Акмуллинская олимпиада

Саникина С.Р.,10-сы класс

Фәнни етәксеһе: Байсыуаҡова Ә.Ә., Ғәбитов Х.

БАЙМАҠ РАЙОНЫ ӘБДЕЛКӘРИМ, ҠЫУАТ, АЛҒАҘЫ

АУЫЛДАРЫНЫҢ ТОПОНИМДАРЫ

Әбделкәрим, Ҡыуат, Алғаҙы ауылдарының ер-һыу атамалары бик үҙенсәлекле һәм улар ошо яҡтың тарихын һөйләй. Беҙ уларҙы һүҙлек рәүешендә аңлатмалары менән бирҙек.

Ойконимдар

Алғаҙы — ауыл. 1700 йылдар тирәһендә хәҙерге Алғаҙы ауылы урынына бер туған Алғаҙы менән Янғаҙы Ғөмрәевтар килеп ултыра. Ләкин Янғаҙы бында оҙаҡ тормай, хәҙерге Янғаҙы ауылы урынлашҡан ергә барып урынлаша. Алғаҙы Ғөмрәевүҙенең Мәҡсүт, Сәғит, Байдәүләт исемле улдары менән шул ерҙәрҙә төпләнеп ҡала. Тиҙҙән уның янына тирә-яҡтан кешеләр килеп ултыра башлай һәм ауылға тәүге нигеҙ һалыусы хөрмәтенә Алғаҙы исемен бирәләр. Хәҙер Алғаҙыла 2 урам. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Ҡыуат — ауылҠыуатай ир-ат исеме. Ҡыуат ауылы сама менән ике йөҙ йыл элек барлыҡҡа килгән. Ул саҡта йәмле Һаҡмар буйында бик сибәр һәм уңған ҡатын йәшәгән булған. Уның тураһында ҡаҙаҡтар ҙа ишетә. Бер көн улар башҡорттарҙың бер өйөр йылҡыһын әйҙәп, ауырлы йәш киленде урлап алып китәләр. Ҡатын сит яҡты үҙ итә алмай, көндән–көн һарғая, кибә, тыуған яғын һағына. Ҡатындың улы тыуа, уғаҠыуатай тигән исем бирәләр. Малай бәләкәйҙән зирәк, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Бер көн ул ҡаҙаҡ малайы менән һуғышып китә. Теге малай уға “Истәк” тип әйтә, шунан һуң Ҡыуатайҙы бөтәһе лә шулай үсекләй башлай. Егет ҡорона ингәс, ул әсәһенән бөтәһен дә һорашып белә. Әсәһе уның Һаҡмар буйы башҡорто булыуын һөйләп бирә. Бер көн әсә менән ул бер өйөр мал ҡыуып, Һаҡмар яғына ҡасып китәләр. Ҡаҙаҡтар уларҙы ҡыуа сыға. Егеттең үгәй атаһы – ҡаҙаҡ уларҙың ҡайтыуына ризалыҡ бирә һәм эҙәрлекләмәҫкә ҡуша. Егет әсәһе менән тауҙар менән уратып алынған Һаҡмар йылғаһына килеп етәләр, үҙ тыуған яҡтарына хайран ҡалып, шунда төйәкләнәләр. Шулай итеп, улар Ҡыуат ауылына нигеҙ һала. Хәҙерге көндә Ҡыуатауылында 4 урам, халыҡ һаны 214 кеше тирәһе. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Маһҡырт — бөткән ауыл. Түңгәүер волосы, Орск өйәҙе составында булған (Баймаҡ районы территорияһына инә). Һаҡмарҙың һул ҡушылдығы, Маһҡыр — Әбделкәрим ауылы янындағы йәйләү урыны. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Әбделкәрим — ауылӘбделкәрим ир-ат исеме. Түңгәүер ырыуы халҡы йәшәй. Ауылға нигеҙ һалыныуына 520 йыл тирәһе. Легенда буйынса: борон заманда хаҙергеГәрәкәй тауы эргәһендә Ерәнсәсән исемле бик аҡыллы һәм уҫал ҡарт йәшәгән. Уның мыҡты кәүҙәле, ҡарсыға ҡарашлы өс улы булған. Өлкән улының исеме Гәрәкәй, уртансыһыныҡы Әбделкәрим, ә кесеһенең исеме Мәргән булған. Улар күп ваҡыттарын һунарҙа үткәргән. Шулай бер көн һунарҙан ҡайтыуҙарына ҡатындары һәм балалары үлгән була, уларҙы фосфор уты һуғып үлтерә. Уларҙы хәҙерге зыяратҡа ерләйҙәр. Башзыярат бына шулай башлана.

