Акмуллинская олимпиада

Сәхибгәрәева Э.И., 8-се класс

Ғилми етәксеһе: Сәхибгәрәева Л.Р.

ИЛЕШ РАЙОНЫ ИСӘМӘТ АУЫЛЫ ҺӨЙЛӘШЕ

Һәр кемдең тыуған ере,туған теле  берәү генә була. Йылдар үтеп, ғүмер уҙып, илдәр гиҙеп күпме генә йөрөмәһен, кеше йәнтөйәге хаҡында хәтирәне күңеленең иң түрендә һаҡлай, тыуған телендә һөйләшә. Әммә ваҡыт үтеү, заманалар үҙгәреү менән халыҡ хәтеренән ҡайһы бер нәмәләр аҡрынлап юйыла бара, һөйләү теле күп кенә үҙгәрештәргә дусар була. Шуға күрә телебеҙҙе һаҡлау - изге бурысыбыҙ.

Илеш районындағы Исәмәт ауылы Башҡортостан Республикаһының төнъяҡ-көнбайышында урнашҡан. Ауыл һөйләше төньяҡ-көнбайыш диалекттың  ағиҙел-ыҡ һөйләшенә ҡарай һәм ул бик үҙенсәлекле. Шуларға миҫалдар йыйҙым.

Һөйләштең һүҙлек составы

Ауыл һөйләшендәге һүҙҙәр

әҙәби телдә (йә уның аңлатмаһы)

русса

1.

Туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек терминдары

әни

әсәй

мама

дәүәти, йыраҡ бабай

әсәйҙең атаһы

дедушка

ҡартәтәй

атайҙың атаһы

дедушка

дәүәни, нәнәй,

йырағәби, йыраҡай

әсәйҙең әсәһе

бабушка по линии матери

ҡартый

ҡартинәй

атайҙың әсәһе

бабушка по линии отца

дүрнәй

абзинәй

әсәйҙең, атайҙың апайы

тетя

дүрәтәй, зурәтәй

әсәйҙең, атайҙың ағаһы

дядя

оноҡ

ейән

внук,внучка

килен

улының ҡатыны – килен

невестка

кийәү

ҡыҙының ире – кейәү

жених

бианай

ирҙең әсәһе – ҡәйнәм

свекровь

биатай

ирҙең атаһы

свекор

әби

ҡатындың әсәһе – ҡәйнәм

теща

бабай

ҡатындың атаһы

тесть

ҡайнаға

деверь

бәбәйем

үскәнем

бәләкәс балаға өндәшеү

2

Ботаникаға ҡараған терминдар

тупыл

тополь

әпипапа

бәпембә

одуванчик

сәрби ағасы

акация

ҡамырлыҡ

энәлек

боярышник

тигәнәк

дегәнәк

репей

3

Йорт-ҡура, ҡаралды терминдары

чиннек

келәт

склад

кәбәрткә, гөлбәч

мейес арты (унда умывальник һ.б.)

мөрж,

мич

мейес

печка

пумала

бумала

помело

пычҡы

бысҡы

пила

мал өйө

муча

мунса

баня

бәләкәй өй

летник

кисәүғач, тәртешкә

тәртешкә

кочерга

табағач

ухват

тупса

тупһа

порог

диңгез, нигез

нигез

фундамент дома

4

Кешене тасуирлаған һүҙҙәр

азғын

аҙман

беспутный

ж,әмәнж,ә  йауы

много людей

адаш

аҙаш

тезка

кәнтүш

самка

ж,илҡуар

елғыуар

ветреный

5

Транспорт терминдары

матай

мотоцикль

бәләкәй чана

детские сани

виләй

сәпит

велосипед

велосипед

бәллү

бишек, сәңгелдәк

колыбелька

6

Йөн, дебет эшкәртеү

арҡа ж,ылысы

жилетка

7

Кейем-һалым терминдары

сочинка

валенки с голошами

айаҡ сауыты

аяҡ кейеме

обувь

чолғау

солғау

портянка

ыштан

рейтузы

сырма

пальто

куфәйке

фуфайка

пима

быйма

валенки

8

Ашамлыҡ-эсемлек терминдары

эпи

икмәк

хлеб

төш

сәк-сәк

чак-чак

тәкә, ишмә,

бәрәңге бөрмәсе,

бөрөлгән, пирүк

пирог

төплөкәй

картофельный пирог

көлчә

күкәй

йомортҡа

яйцо

писүк

шәкәр

сахар

сөт өстө

һөт өҫтө

сметана

үрә

өйрә

похлебка

9

Ҡашығаяҡ, һауыт-һаба

бал ҡашығы,

бал ҡалағы

балғалаҡ

чайная ложка

көрөшкә

чәшке

ж,омайаҡ

кружка

уж,ау

ижау

половник

йулпыч

деревянная посуда в форме подноса

бәлүдә

блюдце

10

Эш-хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр (ҡылымдар)

сүләшә

һөйләшә

разговаривает

ж,оҡлай

йоҡлай

спит

төйәү

тейәү

грузить

йемелтәү

емелдәү

Мерцать

дөбөртәү

дөбөрләү

Греметь

ботау

бутау

путать

төйәү

тейәү

грузить

Һөйләше тураһында ҡыҫҡаса белешмә.

