Акмуллинская олимпиада

Шакиров Ш.И., 3-сө класс 

Фәнни етәксеһе: Нургалина Р.Г.

БӨРЙӘН РАЙОНЫ ҠУРҒАШЛЫ АУЫЛЫНЫҢ

ЕР-ҺЫУ АТАМАЛАРЫ

         Бөрйән районының ер-һыу атамаларын өйрәнгән Дамир Зиннәт улы Аллабирҙиндың, Ғәлимйән Сибәғәт улы Ишбулатовтың хеҙмәте ҙур.
         Ваҡыт үтеү, заманалар үҙгәреү менән халыҡ хәтеренән ҡайһы бер исемдәр  яйлап юйыла бара. Шуға күрә ер-һыу атамаларын, уларға ҡағылған тарихтарҙы, легендаларҙы ваҡытында теркәп алып ҡалыу, уларҙы киләһе  быуындарға еткереү — изге бурыстарҙың береһе. Быны тик белгестәр генә эшләп бөтөрә алмай. Шуның өсөн дә уҡытыусым менән Ҡурғашлы ауылы тирәһендәге ер-һыу атамаларын туплау, легендаларын өйрәнеү, уларҙы төркөмләү эшенә тотондоҡ. Земфира өләсәй Сәйәхова, Ғәлимйән олатай Ишбулатов, Мәғәфиә инәй Маликова һәм башҡалар менән осрашып, ер-һыу атамаларына бәйле легендаларҙы яҙып алдыҡ. Шуларҙың бер нисәһе менән таныштырып китәм.

Шәмәр тауы

          Байназар менән Ҡурғашлы ауылдары араһындағы элекке оло юлға таш мороно менән сығып торған тау Шәмәр тауы тип атала. Был тауҙа үҫкән ағастар ҡышын буран, йәйен ямғыр булыр булһа геүләй башлай. Тимәк, көндөң шәмәреүен (илаҡлауын, боҙолоуын) хәбәр итәләр. Шуға ул тауҙы Шәмәр тауы тип атап йөрөтәләр.

Һаҡау туғайы

         Ҡурғашлы йылғаһы буйында урынлашҡан туғай Һаҡау туғайы тип атала.

                                                                                                          Ялануй

        Һаҡау туғайынан һуң яланлы тау битләүе Ялануй тип йөрөтөлә. Был ерҙән ике үҙән сығып китә. Үҙе ялан, үҙе үҙәк башланған ер булғанға ошо исемде ҡушҡандарҙыр инде.


                                                                                                            Еләкле түбә

         Ялануйҙан Еләкле түбә тауы башлана. Бында еләк бик күп булған. Хәҙер ҙә, еләк бешкән саҡта, тауҙағы юлдан үткәндә, еләктең хуш еҫтәренә башың әйләнер.

         Шулай итеп, һәр географик объекттың атамаһы бар. Был ата-

бабаларыбыҙҙың тирә-йүнгә иғтибарлы, күҙәтеүсән булыуы тураһында һөйләй. Беҙҙең ауылда бигерәк тә кеше исемдәренә, үҫемлек, ағас атамаларына, тәбиғәт күренештәренә, хайуан, ҡош-ҡорт атамаларына бәйле географик объекттар күп. Уларҙы йыйыу бик мөһим. Шуға ла беҙҙең  тәҡдимебеҙ бар.

— Ер-һыу атамаларын өйрәнеү буйынса экскурсиялар, походтар ойошторорға.

— Был эшкә йәмәғәтселекте, оло быуын кешеләрен йәлеп итергә.