Был ваҡытта даны тирә-яҡҡа таралған Үркә исемле ҡаҙаҡ батыры йөрөгән. Үркә батыр был өс Ерәнсәсән улдары хаҡында ишетә. Бер ваҡыт Гәрәкәй ҡош аулап йөрөгәндә ҡаршыһына аңғармаҫтан Үркә килеп сыға. Ҡаҙаҡ Гәрәкәйҙе үлтерә һәм туғандары уны хәҙерге Гәрәкәй тауына ерләй. Бер көн Үркә ун ике йәшлек Мәргәндеосрата һәм уның ағаһы тураһында һораша ла уға мал алып килергә була. Килгәс, унан мәргәнһеңме, тип көлөп, үҙенә атырға ҡуша. Мәргән уның үңәсен өҙә ата, ҡаҙаҡты хәҙерге Үргүҙәгенә ерләйҙәр. Әбделкәрим ауылға нигеҙ ҡора, ауылға уның исеме бирелә.

Әбделкәрим ауылы беренсе тапҡыр 1795 йылда телгә алына. Хәҙерге көндәӘбделкәрим ауылында 7 урам, халыҡ һаны 465 кеше тирәһе. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Гидронимдар.

Ағас ҡорған — Бәләкәй Ҡыуат урмандарындағы йылға, Һаҡмарға ҡоя.Ҡ ойған ерҙән алып 4-5 километр башланған еренә тиклем ағастар менән ҡапланған. Унда ҡайын, тирәк, ерек, тал кеүек ағастар үҫә, улар йылғаны ҡорған (шаршау) кеүек ҡаплаған. Шуның өсөн дә Ағас ҡорған тигән исемде алған. (Информатор: Сыбарғошова Зәғәфүрә Ғәйнетдин ҡыҙы, 1943 йылғы).

Бирле күл. Вәли ауылынан Һаҡмар аша ике күл булған. Икеһе лә тәрән генә булғандар. Береһен Бирле күл тип йөрөткәндәр. Борон халыҡ бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөр булған, сөнки ҡасҡындар, юлбаҫарҙар, ҡараҡтар күп булған. Ауыл халҡы ошо күл янында бала илаған, мал ҡыуған, кеше көлгән тауыштар ишеткән, шуға ла Бирле күл тигән исем биргәндәр. Бирле ул — ен-пәрейҙәр тигәнде аңлата. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Янғыҙғайын күле. Вәли ауылындағы икенсе күл Янғыҙғайын тигән исем йөрөткән. Күл янында бер генә ҡайын үҫкән.Ул ҡайын күп быуаттар буйына ултыра. Был күлгә килеп катын–кыҙҙар, ир–егеттәр көлтәләп һалып, һолабаш сереткәндәр.Һолабаш — киндер үләне. Уны серегәс алалар, киптерәләр, талҡыяҡтан талҡыйҙар.Талҡыяҡ — ағастан эшләнгән кәрита һымағыраҡ һауыт. Уның уртаһына таяҡ ҡуйып талҡыйҙар, онтайҙар. Был күлде бик яратҡандар. Тәбиғәт үҙгәрҙе, хәҙерге көндә күл кипкән, ҡайыны ла юҡ. (Информатор: Сыбарғошова Зәғәфүрә Ғәйнетдин ҡыҙы,1943 йылғы)

Имам ҡоҙоғо. 60-сы йылдарҙа Имам тигән кеше Әбделкәрим ауылында управляющий булып эшләй. Ул ауыл ҡоҙоғоның һыуын яратмай, ауылдан дүрт-биш саҡрым алыҫлыҡтағы шишмәнән һыу ташып эскән. Имам шишмәне кәртәләп, таш менән бурап ҡуя. Ҡоҙоҡ Имам ҡоҙоғо тип атала. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Назар ҡоҙоғо. 1959-1970 йылдарҙа крепостной кешеһе Назаров фамилиялы рус кешеһе лесник булып эшләгән. Лесник булып эшләгәндә Ҡыуат ерендә бесән сабыр булған. Ағас ҡорған йылғаһы буйынан өҫтә ҡоҙоҡ ҡаҙа. Тәрән итеп ҡаҙғас, һыу сыға. Был ҡоҙоҡ әле лә һбар, уны Назар ҡоҙоғо тип атайҙар. (Информатор: Сыбарғошова Зәғәфүрә Ғәйнетдин ҡыҙы,1943 йылғы.)

