Акмуллинская олимпиада

Кейекбаев И.И., 6-сы класс

Фәнни етәксеһе: Баййегетова Г.Т.

АУЫЛЫМ ТАРИХЫ ХАЛҠЫМ ТАРИХЫ

(Баймаҡ районы Таулыҡай ауылың топонимдары)

Ер-һыу атамалары халыҡтың тарихын, тормош-көнкүрешен, мәҙәниәтен сағылдарған тылсымлы бер көҙгө ул. Шуға күрә ер-һыу атамаларын, уларға ҡағылған тарихтарҙы, легендаларҙы ваҡытында теркәп алып ҡалыу, уларҙы киләһе быуындарға еткереү зарур.

Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы Һаҡмар йылғаһы буйында ултыра. Ауыға нигеҙ һалған Таулыҡай Сураҡов хөрмәтенә аталған. Таулыҡайҙың ике улы булыуы билдәле: Аҡҡусар (1730-1821 йй.), Йәнйегет (1752-1821 йй.)

Йылға исемдәре

Ҡарғалы йылға— Һаҡмарҙың һул ҡушылдығы. Был атаманың мәғәнәһе тураһында ике төрлө фекер йөрөй:

1) Элек йылға буйында тирәктәр үҫкән, унда ҡарғалар күпләп оя ҡорған һәм бала сығарған.

2) Борон был ерҙә Ғәле исемле кеше йәйләгән. Уны икенсе бер Ғәле исемле кеше менән бутамаҫ өсөн Ҡарға Ғәле тип йөрөткәндәр. Ҡарға Ғәле еңелләштерелеп, Ҡарғале, Ҡарғалы булып киткән.

Һаҡмар йылғаһы— Урал батырҙың кинйә улының исеме Һаҡмар була. Бер ваҡыт халыҡҡа һыу етмәй башлағас, Урал батыр уландарын саҡырып ала һәм:

— Аяғығыҙ тартҡан яҡҡа сығып китегеҙ, иллә-мәгәр бер ағым һыуға барып етмәйенсә, артығыҙға әйләнеп ҡарамағыҙ, һаҡ барығыҙ, — тип әйтә лә, үҙенең күҙҙәренә йәш эркелә, улар ергә тәгәрәп төшә, сөнки ул улдарының кире әйләнеп ҡайтмаҫын белә. Һаҡ бар тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан, күрәһең.

Бара торғас, Һаҡмар бер ҙур йылғаға барып еткән. Артына әйләнеп ҡараһа, үҙенең эҙе һайын күләүектәр барлыҡҡа килеп, үҙ-ара тоташып, ҙур бер йылғаға әүерелгән, ти.

Ыштанаҡҡан— эстән аҡҡан йылға булғанға халыҡ һөйләшеүендә ыштанаҡҡан һүҙенә әйләнгән. Үрге Таулыҡайҙың зыяратына китеп барғандағы тәүге йырын.

Шишмә, кисеү атамалары

Татыр шишмәһе— Һаҡмар йылғаһының һул  ҡушылдығы. Һыуы татырлы (тоҙ тәме) булғанға шулай аталған.

Арҡыса шишмә— Һаҡмар йылғаһының уң ҡушылдығы. Ул Һаҡмарға уң яҡтан арҡыры килеп ҡоя. Исеме арҡыры мәғәнәһен аңлата.

Ҡолмәт кисеүе— Үрге Таулыҡай ауылы Ҡолмөхәмәт исемле кешенең йорто тапҡырында Һаҡмар йылғаһы аша сыҡҡан кисеү.

Урта тал кисеүе— хәҙерге Таулыҡай малсылыҡ фермаһы тапҡыры. Һаҡмар буйында элек өс өйкөм тал ҡыуағы үҫкән. Шуларҙың урталағыһы тәңгәлендә йылғаны ат менән аша сығып йөрөгән кисеүҙе Уртатал кисеүе тип йөрөткәндәр һәм хәҙер ҙә шулай атала.

Хәҙрәт кисеүе— Түбәнге Таулыҡай ауылында 1863-1927 йылдарҙа йәшәгән күренекле мәғрифәтсе, Таулыҡай мәҙрәсәһенең мөдәрисе Хәлиулла бин Мөхәммәтрәхин ибн Әл-Бөрйән хәҙрәттәре ихатаһы тапҡырындағы Һаҡмар кисеүе Хәҙрәт кисеүе тип атала.

Урски (Орск) кисеүе— хәҙерге райондар төҙөлгәнгә тиклем Баймаҡ районы биләмәләре Бөрйән волосы Урски өйәҙенә ҡараған. Волостан өйәҙ үҙәгенә йөрөгән юлдан Һаҡмар аша Таулыҡай ауылы эргәһендәге кисеүҙән сыҡҡандар. Кисеүгә Урски кисеүе исеме йәбешеп ҡалған.

