Акмуллинская олимпиада

Иҫәндәүләтова Я.М. 9-сы класс

Фәнни етәксеһе: Иҫәндәүләтова Г.Р.

БАЙМАҠ РАЙОНЫ ИШБИРҘЕ АУЫЛЫНЫҢ

ЕР-ҺЫУ АТАМАЛАРЫ

Ишбирҙеауылы Баймаҡ районының көньяғындаКрепостной-Йылайырйылғаһы буйында урынлашҡан. Артабан һүҙ ошо ауылдың ер-һыу атамалары тураһында булыр.

Йылайыр йылгаһы. Йылайыр йылғаһы (Яман Йылыйыр, Крепостной Йылайыр, Ялан Йылайыр) — Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы.

Йылға исеменең мәғәнәһе тураһында бер нисә фекер йөрөй.

Йылы— йылғаның ҡултығы, айыраһы, айыр,ҡушылдыҡ.

Йылы ер— йылғаның ҡушылдыҡтары ҡыш көнө лә оҙаҡ туңмай, бөтөнләй туңмағандары ла бар. Ошо мәғәнәле ике һүҙҙән яһалған тигән фекер бар.

Ғалимдарҙың ҡайһы берҙәреЙылайырһүҙен боронғоЖалаирисемле күсмә халыҡ исеме менән бәйләй.

Был йылғаныКрепостной Йылайыртип атайҙар. ”Крепостной” һүҙе был яҡтарға рус колонизаторҙары килеп урынлашып, йылға буйына ҡәлғә- нығытма төҙөлөүе менән бәйле. ХалыҡтаЯлан Йылайыртип тә атайҙар. Был көнбайыштараҡ аҡҡанУрман Йылайырынанайырыу, аныҡлау өсөн шулай аталалыр. Тағы ла был йылғаныЯман Йылайыртип тә йөрөтә ололар. Был яҙ көндәре йылғала көслө ташҡындар булыуы менән аңлатыла.

Ҡарағаслы морон.Ишбирҙе ауылының көньяғындаҠарағаслы моронтауыурынлашҡан. Уның төньяҡ битләүендә ҡарағай, ҡарағас, ҡайын һәм башҡа ағастар үҫә, көньяҡ битләүе яланғас. Ауылдың башҡа бер урынында ла ҡарағас үҫмәй. Шуға күрә халыҡ был урынды«Ҡарағаслы морон»тип атаған.

Талсыя тауы.1-се вариант. Бик элек был тау морононда күн заводы урынлашҡан булған. Бөтә ауыл халҡы Ҡондорош йылғаһы буйында тал төйгән. Был тал күн эшкәртеүгә бик күп кәрәк булған. Халыҡ тауҙы«Тал төйә»тип атаған.«Тал төйә»һүҙенән «Талсыя» һүҙе килеп сыҡҡан булырға тейеш.

2-се вариант. Тауҙың морон яғында, Ҡондорош йылғаһы буйында, бер урыҫ байыМатвейтал эшкәрткән. Ишбирҙе халҡы был байға тал һыҙырып он, сәй, шәкәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтарын алып торған. Шуға был тауға «Талсия», тип ҡушҡандар. Былтал сыйыу, тал һуйыу, тал эшкәртеүһүҙенән килеп сыҡҡан булырға тейеш.

Әлимсат ауылы. Был ауыл Әбделкәрим ауылынан йәйләүгә күп кешеләрҙең килеп, ошонда төпләнеп ҡалыуынан барлыҡҡа килгән. Ауылға йылға исемен биргәндәр.Әлимсат ауылындайәшәгәндәрҙең бөтәһе лә Әбделкәримдән сыҡҡан кешеләр.

Мәүлиха ятыуы.Элек Ишбирҙе ауылынан көнбайышҡа 7-8 км тирәһе алыҫлыҡтаӘлимсаттигән ауыл булған. Шул ауылға бара торған юлда«Мәүлиха ятыуы»бар. Ни өсөн ул ятыу шулай атала һуң?

