Акмуллинская олимпиада

Исламғолова Р.А., 9-сы класс

Фәнни етәксеһе: Латыпова И.М.

ИРӘНДЕК БУЙЫ ТАУҘАРЫНЫҢ АТАМАҺЫ

Баймаҡ районының Күсей ауылы 1750 йылда барлыҡҡа килгән. Ауылға Күсей ҡарт нигеҙ һала, Бөрйән ырыуынан була. Бында ул Дим яҡтарынан күсеп килә.

Ауылда тик башҡорттар ғына йәшәй, Бөрйән ырыуы башҡорттары.

Ауыл Ирәндек буйында урынлашҡан, унда өс шишмә аға: Ташкисеү, Аҡма, Сыуашбай.

Йәйләү (көҙләү) урындары: Ҡымыҙный, Шалҡантау йәйләүе, Мәмилә яланы, Олоҫуш, Йәкәү яланы

Ауылдағы аралар (аймак, түбә, зат, нәҫел): Белмәйемдәр  Исламғоловтар; Ипымдар — Сафиндар; Калпастар — Латыповтар; Эткәримдәр – Кәримовтар; Баймәттәр – Баймөхәмәтовтар; Байназарҙар – Байназаровтар; Ҡаҙаҡтар – Әбдрәхимовтар; Һөпөктәр – Ҡотлогилдиндар.

шишмәләр: Ташкисеү, Сыуашбай, Аҡма шишмәләре ҡушылып Султан  быуаһына төшә, шунан Ҡыҙыл йылғаһына ҡоя. Был шишмәләр Ирәндек башынан ағып төшә;

күлдәр: Өскүл, Ялтыргүл, Уләндегүл;

тауҙар: Оло бейек – тау бик бейек булғанға; Ҡаттансыҡ – малдың ҡаттансығына оҡшаған, шуға шулай атағандар;

һырттар: Ирәндек һырты;

ҡалҡыулыҡ, уба: Урта түбә, Түбәләс, Күсей ҡыры, Күсей үре;

ҡаялар, ҙур таштар: Күсемташ ҡаяһы, Ҡоҙғонташ, Тағанташ, Йәнгүҙәй, Ҡараташ, Фәйрүзә ташы;

урман исемдәре: Ҡорҙоғайын, Талморон, Асағайын Тимерйән;

үҙәктәр (ҡулдар): Сейәлеүҙәк Кәндрәш, Ғәле үҙәге, Морат үҙәге;

юл исемдәре: Тимерйән юлы, Ҡыҫҡаҡ шүрәле, Оҙон Шүрәле, Бам юлы, Әлмөхәмәт юлы;

сабынлык, бесәнлектәр: Түбәнгеһаҙ, Түңәрәк ҡыуаҡ, Зыя талы, Тумарҙы, Ҡараһаҙ,Башмармаҡ, Ҡоттобулат, Тәпәшәк билән, Аксинйә, Асағайын, Нарайыҙ

күпер исемдәре: Ташкисеү күпере, Аҡма күпере, Ҡошкүпер;

ҡоҙоҡ (ҡотоҡтар): Менәүәрә, Төпкөл, Иһәс ҡотоғо, Талморон, Йәшел, Ҡоттобулат ҡотоғо, Тумарҙы ҡотоғо, Хәлил ҡотоғо, Мәмилә ҡотоғо, Йәкәү ҡотоғо, Ыласын, Исәнбаә, Әһел ҡотоғо;

кисеүҙәр: Ташкисеү, Үгеҙкисеүе, Ҡомкисеү, Мәмилә;

игенлек исемдәре: Саңҡобай, Нарайыҙ, Үләндегүл;

зыярат исемдәре: Татар зыяраты, Талморон зыяраты, Шәһиттәр ҡәберлеге;

ялан исемдәре: Йәкәү яланы, Аҡһыйыр яланы;

баҫыуҙар: Ҡушиләү, Һыйыр сағылы, Борсаҡ баҫыуы, Абдулла түбәһе;

ҡыуаҡлыҡ: Түңәрәк ҡыуаҡ;

Һаҙ, һаҙлыҡ: Йәшел, Аҡһыйыр Ҡарабикә, Айыуһаҙ, Сереккүл, Тоҡан, Түбәнгеһаҙ;

соҡор: Балсыҡ соҡоро;

ташөй, мәмерйә: Өйташ мәмерйәһе;

үҙән, ҡыҫыҡ: Ҡыҫыҡ; Мәмилә;

утар: Ҡазихан утары.