Фонетик үҙенсәлектәр

Һүҙ һәм ижек башында й-ж, өндәренең сиратлашыуы: ж,әй - йәй, ж,ил – ел, ж,ылы – йылы.

Морфологик үҙенсәлектәр

1. Килеш ялғауҙары: минем, синең, аның, безнең, сезнең һ.б.

2. Күплек ялғауы: -нар,-нәр,-лар,-ләр. Мәҫәлән: урманнар, китаплар,

  дәфтәрләр, ҡызлар, ҡарғалар, үләннәр.

3. Алмаштар: син, без, алар, былар, тегеләр.

4. Хайуан, ҡоштарҙы саҡырыу

    а) чеп-чеп, теп-теп  - себеш, тауыҡ саҡырыу

    б) бибиби, лиль-лиль, гәҙ-гәҙ - ҡаҙ бибиҙәрен саҡырыу

    в) бәрә-бәрә, тәч-төч, тәч-төч - һарыҡ саҡырыу.

5. Иркәләү төшөнсәһе һөйләштә  -әччәйем,-әйем,-аччайым  ялғауҙыры ярҙамында бирелә: бәбекәччәйем, апҡаччайым, үскәнкәйем.

Лексик үҙенсәлектәр.

Ауылым һөйләшен яҡшыраҡ күҙаллар өсөн  миҫал итеп түбәндәге яҙманы тәҡдим итәм. Насртдинова Фаягөл Шәмсетдин ҡыҙынан яҙып алдым.

“Мөрж,әләрне ағартып, идәнне, ойалдын, күтәрмәләрне юып, чип-чиста итеп ҡуйа торғаниек.

Мичкә яҡҡач ҡуз төшөү белән утлы күмерне кисәүғачы белән сосҡыға салып алып самауырға салып, самауыр ҡайнатадырыеҡ. Ҡайнап чыҡҡач, ҡапҡачын ачып, күкәй тезеп, кире ҡапҡачын ҡаплап ҡуйадырыйыҡ та күкәй шунда пешә торғаныйы.

Ашны ҡазанда пешердек. Мич янып беткәч, казан астына кисауғач белән тартадырыйыҡ та жаңадан утын өстәйсең инде. Ашны ж,ан башына ҡарап саласың. Кеше әзерәк булса, 2-3  чүмеч су саласың. Умач уып пешерәдерийек,  туҡмач кискән чаҡ та буладырыйы. Туҡмачҡа дигән онны нечкә иләктән ж,улпычҡа иләйдериек. Тәмне буладырие. Ҡайчағында икешәр уж,ау өстәтеп ашаған чаҡлар барыйы. “Ашамайым, чәй эчмәйем”, - дип утырмайдырыйыҡ, суҡтырып ҡына ҡуйадырыйыҡ. Чәйне Саймәттәй (апа) ҡаты итеп, ж,андырып эчә торғание. Ж,ыраҡ әби сыйыҡ итеп ясатадырие. Өчәр-дүртәр чәшке чәй эчәләрие, бәлүдәгә бүлеп, ашыҡмай ғына, сүләшә-сүләшә.

Был текстың әҙәби телдәге варианты түбәндәгесә:

Мейестәрҙе ағартып, иҙәнде, ишек алдын, күтәрмәләрҙе йыуып, тап-таҙа итеп ҡуя торғайныҡ.

Мейескә яҡҡас, ҡуҙ төшөү менән утлы күмерҙе тәртешкә  менән тартып алып, һоҫҡоға һалһың да, шунан уны самауырға һалып, самауыр ҡайната инек. Ҡайнап сыҡҡас, ҡапҡасын асып, йомортҡа теҙеп һалып, кире ҡапҡасын ҡаплап ҡуя инек тә, шунда йомортҡа бешә торғайны.

Ашты ҡаҙанда бешерҙек. Мейес янып бөткәс, ҡаҙан аҫтына күмерҙе тәртешкә  менән тарта инек тә, яңынан утын өҫтәйһең инде. Ашты йән башына ҡарап һалаһың. Кеше әҙерәк булһа, 2-3 сүмес һыу һалаһың. Ыумас ыуып бешерә инек, туҡмас киҫкән саҡ та була ине. Туҡмасҡа тигән ондо ваҡ иләктән иләй инек. Тәмле була ине. Ҡайсағында икешәр ижау өҫтәтеп ашаған саҡтар бар ине. “Ашамайым, сәй эсмәйем”, - тип ултырмай инек, һуҡтырып ҡына ҡуя торғайныҡ (ашап бөтөрә торғайныҡ). Сәйҙе Сәймә инәй ҡаты итеп яһата ине. Өсәр-дүртәр сынаяҡ сәй эсәләр ине, бүлеп, ашыҡмай ғына, һөйләшә-һөйләшә.

Информанттар:

1. Насртдинова Фаягөл Шәмсетдинҡыҙы, 60йәш, хеҙмәт  ветераны.

2. Назирова Фаягөл әбей, 75 йәш.

3. Фаррахова Кифая әбей, 84 йәш.