайтҡан юлды халыҡ «Ҡәнифә юлы» тип йөрөтә.

Аралбай ауылы тарихы һәм Көтөл туғайы


Аралбай ауылы һәм уның тирә-яғы менән  бәйле легенданы  миңә Аралбай ауылынан Ҡотоев Шәрифйән олатай (1928 йылғы) һөйләне, уға ауылдың уҡымышлы муллаһы, аҙаҡ наҙанлыҡты бөтөрөү  мәсьәләһе  күтәрелгәс, ауылдың  беренсе уҡытыусыһы булған Ыласынов Нотфулла Хисмәт улы һөйләп ҡалдырған.
Аралбай ауылы элек Кәней тип йөрөтөлгән. Ул исем, ауылдан ике саҡрым өҫтәрәк, Һаҡмар йылғаһына ағып төшкән йылға исеменән алынған. Ауыл тәүҙә шул  Кәней йылғаһы ағып төшкән тамаҡта булған. Был урында Көтөл исемле кеше йәшәгән һәм мал-тыуары бик ишле булып, бөтә туғайҙы ҡаплап йөрөгән. Уның үҙе кеүек батыр, көслө алты улы һәм бик аҡыллы ала һыйыры булған. Алты улы хәҙерге Аралбай ауылы урынлашҡан ерҙә йәйләгән. Әгәр ҙә ала һыйыр Көтөл йәйләгән йәйләүгә ҡайтып килһә, Көтөл батыр уғын алып тау башындағы ҡарағайға атып ебәргән, был «яу килә, әҙерләнегеҙ» тигәнде аңлатҡан һәм тиҙ генә йыйылышып ҡаршы торғандар.
Көтөл батырҙың улдары Ҡотой, Боҫҡон, Аблай, Һеләүһен исемле булған. Һеләүһенде «разведчик»тип йөрөткәндәр, сөнки йәйләүгә кем килә, кем китә, кем малды урлап алып киткән, кем яу менән килә — бөтәһен дә белеп торған, көслө, ғәйрәтле, ҡурҡыу белмәҫ батыр булған.
Һеләүһенгә бәйле тағы бер вариантын миңә Һеләүһенов Мәхәмәҙей олатай һөйләгәйне: «Һеләүһен — Крәҫтиәндәр һуғышындағы етәкселәрҙең береһе Кинйә Арыҫлановтың улы, ул да был һуғышта ҡатнашҡан. Крәҫтиәндәр һуғышы баҫтырылып, тотҡондан ҡотолғас, тыныс урын эҙләп,  Аралбай ауылына килеп урынлашҡан».
Атайым, Һеләүһенов Йосоп: «Мин бәләкәй саҡта ауылдың уртаһынан үткән үҙән “Һеләүһеновтар үҙәне” тип йөрөтөлә ине, шунда Һеләүһендең 9 улы йәшәгән, тип һөйләй торғайнылар» — тип һөйләгәйне.
Ауылдың исеменә килгәндә инде, Ыласыновтар тоҡомонан булған Аралбай старшина исеменә бәйле. Ул, ауылда беренсе булып батша хеҙмәтендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан данлыҡлы кеше тип, шуның исеменә үҙгәрткәндәр. Хәҙерге  көндә Аралбай ауылында кеше йәшәмәй, күпселеге Сиҙер ауылына күсенде.

Һеләүһендәр үҙәне

Батша хөкүмәте ауыл булып берләшеп ултырырға указ сығарғас, хәҙерге Аралбай ауылы урынлашҡан ергә күсеп килгәндәр һәм ауыл Кәней тип аталған. Ауылдың тәүге нигеҙе, ауылға төшөп барған ерҙән уң яҡта, зыяратҡа ҡаршы,Ҡарағас йылғаһы буйында булған. Шәрифйән олатай: «Мин бәләкәй саҡта, ошо нигеҙ таштары ятҡан урынды “Иҫке ыҙма” тип йөрөтәләр ине»  — тип һөйләне. «Ыҙма» — ауыл тигәнде аңлата. Шулай итеп, Кәней ауылына нигеҙ 1637 йылда һалына, тип фараз ителә.

