Акмуллинская олимпиада

Әхмәтова Г.О., 9-сы класс

Фәнни етәксеһе: Латыпова И.М.

БАЙМАҠ РАЙОНЫ КҮСЕЙ АУЫЛЫНЫҢ

ДИАЛЕКТИЗМДАРЫ

Баймаҡ районына ҡарағанКүсей ауылыӘбйәлил районына сиктәш, Ирәндек буйында урынлашҡан. Ауылда тик башҡорттар ғына йәшәй. Барыһы ла саф башҡортса аралаша, йәнле һөйләү стилендә һөйләшә. Ауыл һөйләше көнсығыш диалекттыңҡыҙыл һөйләшенәҡарай.

Диалектизмдарҙы һорашып яҙып алыр өсөн ғүмер буйына ауылда йәшәгән өләсәйем менән олатайыма, тағы бер инәйгә мөрәжәғәт иттем, ололарҙың һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңланым. Уларҙың телмәренең бик шыма, бай, эмоциональ булыуы миндә һоҡланыу уятты. Беҙҙең, йәштәрҙең, телмәре күпкә ярлы, сикләнгән, рус һүҙҙәре менән сыбарланып бөткән икән.

Беҙҙең һөйләшкә түбәндәге күренештәр хас:

лөнөнҙ, д, төндәре алыштыра. Миҫал:

йоҡтайым— йоҡлайым

уйҙа— уйла

һөйҙәйем— һөйләйем

бесәндек— бесәнлек һ.б

Ирәндекатамаһы ла тап ошо диалектҡа ярашлы яһалған:

Ирәндек— Ирәнлек.

уөнөнаалыштыра. Был күбеһенсә алмаштарҙа күренә. Миҫал:

ал— ул:Алниңә кимәгән?

анда— унда:Анданимә күренә ул? һ.б.

бөнөнмалыштыра. Миҫал:

мына— бына

мында— бында

Маныу— Баныу һ.б

ҫөнөнһалыштыра. Миҫал:

уһаҡ— уҫаҡ

кәһә— кеҫә

баһыу— баҫыу

Миҫал:

Бынан тыш, ауыл халҡының телмәрендә ҡулланылған һүҙҙәрҙе, диалектизмдарҙы, яҙып алдым. Бына улар:

ҡотоҡ— ҡоҙоҡ

әшеүәтһеҙ— йәмһеҙ, шөкәтһеҙ.

майрыҡ, майғул— килбәтһеҙ, ипһеҙ, ҡулынан әйбер төшөп барған кеше

моҡрамай— мохтажлыҡ кисермәй

биҙун— илаҡ, мыжыҡ бала

һереғөлаҡ— әйткәнде ҡолағына элмәүсе кеше

тартай— ябыҡ кеше

кәбәтәһенә ҡуша ҡатҡан— үҫмәй ҡалған кеше, йә мал тураһында

сыпрандай— түҙемһеҙләнә

ташүпкә— гел йүткереп йөрөгән кеше тураһында

тырапакаға баҫтырыу— ныҡ итеп әрләү

сүсиңкә— калушлы быйма

бөйөрөк— пирог

аңыш— асығауыҙ кеше

маҡау— белемһеҙ кеше

апа— атай-әсәйҙән өлкән ир кеше

һупа япалаҡ— бәләкәй өкө

дырынданма— ҡаңғырма, шаулама

буһалаҡтай булған— ҙурайған

быу ағытып тора— быуын-быуын булып тора

әүҡәтте— көслө

мыж—- күп

көжә— емештән әсетелгән бал (эсемлек)

шөкшәйеү— шыҡырайып, өшөп тороу

текмә— рәшәткәле ҡойма, забор

эттекәй— һуҡ бармаҡ ҙурлыҡ йылға балығы

селтекәй— сәтәкәй бармаҡ ҙурлыҡ йылға балығы

ойоҡһоу— тынғыһыҙланыу

нышып-нышып тултырыу— төйгөсләп, тыңҡыслап, тултырыу

бызыҡайтлау— сәнскәкләү (мал тураһында)

мәүеш— ихтыярһыҙ, үтә йомшаҡ кеше

аниһә— уның урынына, улайтҡансы

шомтояҡ— өндәшмәҫ кеше

быраматта йөрөй— эсеп, аҙып-туҙып йөрөй

сәрхүш— сирле, мөсһөҙ генә кеше

ҡарындаш— ирҙәр үҙенән бәләкәй ҡатын-ҡыҙға ҡарата әйтә.

Телмәргә рус теленән килеп ингән әпәт опять,ыштубычтобы кеүегерәкһүҙҙәр ҙәҡушылып китә.

Ауылыбыҙға хас диалектизмдарҙы өйрәнеү миндә туған телебеҙгә һөйөүҙе тағы көсәйтеп ебәрҙе. Телмәремдә лә мөмкин тиклем рус һүҙҙәрен ҡыҫтырмаҫҡа, таҙа һөйләшергә тырышам.

Информаторҙар

1. Әхмәтов Миңлеғәле Мөхәмәтғәле улы, 1936 йылғы. Күсей ауылында тыуған, йәшәй.

2. Әхмәтова Һөйәрбикә Ғилмитдин ҡыҙы, 1938 йылғы. Басай ауылында тыуған, Күсейҙә йәшәй.

3. Баймырҙина Зәкиә Зәки ҡыҙы, 1943 йылғы. Күсей ауылында тыуған, ошонда йәшәй.