Һынташ — көмөш тәңкәне хәтерләтеп, бер нисә ҡат балсыҡты тишеп сығып, сылтырап ҡына ағып ятҡан бәләкәй генә йылға. Йылғаның башланған ерендә һәм уның тирәһендә элегерәк таш һындар күп булған, улар убалыраҡ ерҙә, түңәрәк буйлатып, ергә сәнсеп ултыртылған була, ҡайһылары яңғыҙ ултыра. Шуның өсөн дә йылға Һынташ тип атала. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Баян ҡоҙоғо. Борон хәҙерге Әхмәт ҡоҙоғо тирәһендәге ерҙәрҙә Баян исемле ҡартйәшәгән. Уның бик матур итеп ҡаҙып, бура төшөрөп ҡуйылған ҡоҙоғо булған. Баян ҡарт үлгәндән һуң, кешеләр ҡоҙоҡто Баян ҡоҙоғо тип йөрөтә башлайҙар. Ләкин хужаһыҙ ҡалған ҡоҙоҡ яйлап емерелә, тирә-яғын ҡый баҫа. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа был ҡоҙоҡто Әхмәт ҡоҙоғо тип тә йөрөтәләр. Әхмәтулла Йәнбирҙин тигән кеше һуғышҡа китер алдынан: "Әгәр ҙә имен-һау ҡайтһам, Баян ҡоҙоғон таҙартып, яңыртып ҡуям", — тип һүҙ биргән. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, вәғәҙәһендә торған. Ҡоҙоҡто яңыртып, бура төшөрөп ҡуйған. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Алтат йылғаһы. Был йылғала үҙәктәрҙән инештәр ҡушыла. Бер үҙәге батҡаҡ була. Шул үҙәктә алты ат батып үлә. Шуның исеменән алты ат тигән исем ҡала. (Информатор: Сыбарғошова Зәғәфүрә Ғәйнетдин ҡыҙы, 1943 йылғы).

Аҫҡараҙы. Башҡорт халҡы борон-борондан һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Алғаҙы ауылынан өс-дүрт саҡрым алыҫлыҡта Бәләкәй, Ҙур Аҫҡараҙы йылғалары аға. Уның яланын Бәләкәй һәм Ҙур Аҫҡараҙы тип йөрөтәләр. Элек был ерҙәрҙә ҡиммәтле тиреле аҫ йәнлеге бик күп булған. Кешеләр уларға һунар иткән, ҡапҡандар ҡорған. Ә ямғырлы һәм йонсоу көндө ниндәйҙер бер ҡарт башҡа кешеләр ҡарамай киткән ҡапҡандарға эләккән йәнлектәрҙе уҙенә алыр булған. Шулай бер көн ҡайтып килгәнендә батҡаҡлы, һаҙлыҡлы соҡорға батып үлгән. Шул ваҡыттан алып ул ерҙәрҙеАҫ ҡарағы тип тә йөрөтә башлағандар. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Оронимдар

Аслай тауы. Тау итәгендә Аслай тигән бер кеше йәшәгән. Ул яңғыҙ торған. Төп кәсебе арпа сәсеү булған, ти. Арпанан өс төрлө ярма ярҙырған. Өс төрлө ярманан көнөнә өс тапҡыр өйрә бешереп эскән, ти. Шулай көн иткән, Аслай. Уның исеме менән тауҙы Аслай тигәндәр. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Аҡбай төпкөлө. Элек хәҙерге Аҡбай төпкөлө тигән ерҙә Ғәбит исемле ҡарт сабынлығы булған. Йәй буйы Ғәбит ҡарт ғаиләһе менән бесән сапҡан саҡта, бесән һәйбәт кипһен өсөн, кәбәнде тағанлап ҡойор булғандар. Бер ваҡыт Аҡбай исемле эттәре таған аҫтына инеп ята. Кәбәнде ҡоялар. Этте тапмайҙар, ул ауылға ҡайтҡандыр, тип уйлайҙар. Ләкин эт унда ла булмай сыға. Эҙләп-эҙләп тә этте таба алмайҙар. Ҡыш етә, кәбәнде һөйрәтеп алып ҡайталар. Күрәләр, эт кәбән төбөндә ята. Ошонан алып был ер Аҡбай төпкөлө тип атала башлай. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Борам үҙәге. Борон Ҡыуат ауылында Һаҡмар аша борам менән йөрөгәндәр. Борам — бүрәнәне тығыҙлап, бергә тоташтырып, нығытып ҡуйып, унда арбалы атты ҡуйып сығарыу. Шунан сыҡҡан үҙәкле юлды Борам үҙәге тип атағандар. (Информатор: Сыбарғошова Зәғәфүрә Ғәйнетдин ҡыҙы, 1943 йылғы).