    Фатима туғайы

Фатима туғайын тәүҙә «Ҡалмыҡ һалған» туғайы тип йөрөткәндәр. Борон ҡаҙаҡтар, ҡалмыҡтар башҡорт ерҙәренә килеп, мал-тыуарын, башҡорт ҡыҙҙарын урлап китер булғандар, аҙаҡ башҡорт ир-егеттәре яу менән барып кире алып ҡайтыр булғандар, был «барымта-ҡарымта» тип аталған. Ошондай бәрелештәрҙең береһен дә башҡорттар Һаҡмар йылғаһы туғайында ҡалмыҡтарҙы үлтереп, бөтәһен бергә, ҙур соҡор ҡаҙып, күмеп ҡуйғандан һуң «Ҡалмыҡ һалған» туғайы тип йөрөтәлә башлай. Шәрифйән олатай менән эҙләп ҡарағайныҡ шул соҡорҙо, тапманыҡ, «әле 1980 йылдарҙа ла был соҡор беленеп ята ине, тик ҡыҙыҡһыныусы кеше булмағас, шулай юғалды инде»  тип үкенде. Шулай ҙа тағы бер тапҡыр эҙләп ҡарарға һөйләштек, бәлки,  табырбыҙ.

«Ҡалмыҡ һалған» соҡорон эҙләү

Ә Фатима тип аҙаҡ шул урында йәшәгән Фатима исемле бейбикә исеме менән йөрөтөлә. Мәмбәтсүрә түңендә өйөнөң нигеҙ ташы һаман да һаҡлана.

Икенсе  вариант буйынса (Сәлим ауылынан бер уҡыусы ҡартәсәһенән яҙып алып килгән ине): шул туғайҙа Фатима исемле ҡыҙ көтөү көтөп йөрөгәнен дә, ҡалмыҡтар килеп, малы ние менән бергә урлап алып ҡайтырға уйлап, Фатимаға ташланалар. Тик батыр ҡыҙыҡай, ҡылысын ҡынынан һурып алып, бик күптәрен үлтереп һала, ләкин аҙаҡ үҙе лә һәләк була.

Ҡурҡыс тауы

Аралбай ауылының ғорурлығы булып торған был таш ҡаяны ошо исем менән йөрөтәләр. Ул бик текә, бейек һәм таштан ғына тора. Шуға күрә, «Ҡурҡыныс ҡая» тип йөрөткәндәр, ә аҙаҡ ҡыҫҡарып «Ҡурҡыс»ҡа әйләнгән. Уның иң өҫкө өлөшө өҫтәл кеүек тигеҙ һәм тирә-яғынан таштар ултырғыс кеүек урынлашҡан, йәштәр яҙ етеү менән шул урында ут яғып киске уйынға йыйыла торғандар ине, ауылға бик матур булып күренеп тора


Унан ары, серегәндән ҡалған ҡарағай төбө ҡомғанды хәтерләтеп ултырғас, Шәрифйән олатайҙың атаһы тағы ла матурлап ҡуя һәм ул «Кәкүк  ҡомғаны» тип  йөрөтөлә башлай.

Кәкүк ҡомғаны


Уның эргәһендә «Таш келәт» — тәрән таш соҡор, кәзәләр бик йыш төшөп «бикләнеп» торор булған.

Мысыр түңе

Зыяратты үтеп, Аралбай ауылына боролған урынды «Мысыр түңе» тип йөрөтәләр. Элек был урында Мырҙабулат исемле кеше таш сығарған һәм был таштарҙан кешеләр таш келәттәр эшләгән. Әле мин бәләкәй саҡта ла бик күп кешенең таш келәте була торғайны, эсе шундай һыуыҡ, һыуытҡысың ары торһон, ныҡ эҫе көндәрҙә шунда уйнай торғайныҡ.   
«Бикеш кисеүе» — Ҡурҡыс ҡаяһы эргәһендәге кисеү, Шәрифйән олатайҙың ҡартатаһы Яҡуптың атаһы Бикеш гел шул тапҡырҙан йылғаның аръяғына сығып йөрөгән, шуға уның исеме менән атап йөрөтөлгән.
Ауыл уртаһындағы аръяҡтағы туғай «Умарта туғайы» тип йөрөтөлә, унда Таулбаев Басир олатайҙың атаһы шунда Абдулла мулла бик күп умарта тотҡан.
Шулай итеп, ата-бабамдың тыуған яғын өйрәнеп бик күп тарихи ваҡиға менән таныштым һәм һүҙ менән генә аңлатып бөтмәҫлек матур урындар бар тыуған ауылым тирәһендә. Әле өлкән быуын вәкилдәренән өйрәнеп ҡалаһы нәмә бик күп, һуңға ҡалмайыҡ.