Ҡатын-ҡыҙҙар аят көндө йома һыуы төшөргә йылғаға баралар.Мәүлихаисемле ҡыҙ йылғаға беренсе булып һикерә, һыуға һикерә лә кире сыҡмай. Ҡатын-ҡыҙ аптырашып ҡысҡыра башлай. Мәүлиха сыҡмағас, һыуҙан эҙләргә булалар. Тик бушҡа була, таба алмайҙар. Шул ваҡыт Сәфиулла тагән ҡарт килеп сыға. Ул Мәүлиханы эҙләргә һыуға төшөп китә. Йылға ситендә шаулап талдар үҫкән була. Уларҙың тамыры һыу аҫтына йәйелгән икән.Мәүлихашул тамырҙар аҫтында соҡорҙа ятҡан була. Үлеме, тереме икәнен берәү ҙә белмәй, һыуҙан алып сығып ҡыҙҙы һуҙап һалалар. Шул ваҡыт бер эт килеп сыға ла ҡыҙҙың эргәһенә килә. Ләкин кешеләр этте ҡыуып ебәрәләр. Аҙаҡтан кемдер этте ҡыуырға ярамағанлығы тураһында әйтәләр, сөнки йәне сығып өлгөрмәгән кешенең эргәһенә йән эйәһе бара тиҙәр. Шул ваҡыттан алып был ятыуҙы «Мәүлиха ятыуы» тип йөрөтәләр.

Ҡыҙыл яр. Крепостной-Йылайыр ауылына барғанда һул яҡта Йылайыр йылғаһы тауға төкөп боролош яһай. Шул ерҙә ул тау битләүен уҙенең тулҡындары менән ныҡ ашаған. Шуның арҡаһында ҡыҙыл балсыҡлы 10-15 м бейеклектәге яр барлыҡҡа килгән һам халыҡ уныҠыҙыл Яртип атаған.

Бәшәртыуған. Ишбирҙе ҡарт тәүҙәБәшәтрыуғандайәшәгән. Йәшәгән дәүерендә Бәшәр исемле ҡыҙҙары тыуған. Шуның өсөн был ерҙеБәшәртыуғантип исемләгәндәр, ә йылғаһыБәшәр йылғаһытип атала.

Тимерсе яланы,йылғаһы30-40 йылдарҙа Ишбирҙе ауылы «Салауат» колхозына ҡараған. Ауыл халҡы игенселек менән шөғөлләнгән. Колхоз баҫыуҙары ауылдың көнсығышында булған. Һабан, тырма һәм башҡа ауыл хужалығы ҡорамалдарын йунәтер өсөн яланда тимерлек эшләгәндәр. Шуға күрә ул яландыТимерсе яланытип, ә йылғаһынТимерсейылғаһытип йөрөтәләр.

Мунсаҡбаш. Ауылдың төньяғындаМунсаҡбаш яланыһуҙылған. Ялан ни өсөнМунсаҡбаштип алаған һуң?

Элекке заманда ауылда бер әбей йәшәгән. Уның бик яратҡанмунсағыбулған. Бер көндә бесән сабып йөрөгәндә, яңылышмунсағынтөшөрөп ебәрә һәм ул юғала. Шунан һуң был яланды «Мунсаҡбаш» тип йөрөтә башлағандар.

Ҡондорош. Ишбирҙе ауылының көнбайышындаҠондорош йылғаһыаға. Ул Йылайыр йылғаһына ҡоя. Йылға бик матур урман араһынан аға. Бындаҡондоҙбик һәйбәт үрсей. Был исемде есеменә тап килеүе тураһында шик юҡ. Шулай ҙа был исемдең килеп сығыуы тураһында урындағы халыҡ телендә икенсе бер аңлатма ла бар.

1-се вариант. Йәнәһе, йылға буйындағы туғайҙа сабынлыҡ урыны өсөн ике кеше бәхәсләшеп, дөрөҫлөктө иҫбат итә алмағас, һуғышып киткән, бер-береһенә йоҙороҡ ҡундырышҡандар. Шунан ҡалғанҡундырышһүҙе, үҙгәрә килеп,Ҡондорошбулып киткән, имеш.

2-се вариант. Бик борон былҠондорошбуйында ҡаты һуғыш булып үткән, һуғыштан һуң ҡан йылға булып аҡҡан. Кешеләр был хәлде күреп, йылғаны «Ҡандырыш» һүҙенән «Ҡондорош» исеме килеп сыҡҡан.Ҡондорошйылғаһының һыуы электән үк бик һыуыҡ булған. Йылайыр йылғаһы Ҡондорош ҡушылған еренән бик һыуыҡ.

