Акмуллинская олимпиада

Сөнәғәтов А.С., 5-се класс

Фәнни етәксеһе: Гарипова Ш.И.

АУЫЛЫМ — ТЫУҒАН ТӨЙӘГЕМ

(Белорет районы Асы ауылының топонимдары)

Тирә–яҡтан уратып алған, ҡалын–ҡалын мәңге йәшел шыршы урмандары менән ҡапланған, бейек–бейек тауҙар ҡосағында, Инйәр йылғаһының уң яҡ ярында, шаулап–гөрләп аҡҡан тау йылғалары —ЮрмашһәмТоҙйылғаларыҡушылған ерҙә урынлашҡанАсыауылы.

Архив мәғлүмәттәре буйынса, ауылыбыҙ 1795 йылда теркәлһә лә, бында халыҡ унан да элегерәк йәшәй башлаған, тип әйтәләр ауыл ҡарттары. Был ерҙәр ҡуйы урмандар менән ҡапланған булған һәм Пугачев яуынан һуң батша ғәскәрҙәренән ҡасып килгән кешеләр килеп йәшәй башлағандар, тип фараз итә ололар.

Беҙҙең ауылда ер-һыу атамалары бик күп. Артабан һүҙ шул атамалар тураһында булыр.

Әсе ауылы. Ауылдың исеме «Әсе» тигән һүҙҙән барлыҡҡа килгән. СөнкиОлотауитәгенән ун ете шишмә, урғылып ағып, сығып ята. Уның барыһы ла тоҙло. Ул бик шифалы, әллә нисә төрлө ауырыуҙан дауа булып тора. Ауыр йылдарҙа, тоҙға ҡытлыҡ булған замандарҙа, ауыл халҡы тоҙ ҡайнатыу эше менән дә щөғөлләнгән. Әлеге ваҡытта бөтә илгә билдәле булған«Асы» шифаханаһыэшләй.

Юрмаш йылғаһы.Ауыл халҡы эсәр һыуҙыЮрмаш йылғаһынанала.Юрмаш йылғаһыйәйен дә бик ныҡ һыуыҡ. Сөнки был йылға бейек-бейек ҡая–тауҙар араһынан уралып–уралып йүрмәләп йәки юрғалап килеп ағып төшә. Йылғаға тауҙар араһынан күп төрлө шишмәләр килеп ҡушыла. Уның һыу бик тәмле.

Тоҙ йылғаһы. Икенсе йылғаның исеме —Тоҙ йылғаһы.Был йылға, тоҙло шишмәләр ҡушылып, тоҙ тәме итә, ҡышын да туңмай ағып ята. Урмандан йыш ҡына мышылар ошо тоҙ һыуын эсергә төшә. Беҙҙең малдар ҙа яратып эсә ул һыуҙы.

Йәйләү яланы.Асы халҡы элек, йәй етһә, ауылдан ун–ун ике километр алыҫлыҡта ятҡан матур яланға йәйләүгә күсенеп сыҡҡан һәм көҙ етһә кире ауылына ҡайтҡан. Сөнки бында мал аҫрар өсөн еңел булған, яландар күп, үлән мул үҫкән. Ауыл халҡы һөт-май йыйып, ҡорот киптереп, еләк–емеш йыйып, киптереп ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән. Ялан әле лә “Йәйләү” исемен йөрөтә.

Мәләкүр.Йәйләүгә барып етеүе үҙе бер бәлә булып торған. Урман ҡуйы булған, яҡшы юл да булмаган. Халыҡ, йәйләүгә барып етер өсөн, ат егеп, арбаға әйберен, кәрәк–ярағын һалып, бала–сағаларын ултыртып бейек тау аша үтергә тейеш булған. Бына ошо тауҙы күтәрелгәндә кешеләр, күп кенә ыҙа күреп, саҡ барып еткәндәр: йә арбалары ватылған, йә аттың тәртәһе һынып йәки ысҡынып киткән, аттары тыңлашмаған, әйберҙәре төшөп ҡалған. Шуға күрә лә был тауҙы«Бәлә күр» йәки «Бәлә тау»тип йөрөткәндәр. Йылдар үтеү менән был тау халыҡ телендәМәләкүргәәйләнгән.

