Акмуллинская олимпиада

Шәрипова З.Р. 8-се класс

Фәнни етәксеһе: Мөфтиева М.С.

ДҮРТӨЙЛӨ РАЙОНЫ ИҪКЕ БАЙЫШ

АУЫЛЫ ҺӨЙЛӘШЕ

Беҙҙең ауыл һөйләше башҡорт теленең көнбайыш диалектына инә. Беҙҙән тыш ошо диалектта Татарстандың Аҡтаныш, Минзәлә, Әгрез райондарында, Пермь һәм Екатеренбург өлкәләрендә йәшәгән башҡорттар ҙа һөйләшә. Был диалектта аралашҡан оло быуын вәкилдәренең һөйләүҙәренә, шулай уҡ тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, төньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда борон-борондан ҡаңлы, юрмый, ғәйнә, танып, йылан, ирәкте, гәрәй ырыуҙарына ингән башҡорттар төйәк тапҡан. Һуңынан улар уваныш, ар, сирмеш, муҡшы кеүек фин-уғыр телле халыҡтар менән аралашып китәләр. Шул рәүешле элек-электән төрлө телле ҡәбиләләр менән тығыҙ аралашып йәшәүҙәре арҡаһында беҙҙең һөйләү телебеҙҙә татар, фин-уғыр телдәренең үҙенсәлектәре күренә.

Иҫке Байыш ауылы 1739-1740 йылдарҙа нигеҙ һалына. Беренсе булып Бөрө өйәҙе Шәмшәде олоҫо Әкәнәй ауылынан Байыш Рәсмәкәев исемле башҡорт старшинаһы күсеп килгән. Ауыл тәүҙә Байыш исеме менән йөрөй.

Ауыл Йәүбәзе йылғаһы буйында, Әүлиә тауы итәгендә урынлашҡан.

Ишмәй, әрсәкәй, ҡолбат, ғүмәровтар, ҡорман тигән аралар бар.

Ауылдың теле бик үҙенсәлекле. Мин үҙемдең эҙләнеүҙәремдә беҙҙең яҡ һөйләшенә-диалектҡа ҡараған күп кенә һүҙҙәр таптым. Уларҙы башҡорт әҙәби һәм рус телдәре менән сағыштырып бирмәксемен.

Ауыл һөйләшендәге һүҙҙәр

әҙәби телдә (йә уның аңлатмаһы)

русса

Туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек терминдары

инәй, инәкей

әсәй

мама

әтей

атай

папа

апа

апай

сестра

апай

эне, һеңле

братишка, сестренка

ҡартәтәй

әсәйҙең атаһы

дедушка

ҡартәтәй

атайҙың атаһы

дедушка

нәнәй

әсәйҙең әсәһе

бабушка

ҡартинәй

атайҙың әсәһе

бабушка

абзинәй, зуринәй

әсәйҙең, атайҙың апайы

тетя

абзәтәй, зурәтәй

әсәйҙең, атайҙың ағаһы

килен

улының ҡатыны – килен

сноха

кейәү

ҡыҙының ире – кейәү

зять

бианай

ирҙең әсәһе – ҡәйнәм

свекровь

әбей

ҡатындың әсәһе – ҡәйнәм

теща

ҡайынапа

иренең апайы

золовка

ҡайынбикә

ҡатынының апайы

ҡайнаға

иренең ағаһы

йанағай

иренең энеһе

ҡайнаға

ҡатынының ағаһы

шурин

килендәш

бер туған ағалы-ҡустының ҡатындары бер-береһенә ҡарата

Бәпес, бәбәй

бәләкәс бала

Баланан ҡотолған, бала тапҡан

Ҡатын кеше бәпес тапһа

родила

Ботаникаға ҡараған терминдар

карагат

ҡарағат

смородина

мәшкә

бәшмәк

гриб

чәчкә

сәскә

цветок

терке

ҡарағай

сосна

Йәнлек, ҡош-ҡорт атамалары

пошой

мышы

лось

песей

бесәй

кошка

кәккүк

кәкүк

кукушка

көлкәй

ҡолон

жеребенок

умарта

бал ҡорто

пчела

Йорт-ҡура, ҡаралды терминдары

лапаҫ, абзар, мал өйө

аҙбар

сарай

ҡаралты

утынлыҡ

дровальник

утар

аран

стойло

Транспорт терминдары

сәпит

велосипед

велосипед

матай

мотоцикл

мотоцикл

вахта

эшкә йөрөткән автобус

вахтовый автобус

Йөн, дебет эшкәртеү

йөн эрләү

йөн иләү

прядение

йөн яҙыу

йөн тетеү

Кейем-һалым терминдары

аяҡ сауыты

аяҡ кейеме

обувь

пима

быйма

валенки

Ашамлыҡ-эсемлек терминдары

ботҡа

бутҡа

каша

сөт өстө

ҡаймаҡ

сметана

Ҡашығаяҡ, һауыт-һаба

чәшке

сынаяҡ

чашка

бидрә

силәк

ведро

оҡлау

уҡлау

скалка

Йорт кәрәк-яраҡтары

тастымал

һөлгө

полотенце

киҫәү таяғы

тәртешкә

кочерга

табағас

суйын тотҡос

ухват

Ауылда йәшәгән кешеләрҙең исемдәре, ҡушаматтары

1. Ир-ат исемдәре:

Ир-ат исемдәренең күбеһенең икенсе өлөшөндә йән һүҙе бар: Фазылйән, Ғәҙелйән, Сәлимйән, Хәкимйән, Сабирйән һ.б.