Балһыя. Бик элек Ишбирҙе ауылында бер ҡарт йәшәгән. Ул ауылдан ситтә бал ҡорттары тотҡан. Бер көндө ул ат менән бал алып ҡайтып килгәндә аты өркөп киткән. Шунан ҡарттың мискәләге балы йылғаға аҡҡан. Ҡарт аптырап ҡарап торған да «Йылғаға был да һыя икән», тип әйткән. Шунан һуң был кисеүҙе ҡарттың һүҙҙәренә ҡарап, «Балһыя» тип атағандар.

Шәкүр барагыһәмТимерсе йылғаһы.Шәкүртигән оҫтаТимерсейылғаһыныңуң яғына, Ишбирҙе ауылынан 6 км алыҫлыҡта, барак, йәғни бер бәләкәй йорт төҙөй. Эргәһенә тимерлек төҙөп, халыҡҡа төрлө кәрәк-яраҡ эшләгән. Илдәге бола ваҡытында төрлө ҡорал эшләгән. Ҡылыс, һөңгө, суҡмар, һунар бысағы, халыҡ өсөн һуҡа эшләп биргән. Шуға ул ялан һәм йылғаТимерсетип атала. Ә инде шул яландың бер урынынШәкүрбарагытип йөрөтәләр.

Һибәт барагы. Ишбирҙе ауылында Салауат колхозы төҙөлгәс, тәүге председателе булып Бөрйән-Йылга ауылананРәхимғолов Һибәттигән кеше тәғәйенләнә. Преседателлектән сыҡҡас, ул Алғаҙы менән Крепостной Йылайыр ауылдары араһында Аҫҡарыҙы йылғаһы кисеүе эргәһенә йорт һалып, ғаиләһе, мал-тыуары менән килә һәм лесник булып эшләй. Был урындыҺибәт барагыисеме менән йөрөтәләр.

Буранбай яланы. Был ялан Ишбирҙе-Баймаҡ юлында, Ишбирҙе юлынан Ҡана юлы айырылған урындағы ялан.Буранбай сәсәнменән ярҙамсыһыИбраһимҡайҙандыр үтеп барышлай, Буранбай ауылында үҙенең туғандарында булып китергә була һәм ошо ауылда туҡтайҙар, бер нисә көн ял итәләр. Бер көнБуранбай сәсәнүҙенең һиҙеү һәм тойомлау көсө менән ниндәйҙер ҡаршы көс килгәнен һиҙә. Төн етеүен көтөргә була һәм, туғандарына һиҙемләүен әйтеп, аттарын эйәрләп ҡуя. Был көс ҡайһы яҡтан килерен көтәләр. Ауыл йоҡоға талғас, күп һыбайлыларҙың Баймаҡ яғынан килгәне күренә.Буранбай сәсәнүҙенең ырымлык көсө менән тегеләрҙең аңын ала һәм Ибраһим менән Ҡышлыуар йылғаһы буйы урманына ҡаса. (Ҡышлыуар йылғаһы 1-Этҡол ауылы эргәһендә). Ошо урманда улар бер нисә көн булалар. Буранбай ауылы урмандан күренеп тора, улар дошмандарын ошонан күҙәтәләр. Һыбайлылар ауылдан киткәс, Буранбай менән Ибраһим Шүлкә ауылы яғына китәләр, бер нисә көн Ямаш ауылында ышаныслы дуҫында туҡтайҙар. Шунан улар Йылайыр йылғаһы буйлап, Ишбирҙе ауылына китәләр. Ошо Буранбай сәсән туҡталған ялан уның исеме менән йөрөтөлә.

Һаҡҡолаҡ. Ҡондорош йылғаһына ҡойған бәләкәй генэ шишмә тамағында Әлимсат ауылынанСөләймәнисемле кеше күп йылдар буйына баҙ тотҡан, йәйгеһен, унда ҡуна ҡалып, күмер яҡҡан. Төндә, атына айыу-бүре теймәһен тип, тыңлап ята торған булған. Үҙе ҡолаҡҡа бик һаҡ була.