Оҙонгүл кисеүе— Үрге Таулыҡайҙан Түбәнге Таулыҡайға сыҡҡан кисеү.

Йөлөк шишмәһе— Граждандар һуғышы Баймаҡ районы ерҙәрендә бигерәк тә ҡатмарлы, оҙаҡ һәм күп ҡанлы бәрелештәр менән үткән. Урындағы халыҡты ҡыҙылдары ла, аҡтары ла, ике яҡты танымағандары ла килеп, кеше үлтереп, талап йөрөгән. Уларҙың һуңғылары ауылдан алыҫ булмаған сауҡалыҡта, шишмә буйында йәшенеп йәшәп йөрөгән. Уларҙы ауыл халҡы йөлөк (жулик) тип атаған. Шул урман һәм шишмә хәҙер ҙә Йөлөк урманы һәм Йөлөк шишмәһе тип атала.

Оронимдар

Яңғыҙ ҡарағай ҡаяһы. Элек унда. ҡарағай урманы булған. Түбәнге Таулыҡай ауылынан алыҫ түгел текә яр башында бер яңғыҙ ҡарағай үҫеп ултыра. Ә түбәндә Һаҡмар йылғаһы аға. Был балаларҙың да яратҡан төйәге. Унда килеп улар һыу инәләр, ҡомда ҡыҙыналар. Хатта көтөүселәр малды ла ошонда һыуларға төшөрә. Ошо ҡарағайға ҡараптыр инде кешеләр был төбәккә Яңғыҙ ҡарағай тигән исем биргән.

Арҡыса тауы— Таулыҡай ауылынан  урманға киткән юл эсендә тауҙар буйлап бер бәләкәс кенә йылға аға. Йылға ярында муйыл, ерек, ҡайын ағастары, гөлйемеш, ҡарағат ҡыуаҡтары үҫә. Уның түбәнге ағымында колхоздың һөтсөлөк фермаһы урынлашҡан. Бәләкәй генә булһа ла тауҙарҙы арҡыры ярып  аҡҡаны өсөн халыҡ был йылғаға Арҡыса йылғаһы тип, ә тау теҙмәләренә Арҡыса буйы тауҙары тигән исем биргән.

Иркәш, Күстәнә тауҙары. Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер ир менән ҡатын. Ирҙең исеме Күстәнә, ә ҡатыныныҡы Иркәбикә булған. Улар бик татыу йәшәгән. Көтмәгәндә һуғыш башланып киткән. Күстәнә менән Иркәбикәнең ашарға аҙыҡтары бөтә башлаған. Улар аҙыҡ эҙләп, исемһеҙ ике тауға йүнәлгәндәр. Күстәнә бер тауға, ә Иркәбикә икенсе тауға менгән. Улар икеһе лә шул тауҙан төшә алмай, үлеп ҡалғандар. Халыҡ уларҙың исемен мәңгеләштереп, бер тауға Күстәнә, ә икенсе тауға Иркәш тип исем ҡушҡан.

Көнтөшмәҫ— тау исеме. Тау битләүе төньяҡҡа ҡарай. Унда йәй көндәре лә ҡояш йылыһы төшмәй.

Ҡарағай һырты— текә яр башында яңғыҙ ҡарағай үҫеп ултыра. Тау һырты “Ҡарағай һырты” тип атала.

Бурһыҡ ояһы— Арҡыса йылғаһы буйындағы текә ҡая. Унда элек бурһыҡ аулағандар, ауыл халҡы бурһыҡ майын һәр төрлө ауырыуҙан ҡулланған. Хәҙер ере тапалып бөткән, көтөү көтөлә. Бурһыҡ та, башҡа йәнлек тә юҡ.

Заһрый баҙы— Күсәбә йылғаһы буйында. Мусин Заһретдин тигән кеше 1950 йылдарҙа ағас ҡырҡып, баҙға тултырып яғып, колхоз тимерлеге өсөн күмер етештерә. Әле лә ошо урын “Заһретдин баҙы” тип атала.

Һандуғас һырты— ауылға яҡын ғына, ҡалҡыу урында. Тирә-яғында ағастар шаулап үҫкән, һандуғастар һайлап торған. Хәҙер ағаслыҡ та юҡ, һандуғас та һайрамай.

Сураҡ ҡаяһы— Күсәбә йылғаһына һул яҡтан Ҡыҙылташ йылғаһы, уң яҡтан Аҡташ йылғалары килеп ҡойған урындағы ҡая таш. Сураҡ батыр төйәге булған.

