Акмуллинская олимпиада

II. ДИАЛЕКТОЛОГИЯ БУЙЫНСА

Хөрмәтле уҡыусы!

 Диалектология буйынса материал йыйыу һәм уларҙы өйрәнеүҙең әһәмиәте бик ҙур. Сөнки диалектология — айырым бер халыҡтың һөйләү телен өйрәнә.

Башҡорт телендә өс диалект бар. Һәр диалект бер нисә һөйләштән тора. Диалекттар һәм һөйләштәр — ырыу-ҡәбилә теле. Улар башҡорт теленең шул тиклем төҙөк, бай, матур, яғымлы, йомшаҡ икәнен күрһәтә. Телдә халыҡтың бик боронғо замандан алып бөгөнгө көнгә тиклем булғанбар тормошо — көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары, ижтимағи-сәйәси хәле, теленең үҙенсәлектәре, мәҙәниәте һ.б. сағыла. Тимәк, диалектология— халыҡ теленең бик күп үҙенсәлектәрен, тарихи дәлил булыуы яғынан төрлө факттарҙы туплаған һәм һаҡлаған тылсымлы бер донъя.

Диалектологик материалдарҙыйыйыуһәм өйрәнеү фән өсөн бик мөһим. Улар башҡорт халҡының телен өйрәнер һәм фәнни-тикшеренеү эштәрен алып барыр өсөн нигеҙ, ә ҡайһы бер тарихи факттарҙы дәлилләүҙә төплө материал булып тора.

Диалект (һөйләш) һүҙҙәрен йыйыуҙы тиҙләтергә кәрәк, сөнки уларҙың күбеһе, үкенескә ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында онотолоп, телдән төшөп ҡала бара. Беҙгә уларҙың барыһының да бигерәк тә  элек булған, тотонолған нәмәләрҙең (һауыт-һаба, ризыҡ, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, йорт-ҡура һ.б.) исемдәрен яҙып алып ҡалырға кәрәк. Уларҙың күбеһе  әҙәби телгә инмәгән, ә диалектологик һүҙлектәрҙә теркәлмәгәндәре лә байтаҡ. Ә ошо диалект (һөйләш) һүҙҙәре беҙҙең халыҡтың башҡа төрки һәм икенсе халыҡтар менән булған бәйләнештәрен күрһәтә, төрлө донъяуи хәлдәрҙе күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә. Һүҙҙәрҙе халыҡ нисек әйтһә, шул көйө, үҙгәртмәй, боҙмай яҙырға кәрәк. Шунда ғына уларҙың фәнгә әһәмиәте ҙур була.

Иҫеҙеггә тотоғоҙ! Һеҙ йыйған бөтә материал һөйләш телендә яҙылырға тейеш.

Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова ф.ф.д., М.Аҡмулла исемендәге

  БДПУ профессоры.

usmanova.minsylu@mail.ru  89273024996.

КҮРҺӘТМӘ

I. Һеҙҙең ауыл һөйләшендә булған һүҙҙәр лексик-семантик классификация нигеҙендә йыйыла. Шуларҙың эсенән бер нисә тема тәҡдим итәбеҙ. Темаға ҡараған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр бағана менән яҙыла.

1-се бағана һөйләштәге һүҙҙәр,

2-се бағана уның әҙәби телдәге варианты (йә аңлатмаһы). Ҡайһы бер һүҙҙәр әҙәби телдә булмаҫҡа мөмкин, булһа ла икенсе мәғәнәлә йөрөүе бар. Шуға күрә был бағанала уларҙың нимәнең исеме булғанын аңлатып яҙығыҙ. 

3-сө бағана – тәржемәһе. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙең тәржемәһен биреп булмай (йә ул һөйләштә булған һүҙҙең мәғәнәһенә тура килмәй). Был ваҡытта (тәржемәһен яҙмайынса) 2-се бағанала һөйләш һүҙенең нимә аңлатҡанын яҙыу етә. Мәҫәлән:

Һөйләштәге һүҙҙәр

әҙәби тел (уның аңлатмаһы)

русса

1

Туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек терминдары

инәй

әсәй

мама

бейем

ҡатындың әсәһе – ҡәйнәм

теща

ҡәйнәм

ҡатындың әсәһе – ҡәйнәм

теща

ҡәйнәм

ирҙең әсәһе – ҡәйнәм

свекровь

ҡартатай

әсәйҙең атаһы

дедушка

олатай

атайҙың атаһы

дедушка

олатай

атайҙан өлкән булған бөтә ир-ат

апа

атайҙан өлкән ир кеше

дядя

бабай

атайҙан өлкән ир кеше

дядя

буай

атайҙан өлкән ир кеше

дядя

Күреүегеҙсә, бер төшөнсәне (мәҫәлән, “дядя”) бирер өсөн башҡорт теленең диалекттарында бер нисә һүҙ йөрөй олатай, бабай, буай, апа һ.б. Ә бына атайҙан өлкән ир кешене белдергән апа (көнсығыш диалекттың ҡыҙыл һөйләше) һүҙе был һөйләште венгр теле менән бәйләй. Унда ла әсәй-атайҙан оло ир кешене  апа тиҙәр.

