Акмуллинская олимпиада

Мөҙәрисова Ә.А. 5-се класс

Фәнни етәксеһе: Ғәниева Р.Р.

БЕЛОРЕТ РАЙОНЫ АСЫ АУЫЛЫ ҺӨЙЛӘШЕ

Асы ауылыҡатайырыуына ҡарай. Этнограф Р.Янғужин белдереүенсә,ҡатайбашҡорттары этник яҡтанҡара–китайҙарғабарып тоташа.

Лексикаһы һәм фонетикаһы яғынан ауылыбыҙҙың һөйләше бик үҙенсәлекле. Лексик диалектизмдар башҡорт әҙәби телендәге һүҙҙәр менән сағыштырғанда, бөтөнләй башҡа сығанаҡлы һүҙҙәр. Миҫалға ауылдың һөйләшенә хас булған түбәндәге һүҙҙәрҙе килтерергә мөмкин:

тупар— еләк (клубника),

яңҡыҙаяҡ— ер еләге (земляника),

ағас еләге— ҡурай еләге,

бәрәңге, бүреңге— картуф,

сыйҙым— көҙөн йылға туңыр-туңмаҫ ваҡытта ағып ятҡан боҙ киҫәктәре,

тыуыш— ҡышын йылға өҫтөндәге боҙ өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан һыу,

лапы— сүп-сар,

иннек— кәртәләп алынған яландағы малды керетеп - сығарыр өсөн эшләнгән ҡапҡа,

кәбәркә— келәт,

шәкәлтәй— мал аяғының аҫ һөйәге,

ауһар— иҫәр, алйот,

өшөмһәк— тиҙ өшөп барған кеше,

инәй— әсәй,

әбей— инәй,

һайғау— һарайҙың түбәһе,

тәртә— ат еккәндә ҡамытҡа эләктергес ҡоролма,

баҫрау— санаға тейәлгән бесәнде баҫырып һалған ағас,

таған— кәбәнде терәтеп ҡуйған ағас,

кәртә— ҡырҡылып алынған нәҙек ағас (йорт хужалығында ҡулланыла),

ижау— сүмес

Фонетик, морфологик диалектизмдар әҙәби телдәге һүҙҙәрҙән өн үҙенсәлектәре һәм ялғауҙары менән айырыла. Был төркөмдәге һүҙҙәр беҙҙең ауылдың һөйләшендә бик күп. Мәҫәлән,боронҡо— боронғо,йомҡаҡ— йомғаҡ,анта— унда,көнтәш— көндәш,ҡыҙлар— ҡыҙҙар,малайлар— малайҙар,япраҡлар— япраҡтар,яҡлы— яҡты,урманнар— урмандар,бәрәңке, бүреңке— бәрәңге, әҙәби телдә — картуф, албар— аҙбар,яҫау— яһау (сәйҙе) һ.б.

Һөйләш өлгөләре

Миҫалға, ауылыбыҙҙың иң өлкән кешеһе,Ғәрифә Ғәниевананяҙып алынған йырҙарҙы үрнәк итеп килтерәйек:

Аҡҡош ҡайҙа бараһың

Ҡанатыңты талтырып,

Инәкәйем ҡайҙа киттең,

Беҙҙе йәтим ҡалтырып?

Зыяратты өс ураным,

Йәшел таяҡ тапманым.

Үлән баҫҡан, тупраҡ күмкән

Инәйемте тапманым.

Сайпалтаҡай тигән тау үренә

Тора-тора ментем үренә.

Тора–тора менеп етте ниһәм,

Тарих яҙыр инем ташына

Шулай уҡ, Инйәр буйындағы ауылдарҙың барлыҡҡа килеү тураһындағы риүәйәт-легендаларҙы, беҙҙең һөйләш телендә, Йөйәк ауылы тарихсыһы Ринат Гәрәй улы Шәйбәков та һөйләп китте. Бына улар:

Асы ауылы

Муллаҡай ауылы кешеһе Мөхәмәтшәрип исемле ҡарт һөйләүенәнҡатайларборон әлеге Силәве ерләрентә йәшәгән. Салауат яуына тиклем әлеге Муллаҡай ауылы вулан ерләр, Ҡытау яҡлары Асы ауылы ерләре вуған. Ул ерҙән уларҙы зауытшик ҡыуалаған. Шулай итеп, халыҡ тау–таш араһына килеп ултырырға мәжвүр вуған.