Баҙарҡай, Баҙар тауы.  Әбделкәримдән 12 саҡрымдағы Юлыҡ ауылы ХХ быуаттың 20-се йылдарына тиклем бөтә Рәсәйҙә ҙур баҙары менән дан тотҡан. Был ауылда сәнәғәтсе Рәмиевтәр сафъян күн эшләүҙе юлға һалған булғандар, боронғо башҡорт ысулы менән. Юлыҡтың уртаһында һыу буйына ҡарай ҙур, оҙон тимер ишекле һарайҙа ҙур шандарҙа эркет эсендә тире ебетәләр, уларҙан ҡағыҙ шикелле йоҡа ныҡ күн етештерәләр, шуны баҙарға сығаралар. Аҡ мәсет менән бергә, таш магазиндар ҙа төҙөтә сәнәғәтсе Рәмиевтәр. Тик күн эшкәртеүгә әллә ҡайҙан мордыуалар килтертелә, сөнки урындағы татар, башҡорт ундай ауыр еҫле эштә эшләмәйҙәр бит инде. Аҡмыйыҡ ҡушаматлы мордва ҡарты 60-сы йылдарға тиклем быйма баҫыу менән кәсеп итеп, Юлыҡта йәшәне. Ошо Юлыҡ баҙары менән бәйлеБаҙар тауының исеме. Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килгән сауҙагәрҙәр ошо тау итәгендә ат ашатып, тауарын һатып, ял итеп китер булғандар. Тау Юлыҡҡа үткән юл өҫтөндә ята. 

Һуғышта Мостафин Миңнеғәле олатай яралана, уны бер украинка медсестра ҡарай. Олатайҙың Башҡортостандан икәнен белгәс: “Һеҙ Юлыҡ ауылын беләһегеҙме, беҙҙең атайҙар дүрт-биш дуға тейәлеп, әйбер һатып, күн һ.б. алып ҡайтырға Юлыҡ баҙарына китә инеләр, ай самаһы йөрөп ҡайтырҙар ине,” — тип һөйләй. Бына шулай данлы була Юлыҡ баҙары! (Информаторҙар: Әбдрәхимов Әхәт Вәхит улы, 1917 йылғы, сығышы Юлыҡ ауылы, Иҙелбаев Фәйзрәхмән, Мостафин Миңлеғәле.) 

ЙыуалыташҺатыу туғайынан үрҙәрәк үркәсле-үркәсле тауҙар теҙелгән. Борон балалар яҙ булһа бәкес, йыуа, кәзә һаҡалы эҙләп, тауҙан-тауға йөрөгәндәр. Был тау кәзә йыуаһына бай булған, бәкес күп булған. Шуға арнап тауҙар теҙмәһенЙыуалыташ тип йөрөткәндәр. (Информатор: Сыбарғошова Зәғәфүрә Ғәйнетдин ҡыҙы, 1943 йылғы).

Кәмәһалған тау. Әүәле Һаҡмар Суҡташ аҫтынан аҡҡан. Яҙғы ташҡында, боҙҠабраҡайға тыҡлыҡһа, Суҡташтан алып, Баҙарҡай, Кәмәһалған тауҙарына тиклем һыу йәйрәп ятҡан. Беҙҙең олатайҙар кәмә менән йөҙөп йөрөгәндәр, кәмәләрен тауға сығарып һалғандар. Ошо тауҙы Кәмәһалған тигәндәр. Ул тау Баҙар тауының, Ҡаяташтың һул яғындағы ағаслы оҙон уҡ тау. (Информатор: Мөхәмәдйәрова Рәхимә). 

Кәрәкәй тауы. Әбделкәрим ауылы үрендәге тауҙы Кәрәкәй тауы тиҙәр. Тауҙа бер генә ҡайын үҫә, армияға киткәндә, егеттәрҙең шул ҡайын башына ҡыҙыл йондоҙ ҡаҙаҡлап китеү йолаһы бар. 

Ауылға нигеҙ һалған Әбделкәримдең ҡустыһы Гәрәкәй, ҡаҙаҡтарҙың Үркә исемле батыры менән алышҡанда, һәләк була. Уны ошо тауҙың итәгенә ерләйҙәр, хәҙерге зыярат урынына. Тау шунан бирле Кәрәкәй тип йөрөтөлә. (Информатор: Мөхәмәдйәнова Рәхимә инәй). 