Күрше-тирәлә (районда) бөткән ауылдар: Ҡоштүбә, Ишбирҙе, Ҡаран, Шаҙағай, Моҫтай, Атанғол.

Ер-һыу атамаларынабәйле тарихтар, легендалар

Тағанташ

Был бик бейек ҡая  Әбйәлил районы сигенә яҡын урынлашҡан. Уның аҫтында юҡҡа сыҡҡан ауылдарҙың урындары әле лә һаҡланған. Хөсәйен, Шаҙағай, Ҡаран Ишбирҙеһе тигән ауылдарҙан халыҡ Күсейгә, Хәлилгә күсеп китеп бөткән. Тауҙың атамаһына бәйле легенда былай.

Борон ошо тау аҫтында, Дарыулы йылғаһы буйында, бер байҙың йәйләүе булған. Уның бик һылыу ҡыҙы булған. Төрлө яҡтарҙан килгән яусыларҙың береһен дә ҡабул итмәй, ти был ҡыҙ. Йырсы, телгә оҫта ҡыҙ байҙа көтөүсе булып йөрөгән көрәшсе, ҡурайсы ярлы егетте яратҡан. Был егет ҡыҙын һоратҡас, бай: «Ҡалым түләгәндәй малың юҡ. Анау бейек ҡая башына өй һалырлыҡ бүрәнәләр күтәрһәң, ҡыҙымды кәләш итеп бирәм», — ти. Сәмсел егет ҡая башына ике-өс бүрәнәне мендереп, таған итеп терәп ҡуя. Быны күргән бай әллә күпме бай кейәүҙәрҙе кире ҡаҡҡан ҡыҙын ярлыға биреп ебәрергә ғәрләнә һәм ярандарына егетте ҡая башынан төртөп төшөрөргә ҡуша. Ярандары был бойороҡто үтәй. Егеттең ҡолап һәләк булғанын күреп торған ҡыҙ ҡаянан ташланып үлә. Ҡая башындағы таған оҙаҡ ҡына тора, һуңынан, ел-ямғырҙан ашалып, ауып төшә. Бүрәнәләре ҡарағастан булғас, серемәй оҙаҡ ятҡан тиҙәр. Тағанташ атамаһы шулай барлыҡҡа килгән. 

Ҡоҙғонташ

Был ҡая Тағанташҡа яҡын урынлашҡан.Ул Әбйәлил районына сығып ята. Бик бейек һәм осло ҡаяның башына тиклем элегерәк менеп булған, хәҙер унда менеүе ауыр һәм ҡурҡыныс. Янындағы ағастарҙа ҡоҙғондар күпләп оя ҡора. Эргә-тирәһе уларҙың тауышынан шаулап торғанға ла Ҡоҙғонташ тип атағандар. 

Эйәрташ

Был ҡаялы тау ҙа Тағанташҡа яҡын ғына. Алыҫтан ҡая эйәргә оҡшаған. Уны икенсе төрлө Фәйрүзә ташы тип тә йөрөтәләр. Легендаһы буйынса, ҡасандыр был тауға кешеләр яҡын барырға ла ҡурҡҡан, сөнки эргәһендә айыу күп булған, имеш. Фәйрүзә исемле ҡыҙ ҡаятауға менеп, таҡмаҡ әйтеп бейеп төшкән. Шунан бирле ошо исем менән йөрөтөлә, тиҙәр. 

Тау атамаларын төркөмдәргә бүлеп тә тикшерҙем.

Хайуан, ҡош исемдәренә бәйле атамалар

Был төркөмгә Алабейә, Аҡһыйыр, Бурылбейә, Бурһыҡташ, Күкбәрән,  Ҡорҙоғайын, Һарыҡтау тип аталған тау һәм убалар инә.

Күреүебеҙсә, был атамалар халҡыбыҙҙың борондан малсылыҡ менән шөғөлләнгәнен сағылдыра. Уларға бәйле легендалар билдәле түгел, ғәҙәттә бындай атамалар шул тауҙа юғалған йә табылған, үлгән малға бәйле (Алабейә, Аҡһыйыр, Бурылбейә, Күкбәрән). Ҡайһы берәүҙәре был тауҙа теге йәки был йәнлек, ҡоштоң күплеген күрһәтә (Бурһыҡташ, Һарыҡтау, Ҡорҙоғайын).

