Акмуллинская олимпиада

Иҫәнбаева Ф.А.

Етәксеһе: Таһирова З. Р.

Йылайыр районы ерлегендә ҡорот эшләү алымдары

“Ағы барҙың туғы бар”, ти халыҡ  мәҡәле. Ысынлап та, халҡыбыҙ тормошонда борон-борондан аҡтан эшләнгән ризыҡ айырым урын алып торған. Башҡорт халыҡ аштарына күҙ  йүгертһәң, иң оҫта, шул уҡ ваҡытта дауалау йәһәтенәндә бик файҙалы аҙыҡтар һыйыр  ағынан яһала. Башҡорттар һыйырҙы бик борон замандарҙа уҡ ҡулға эйәләштергән. Был хаҡта данлы “Урал  батыр” эпосы бәйән итә:

Миндә әрәм итергә,

Үгеҙ, һине тырышмам,

Яфаланып,көс түгеп,

Һинең менән айҡашмам.

Донъяла һин кешенән

Көслө юғын танырһың,-

Үҙең түгел,тоҡомоң менән

Кешегә ҡол булырһың!

Билдәле булыуынса,”Урал батыр” эпосы бик боронғо әҫәр. Бына  ҡайһы замандан уҡ һыйыр кешегә хеҙмәт итә башлаған, кеше  ҡулына эйәләшкән.

Шуның өсөн халҡыбыҙҙың һыйыр һөтөнән яһалған аҙыҡтары төрлө, уға  бәйләп сығарылған мәҡәлдәре лә байтаҡ. Һыйыр  һөтөн бик ҡәҙерләп һәм ҙурлап АҠ тип йөрөткәндәр. АҠ — изге төҫ, сафлыҡ, паклыҡ төҫө. Аҙаҡ һыйыр  һөтөнән яһалған бөтә аҙыҡтарға ла ошо атама күскән.

Һыйыр йыл әйләнәһенә һауҙырмай. Быҙаулар алдынан һыуала йәки һөт биреүҙән туҡтай. Унан һуң ҡыш көнө һөтө лә мул булмай. Бына ошо осорҙа аҡтан өҙөлмәҫ өсөн төрлө аҙыҡ әҙерләп  ҡалған башҡорт ҡатындары. Сөнки улар витаминға ғәйәт бай. Аҡтан аҙыҡ әҙерләүҙең үҙ  сере, үҙ оҫталығы бар. Шуға күрә мин Йылайыр  районының  Сәләх  ауылында йәшәгән  инәйҙәрҙән һыйыр ағынан ҡорот эшләү тураһында яҙып алдым.

Хәҙер мин Сәләх ауылында йәшәгән Фәрзәнә Әбделғәләм ҡыҙы тәжрибәһенән һеҙгә ҡорот эшләү алымдарын тәҡдим итәм.

Бының өсөн, айыртылған һөттө ҡайнаталар. Йылымыс ҡына булғас, уға ойотмос һалып, өҫтөн йылы итеп ябып ойоторға ҡуялар. Бер аҙҙан ҡуйы, тәмле генә ҡатыҡ барлыҡҡа килә. Бер  нисә  көн ултырғас, ҡатыҡ әсе тәм ала. Ҡатыҡты ҡаҙанға (йәки ҙур кәстрүлгә) ҡояһың, аҫтына ут тоҡандыраһың. Талғын утта, ҡатыҡ ҡайнап сыҡҡансы бер туҡтауһыҙ болғатып тораһың. Төйөрҙәрен  яҙып, ташып китергә ирек бирмәйһең. Был эркет ҡайнатыу була. Шулай оҙаҡ ҡына талғын утта ҡайнатаһың. Һуңынан эркетте (оҙаҡ ҡайнып ултырған ҡатыҡты) һыуытаһың. Һыуытмай тоҡҡа ауҙарһаң, эркет һыуы күп сыға, ҡорот шыйыҡ була.  Һуңынан,  махсус тоҡҡа һалып, һарҡытырға ҡуяһың. Эркет һарҡып бөткәс, ҡоротто йомарлап киптерәһең. Әсе ҡорот килеп сыҡһын өсөн тоҙ ҡушып ебәрәм, сөсө булһын тиһәм, шәкәр өҫтәйем. Эркет һыуын, айырым һауыттарға һалып, һалҡын урында һаҡлайым, сөнки ул сәс өсөн бик файҙалы. Ул баш тиреһенә һеңеп, төрлө ауырыуҙарҙы юҡ итә. Мәҫәлән, ҡауаҡты  бөтөрә, сәс һынмай башлай, осо осланып үҫмәйк, шулай уҡ  баш ауырыуын баҫа.

Ә инде ҡороттоң файҙаһы, дауаһы иҫ китмәле. Ҡоротто “башҡорт фесталы” тип тә йөрөтәләр. Сөнки ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләгән шифалы хәләл ризыҡ. Ул С витаминына  һәм башҡа файҙалы мәтдәләргә бай. Һыуыҡ тейгәндә, юғары температура менән ауырығанда  ҡоротто иҙеп, аҡ йәки һары май, борос  ҡушып, ҡайнар һыу һалып эсһәң, шунда уҡ тирләтеп «һыуыҡты ҡыуып сығыра». Кипкән ҡоротто бала-сағаның ауыҙ эсе боҙолғанда имергә бирә инек. Ул ҡутыр кеүек яраларҙы ла тиҙ дауалай. Ә яңы тыуған баланың кендеге уңалмай йонсоһа, шыйыҡ ҡоротто һөртөргә кәңәш итә торғайнылар.