Кирпичный. ХХ быуаттың 60-сы йылдарына тиклем Әбделкәрим ауылында эзбиз үртәйҙәр, кирбес һуғалар. Икеһе лә бик сифатлы һәм үтемле була. Һынташ йылғаһының Һаҡмарға ҡойған тамағында кирбес һуғыу мейестәре, киптереү ҡыйыҡтары урынлашҡан була, ул ерҙә әле лә балсыҡ ҡаҙған соҡорҙар уйылып ята, һуңыраҡ (совхоз директоры Кирәев заманында) уға ҡаршы яҡта мәктәптең алма һәм йәшелсә баҡсаһын нигеҙләнеләр, уны Моратов Фәрит ағай эшләне, ә өҫтәрәк балалар өсөн бик матур лагерь төҙөлдө. Уҡытыусылар ҙа рәхәтләнеп ял итеп ҡайтырҙар ине. Халыҡ телендә ошо ерҙәргә Кирпичный исеме нығынып ҡалды. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Көсөкбай юлы. Ҡыуат яғынан килә ятҡанда, юл ҡалҡыулығы күтәрелеп барған ерҙә, бер ауырлы ҡатын шунда малай таба һәм ул малайға Көсөкбай тигән исем бирәләр. Шунан алып, ошо һөҙәкле юлы Көсөкбай тип аталып ҡала. (Информатор: Сыбарғошова Зәғәфүрә Ғәйнетдин ҡыҙы, 1943 йылғы).

Күгәр таш. Ҡыуат ауылының ҡаршыһында Һаҡмар аша уратып алынған тау. Тау ҡарағай ағастары менән ҡапланған. Ҡышын да, йәйен дә йәшеллек. Ҡыуат ауылын ҡышын бурандан, йәйен елдәрҙән ҡаплап тора. Тауҙың Һаҡмарға төшөп торған бер тәрән үҙәге бар. Ҡыш буйы йыйылған ҡар, яҙын боҙ ташыр мәлдә үҙәкте ярып күк күкрәгән тауыш ишеттереп һыу ярып төшөрә. Үҙәк ярып төшкәс кенә Һаҡмарҙа боҙ таша. Шул үҙәккә тауыш сығарып ярып төшкәне өсөн Күгәр таш тигән исем биргәндәр. Ауыл халҡы боҙ ташҡанын “Күгәр” ярып тәшкәс кенә белеп ҡалғандар. (Информатор: Сыбарғошова Зәғәфүрә Ғәйнетдин ҡыҙы, 1943 йылғы).

Көлмәс үҙәге. Тауҙар теҙмәһе араһында Көлмәс үҙәге бар. Был үҙәк кәштә-кәштә һымаҡ бейек таштарҙан тора. Яҙ еткәс Һаҡмар ташыр ваҡытта үҙәк ярып төшә. Һыу ярып төшкән ваҡытта күбәләй-күбәләй ҡарҙарҙы ышырып төшөрә. Балалар уны-быны белмәй уйнап йөрөгән ваҡытта тауҙан төгөрлөп килгән ҡар һыуы кешене ҡуша алып китә. Аҫҡа төшкәнсе кеше һәләк була. Был күренеш бер генә тапҡыр булмай, быуаттар буйына ҡабатлана. 1970 йылда 3-сө синыф уҡыусылары Солтанғолов Ҡасим менән Солтанғолов Сәлих ошо тау йырғанағында уйнап йөрөгәндә, ҡапыл үрҙән тәгәрләп килгән ҡар өйөмө һыу менән Ҡасимды ышырып алып китә, ә Салих селеккә йәбешеп тороп ҡала. Сәлих ҡайтып Ҡасимдың әсәләренә әйтә. Улар Ҡасимды эҙләп, шарлауыҡ ҡойған ерҙән табып алалар. Ҡасим тере булмай. Быуаттар буйына ошондай яман ташҡынлы булғаны өсөн, Көлмәс үҙәге тип йөрөткәндәр. Хәҙер ҙә ул исем һаҡлана. Көлмәс һүҙе яманлыҡты аңлата. (Информатор: Сыбарғошова Зәғәфүрә Ғәйнетдин ҡыҙы, 1943 йылғы).

Ҡалҡаташ. Ҡыуат ауылында, Һаҡмар буйында бейек таш бар. Ташы өҫтән-аҫҡа ҡалтайып тора. Был таштың аҫтында иллеләп кеше торһа ла ел-ямғырҙан ышыҡ. Шуға ла халыҡ уны Ҡалҡаташ тип йөрөтә. (Информатор: Сыбарғошова Зәғәфүрә Ғәйнетдин ҡыҙы, 1943 йылғы).