Кеше исеменә бәйле атамалар

Тау, уба исемдәре: Морат, Ҡарабикә, Әхмәтша. Был төркөмгә ингән атамаларҙың да легендалары юҡ, ләкин был тауҙарҙа шундай исемле кешеләрҙең бесән сабынлыҡтары булыуы, йә был тауҙа көтөү көткән кеше исеме менән йөрөтөлөүе билдәле.

Хәл-ваҡиғаларға бәйле атамалар

Улар – Йәнгүҙәй, Йәнтәл, Күсемташ,  Ҡаратау, Ҡырылған. Был төркөмгә ҡараған тау атамаларының тарихы бик бай. 

Йәнгүҙәй

Ирәндектең иң бейек ҡаялы тауҙарының береһе. Уны Бесәй баш тип тә йөрөтәләр, сөнки алыҫтан, ысынлап та, бесәй башына оҡшаған: ике ҡолаҡлы, йомро башлы. Атамаһы ике өлөштән тора: Йән һәм күҙләй. Беҙҙең яҡ диалектына хас рәүештә, күҙләй һүҙендәге л өнө ҙ менән алышынған: күҙҙәй. Был һүҙбәйләнештәге н һәм к өндәре телмәр ағышында г өнөнә әүерелә, ә ҡуш тартынҡының ( ҙҙ) береһе, ғәҙәттә, төшөп ҡала. Бына шулай барлыҡҡа килгән Йәнгүҙәй һүҙе. 

Был тауға ошондай атама бирелеүе осраҡлы түгел. Йәнгүҙәй Ирәндек алдын һәм аръяғын уртаға бүлеп тора. Борон-борондан тау баштарында һаҡсы-күҙәтселәр торор булған. Дошман яҡынлай башлаһа, тау башына өйөлгән таштар өҫтөндәге сытыр, туҙ өйөмөнә ут төрткәндәр. Был сигнал биреү булған, сөнки төтөн тирә-яҡ ауылдарға ҡурҡыныс етеп килгәнен хәбәр иткән. Йән күҙләү Йән күҙҙәй Йәнгүҙәй. Бына шулай барлыҡҡа килгән был тау атамаһы.

Йәнтәл

Был уба Күсей ауылының көнбайышында урынлашҡан, ауылға яҡын. Атамаһы шулай уҡ ике өлөштән тора: Йән һәм тәл. Тәл булыу — берәй нәмәгә осрау, тап булыу тигәнде аңлата. Йән тәл булдыбер йән эйәһе тап булды тигән мәғәнәне бирә. Ысынлап та, был тау һаҙға тоташҡан, унда шәшке лә, ҡуян да, төлкө лә, көҙән дә күп. Борондан ауылда һунарсылар ҙа күп булған. Улар тоҙаҡтар ҡора торған булғандар. Ә һуғыш йылдарында тау аслыҡтан ҡотҡарыусы булған.

Күсемташ

Күсемташ— Ирәндектең иң бейек нөктәһе. Уның атамаһына бәйле легенда былай. Бөрйән ырыуының бер байы йылҡыларын юғалта. Эҙләй торғас, бер ҡаяташ башына менеп ҡарай. Әле Күсей ауылы ултырған ерҙә йылҡылары йөрөүен күрә. Бындағы һил төбәк, мул көтөүлектәр уның күңеленә хуш килә һәм ул ғаиләһе менән күсенеп килә. Байҙың исеме Күсем булып, теге ҡаяташ Күсемташ тип аталып киткән. 

Ҡаратау

Был тау ауылдың көнсығышында,Әбйәлил районы сигенә бик яҡын урынлашҡан. Әбйәлил районының Хәлил ауылы Күсейҙән ун ике саҡырымда ғына ята. Бик текә был тау шулай уҡ заманында тирә-яҡ ауыл халҡын ҡаҙаҡ баҫҡынсыларынан ҡурсалаған. Башына өйөлгән таш өҫтөнә үрт һалып хәүеф-хәтәр барлығын хәбәр итер булғандар. Атамаһы ҡарау тауы һүҙбәйләнешенән торған. Тора-бара ул Ҡар атауға әйләнгән.

Ҡырылған

Был уба ауылдың көнсығышында урынлашҡан. Әгәр көлкөлө лә, ҡыҙғаныс та бер хәл булмаһа, был уба исемһеҙ ҙә булыр ине, бәлки.