Иген тауы. Ауылдың уң яғында Олотау итәгендә «Иген тауы» тигән ялан бар. Ауыл халҡы һуғыштан һуң ошо яланға иген сәсә. Ләкин яҡшы уңыш ала алмайҙар. Сөнки беҙҙең ауылға яҙ һуңлап килеү, дым күп булыу арҡаһында иген уңмай. Халыҡ башҡаса сәсеп маташмай. Шунан һуң был урын шул исем менән тороп ҡала. Бында хәҙер «Асы» урынлашҡан.

Иҫҡышлау. Ауылдан йыраҡ түгел «Иҫҡышлау» йәкииҫке ҡышлау яланыбар. Бер нисә ғаилә ошо яланға ҡышларға күсенеп сығыр булған. Тағы ла «Арҡышлау» йәкиарғы ҡышлау,арҡа ҡышлау яланыбар. Был ялан Йәйләүҙән ҡайтҡан юлда тороп ҡала.

«Илсебай» һәм «Дегет баҙы»яландары. Был ерҙәр ҡайынлыҡ. Ололар һөйләүенсә, бер илсе бай ошо ерҙә йәй көндәре йәшәр булған һәм дегет ҡайнаттыртҡан.

«Ямаш бейәһе»яланы. АуылдаЯмашисемле ҡарт йәшәгән. Бабай бейәһе менән урманға китеп барғанда бейәһе нимәнәндер өркөп, ҡасып китеп, ҡаянан осоп төшә. Бына ошо ерЯмаш бейәһе үлгән ерйәкиЯмашбейәһетип йөрөтөлә. Әлеге ваҡытта ауылдаЯмашевфамилиялы кешеләр ҙә бар.

«Бишкәвән» яланы. Бер ағай был яланда йыл да биш кәбән бесән теҙеп ултыртыр булған.

«Ҡарағас» йәкиҡара ағас. Ике төрлө аңлатмаһы бар. Берәүҙәр, был урын ҡара емешкә бай урын булғанға шулай йөрөтөлә тип аңлата, сөнки бында йыл да муйыл, ҡарағат, ежевика бик уңа. Ә икенселәр, был урында ҡарағайҙай төҙ, бейек, ныҡ ағастар үҫә, шуға шулай атала тип аңлаталар. Бәлки икеһе лә дөрөҫтөр.

«Ҡолайғыр» яланы йәкиҡола айғыр, дөрөҫөрәге, бәлки,айғыр ҡолағанурындыр ул. Тауҙан төшкән саҡта бер айғыр осҡанмы, әллә йығылғанмы шул, шуға шул исем ҡалған, тиҙәр.

«Ғәйсәр түше»яланы. Был урындаҒәйсәрисемле ағай бесән эшләгән.

«Ҡаратәкә»яланы. Ҡорбанға тип был урында ҡара тәкә салғандар.

«Сурапан»яланы.Сураисемле бер кешегә бәйле атама.

«Йәшбатыр»яланы. Бер йәш егет, батыр исеменә арнап аталған.

«Хутор»урамы. Инйәр йылғаһының һул яҡ ярына бер нисә урыҫ ғаиләһе килеп төпләнеп йәшәй башлай. Утарға яҡын ғына

«Машай»яланы. УлМачалинсктигән урыҫ исеме менән бәйле, тип аңлаттылар.

Сафа күле, Ислам күле. Был күлдәр балыҡҡа бик бай булған һәм ошо кешеләр шунда балыҡ тотҡан.

«Колония”. Һғыш ваҡытында пленгә төшкән немец һалдаттары ошо урында тотҡонлоҡта булған. Әлеге ваҡытта унда ҡәберлек урындары бар.

Шәреташ” — бейек ҡая тауҙан йыл да шәре аға.

«Ҡусҡан» йәкикүс ҡунған.Күсосоп китеп, шул урынға барып ҡуныр булған.