Элек беҙ ҡоротто лапаҫ башына ҡояш битенә ҡаратып һалып киптерә торғайныҡ. Кипкән ҡорот бер ҡасан да боҙолмай, иҫкермәй, тәмен дә юғалтмай. Бөгөн иһә һыуытҡыстарға һалып һаҡлайҙар. Әммә мин киптереп һаҡлау ысулын һаман да ҡуймайым, тип йылмая уңған инәй.

Ә ошо уҡ ауылда көн иткән Хәмиҙә инәй Рәмова (1939 йылғы) ҡорот эшләү серҙәренең бөтөнләй икенсе яҡтарын өйрәтте. “Ҡорот—халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе,” — ти Хәмиҙә инәй. —Уны әҙерләр өсөн айыртылған һөттө ҡайнатып алып, ҡатыҡ ойотам. Ҡатыҡ ҡойолған һауытты йыш-йыш болғатып торам. Ул саҡта ҡорот тиҙерәк әсей. Ҡорот төйөрһөҙ булһын өсөн, болғата-болғата талғын утта ҡайнатып алам. Ҡайнап сығыр алдынан самалап тоҙ һалам. (Әгәр емеш-еләк ҡушыр булһам, тоҙ һалмай торам.) Ҡайнап сығып һыуынғас, махсус киндер тоҡҡа һалып, һарҡытырға ҡуям. Бер нисә көн тороп һарҡҡас, йомарлайым. Мин ҡоротто сейә, муйыл емештәре ҡушып эшләйем. Һарҡытылған ҡоротто табаҡҡа ауҙарам да ҡамыр баҫҡан кеүек итеп, тәменсә тоҙ ҡушып баҫам. Муйылды ит турағыс аша ике ҡат үткәрәм, ә сейәне һөйәктәренән айырып эшләйем. Бына шул әҙер ниғмәттәрҙе ҡоротҡа ҡушып баҫам һәм йомарлап, һыуытҡысҡа һалып ҡуям. Ҡорттоң төрлө ауырыуҙарға дауа булыуы ла бик билдәле. Бөгөнгө көндәге йәштәр төрлө ҡиммәтле дарыуҙар ала. Ә үҙебеҙҙең аш-һыуҙарыбыҙҙың мең ауырыуға дауа булғанын һанламайҙар. Борон бына күңел болғанғанда, тамаҡҡа аш бармағанда, балаларҙың эсәк буйындаға селәүсендәрҙе юҡ итеүҙә  фәҡәт ошо ҡорот ярҙамға килә торғайны”, —тине инәй үҙенең бай тәжрибәһе менән уртаҡлашып.

Ҡорот эшләү бик мәшәҡәтле, ауыр эш.  Уны тик сабырлы, уңған ҡатын-ҡыҙ ғына атҡарып сыға ала. Әммә инәйҙәрҙең әйткәндәренән, уҡылған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, файҙаһы бик ҙур. Мәрйәм апай Бураҡаевның "Тормош һабаҡтары" дәреслегендә яҙылғанса, ҡоротто башҡорттар әллә ҡайһы замандарҙан бирле һыуыҡ тейеүҙән дә, эсәктәге паразит селәүсендәрҙе ҡыуыр өсөн дә, тамаҡҡа аш бармаған саҡта ла файҙаланған. Ҡайһы бер йәрәхәттәрҙе лә ҡорот менән ыуып дауалағандар. Эренле яраны, ҡутырҙы ҡорот йәки эркет өҫтөндәге үңеҙ йә ҡаҫмаҡ һөртөп бөтөргәндәр. Ҡорт саҡҡан, йылан саҡҡан урынға ла  ҡорот һөрткәндәр, тиелә унда.

Ә интернеттан алынған мәғлүмәттәрҙә былай тип яҙылған:  “Һимеҙ итте күпләп ашаған, һөҙлөклө һурпа эскән башҡорт халҡын холестериндан тап ошо ҡорот ҡотҡарған да инде. Баҡһаң, ҡороттағы ферменттар итте эшкәрткәндәге бүленеп сыҡҡан организм өсөн ағыулы булған матдәләрҙе нейтралләштерә икән. Һимеҙ ит шулай итеп ҡорот арҡаһында еңелерәк үҙләштерелә. Ҡоротто кәнфит урынына һурып, имеп йөрөгән кешенең  тештәре ап-аҡ һау була.  Был ҡороттоң кальцийға бай булыуына бәйле”.

 Экологик яҡтан таҙа ла, шифалы ла, тәмле лә милли аш-һыуҙарыбыҙҙы онотмайыҡ. Бәлки, киләсәк быуындың ҡоростай һау-сәләмәт, ныҡлы булыуына нәҡ  ул ярҙам итер.

Эшемде ошондай шиғыр юлдары менән тамамламаҡсымын:

Юл йөрөү ҙә ауыр түгел,

Кеҫәлә булһа ҡорот.

Юлда – юлдаш, яуҙа – яуҙаш

Башҡортҡа  – кипкән ҡорот.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. З.Биишева исемендәге “КИТАП” нәшриәте, 2011

2.М.С. Бураҡаева, И.Д. Бураҡаев, М.Б. Юлмөхәмәтов.  Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары. З. Биишева исемендәге “КИТАП” нәшриәте, 2011.

3. Н. Сафин “Башҡорт аштары”.

4. “Йәшлек” газетаһы, 8 август 2014 йыл.

5. http://moradimgazeta.wordpress.com

6. http://ba.wikipedia.org/