«Ирәндек» совхозының гөрләп торған сағында, 70-се йылдарҙа, бер көтөүсе һарыҡ көтөп йөрөгән шул убала. Күләгә яһап алып, китап уҡыу менән шул тиклем онотолған, ҡолаҡҡа ла ҡатыраҡ булған етмәһә, көтөүҙең икенсе башында йәш бүре һарыҡтарҙы һыға ла һала, һыға ла һала икән. Ярай әле, трактор килеп сыҡҡан. Трактор тауышына бүре ҡасҡан, бабай ҡараһа, байтаҡ һарыҡ ҡырылған, ти.

Тышҡы оҡшашлыҡҡа бәйле атамалар

Уларға Асағайын, Олобейек, Сатай, Ҡаттансыҡ тауҙары инә.

Асағайын

Был тау Олобейек тауының бер һырты. Итәгендә үҫкән ҡайындар асалы ағас (ҡуш ағас) һүрәтен хасил иткән. Алыҫтан тауҙа асалы ағас һүрәте төшөрөлгән кеүек күренә. 

Олобейек

Ауылдың көньяҡ-көнсығышында ятҡан бик бейек, текә тау. Оло урынды алып, йәйрәп, бик бейек булып ятҡанға ла Олобейек тип йөрөтәләр. 

Сатай

Был ағаслы тау юҡҡа сыҡҡан Ишбирҙе ауылы урынына яҡын булып, Күсей һәм Иҫәнбәт ауылдары араһында ята. Тауҙағы урманда зәғифләнеп, олонон сатай-ботай сыбыҡ ҡаплаған ҡайындар бик күп. Шуға ла Сатай тип атағандар. Был һаҙҙың эйәһе бар икән, тип тә һөйләй ололар. Сатай-ботай ботаҡлы ағастарҙы “бире өйгән” тип әйтәләр. 

Ҡаттансыҡ

Бик бейек ҡаялы тау Йәнгүҙәй һәм Күсемташ араһында ҡалҡып тора. Таштар, ҡатланып-ҡатланып, аҫтан өҫкә ҡарай күтәрелгән. Мал ҡарынының бер өлөшөнә, атап әйткәндә, ҡатлансығына оҡшап тора. Диалект шарттарында, л өнө т өнөнә алышына, һәм ҡаттансыҡ килеп сыға.

Урам исемдәре:

Йәнтәл — Йәнтәл тауына яҡын (Йәштәр);

Батыр Вәлид – шағир-фронтовик (Яңауыл);

Тәфтизан Миңлеғолов – Советтар Союзы Геройы (Оҙон урам, ҡалмаҡ);

Абдрахман Ғәлләмов – «Әлифба» китабының авторы;

Әсмә Баймырҙина – тәүге уҡытыусы (Аҫҡы урам);

Салауат Юлаев – Башҡорттарҙың милли батыры (Кәкре урам);

Хәмит Әхмәтов – ҡурайсы;

Түбәләс урамытүбә исеменән, шунда урынлашҡан;

Йәүҙәт Бикбирҙин— бейеүсе.

Күсей ауылы кешеләренең ҡушаматтары

Аҡҡаш – бер яҡ ҡашы-керпеге тыумыштан ап-аҡ булған кеше;

Томбойоҡ – бер ҡасан  да илағанын да, көлөп-йылмайғанын да күреп булмай торған кеше;

Дөйә – ҙур кәүҙәле, яйлап, һуҙа баҫып атлап йөрөгән кеше;

Баҡа – бала саҡтарында әйләнгән һайын һыу төшөп, һыу буйынан ҡайта белмәгән бер туған 4 ир-егет.

Шулай итеп, Ирәндек тауының тау-таш атамаларын өйрәнгәндә, халыҡтың иғтибарлы, күҙәтергә яратҡанын, бай телле булыуына иғтибар иттем. Данлы Ирәндек буйы тарихы менән яҡындан танышыу, уға бәйле төрлө хәл-ваҡиғалар тураһында ишетеү минең күңелемде байытты, үткәндәргә ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу уятты. Эҙләнеү эше барышында Мәләүез районында ла Йәнгүҙәй, Ҡарауыл тауҙары барлығын асыҡланым. Тыуған яҡты өйрәнеүҙе дауам итергә, тигән һығымтаға килдем.

Информанттар:

1. Исламғолова Яңылбикә Йәғәфәр ҡыҙы, 1939 йылғы, 75 йәш. 

2. Баймырҙина Зәкиә Зәки ҡыҙы, 1943 йылғы, 70 йәш.