Акмуллинская олимпиада

Мазаева Э.Р, Маннанов И.И.

Фәнни етәксеһе: Хадимуллина Р.Р.

ИЛЕШ РАЙОНЫ БИШҠУРАЙ АУЫЛЫНЫҢ ОНОМАСТИКАҺЫ

Топонимдар

Ауылыбыҙҙың башҡортса рәсми исеме — Бишҡурай, русса —  Бишкураево. Ауыл 1650 йылдарҙа барлыҡҡа килгән.  Ул Бият–Язы йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылдағы башҡорттар йәлдәк ырыуына ҡарай.

Бишҡурай ауылының тарихы. Бынан 300-350 йылдар элек, бында Иҙел буйынан килеп ултырғандар. Башта Нөркәй менән Көсәкәй исемле кеше килеп, ерҙе ҡарап киткән, ә бер нисә йылдан һуң улар, өс кеше эйәртеп, ҡабат килгәндәр. Сүлте ауылы менән ике арала бер йорт төҙөгәндәр  һәм шунда йәшәй башлағандар. Ләкин ул урында һыу булмаған. Улар шишмәле ерҙе эҙләп, әле Бишҡурай ауылы ултырған урынға күскәндәр. Шулай итеп, тормош ҡороп, көн итә башлағандар, игенселек, терлекселек менән шөғөлләнгәндәр.

Уйлашып, йәшәгән урындарына исем ҡушырға булғандар.  Был көн байрам төҫө алған. Ҡарттар әтәс һуйып, йыйынға килгәндәр. Ҡараһалар — бишеһе лә әтәс алып килгән... Көлөшкәндәр ҙә, ауылдарына Биш ҡураз тип исем бирергә булғандар. Фарсы телендә ҡуразәтәс тигәнде аңлатҡан. Биш ҡураз исеме аҡрынлап Бишҡурай  тип үҙгәрә.

Ауылдың тирә-яғындағы йылға, шишмә исемдәре: Бият–язы йылғаһы, Әүлиә шишмәһе, Тарлау шишмәһе, Ферма шишмәһе, Сағыл шишмәһе, Лагер шишмәһе, Мәжит ҡулы шишмәһе.

Тауҙар:Сейәле тау,Бур тауы.

Урман исемдәре:Ҡаршы имәнлек, Урта ҡыуаҡ,Сағыл, Йәш барыня ере,Үгеҙ ҡыуағы, Әтрәчле.

 

Йәш барыня ере

Ер кешене икегә айыра, Кеҫәһе ҡалын ҡапҡорһаҡтар, ас күҙле ҡомһоҙҙар теше — тырнағы менән йәбешеп, ерҙе ҡамап ала, ерҙе ул үҙенеке итә. Ерһеҙ ҡалған ярлы кеше хужаға бил бөкрәйтеп, күҙ секрәйтеп хеҙмәт итә. Шулай итеп, ер берәүҙәрҙе байыта. Икенселәрҙе ярлыға әйләндерә.Был яҡтарға XX быуат баштарында Петербургтан немец бояры Готлунд килеп яйлаша.Ауылдан 4 км. алыҫлыҡта үҙ имениеһын барлыҡҡа килтерә. Готлунд — урыҫлашҡан немец бояры. Был уңдырышлы ерҙәрҙе һатып алғас, ул тирә–яҡтағы байҙарға ла, ярлыларға ла башта ифрат яҡшы күңелле, ярҙамсыл, мәрхәмәтле булып ҡылана. Уның имениеһы бөтә–тирә яҡтағы байҙарҙың күҙ яуын алырҙай матур, ҙур, ныҡ була. Бишҡурай менән Аташ ауылдары араһындағы ер “Йәш барыня ” ере тип атала. Готлундтың ҡатыны хөрмәтенә шулай атаған булғандар, ти.

Үҙәк (ҡул) исемдәре: Төйлөгән ҡулы, Мәжит ҡулы.

Юл исемдәре: Тамыян юлы, Имәнлеҡул юлы.

Сабынлык, бесәнлек исемдәре: Ғәжжан посадкаһы (бесәнен сапҡан),

Шәйехмулла бесәнлеге, Аҡмасан бесәнлеге, Юныс бесәнлеге.

Ҡойо (ҡоҙоҡ, ҡотоҡ) исемдәре: Хәтми ҡойоһо, Бәләкәй бабай ҡойоһо,

Хәҙимулла ҡарт ҡойоһо.

Игенлек исемдәре: Ыштан балағы баҫыуы, Хәбир ҡайыны баҫыуы,

Тарлау баҫыуы, Таллы баҫыуы, Сат ҡайын баҫыуы.

Зыярат исемдәре: Төйлөгән зыяраты, Бишҡурай зыяраты, Ташшишмә зыяраты.

Баҫыу, аҡлан, ялан, йәйләү исемдәре: Оло аҡлан, Баҡча урыны, Үрҙәк быуаһы йәйләүе — йәй шунда ферма малы тора, Йәйләү тип атала.

Ҡыуаҡлыҡ исемдәре: Урта ҡыуаҡ, Үгеҙ ҡыуағы, Биш ҡыуаҡ,

Һаҙ, һаҙлыҡ исемдәре: Батҡаҡ.