Асы ауылы (вариант)

Борон Асы халҡы Ҡытау яғынта, Саматурофка (Самодуровка) ауылы эргәһентә,” Усман ташы” тип аталған ерләрҙә йәшәгән. Был ер, һәҙер, баяр ере тип, һалыҡты ҡыуа башлағаннар. Асылар ҡайҙа варырға белмәйенсә, ошо ергә килеп утырғаннар. Был ерләрҙә тәүҙә ҡуйы урман вулған. Элекке Асы ерләрентә урыҫ ауыллары варлыҡҡа кигән. Үрге Телмәй ауылы шул ерләрҙә аҙаҡтан барлыҡҡа кигән.

Йөйәк ауылы

Элек ауыл был ерҙә бумаған. Түвәнке ауылта Һивәт бай йәшәгән. Һивәт ҡарт Инйәр вуйына күсеп утырған та, ҡалған һалыҡты ла Инйәр вуйына күсерергә һорап, прашение яҙған. Һивәт ҡарт нәҫелен “һивәтистәр” тип йөртәләр.

Һибәт араһы

Йөйәк ауылының әлеге урынына башлап Һивәт ҡарт килеп утырған. Уға тиктем һалыҡ Йөйәк йылғаһы буйынта төрлө утарҙа йәшәгән. Үрғышлау, Арағышлау исемнәре шунан ҡаған. Йәйен Арҡайортта йәйләгәннәр, көҙөн Көҙгөйортта ҡышлауға ҡайтыр алтынан булғаннар. Күп кеше утарларҙа ғына малын ҡараған (Шәмей, Әлевай, Аҙнавай, Сәлим, Килтеғол утарлары исемнәре шунан ҡаған). Һуңҡараҡ Иҫкауыл тигән ерҙә йәшәгәннәр. Шунан Һивәт исемне ҡарт бик байып киткән, уның ҡырҡ ваш һауын һыйыры, туҡһан туғыҙ ваш бейәһе буған. Үҙенең энеләре, тыуған-тыумасалары менән Йөйәк йылғаһы вуйлап түвәңкәрәк күсеп утырған, у урын әлеТүвәңкауылтип йөртөлә. Аҙаҡ Һивәт бы урынты ла таштап китеп, Инйәр йылғаһының уң ярына, әлеТаш төвөтип йөртөлгән ергә килеп утырған. Элек ауыл урыны тотош ҡарағайлыҡ вулған, Инйәр тар, тәрән вулған. Ҡарағайларҙы йыҡһаң, осо икенсе ярға варып ятыр вуған. Әле генә у яра ашалывөттө, Инйәр һайыҡты, ағаслар ҡырҡылывөткәс ней.

Һивәт ҡарт, яңҡыҙыма ылау савыу ҡыйын тип, ҡаған һалыҡты ла Инйәр вуйына күсереүләрен һораған. Ауылға үрәтник килеп, һалыҡты әлеге урынҡа күсергәннәр. Солтанҡәле олатай аҙаҡ Ғәбтүккә,Ҡарағай ярытигән ерҙең ташын аҡтарып, арва менән үтерлек юл һаған. Ҡолвай исемле олатайҙан Ҡолвай ҡылыһы тигән ер тороп ҡаған. Һивәттән ҡалған нәҫелте “һивәтисләр “тейләр (Хужиннар, Әбәйҙуллиннар, Сәғәҙәтовлар, Солтановлар). Солтановларҙы тағы ла “һуна» тип тә йөртәләр. Бер олатайывыҙ бик оҫта ҡурайсы буған, өзләүгә лә оҫта вуған. Ҡайы берәүләр өзләүен “һуна үрҙәк кеүек пышҡылтап тик утыра” тигән тә, уға “һуна” ҡушаматы йәвешкән тә ҡуйған.

Һамаҡтар

Асы ауылында йәшәгән Ғәниева Сибәр әбейҙән, үҙебеҙҙең һөйләш телендә, һамаҡтар яҙып алдым.

Көн йонсоу, ямҡырлы, болотло буғанта ҡояшты саҡырып былай һамаҡлағаннар:

Ҡояш апай, гил, гил,

Һалҡын ағай, гит, гит,

Һыйыр һөтө эсеререм,

Туҫтаҡ ғаймаҡ ашатырым,

Тәмне ғалас биререм,

Ҡояш апай сыҡ, сыҡ.