Ҡарағай һырты— текә яр башында яңғыҙ ҡарағай үҫеп ултыра. Тау һырты “Ҡарағай һырты” тип атала.

Микротопонимдар

Ҡаҙыр биләмәһе—Ҡананикольск яғына ҡарай урман эсендәге бер аҡлан. Ҡаҙыр — Ҡаратуҡайҙың атаһы, 1690 йылдар тирәһендә ошонда йәшәгән, тип фараз ителә.

Яңғаҙы баҫыуы— Арҡыса һыртында. Түбәнге Таулыҡай кешеһе Яңғаҙы Сәғәҙәтов тирә-яҡта даны таралған бай кеше булған. Үҙенең иркен ерендә баҫыу тотоп, иген сәсеп, хәлле көн күреп йәшәгән.

Абдулла ояһы— ауылдан 15 км алыҫлыҡта урман эсендәге аҡлан. Абдулла Саппаров һәм уның “эйәрсәндәре” (ҡараҡтар) ҡасып йәшәгән урын. Абдулла бандит тип тә йөрөтәләр уны. 1935 йылда колхоз активисы, комсомол башлығы, уҡытыусы Исмәғил Яхинды атып үлтерә. Аҙаҡ тотола һәм үлем язаһына хөкөм ителә.

Уҫаҡ түше— Бикеш – Таулыҡай араһындағы иген баҫыуы. Элекке ваҡытта ул ерҙә уҫаҡ ағастары шаулап үҫеп ултырған. Һуғыш башланғас, иген баҫыуына әйләндерелгән.

Тирмән туғайы— ауылдан 2 км алыҫлыҡта Һаҡмар йылғаһы буйында элек ел тирмәне булған, хәҙер исеме генә ҡалды.

Бүреле— ауылдан 25 км алыҫлыҡта, ауыл кешеләре шунда бесән эшләй. Алыҫ булһа ла ятып эшләгән кеше юҡ, унда бүреләр күп, тиҙәр.

Боронғо урам исемдәре

Ауыл ҙур, матур. Ул бер нисә урамдан тора. Элек урам һуҙылған яҡта кем алда йорт һалған, шуның исеме ҡушылған булған. Таулыҡай ауылы үҙе бер нисә ҡушамат —исемдән тора.

1) Сәғиҙә инәй торған өлөшө Султыҡай тип атала. Элек бында бер Сынтимер тигән тимерсе булған. Шуның исеме үҙгәреп килеп, ошо көндә Султыҡай тип үҙгәртелгән.

2) Алаҡай тигән өлөшө бар. Ауылдың был өлөшөндә йәшәгән кешеләр “алабай” булғандар, йәғни юҡ-барҙы һөйләүселәр. Халыҡ уны үҙгәртеп, Алаҡай тип исем ҡушҡан.

3) Баштире өлөшө. Бында Баштире тигән ауылдан күсеп килгән халыҡ йәшәгән.

4) Ҡаратуҡай урамы. Был урамда йәшәгәндәр кеше менән аралашҡандар. Элек Ҡаратөбәк тигәндәр. Халыҡ  уны үҙгәртә килеп, Ҡаратуҡай тигәндәр.

Яҙып алынған бер яҙманы тәҡдим итәбеҙ.  

Ауыл ҙурая, матурая, әммә тирә-яҡтағы тәбиғәттең йәме бөттө. Хәҙерге көндә элекке Һаҡмарҙың береһе генә — “Оҙонгүл” аға, ул инде йәйен-ҡышын  һыуын бер кимәлдә тота, йылғаның төп үҙәне булып ҡалды. Тулы һыулы элекке төп үҙәне ағыуын туҡтатты, ҡороно. Түбәнге Таулыҡайҙар йәмле Һаҡмарҙан мәхрүм булды. Боронғо ике Һаҡмар араһында йәйелгән йәмле туғайҙарҙың хәҙер саңы борҡоп ҡына ята. Заманында сиҙәм ерен күтәрәбеҙ тип, һөрөп иген сәсеп маташтылар, үлән үҫтереп ҡаранылар, ләкин унда бер нәмә лә үҫмәне, ҡороно. Хатта элек үҫкән үләндәр, төрлө сәскәләр эҙһеҙ юҡ булды.  Ат йөҙҙөргән “Рафиҡ” ятыуының, хатта өс һайғау буйламаған күлдең урыны ла беленмәй. Шул элекке Һаҡмар буйының тәбиғәте, хозурлығы күҙ алдында тора, төшкә инә, онотолмай”. (Баййегетов Хөрмәт Халис улынан яҙып алынды)