«Ботама». Яландар әҙ булғас, тау битен ботап, сабынлыҡ эшләп алғандар.

«Күрән бесән». Был урын һаҙлыҡ, унда тик күрән үләне үҫә.

«Шарҡырауыҡ» йәкишалтырауыҡ яланы. Йылға шалтырап, көслө тауыш сығарып ағып ята.

«Мисәт ташы». Яуға оҙатылған кешенең кеҫәһендә тапшырылмаған мисәте киткән һәм ул юлда бер таш аҫтына уны йәшереп һалып киткән. Белгән кешегә уны барып алырға ҡушҡан.

«Айбаҡты». Ҡояш шул урынға кискә генә төшә, бесән оҙаҡ кипмәй ята.

«Осломорон» — Иген тауының иң бейек урыны, бөтә ер күренеп тора.

«Һолосәскән». Ауылдан йыраҡ түгел урында һоло үҫтергәндәр.

Тоҙбашы” йәкитуҙбашыйылғаһы. Йәй көнө тау араһынан аҡҡан һыуҙар кәмей һәм ҡорой башлай. Бесәнгә йөрөгән кешеләр һай ҡалған күләүектәргә туҙ һауыт ултыртып киткәндәр һәм унда һыу йыйылған булған.

«Арал». Ике йылға араһында урынлашҡан өсөн шулай аталған.

«Түш яланы» ике тау араһынан асыҡ күренеп торғанаҡлан.

«Ҡабаҡ башы». Йоморо ғына урын, яртылаш түңәрәк булып күренеп тора.

ТүбәндәЙәй ташытураһындағы һүҙебеҙ һөйләш телендә бирелә.

Йәй ташы.Беҙҙең Асы ауылынан йыраҡ түгел урынта бер изге таш йәки изге урын бар. Уны «Йәй ташы» тип йөрөтәләр. Икенсе төрлөҠолоҡай таштип тә әйтәләр. Сөнки ул таш ҙур ғына, өҫтәл ҙурлығынтай һәм уның бер яҡ осо ослайып сығып, ҡолоҡай башына оҡшап тора. Уны элек ауыл ҡарттары, имән бағаналар ултыртып, кәртәләп алыр булғантар. Ташҡа тейергә лә, хатта яҡын барырға ла ярамай, ауырыу һуғылыр, тигәнтәр. Ә инте аяҙ көнтә ул ташҡа тейһәң, ҡапыл ямғыр яуыр булған. Ул ташты кемтәрҙер килеп, венгерҙар тип тә әйтәләр, тикшереп йөрөгәнтәр.

Ошонтай бер хәл була: бер төркөм уҡыусылар ошо изге ташты күрергә тип киләләр. Кемеһелер таяҡ менән ташҡа һуғып ҡарай. Һәм күп тә үтмәй күктә болоттар килеп сығып, томантап торып, ямғыр яуа башлай. Бик оҙаҡ ҡына яуа был ямҡыр.

Ямғырлы йылты ауыл ауыл ҡарттары, халыҡтан май йыйып алып, мулла доға уҡып, ошо ташты майлап ҡайтыр булғантар. Ә инте ҡоро көнтәр оҙаҡҡа китһә, шул урынға барып ташты үҙҙәренсә” асыулантырғантар”.

Хәҙер инте ул урынты яҡшы белгән ауыл ҡарттары үлеп бөткәнтәр, ә беҙ, йәштәр, уны ишетеп кенә беләбеҙ. Сөнки ул таш урыны менән ыуатылған һәм ергә һеңеп бөтөп бара, тиҙәр. Берәйһе ошо урынты тәртипкә килтереп, кәртәләп алып, тергеҙһә, бик яҡшы булыр ине. Быны әллә кемтән көтөргә кәрәк түгел инте, үҙебеҙҙән тора. Ысынлап та, бәлки ул урын нинтәйҙер көскә, ҡөҙрәткә эйәлер. Был урынты ерҙеңкентегеимеш, тип әйткәнтәр ҙә бар.