Инте мал-тыуарҙы йәйен урманҡа, яланҡа ҡыуғанта уларҙың һөйөп: “Хызыр Ильяс юлташ буһын, иҫен-аман йөрөгөҙ”, — тип ҡалалар.

Сөнкей, беҙҙең яҡларҙа мал көтөү юҡ, шуғалыр ҙа йәйен малты, айырыуса һарыҡларҙы урманҡа ҡыуғанта, шунтай теләк әйтеп ҡалтырғаннарҙыр.

Һарыҡ ҡырҡҡанта былай тейләр:

Явалаҡтан йөн ал,

Бүҙәнәнән май ал,

Айыуҙан ҡас,

Бүренән өрк.

Яҙын малты урманҡа, яланҡа ҡыуғанта былай тип тә әйткәннәр:

“Иҫән-һау, шатланып, ҡыуанып, һуғымнарҙы бергә-бергә ашарға, маллар ишәйеп ҡайтырға яҙһын”.

Яңы ай ҡалҡҡанты тәү күргәнтә лә һамаҡлағаннар:

Ай гүрҙем аман менән,

Ауыҙым тулы иман менән,

Кәртә тулы мал менән,

Ауыҙым тулы ризыҡ менән,

Ҡуйыным тулы ҡөрьән менән.

Диалогтарҙан миҫалдар:

— Ҡыҙым, анауынтағы ялғашҡа һыуҙы бушат, әле!

—Эй, уңҡан та инте үҙемтең ҡыҙым

Олораҡ кешеләр үҙҙәренең һөйләшендә йыш ҡына түбәндәге лексик диалектизмдарҙы ҡуллана:

Ҡул эшемде ерле ырата алманым.

Зәрә тырыша инең бит!

Ҡул эше — бәйләм бәйләү эше,

ерле — әллә ни, бик,

зәрә — шул тиклем

Ауылда урыҫтар ҙа йәшәгән. Уларҙың башҡорттар менән бергә аралашып йәшәүе телгә йоғонто яһамай ҡалмаған, әлбиттә. Ҡайһы бер башҡорт һүҙҙәре урыҫ телендә әйтелә:

шәшке — чашка,

эсвикла — свекла,

маркуф — морковь,

эстрәпилә — страпила,

кәршүк — горшок.

Ауылдың һөйләшендә үҙенсәлеклефразеологизмдарҡулланыла.

Ололарҙың һөйләшендә ошондай фразеологизмдарҙы тап иттем:

ғибрәт алыу — ниҙәндер, кемдәндер яҡшыға ҡарата һығымта яһау,

күтән һурпаһы эсеү — ныҡ ыҙа сигеү,

ҡыҙғанғаны ҡыҙыл эткә - йәлләгән ниндәйҙер әйберенең юҡҡа сығыуы,

майына сыҙамау — рәхәт тормошто күтәрә алмау,

ҡәһәр һуҡҡыры — ҡарғау һүҙе,

ҡул бысратмау — кемгәлер ерәнеп һуғыу,

ҡул арты еңел — кеше артынан эшләнгән эштең уңышлы башҡарылыуы,

ҡул аҫтына инеү — балаларҙың эшкә эшкинә башлауы,

ҡул китте — кемгәлер нимәлер биреп йәки һатып һуңынан был әйберҙе үҙеңдә булдыра алмайһың һ.б.

Эҙләнеү барышында ауылыбыҙҙың һөйләше бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле икәненә инандым. Фонетик диалектизмдарҙан анта, мынта, тегентә һүҙҙәрен ҡулланыуыбыҙ икенсе райондар, ғөмүмән, Белорет районының башҡа ырыуға ҡараған ауылдары өсөн дә бик ҡыҙыҡлы тойола һәм улар беҙҙе шаяртып былай тиҙәр:

Анта, мынта, тегентә,

Алтын палта пилемтә.

Шулай итеп, тема өҫтөндә эшләгәндә мин ауылдың һөйләшенә генә хас күп кенә үҙенсәлекле һүҙҙәр булғанын белдем. Минеңсә, был диалектизмдарҙы оноторға ярамай, ә һаҡларға кәрәк. Сөнки, ғалимдар әйтеүенсә, хәҙерге башҡорт әҙәби теленә халыҡ телендә ҡулланылған күп кенә һүҙҙәр инеп бөтмәгән. Тимәк, диалект һүҙҙәр бөгөн дә башҡорт әҙәби телен байыҡтырыу өсөн әһәмиәтле бер сығанаҡ булып тора.