Соҡор исемдәре: Сат ҡайын соҡоро, Тарлау соҡоро.

Тауыҡсылыҡ — урын исеме, элек шунда тауыҡ фермаһы булған, Мәснәүи ҡайынлығы ( туплау).

Бишҡурайға күрше ауылдар (2-3 исемдәре булһа, бөтәһен дә яҙырға): Сүлте ауылыСолтый, Султый ( Солтанғәле исеменән)

Иләкшиҙе Иләксе, Иләкше (Иләк эшләй торған кеше йәшәгән, иләксегә барам тигәндәр); Төйлөгән, Бәләкәй Бишҡурай, Ташшишмә, Яңы Аташ.

Бөткән ауылдар: Бүләр, Гапоновка, Тормош, Мәскәүауыл.

Урам исемдәре:  Ҡатынбаш урамы — Ҡатындары биянай-биятай менән йәшәмәҫ өсөн  ирҙәрен алып башҡа сығып киткәндәр; Түбән ос, Юғары ос, Ҡотой төбәге, Инне осо, Бәләкәй урам — бәләкәй булып, соҡорҙоң теге яғында айырылып тора

Ауылда йәшәгән кешеләрҙең исемдәре

Ир-ат: Тәлха, Илфир, Ләбип, Мират, Фәнүс, Марат, Валерик, Хәбип, Данил, Илгизәр, Илгиз, Ришат, Наил, Мирхәт, Зәбир, Илүс, Ленар, Рәфҡәт, Шамил, Әнис, Әндәлис, Альберт, Яғәфәр, Флүс, Айрат, Хәкимжан;

ҡатын-ҡыҙ: Рәмзилә, Асия, Фәйрүзә, Светлана, Әлфиә, Гөлсинә, Земфира, Филиза, Нәсимә, Зәйтүнә, Эльвера, Хәтимә, Рузилә, Рәфилә, Рита, Финна, Ләйсән, Зенфира, Илфира, Рәсүлә, Фәнзия, Хәлидә, Руфина, Хәтимә, Рузилә, Гөлбостан, Фирдәүсә, Әнүз, Рәмзиә.

Фамилиялар: Гәрәев, Ғәлиев, Баймурзин, Дияров, Хәмидуллин, Шәйхуллин, Китапов, Исламов. Идиятуллин, Әһәҙуллин, Хәдимуллин, Фәтхиев, Бакиров. Хәбибуллин, Мәхмүтов, Ғилданов, Латыпов, Нурлығаянов, Рәҡипов, Закиров, Зиннәтуллин, Гарипов, Махиянов, Мусин, Мазаев, Маннанов, Хәйдаров, Баянов, Фатыхов, Зәкиев, Баев, Ситдиҡов.

Ҡушаматтары: Кәнфит ҡапҡан — яңағы ҡабарып тора; Ҡорбанбикә – типик башҡортҡа оҡшаған; Сепрәк айыу — килбәтһеҙ; Балаҡ бете — теңкәгә тейеп ызалата; Шәтер — олаталары ч ,с хәрефтәре урынына гел ш, ж менән һөйләшкән (ҡапҡағыжны ашып шыйырларығыжны шығарып жибәрәм бит...); Ҡуян; Ҡазан байы — ҡорһағын киреп.кәперәйеп йөрөгән; Махо; Моҡот – наҙан нәҫел; Йылы ҡамыр; Кетерей; Көҙәкәй; Усаул; Әкчүрин; Алтын балыҡ; Дәдәү; Сушилка торбаһы — оҙон ҡатын; Кантур ҡомағы; Урынбай; Ҡоролтай — берҙәм нәҫел; Мәзин; Камай; Тәҡәлә; Хәтимәтика — элекке математика уҡытыусыһы; Ҡарател; Баҡа; Әрмән; Бәрән; Ут аллаһы; Фунфурик; Ҡара Әминә; Эпи Фәниә; Йомошсо; Япун; Үзбәк; Ҡабаҡ; Аҡ ыштан; Шәкә; Бай хәйерсе; Аҡмасан Ҡарға; Ҡайыш аяҡ; Культуристка; Баймырза ҡарағы; Бүлтерек; Хөппи; Төлкө Өлфәт; Тауыҡ Өлфәт; Метеор; Президент — ауылға күсенеп килгән яңы кешеләрҙе гел үҙ тирәһенә йыя; Ун өс —Юныс ҡарттың ҡушаматы, Юныс тигәнде ун өс тип ҡыҫҡартҡандар. Ә һәр көн иртәнсәк радионан: “Говорит радиостанция Юность” тигәнгә, Юныс ҡарттың әбейһе Ғилмиә: “Көн дә таң атһа, Юнысты һөйләйҙәр”, — тигән була ти.

Информанттар:

1. Маннанова Хәтимә Хәтмулла ҡыҙы, 65 йәш, йыйыштырыусы булып эшләгән.

2. Мусина Фина Юныс ҡыҙы, 70 йәш, һауынсы булып эшләгән.

3. Хәмиҙуллин Киағап Сибәғәтулла улы, 87 йәш, бригадир булып эшләгән.