Көндәрҙең береһендә ауылдаштарының, мәрәкә өсөнСөләймәндетөндә килеп ҡурҡытайыҡ, тип һөйләшкәндәренСөләймәнтау аша ишетеп ятҡан да, тегеләрҙең юлдарына ҡаршы сығып, үҙҙәрен ҡурҡытып ҡайтарған. Шул замандан бирлеСөләймән баҙыбулған ялан һәм бәләкәй шишмәҺаҡҡолаҡисемен алған, имеш.

Ҡарағас түше. Ишбирҙе ауылына ҡаршы Яман Йылайыр буйында бер яландыҠарағас түшетип атағандар. Ялан уртаһында бейек һәм бик йыуан ике ҡарағас үҫеп ултыра. Ялан исеме ошо ике ҡарағасҡа бәйле.

Ул ҡарағастар үҙҙәрендә тағы ла бер хәтирә һаҡлай. Заманында был ҡарағастарғаДәүләтбирҙин Аллабирҙетигән бер уҙаман соҡоп солоҡ ҡорттарына умарта эшләгән булған. Үҙе Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып ҡалған.

Киленбоҫҡан. Йылайыр буйында йәшәгән байҙың яңғыҙ улы булған. Уға күрше ауылдан килен әйттерәләр. Бай ялсы тотмаған, хужалыҡта бөтә эшен улы менән килененә йөкмәткән. Ҡайны-ҡәйнәһенең уҫаллығына һәм ауыр эшкә түҙмәгән йәш килен ҡасып ҡайтырға сыҡҡан. Артынан ҡыуып килеүселәрҙән Йылайыр буйындағы бер ҡоя башында, бейек үлән араһына боҫоп, йәшенеп ҡалған. Был ер шул ваҡиғанан һуңКиленбоҫҡантип атала башланған.

Хәҙрәт тауы. Был тауҙа бер бөртөк кенә ҡайын үҫкән. Бер хәҙрәт. көн һайын ошо ҡайын эргәһенә килеп. намаҙ уҡыған. Шуға күрә был тауҙыХәҙрәт тауытип атағандар.

Сәхрә тауы. Ишбирҙе ауылынан ике саҡрым төньяҡтараҡСәхрә тауытигән бер ҡалҡыулыҡ бар. Борон башҡорттар йәй көндәрен йәйләүҙәрҙә үткәрер булғандар. Тирмәләр ҡороп, мал-тыуар аҫрап, һунарсылыҡ менән шөғөлләнеп, ҡымыҙ бешеп көн иткәндәр. Көҙгө һалҡындар етеү менән, ауылға ҡайтҡандар.

Шулай бер йәйге көндә ошо йәйләүгә юғалған йылҡы малын эҙләп, сит кеше килеп сыға. Йәйләү урынлашҡан тәбиғәтте күреп, һоҡланып: «Һеҙ бында сәхрәлә йәшәгән кеүек иркенлектә йәшәйһегеҙ!» — тигән. Сит кешене ошо һүҙҙәренән һуң йәйләүҙәгеләр үҙҙәренең эргәһенән алыҫ булмаған тауғаСәхрә тауытип исем бирәләр.

Хибиза боҫҡан тауыһәмшишмәһе. Борон Кейекбирҙе тигән бер ҡарттыңХибизаисемле берҙән-бер ҡыҙы булған. Ул эшсәнлеге, уңғанлығы һәм зирәклеге менән башҡаларҙан айырылып торған. Үҫеп еткәс, Ғүмәр исемле егет менән осрашып, яратышып йөрөгәндәр. Улар, ата-әсәләренән фатиха алып өйләнешергә һүҙ ҡуйыша. Тик байлыҡҡа, малға ҡыҙығып, аталары ҡыҙын икенсе кешегә йәрәшә. Йәйҙең матур бер көнөдә, уға бата уҡытырға йыйынғандарын еңгәһенән ишетеп, иртәнсәк, кеше-маҙар күрмәҫ элек, ҡыҙ, ауылдан сығып, шишмә буйына йәшеренә. Уны бик оҙаҡ эҙләһәләр ҙә таба алмайҙар. Бай кейәү, үсегеп, алып килгән ҡиммәтле бүләктәрен кире алып ҡайтып китә. ҺуңынанХибизакире өйөнә ҡайта. Аталары уның теләгенә ҡабат ҡаршы төшә алмай. Ошо замандан алып Йылайырҙаң көнбайыш ярындағытауһәм унан ағып төшкәншишмәХибизатип атала башлаған.