Ҡалмаҡ ятҡан ер. Ҡыуат ауылынан Исҡужа ауылына киткән юл яғында ятҡан ер исеме. Әүәл был ерҙә, ситтән килеп, 12 өйлө ҡалмаҡтар йәшәгән. Донъялар болара башлағас, улар ҡасып киткән. Урман, тау-таш араһында бик оҙаҡ ҡасып йөрөгәндәр. Урманда йыуа, әтмәкәс менән туҡланғандар, шуға шул ерҙәрҙәге йыуаны “ҡалмаҡ йыуаһы” тигәндәр, йәшәп киткән ерҙәрен Ҡалмаҡ ятҡан тип йөрөтәләр. (Информатор: Булатова Сәғүрә, 1917 йылғы)

Ҡабраҡай. Әбделкәрим ауылының түбән яғындағы Һаҡмарға терәлеп ятҡан ҡабаҡты Ҡабраҡай тип йөрөтәләр. Унда бер генә ҡарағай үҫә, ә ҡасандыр үтеп сыҡҡыһыҙ ҡарағай урманы булған. Тулы исеме Ҡарағай ҡабаҡ булған, телгә яраҡлашып, Ҡабраҡай булып киткән. (Информатор: Мөхәмәдйәнова Рәхимә, 1914 йылғы). 

Ҡыҙҙар өйгән тау. Вәлиҙән һыртта, урман араһында, Вәлиҙең ҡыҙҙары, яҙ еткәс, шунда ҡарға бутҡаһы бешерергә сығалар. Уйнағандар, иртәнсәк китһәләр, кисһеҙ ҡайтмағандар. Малайҙар булмаған ҡыҙҙар араһында. Үҙҙәренең исеменән таш өйгәндәр. Шуға ла улар өйгән таштарға "Ҡыҙҙар өйгән" тау тигән исем бирәләр. (Информатор: Сыбарғошова Зәғәфүрә Ғәйнетдин ҡыҙы, 1943 йылғы).

Ҡунысбай йәйләүе. Борон-борон заманда Ҡунысбай исемле бик бай бер кеше йәшәгән. Уның ере бик ҙур булған. Шул ерен тултырып көтөү-көтөү мал, өйөр-өйөр йылҡы көткән. Әгәр ҙә йылҡыһын өйөргән саҡта йәйләүе тулы булһа, Ҡунысбайуларҙы теүәл тип иҫәпләгән. Ул малының иҫәбе-һанын белмәгән. Ҡунысбайҙың Усман исемле улы һәм Зөлхизә исемле ҡыҙы ла булған. Үҙе бик йомарт, ҡунаҡсыл була. Үтән-һүткән кешене лә һыйлап сығарыр булған. Ҡунысбай ҡарт донъя ҡуйғандан һуң кешеләр уның иҫтәлегенә ул йәшәгән йәйләүҙе Ҡунысбай йәйләүе тип йөрөтә башлаған. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Мәҙиносҡан. Ҡыуат ауылынан өс-дүрт саҡрым ерҙә элек Вәли ауылы булған. Хәҙер ул ауыл юҡ инде, халҡы Ҡыуат ауылына күсерелгән.