Шул уҡ ваҡытта исемдәрҙе ҡыҫҡартыу күҙәтелә: Нурулла  Нурмый, Фазылйән Фазыл, Фәүзилғаян  Фәүзил, Ғәҙелйән- Ғәҙлән һ.б.

2. Ҡатын-ҡыҙ исемдәре: Ауылда 4 Флүрә, 5 Фәһимә, 4 Рауза, 3 Әнисә, 3 Әминәбар. Ҡыҙҙар араһында Ләйсәндәр, Гөлназдар, Ириналар күп.

Ҡатын- ҡыҙ исемдәрендә лә ҡыҫҡартыуҙар күҙәтелә: Сәрбинур — Сәрби, Бибидинә — Биби һ.б.

3. Ҡушаматтар.

Фамилиялар буйынса ҡушаматтар: Султановтар — Султыйҙар, Ғүмәровтар — Ғүмәрҙәр, Лоҡмановтар — Лоҡмандар, Сәлимйәновтар — Сәлимкәйҙәр һ.б.

Зат, нәҫел буйынса ҡушаматтар: ишмәйҙәр, әрсәкәйҙәр, ҡормандар, ғүмәрҙәр һ.б.

Ниндәйҙер сәбәп менән тағылған ҡушаматтың нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килеүе бар: Ғүмәровтар — күркәләр (тиҙ ҡыҙыусан), Әҙиевтар — бәрәңгеләр (эрелек), Әхмәҙиевтар — әтәстәр (осоп-ҡунып баралар) һ. б.

Айырым кешегә бирелгән ҡушаматтар бар (айырыу өсөн): оҙон Әхмәт, ҡара Әхмәт, ҡыҫҡа Әхмәт һ.б.

Быларҙан тыш ауылда “бүреләр”, “ҡуяндар”, ”сусҡалар”, “айыуҙар”, “бесәйҙәр” ҙә бар.

Фонетик үҙенсәлектәр.

А өнө иренләшеп о-ға якын әйтелә.

Һ, ҫ өндәре урынына с тартынҡыһы ҡулланыла: сыйыр, басма, тастымал, саташыу һ.б.

С тартынҡыһы урынына ч өнө ҡулланыла: чәчкә, сыйырчыҡ, ачҡыч һ.б.

Ҡайһы бер һүҙҙәр әҙәби телдәге с өнө урынына т тартынҡыһы менән башлана: төчө — сөсө, тычҡан — сысҡан һ.б.

У, ү, ә һуҙынҡылары урынына о, ы, ө, и өндәре ҡулланыла: алабота — алабута, ботҡа — бутҡа, оҡлау — уҡлау, йөткөрөү — йүткереү, ғөмөр — ғүмер, киңәш —кәңәш, кибән — кәбән һ.б.

Морфологик үҙенсәлектәр

Килеш ялғауҙары: эйәлек, төшөм килеш ялғауҙары н тартынҡыһы менән башлана: балның, утны, атның һ.б.

Күплек ялғауҙары -л,-н тартынҡыларынан башлана: атлар, китаплар, көннәр, таңнарһ.б.

Хайуан, ҡоштарҙы түбәндәгесә саҡыралар: Һыйырҙы — һәү-һәү, һарыҡты — бәш-бәш, быҙауҙы — түәй-түәй, тауыҡты — типи-типи, ҡаҙҙы — гәлә-гәлә, өйрәкте —үти-үти тип.

Ҡыуалар: һыйырҙы — һәш, быҙауҙы — бзәү, тауыҡ-ҡаҙҙы — көш тип.

Лексик үҙенсәлектәр. Текст килтерәбеҙ.

Һабантуй

Сабан туйы иңгелек безнең ауылда була торған ыйы, ҡар бөткәстән дә. Бер-ике көн алдан бүләк жыялар ыйы өй боронса. Гармуннар уйнап жырлап йөрөйләр эйе. Килен булып төшкән йылында ҡызлар тастымал бирә эйе. Аны ат сабышында беренсе килгән кешегә бирәләр эйе. Элек сабан туйлары күңелле үтә, бөтен халыҡ уйында ҡатнаша ыйы.

Ҡарға бутҡаһы

Яз сайын ауылда Ҡарға ботҡасы үткәрә эйек. Йамғыр яумай торса ла йамғыр теләргә ҡарға ботҡаһына сыға ыйыҡ. Балалар өйдән-өйгә кереп йарма, май, сөт жыйып сыға ыйы. Кемнең нәрсәһе бар — шуны бирә эйе. Сыу буйына барып, дәү ҡазан асып, шунда ботҡа бешерә эйек.Үзебездән ҡалған ботҡаны ҡарғаларға салып, теләк теләй идек. Шул көннө үк йаңғыр йауыр эйе.

Информанттар:

1. Ханнанова Әлфирә Ғаяз ҡыҙы, 53 йәш, тарих уҡытыусыһы.

2. Сәрүәрова Ирада Рамаҙан ҡыҙы, 61 йәш, хаҡлы ялда.

3. Сатиҡов Рауил Зәки улы, 86 йәш, хаҡлы ялда.