1-се бағана: ҡәйнәм; 2-се бағана: атайҙың әсәһе – ҡәйнәм. Тимәк, һөйләш теле менән әҙәби телгә алынған һүҙ тура килә. Миҫал өсөн “Туғанлыҡ терминдары”ның аңлатмаһын яҙып күрһәттек. Уны артабан дауам итеп, тулы яҙығыҙ (ҡоҙа һ.б.).

Шуның кеүек башҡа темаларҙы ла яҙырға кәрәк.

Шулай итеп, һеҙ ҙур эшкә тыуған яҡтың телен, тел аша тарихын өйрәнергә тотондоғоҙ.

Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ.

Һ О Р А У Л Ы Ҡ

I.  Ауылығыҙ тураһында мәғлүмәт.

1. Ауылығыҙҙың рәсми исемен башҡортса һәм русса яҙығыҙ.

2. Ауылығыҙни өсөншулай аталған? Нисәнсе йыл барлыҡҡа килгән?

3. Уға кем нигеҙ һалған? Ҡайҙан килгән (күскән

4. Ауылығыҙҙың халыҡ телендә башҡа исемдәре бармы? (2-3 исеме булһа, барыһын да яҙығыҙ. Ни өсөн шулай атағандарын аңлатып яҙырға тырышығыҙ).

5. Ауылығыҙ ҡайҙа урынлашҡан (ниндәй йылға,тау, күл буйында)?

6. Ауылығыҙҙың элек йәйләгән (ҡышлаған, көҙлөгөн, яҙлаған) урындары ҡайһылай аталған?

7. Ауылығыҙҙа ниндәй милләт кешеләре йәшәй? Сама менән һаныняҙығыҙ.

8. Ауылығыҙҙағы башҡорттар ниндәй ырыуға ҡарай?

9. Унда ниндәй аралар(аймак, түбә, зат,нәҫел)бар (булған)?

II.  Ауылдың һүҙлек составын йыйыр өсөн һораулыҡ.

Исемлеккә барыһы ла инеп бөтмәне. Үҙегеҙ тултыра алаһығыҙ. Ғөмүмән, һеҙҙә булған һүҙҙәрҙең бөтәһен дә исемлек итеп яҙырға ла була. 

I.  АУЫЛ КЕШЕЛӘРЕНЕҢ ИСЕМДӘРЕ, ҠУШАМАТТАРЫ.

а) Ир-ат исемдәре (исемдәрҙең ниндәй сәбәп, ниндәй уй менән бирелгәнен һорашып яҙығыҙ):

  б) Ҡатын-ҡыҙ исемдәре (исемдәрҙең ниндәй сәбәп, ниндәй уй менән бирелгәнен һорашып яҙығыҙ):

3) Ҡушаматтар. Ни өсөн шундай ҡушамат таҡҡандар икән? Белергә тырышып, уларын да яҙ. 

II.  ФАМИЛИЯЛАРЫ. Ниндәй фамилиялар бар? Төп фамилиялар ҡайһылары?

V. АУЫЛ ҺӨЙЛӘШЕ ТУРАҺЫНДА ҠЫҪҠАСА БЕЛЕШМӘ.

1.  Фонетик үҙенсәлектәр.

А өнө ҡайһылай әйтелә? Тамаҡ төбө өнөмө? Әллә о-ға яҡынайтып әйтеләме?

Һөйләште әҙәби тел менән сағыштырығыҙ.

Һуҙынҡыларҙа ниндәй сиратлашыу бар? (мәҫәлән, у – о: һөйләштә урсыҡ - әҙ. тел. орсок;

Тартынҡыларҙа ниндәй сиратлашыу бар? (мәҫәлән, п – б: түпә - түбә) һ.б. үҙенсәлектәр.

2.  Морфологик үҙенсәлектәр (һүҙ төркөмдәре һәм һүҙьяһалыш).

Һүҙ төркөмдәре (исем, сифат, рәүеш) ниндәй ялғауҙар менән яһала?

Килеш ялғауҙары.

Күп төшөнсәһе ҡайһылай бирелә?

Алмаштарҙы һанап сығығыҙ.

Хайуан, ҡоштарҙы ҡайһылай итеп саҡыралар, ҡыуалар?

Иркәләү төшөнсәһе һөйләштә  ниндәй ялғауҙар менән белдерелә?

һәм башҡалар.

3.  Лексик үҙенсәлектәр. Бында  һөйләш өлгөһө бирегеҙ (ниндәйҙер хәл-ваҡиға тураһында һөйләгәнде һөйләш телендә һүҙмә-һүҙ яҙырға кәрәк).

Информанттар исемлеге. Һораулыҡҡа мәғлүмәт (яуап) биргән кешеләрҙең фамилияһы, исеме, атаһының исеме, йәше, һөнәре тулы яҙылһын.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

Бәйләнеш өсөн: usmanova.minsylu@mail.ru  89273024996.

 Материал тупларға ярҙам иткәнегеҙ өсөн Һеҙгә ҙур рәхмәт.