Бынан күп йылдар элек ошо Вәли ауылында бер ярлы ғаилә йәшәгән. Уларҙың Мәҙинә исемле һылыу ҡыҙҙары булған. Ҡыҙ кескәй сағынан тәбиғәтте яратҡан, һандуғастың моңло тауышын тыңлаған, бормаланып-бормаланып аҡҡан йылға ағышын күҙәткән. Оҙаҡламай ҡыҙҙың әсәһе мәрхүм була. Ун өс йәшлек Мәҙинәне ҡырҡ-илле йәштәр самаһындағы бер бай һората. Ҡыҙҙың ризалығынан тыш атаһы уны байға өсөнсө ҡатынлыҡҡа бирергә була. Мәҙинә кейәү булаһы кешенән бер-ике йыл атаһы эргәһендә торорға рөхсәт һорай. Ҡыҙ буласаҡ кейәүен яратмай, көндән-көн һарғая. Быны белеп ҡалған атаһы кейәүенә тиҙ көндәрҙә килеп алырға ҡуша. Кейәүе килеп алып ҡайта, ҡыҙ һағына һәм атаһына алып барыуын үтенә. Ҡайтыу менән ҡыҙ уҙенең элек илап, йырлап ултырған ҡая ташына йүгерә. Ҡая ташҡа менеп бер моңайып йырлай ҙа тын ғына ағып ятҡан Һаҡмар йылғаһына ташлана. Шунан алып был кая таш Мәҙиносҡан тип атала. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Мәрйен түбәһе. Хәҙерге Мәрйен түбәһендә бик бай бер кеше йәшәгән. Ул көтөү-көтөү мал көткән, өйөр-өйөр йылҡы аҫраған. Бер ваҡыт ул ҡаҙаҡ далаларынан үҙе кеүек бай ҡаҙаҡтың ҡыҙын кәләш итеп алып ҡайтҡан. Ул ҡыҙ алтын-көмөшкә күмелеп, ебәккә, мәрйенгә төрөлөп, уҡалы ҡашмауҙар менән биҙәнеп, үҙе лә шул мәрйендәре кеүек үк күҙҙең яуын алып балҡып, ҡара Юрға менән килеп төшә. Ҡыҙҙың һылыулығына тирә-йүндәге кешеләр таң ҡала. Ҡыҙ килен булып төшкәндә мәрйендәре сәселеп китә, халыҡ был түбәне Мәрйен түбәһе тип атай башлайҙар. Хәҙерге көндә лә түбә шул исемде йөрөтә. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Өй таш. Вәли ауылында Һаҡмар аша бер бейек тау бар. Ул тауҙан Тоҙ тапҡыртигән йылға ағып төшә. Һыуы шул тиклем таҙа ла, һыуыҡ та. Ул йылғанан илле метр Һаҡмар буйлап түбәнерәк “Өй таш»тигән текә ташлы тау бар. Ошо таштың араһында ишек кеүек урын бар. Легенда буйынса, шул ташты нисектер асып, мәмерйәгә ингәндәр. Ошо тауҙа Рәхмәт тигән ҡараҡ йөрөгән тигән тауыш сыҡҡан ауылда. Ләкин мәмерйәгә ингән кешене күрмәгәндәр, ҡайҙан инергә икәнен белмәгәндәр. Таш үҙе өйгә оҡшанҡыраған. Шуға ла халыҡ “Өй таш” тип йөрөткән. (Информатор: Сыбарғошова Зәғәфүрә Ғәйнетдин ҡыҙы,1943 йылғы).

Сәғит баҡсаһы һәм тауы. Әбделкәрим ауылы эргәһендә Оло Юлыҡ (Мағаш)йылғаһы Һаҡмарға клеп ҡушыла. Элек башҡорттар утар-утар булып айырым йәшәгән.Оло Юлыҡ буйында заманына күрә хәлле генә Сәғит исемле кеше йәшәгән. Уның ике ташлы һыу тирмәне, өйөр-өйөр мал-тыуары булған. Утыҙынсы йылдарҙа уны кулак тип Иркутск өлкәһе Черемхово тигән ергә һөргөнгә ебәрәләр. Ҡарауһыҙ ҡалған тирмән колхозға файҙаһыҙ булып сыға, йорт-ҡаралтылары тартып алына, тик баҡсаһы ғына ҡала. Хәҙер Сәғит йәшәгән ер Сәғит тауы тип атала. (Мәктәп музейы материалдарынан).

Сыбарғош үҙәге. 1860 йылдарҙа Ҡыуат ауылында Сыбарғош тигән кеше йәшәгән. Ағас ҡорған йылғаһынан сыҡҡас, тоҙ тапҡан яҡҡа китеп барғанда ауырып вафат була. Элек кешеләрҙе ҡайҙа үлһә, шунда ерләгәндәр. Сыбарғошто ла шул үҙәктә ерләгәндәр. Шуға күрә лә шул үҙәкте Сыбарғош үҙәге тип атағандар. (Информатор: Сыбарғошова Зәғәфүрә Ғәйнетдин ҡыҙы, 1943 йылғы).

Үркә үҙәге. Кесе Юлыҡ аръяғындағы үҙәкте Үркүҙәк тип йөрөтәләр. Әбделкәримдең иң кесе ҡустыһы Мәргән ошонда ғәйрәтле ҡаҙаҡ батыры Үркәне уҡ менән атып йыға. Ул былай була: Мәргән йыш ҡына уҡ-һаҙағын алып, ҡош-ҡорт атырға урман ҡыҙырып сығып китә икән. Бер саҡ уның ҡаршыһына тотош тимер кейемдән Үркә ҡаҙаҡ килеп сыға: 

— Эй, истәк, һин кем балаһы? — тип һорай. 

