Иҙрисова Р.Р., 8-се класс
Фәнни етәксеһе: Вәлишина В.Р.
БАЙМАҠ РАЙОНЫ КӘРЕШКӘ АУЫЛЫНЫҢ ҺӨЙЛӘШЕ
Ауылдың исеме Кәрешкә. Атамаһы сәскә исеме менән бәйле. Ауыл 1861 йылда барлыҡҡа килгән. Уға Буранғол Алдаров нигеҙ һалған. Ул Манһыр ауылынан кусеп килгән. Ауылда түңгәүер, бѳрйән ырыуҙарына ҡараған башҡорттар йәшәй. Ара исемдәре: тырмалар, әүһәләр, сусҡалар, ташбаштар Ауылдың элек йәйләгән урын исемдәре: Фәйзулла, Торнатышаған, Ѳсҡайын.
Ауыл янындағы географик объект атамалары: Ҡыңғырташ, Сырауташ, Юлый тауҙары һәм Сереккүл, Ташкисеү йылғаһы.
Кәрешкә ауылы халҡының һөйләше менән әҙәби тел араһында айырма ҙур булмаһа ла үҙенсәлекле күренештәрҙе осратырға
була.
Ауыл һөйләше башҡорт теленең көнсығыш
һәм көньяҡ диалектты үҙ
эсенә ала тип
әйергә мөмкин, беҙ ҡараған миҫалдар ҙа
ошоно дәлилләй.
Фонетик үҙенсәлектәр:
— а өнө тамаҡ төбө менән әйтелә. Мәҫәлән, ахыры, аҡ, ҡайтмайыҡ;
— а-у: анда — унда;
— сингармоник параллелизм булыуы күҙәтелә: кәсә — каса, сос — сөс,
сайыр — сәйер, колапара — көләпәрә.
— ң өнө н менән әйтелә: янаҡ — яңаҡ, баранмы — бараңмы,
тундынмы — туңдыңмы.
Был күренеш яңғыҙлыҡ исемдәргә таралған: исемдәр н өнө менән әйтелә. Мәҫәлән, Миннигөл — Миңлегөл, Миннибай — Миңлебай.
Б өнө һөйләштә м булып килә: моҙ — боҙһ.б.
Башҡа өндәрҙең күсеше: ҡаваҡ — ҡауаҡ, керфек — керпек,
сыбыҡтимер — тимерсыбыҡ, сайыр — сәйер.
Бик һирәк ғ, м тартынҡыларынан башланған ялғауҙар ҡушылғанда,
ҡылымдың л тартынҡыһы төшөп ҡала: кигән —килгән, кимәгән — килмәгән, буһасы —булһасы.
Кире сингармонизм варианты: ҡарт әсәй — ҡәртәсәй, ҡарт атай
ҡарттай, алып барыу — апарыу.
Морфологик үҙенсәлектәр:
Ялғауы: лар-ләр, нар-нәр, -лы-ле: ҡыҙлар — ҡыҙҙар, малайлар —
малайҙар; яҡлы —яҡты
Иркәләү–кесерәйтеүҙе белдергән һүҙҙәр: танаҡай — тана, өтөкәй — өлпөк, ҡолоҡай — ҡолон, асаҡай — асалы ҡойроҡ, сипей — себеш.
Күрһәтеү алмашының төбәү килеше – ныңа ялғау менән белдерелә:
мыныңа — быныңа
-малы ялғауы: ямғырҙан һуң күлдәк һығып алмалы ине.
-айыҡтар, -әйектәр ялғауы: 1) әйҙәгеҙ тиҙ генә эшләп ташлайыҡ.
2) бергәләп барып етәйекләр ҙә һуңынан ял итәрбеҙ.
Киҫәксәләр
Килдем дәйе — килдем дә баһа йәки килдем дә инде
Барҙылайы — барҙы ла инде
Барҙы лаһа — барҙы ла баһа
Бәйләүестәр
шайы — бер тин шайы
һалыу — эшләй һалыу
менән бәйләүесен төшөрөп ҡалдырып һөйләү күҙәтелә:
Илгиз икебеҙ — Илгиз менән икебеҙ;
Айгөл икебеҙ Сибайға барҙыҡ — Айгөл менән бергә Сибайға барҙыҡ;
Иҙел икәү уйнаныҡ — Иҙел менән мәктәптә уйнаныҡ.
