Акмуллинская олимпиада

Дәүләтшина Г.И., 10-сы класс

Фәнни етәксеһе: Яҡшыбаева Ф.С.

БАЙНАЗАР АУЫЛЫНЫҢ ДИАЛЕКТ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ

ҺӘМ ТОПОНИМДАРЫ

Байназар ауылын икегә ярып, Ағиҙел йылғаһы аға. Ауыл эргәһендә Күгәрсен ҡаяһы, Ҡурыуҙы тауы, Суҡыташ, Шыуҙырмаҡ, Үгеҙһөҙгән шишмәләре бар. Ауылдан алыҫ түгел Ҡайын түш мәмерйәһе урынлашҡан.

Ауылды уратып тауҙар урынлашҡан. Иң бейеге — Ҡурыуҙы тауы. Янында ғына Суҡытау. Ҡаршыла Күгәрсен ҡаяһы. Кәлтәгәү исемле бесәнлек бар.

Ҡурыуҙы тауы

Был бик борон хандар, бейҙәр заманында булған. Ошо яҡын тирәләге кешеләрҙең малын, арыҫланмы шунда, бер хайуан ҡырған. Хан бейҙәрҙе саҡырып алған, бөрйәндеке Ҡарағөләмбәт булған, ҡыпсаҡтарҙыҡы —Бабсаҡ. Был бейҙәр урмандан теге арыҫланды табып үлтерергә тейеш булған, шуға көнө-төнө улар урман буйлап йәнлекте эҙләгән. Ҡыпсаҡ бейе Бабсаҡ беренсе булып арыҫланды табып, уҡ менән атып үлтергән һәм уның телен ҡырҡып алып, ҙур бер таштың аҫтына тыҡҡан да киткән. Ул көстө буған яман. Үҙенең арыҫланды атҡанын бер кемгә лә әйтмәгән. Шул саҡ Ҡарағөләмбәт ҡайтҡан: “Мин аттым да мин аттым”, — тип. Шул саҡ Бабсаҡ бей: “Әйҙә тикшерәйек, уның һәр ағзаһы ла теүәлме”, — тигән, үҙенең атҡаны тураһында ләм-мим. Тикшерә башлаһалар, арыҫландың теле юҡ. Шул саҡ Бабсаҡ бей: “Бына был арыҫланды мин атып үлтерҙем һәм телен бына ошо таҫ аҫтына тыҡтым, ташты ҡалҡытып ҡарағыҙ әле”, — тигән, тегеләрҙең береһенең дә ташҡа көсө етмәй, ти. Бабсаҡ ташты әйләндереп, телде күрһәткән.

Хан арыҫланды үлтергән кешегә үҙенең ҡыҙын бирәм, тигән. Шунан, туй ваҡытында Бабсаҡты Ҡарағөләмбәт артынан ата. Бабсаҡҡа кемдер берәү: “Ана, һине ата бит!” —  тип әйтһә, Бабсаҡ: “Атһын, ҡурҡаҡ кеше арттан ата ул”, — тип, әйләнеп тә ҡарамаған. Ҡарағөләмбәт Бабсаҡты үлтереп, уның ҡатынын үҙенә көсләп алып китә, был ҡатын Бабсаҡтан ауырлы булған була. Ҡарағөләмбәт был баланы үҙенеке тип йөрөй, малай тыуа. Малайға Күсәк тип исем ҡушалар. Малай егет ҡорона кергәс, бер әбей уға: “Был һинең атаң түгел, һинең атаң Бабсаҡ бейҙе үлтереп, әсәңде алып ҡайтты”, — тигән. Егет атаһы иленә барып, иң көслө егеттәрҙе йыйып, Ҡарағөләмбәткә ҡаршы һуғыш асырға йыйына башлай. Быны ишеткән Ҡарағөләмбәт ҡаса. Ҡасып барған Ҡарағөләмбәткә ҡатыны менән көтөү көтөп йөрөгән бер кеше осраған. Был кешене ҡурҡытып, Ҡарағөләмбәт ҡатынын алып китә һәм икәүләшеп бер кәбән аҫтында йәшәй башлайҙар.

Ҡарағөләмбәтте эҙләп килгән Күсәккә был көтөүсе осрап, вис һөйләп бирә. “Минең ҡатынды үлтерәм тип ҡурҡытып, ана теге кәбән аҫтында йәшәп ята”, — тип, быларҙың йәшенеп ятҡан урындарын күрһәтеп бирә. Шулайтып быны тотоп алып, ҡара һыйырға мендереп апҡайталар. Беҙҙең яҡта ана теге телебашня ултырған тау Ҡурыуҙы тип атала. Ана шул тауға әпкилеп, өс таш унда, ҡаҙан ултыртып, ҡутара ут яғып тегене шуның эсенә ултыртып ҡурған. Шунан башлап ул тау Ҡурыуҙы тауы тип атала башлаған.

(Байназарова Ғәйникамал Ғөбәйтулла ҡыҙы, 1927 йылғы, ошо ауылдыҡы, 9 бала әсәһе).

Бей кисеүе

Бей кисеүе — Байназар ауылынан түбәндәге кисеү. Элек Бөрйән менән ҡыпсаҡтар яу тотҡан. Шул яуҙа ҡыпсаҡ батыры Күсәк бей, бөрйәндәрҙе ҡыйратып, ырыу башы Ҡарағөләмбәтте ҡулға алған да, мыҫҡыл йөҙөнән ҡара танаға мендереп, Байназарға ошо кисеү аша алып ҡайтҡан. Шунан бирле кисеүҙе Бей кисеүе тип йөрөтә башлағандар.

(Дәүләтшин Зәйнәғәбдин Исмәғизәм улынан, Тулыбаева Зәлиә апай яҙып алған).

Һөйләш үҙенсәлектәре:

йаҡ— йуҡ

ҡай— ҡуй

һаң— һуң (раҫлау һүҙө).

сәтәш— йәтәс

Ялғауҙар:

1) Күплек ялғауы әҙәби телдәгесә: -дар/-дәр, -тар/-тәр, -ҙар/-ҙәр, -лар/-ләр: аттар, урмандар, кейәүҙәр, балалар.

2) Һүҙ яһаған ялғауҙар: -т, -д, -ҙ, -л: таштыҡташлыҡ, тоҙҙоҡ тоҙлоҡ, ҡомдоҡ ҡомлоҡ, һауҙыҡ һаулыҡ, балалыҡ менән.

г) -до, -но, -ҙы, -лы: ҡомдо—ҡомло, һыуҙы—һыулы, балалы.

ғ) -ҙәү, -тау, -дау, -лау: һөйҙәүһөйләү,  таштау ташлау, эштәү —эшләү, ҡомдау — ҡомлау, ҡаралау.