Әбеҫҡан ҡаяһыһәмйылғаһы. Борон, 19-сы быуат башында, ҡаты йот аслыҡ осоронда, бер яңғыҙ әбей хәлле генә байҙың тауығын урлап һуя. Был хәлде бай хужа белеп ҡала, бик ныҡ асыулана, әбейҙе үлтереү менән янай. Әбей ҡурҡып урманға ҡаса һәм йәй буйы төрлө үлән, тамыр һәм емеш-еләк менән туҡланып шунда йәшәй.

Берҙән-бер көндө бай һыбай йылҡыларын эҙләп йөрөгәндә, теге әбейҙе күреп ҡала һәм, унан үс алыр өсөн баҫтыра башлай. Әбей, нисек тә булһа байҙан ҡотолор өсөн, бөтә көсөнә алға йүгерә, әммә ҡасып барған саҡта тауҙағы ҡая аҫтынан сығып ятҡан шишмә башындағы һаҙлыҡҡа ҡолап төшөп, шунан йән бирә.«Әбей осҡан» тигән һүҙбәйләнешӘбесҡанбулып киткән.

Хафиз ҡарағайы. Ишбирҙе ауылынан Петровка исемле урыҫ ауылына барган тура юл буйында бик бейек тә, йыуан да йөҙйәшәр ҡарағай үҫә. Уны борон-боронданХафиз ҡарағайытип атайҙар.

Хафиз исемле бер һунарсы егет үҙенең ҡыйыулығы, изге күңеллегелеге менән ауылдаштарының ихтирамына йәштән лайыҡ булған. Ул ер-һыуын сит бауырҙан һаҡлаған, урыҫтарҙың баш-баштаҡлығынан илен, халҡын ҡурсалап йәшәгән, уны үҙҙәренең дошманы итеп күргән урыҫтар, һағалап йөрөп, һунарға сыҡҡан сағында тотоп туҡмағандар һәм шул ерҙә ҡалдырып киткәндәр. Хафиз, аңына килеп, ҡайтыу яғына сыҡҡанда, ҡарағай төбөнә һөйәлеп ултырып, йән биргән. Ауыл халҡы яратҡан улын юғалтыуҙы бик ауыр кисергән. Уның һуңғы һулышына шаһит булған ҡарағайҙыХафиз ҡарағайытип йөрөтә башлағандар.

Ҡуһа йылғаһы. Ҡуһа — Крепостной йылғаһының һул ҡушылдығы. Уның оҙонлоғо 17 саҡрым. БоронҠуһабуйында ошо уҡ исемле ауыл да булған. Ҡуһа башҡорттарҙың һөйләшендә «ҡамыш» тигәнде аңлата. Тимәк,Ҡуһа— ҡамышлы йылға тигән мәғәнә бирә.

Урыҫҡырылган. Ишбирҙе ауылынан Йылайыр районыныңҠолалат(Иван Кувалат)ауылына китеп барғанда ошондай исемле аҡлан бар.

Башҡорт ерҙәрен колонизациялауға ҡаршы күтәрелгән күп һанлы ихтилалдарҙың береһен баҫтырыр өсөн ебәрелгән батша ғәскәре менән урындағы халыҡтың ойошҡан төркөмдәре араһында оҙайлы бәрелештәр булған. Сираттағы көслө бәрелештән һуң ике яҡтың да яугирҙары бик ныҡ арыған һәм туҡтап ял итеп алырға булған.

Даими хәрби хеҙмәттәге әҙерлекле һәм ҡораллы батша ғәскәре менән алышыу өсөн көстәр нисбәте күп тапҡырға ҡайтыш, шулай ҙа ҡаршы торорға кәрәк була.

Төн ҡараңғыһы төшөп, урыҫ яугирҙары йоҡоға талғас, башҡорттар урындағы байҙың бер өйөр йылҡы көтөүен батша ғәскәре өҫтөнә йүнәлтеп, һөрән һалып ҡыуа. Күмәк ат тояҡтары, кешеләр тауыштарына албырғап ҡалған урыҫтарҙың күбеһе ошонда юҡ ителә, әсирғә алына. Ошо ваҡиғанан һуң был урын «Урыҫҡырылған» тип атала башлаған. Ул урында һунынан Ишбирҙе ауылынан Түңгәүер ырыуы башҡорттары утарлап йәшәгән.