Рәүештәр: бушалъюҡ — буштан-буш, ҡутарғанса — күп итеп,
аңғармайса — аңғармаҫтан, самай — тамам (как раз).
Метатеза күренеше (тартынҡы өндөң урыны алмашыныу)
Бөлдөргән — бөрлөгән, зыраят — зыярат, боралтыу — болартыу,
абҙар — аҙбар.
Борондан килгән рәүештәр ҙә нығынып ҡалғандар һәм һөйләштә
әүҙем ҡулланалар:
Хащяҡ — ерәнес
Ташый — һимеҙ кеше
Аңыш — аңра
Ширлек — эскәмйә
Ҡыштыҡлау — ныҡ бысрау
Лексик үҙенсәлектәр
Диалект |
Әҙәби телдә (йә һүҙҙең аңлатмаһы |
Аш өйө |
аласыҡ |
Олатай |
атай-әсәйҙән оло иркеше |
Ҡартәсәй |
атайҙың әсәһе |
Инәй |
атай-әсәйҙән оло ҡатынкеше |
Көртөй |
күкрәксә (телогрейка) |
Тумалаҡ |
йомро |
Бәтмәкәй |
бәләкәй |
Ҡыйыр |
икмәктең мөйөшө/сите/ |
Ылаҡ |
кәзә бәрәсе |
Мөгәрәп |
баҙ |
болғауыс |
тәртешкә |
Таҡта усаҡлыҡ |
аласыҡ |
Аңыш |
аңра,иҫәр |
Ҡул ялғап ебәреү |
ярҙам итешеү,эшләшеү |
Һѳт борам |
һѳт айыртам |
Өй икмәге |
әсе икмәк |
Тамаҡ бешереү |
ашарға бешереү |
Ишек алды |
урам эсе |
Һиңмай |
аҡылғы бер төрлө,иҫһеҙ |
Киҫәүһеҙ |
тыңлауһыҙ |
Мейес башын тыҡ |
мейес башын яп |
Кейемде текләү |
рәтләү |
Кѳпѳ салбар |
ҡалын салбар |
Өгөрсө |
ҡыяр |
херше |
пластик һут һауыты |
Күнәк |
биҙрә |
Битон |
фляга |
Талғыр |
әсе йыуа |
Амар-йомар / әүәш-тәүеш |
тиҙ-тиҙ(эшләү) |
Тәүгә |
тәү тапҡыр |
Ҡутарғанса |
күп итеп |
Баҙар көнө |
ял көнө |
Бәләкәй баҙар |
шәмбе көнө |
Бер быуа эшләү |
бер аҙ |
Береһе көн |
иртәнән һуң |
Ҡаҡ салҡан төшөү |
артҡа ҡарай ҡолау |
Арандай |
ҙур |
Көнөгә |
көнөнә |
Кәрешкә ауылынан 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Иҫке Сибай ауылындағы һөйләш араһында ла үҙгәрештәр күҙәтергә мөмкин:
Иҫке Сибай һөйләше |
Әҙәби тел (йә аңлатмаһы) |
Кәрешкә һөйләше |
апа |
атай-әсәйҙән оло иркеше |
олатай |
кәүек кенә |
еңел |
еңел генә |
төйөрөм |
төйөр |
төйөрсөк |
ҡыйлы иген |
тауыҡ еме |
отход |
Нығынған һүҙбәйләнештәр
бер быуа эшләү — бер тына
ауыҙын йыра әйттем — ныҡ итеп әрләнемборсаҡ стенаға шаҡ итеп ҡалды — кеше маҡтанғанда әйтелә
ызыҡаға тейеү — маҙаға тейеү
Һирәк ҡулланыла торған
ауыл һөйләшенә генә хас
күренеш:
хыялый — иҫәр, әүһә — ығыш, шыңшыу, хәсәкәй
— алйот.
Фәнни тикшереүҙәр һәр ауылда ниндәй булһа ла тел үҙенсәлеге барлығын күрһәтте. Шулай ҙа Кәрешкә ауылының һөйләшен күҙәткәндә халыҡтың һөйләше әкренләп әҙәби телгә яҡыная барыуына төшөндөм.
Информанттар:
1. Мѳхәмәтҡужина Әсмә Фазулла ҡыҙы, 76 йәш;
2. Вәлишина Флүрә Зиннәт ҡыҙы, 66 йәш.