Акмуллинская олимпиада

Йосопова И.А., 10-сы класс

Фәнни етәксеһе: Мусина Т.Ә.

ТАРИХ ЯҘЫР ИНЕМ ТАШЫҢА...

  (Баймаҡ районы Әмин ауылы материалына таянып)

Башҡорт халҡының үткән тарыхы һанһыҙ яуҙар, батыр ир-егеттәр һынында күҙ алдыма килеп баҫа. Яуҙарҙың ниндәй хәтәрен үткәрмәгән башҡорт, яугирҙарҙың ниндәйен генә үҫтермәгән был башҡорт!

Бына ошо тарих, ер теле, ерҙең үҙенсәлектәре  географик атамаларҙа ла сағылыш таба.

Заманында академик М. К. Любавский «Бер халыҡ та үҙ азатлығы өсөн башҡорт кеүек ҡан түкмәгән», — тип яҙа.

Эйе, иҫ китерлек хәл, әммә факт был. Башҡорт халҡы рус колонизаторҙарына ҡаршы 89 тапҡыр ҡорал күтәргән. Һары Мәргән, Сәйет, Алдар, Килмәк, Аҡай, Ҡараһаҡал, Батырша, Салауат яуҙары... Был исемдәр һәр башҡорт йөрәгендә йәшәргә тейеш. Уяулыҡҡа саҡырып, батырлыҡҡа өндәп тора һәр башҡортто был ғәзиз исемдәр.

Нимә, кем хаҡына булған был халыҡ күтәрелештәре, бихисап ҡан ҡойош?! Башын ниңә шундай афәттәргә һалған башҡорттоң аҫыл ир-егеттәре?!

Әлбиттә, ер өсөн, ирекле тормош өсөн, халыҡ азатлығы өсөн, бөхетле киләсәк быуын өсөн.

Шундай батырҙарҙың береһе: бөрйән ырыуы батыры, 1755 йылдарҙа үткән ихтилалда ҡатнашыусы, беҙҙең ауыл батыры — Әмин батыр.

Әмин ауылы

Яғалса тауы итәгендә, йәмле Һаҡмар буйында, тәбигәт ҡосағына төрөнөп ятҡан Әмин ауылына көтмәгәндә 30-лаған һалдат менән Брагин исемле бер кенәз килеп төшә. Ул «Ташҡаҙған» тигән тауҙан аҡ кварц ташын сығарта һәм кирбес һуҡтыра башлай. Тимерлек төҙөтөп, балта, кәрәк-яраҡтар эшләтә. Һәр бер балта эшләгән кешенең балтаһын ташҡа һуҡтырып тикшереп ҡарай. Әгәр ҙә балта йәнселһә, ул кешенең башын киҫтерә. Шулай итеп, Әмин батырға ла сират килеп етә. Ул балта оҫтаһы булған була. Үҙе эшләгән балтаһы менән ҙур ташты яра һуға.

Урындағы ауыл халҡы Брагиндың ҡанһыҙлығынан зар-ихтизар илай.

Егет кеше кәләш ала алмай, ҡыҙҙар кейәүгә сыға алмай. Әгәр ҙә берәй егет рәхсәтһеҙ кәләш ала икән, Брагин ул ҡыҙҙы тартып алып, тәүге өс төндө үҙе шул ҡыҙ менән үткәрә икән.

Әмин батырҙың да кәләшен шулайтып мыҫҡылларға уйлай.

Тик Әмин батыр Брагиндың Талҡаҫ буйында ял иткәнен белеп ҡала ла уҙенең дуҫтары менән уны ҡамыш араһында һағалап ята. Брагин кәмәгә ултырып, Талҡаҫ күленең уртаһына килеп еттем тигәндә, Әмин батыр ҡамыш араһынан килеп сыға ла уҡ менән атып ебәрә. Уҡ Брагиндың күкрәген тишеп үтә. Ул шул Талҡаҫ күленең уртаһында батып үлә. Шулай итеп, Әмин батыр ауыл халҡын яуыздан ҡотҡара.

Һуңынан Брагинды кем үлтергәнен һорап йөрөһәләр ҙә бер кем дә, бер һүҙ ҙә әйтмәй. Халыҡ үҙ батырҙарын һатмай. Батша кешеләре килеп, ауылды яндырып китә. 1790 йылдар аҙағында ғына ауыл яңынан тергеҙелә һәм Ташауыл исеме менән телгә алына. Олатайымдың хәтирәләре буйынса 19 быуат аҙағында Әмин батыр хөрмәтенә ауылды Әмин тип йөрәтә башлайҙар

Эйе, батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй. Әмин батыр баҡыйлыҡҡа китһә лә уның тураһында халыҡ онотмай, уны ҙурлап ауылға уның исемен ҡуша. Ауыл уртаһындағы түбәлә уға арнап һәйкәл асыла.

Әмин батыр тураһында легенда телдән-телгә, быуындан-быуынға күсә килә. 100 йәшлек ҡарттан алып, яңы ғына теле асылған сабыйға тиклем «Мин- Әмин ауылынан, мин-Әмин батыр тоҡомонан» тип ғорурлана.

Мөһөрбикә

2003 йылда мәктәп бинаһында “Гөлкәй” балалар баҡсаһы ла асыла. Уның территорияһында Мөһөрбикә тигән изге урын бар. Был легендаға ла күҙ һалып үтәйек.

Элек 30-40 –сы йылдарҙа, тормош етешһеҙ саҡта кеше ауылдан-ауылға йөрөп көн иткән. Сөнки ятыр урыны, малы, бесәне, донъя көтөр өсөн кәрәк ярағы булмағанға тегендә–бында сабып йөрөгән яңғыҙаҡ әҙәмдәр күп булған. Ләки улар хәйерсе булмағандар.

Бына ошондай әҙәм-затына инә лә инде Мөһөрбикә инәй. Заманына күрә уҡымышлы әбей була. Уҡый, яҙа-һыҙа белгән ул. Йыш ҡына Әмин ауылына килеп йөрөр булған. Ул дини кеше, халыҡ араһында үҙенең яҡшылығы, изгелеге менән ихтирам ҡаҙанған була. Күп кенә ауыл кешеләренә кендек инәһе була ул. Сөнки заманында дауахана булмай.

Хәҙерге көндә Әмин балалар баҡсаһы урынлашҡан ерҙә түбә кеүек йоморо ғына ҡалҡып торған ташлыҡ бар. Ваҡытында был урында Ғәлин Ғәтиәт олатай аҙан ҡысҡырған. Ә башҡа ваҡыттарҙа Мөһөрбикә инәй аҙан ҡысҡырған. Был сихри Аллаһы Тәғәләнең моңо ишетелгән урын.

Мөһөрбикә инәйҙең изге урынын аңлап, Ғәтиәт олатайҙың килене Ҡотлобикә инәй әбей-һәбейгә, бала-сағаға ошо урында сәй эсергән. Ошонан килеп сыҡҡан да инде изге Мөһөрбикә урыны. Бөгөнгө көндә лә ауыл аҡһаҡалдары Мөһөрбикә инәй тураһында тик яҡшы иҫтәлектәр һаҡлай.