Мәргән үҙенең Ишберҙе һарҡыуында йәшәгән бер етем әбейҙең улы икәнен, ашарға булмағас, ошолайтып, ҡош аулап, көн күргәндәрен һөйләп бирә. Үркә уның уҡ-һаҙағын һорап ала ла, был бушаҡ ҡына һаҙаҡ менән нисек ҡош ауламаҡ кәрәк, мин һиңә өс көндән мал ҡыуып алып килермен, ошо ерҙә көтөрһөң, тип үҙ юлына китә. 

Мәргән ҡайта һалып, был хәлде атаһы Ерән сәсәнгә, ағаһы Әбделкәримгә һөйләп бирә. Улар уның уҡ-һаҙағын йүнәтеп бирәләр ҙә өс көндән бергәләп, әйткән ергә барып, селек араһында боҫоп яталар. Мәргән мал ҡыуып килә ятҡан Үркәгә яңғыҙ ҡаршы бара. Арыу уҡ алыҫтан Үркә тимер кейеменең муйын тәңгәленән бер иле асып:

  — Атым Мәргән тиһең, ысынлап та, мәргәнһеңме икән, йә, ошо еремә атып ҡара әле, — ти.

Мәргән атып та ебәрә, уғы Үркә муйынын үтә тишеп үтеп, ҡаҙаҡ батыры гөрһөлдәп ҡолап та китә. Ҡаҙаҡты ошо ергә ерләйҙәр. Үҙәкте Үркүҙәк тип йөрөтә башлайҙар. (Информатор: Мөхәмәдйәнова Рәхимә)

Үркә ташы. Ҡыуат ауылы эргәһендәге ташлы тауҙарҙың береһе Үркәташ тип йөрөтөлә. Борон заманда шул тауҙың ҡыуышында Ғәлимйән исемле егет ҡарындашыМаҡтым менән көн күргән. Улар ата-әсәһенән бик иртә етем ҡалған. Бер ваҡыт был тирәгә ҡаҙаҡтар килеп сыға. Улар Ғәлимйән менән Маҡтымды эҙәрлекләй башлай. Маҡтымды Тайсын тигән егете урлап алып китә. Ә Ғәлимйән бер таш аҫтына инеп йәшеренә. Үркә ҡаҙаҡ уны күреп ҡалып: 

— Яурын яғын белдеңме, таш аҫтына инеп яттыңмы? — тип һамаҡлап, уны уҡ менән атып үлтереп китә. Шунан бирле алыҫтан дөйә үркәсенә оҡшап торған был тауҙы Үркәташ тип йөрөтәләр. (Информатор: Ҡыуат ауылынан Солтанғолова Шәрифә инәй). 

Һары түбә менән Сусаҡ түбәһе. Алыҫтан һарғайып күренгәнгә, түбәнеҺарытүбә тип, уның аръяғындағы баҫыуҙы ла Һарытүбә баҫыуы тип, ә уға етәрәк тәпәшерәк тауҙы, көтөү тауын, сусайып торғанға Сусаҡ түбәһе тигәндәр. 

Улар икеһе лә — Юлыҡҡа киткән юл яғынан ауыл осондағы тауҙар. Һуғыш осоронда шул тауҙар аша йөрөп, Һарытүбә баҫыуында аслы-туҡлы ялан аяҡ үгеҙ менән ер һөрҙөк, Булатова Сәғүрә, Мозафарова Фәрхеямалдар менән. (Информатор: Мөхәмәдйәнова Рәхимә).

Әбдрахман үҙәге. Үткән быуат башында илдәге булған Граждандар һуғышы беҙҙең ауыл эргәһендәге ер-һыу атамаларына ла үҙенең эҙен ҡалдырған. Шунда атамаларҙың береһе — Әбдрахман үҙәге. Ул Алғаҙы ауылы яғында юлдың уң яғында ҡала. Ауыл тирәһендә Булатов Әбдрахман менән Ишйәров Уйылдан ошо тирәлә ҡасҡын булып йөрөй. Бер ваҡыт ҡыҙылдар уларҙы тотоп ала ла һорау алғас, ике һыбайлы араһына бәйләп ҡуйып, ауылдан алып сығып китәләр. Йырғанаҡҡа еткәс, Уйылдан ысҡынып китә, ҡасып ҡотола. Әбдрахманды үҙәккә индереп, ҡылыс менән сапҡыслап үлтерәләр. Шунан башлап был урын Әбдрахман үҙәге тип атала. (Мәктәп музейы материалдарынан).