Акмуллинская олимпиада

Ғүмәров З.И., 11-се класс

Фәнни етәксеһе: Ғүмәрова З.Ф.

БАЙМАҠ РАЙОНЫ КҮГИҘЕЛ АУЫЛЫНЫҢ ТОПОНИМДАРЫ

Борон башҡорттар малсылыҡ менән шөғөлләлгән. Игенселек менән үҙҙәренә кәрәк тиклем генә булашҡандар. Йәйгелеккә йәйләүгә күскәндәр. Һәр араның үҙ йәйләүе булған. Ҡышҡылыҡҡа ауылға ҡайтҡандар. Ауылды «Төп йорт»  тип тә йөрөткәндәр.

Күгиҙел ауылына 1929 йылда нигеҙ һалынған. Нигеҙ һалыусылар ағас ҡырҡып йөрөгән комсомолецтар була. Халыҡ телендә уны Комсомол, Һәүәнәк тип тә атайҙар. Ауылда күбеһенсә бөрйән ырыуына ҡараған башҡорттар йәшәй. Ҡыпсаҡ, тамъян ырыуына ҡарағандар ҙа бар.

Аралар: тарамыштар, торналар, игәүҙәр, ҡара ҡурғаштар .

Ауыл Ирәндек тауҙарының бик матур ерендә урынлашҡан. Эргәлә генә Мунсаҡ, Муллатау, Сейәлетау, Һанҡала, Йәрмәк тауҙары, ә шишмәләрҙең иҫәбе–хисабы юҡ. Бейек ҡаялар: Суҡҡарағас ташы, Ҡоҙғонташ, Тарыуҙыташ (Дарыуташ тип тә йәрәтәләр), Тағанташ. Ошо ер–һыу атамалары тарихы менән тәүҙә таныштырып үтәйем. Ауыл тарихы  ошо топонимдар менән тығыҙ бәйле. 

 

Муйынсаҡ («Мунсаҡ») тауы

Ерҙә байҙар хакимлыҡ иткән ваҡытта була был хәл. Беҙҙең яҡтарҙа бер бай йәшәгән. Уның сибәр ҡыҙы булған. Ҡыҙын һоратып төрлө яусылар килер булған. Тик ҡыҙға уларҙың береһе лә хуш килмәй һәм ул атаһы йортонда йәшәй биргән.  Атаһы ҡыҙына һәр ваҡыт бүләк алып ҡайтыр булған. Балдаҡ, мунсаҡ, алҡа, зауыҡлы кейем-һалым менән һандығы тулған. Был ҡыҙға ауылдың бер ярлы егете ғашиҡ булған. Ҡыҙға ла был егет оҡшаған һәм улар осраша башлағандар, был хәбәр байға ла барып ишетелә. Ул ҡыҙын был ярлыға биргеһе килмәй һәм уларҙың икеһен дә үлтерергә ҡуша. Егет менән ҡыҙ был көндө урманда осрашалар, ҡапыл тауыштар ишетелә. Уларҙы байҙың кешеләре баҫтыра башлай. Ҡасып барғанда ҡыҙҙың яратҡан муйынсағы ағасҡа эләгеп өҙөлә һәм ергә һибелә. Улар муйынсаҡты йыйып ултырғанда. Бай ярандары арттарынан килеп етәләр һәм икеһен дә үлтереп китәләр. Шунан башлап  был тауҙы Мунсаҡ тауы тип йөрөтәләр.

Һаңғала («Ханҡала») тауы

Бынан 250–300  йылдар элек Башҡортостанда урыҫ баярҙарының ҡыҫымына, башҡорт ерҙәрен тартып алыуға ҡаты яуҙар булған.  Батша ғәскәре  менән башҡорттар алһыҙ–ялһыҙ һуғышҡандар, улар күп ҡырылған, күптәре ҡасып китергә мәжбүр булған. 

Шул осорҙа Ырымбур яҡтарынан бер хан үҙенең ғәскәре менән беҙҙең яҡтарға ҡасып килгән. Уның менән бергә уның ҡатыны ла булған. Ул ваҡытта беҙҙең яҡтарҙың тауҙары үтеп сыға алмаҫлыҡ ҡара урмандар менән ҡапланған. Хан иң бейек тауҙы һайлап, ғәскәре менән шул тауҙың  мәмерйәләрендә ҡасып йәшәй башлай. Был тауҙың башынан тирә–яҡ ус төбөндә генә күренеп торған. Улар һунар итеп, еләк–емеш менән тамаҡ туйҙырғандар, яңынан яу күтәрер өсөн ҡорал эшләгәндәр.

Батша ғәскәре уларҙы эҙәрлекләп килеп, күреп ҡалған. Тауҙың итәгендә ҡаты һуғыш булған. Хан да, уның ҡатыны ла был һуғышта үлеп ҡалғандар. Һуғыштан иҫән ҡалған һалдаттар уларҙы кейемдәре менән шул тауҙың башына күмеп китәләр. Киткәндә: «Беҙ китәбеҙ, хан ҡала» - тигәндәр. Шунан алып был бейек тауҙы Ханҡала тип йөрөтәләр.

Ханҡала тауында бик күп һуғыш ҡоралдары, уҡ–һаҙаҡтар табылған. Хандың, уның ҡатынының ҡәбер таштары ла булған. Хан ғәскәре йәшенеп йәшәгән мәмерйәгә ингән урыны ла билдәле.

 

Ташйорт ҡаяһы

Бер көтөүсе  егеттең бай ҡыҙына күҙе төшә. Бай ҡыҙы ла уны оҡшата. Улар бергә булырға вәғәҙәләшәләр. Егет байға ҡыҙын һоратып яусы ебәргән. Бай ҡыҙын ярлы егеткә бирергә риза булмаған. Егет бик ныҡ ныҡышҡас, бай уға ошондай шарт ҡуйған: «Бейек ҡаяның башына йорт һалһаң, ҡыҙымды бирәм».  Бай, егеттең хәленән килмәҫ был эш, тип уйлай.

Тырыш егет, көнө–төнө, арыу–талыу белмәй, ҡая башына йорт һалыр  өсөн, бүрәнәләр ташый башлаған. Быны ишетеп бай аптырауға ҡала. Ул егеттән ҡотолорға була.

Байҙың хеҙмәтселәре егеттең ҡаяға менгәнен күҙәтеп торалар һәм арҡанын ҡырҡалар. Егет бүрәнәләре  менән ҡаянан ҡолап төшә һәм үлә.

Халыҡ егетте ныҡ йәлләй, ләкин байға ҡаршы бер нәмә лә әйтә алмай. Ҡаяға Ташйорт тип исем ҡушалар.

                                                                                                 Матурҡай шишмәһе

Һаңғала тауы артында, матур яланда сылтырап  ҡына шишмә аҡҡан.

Бесәнселәр, юлаусылар шишмәнең татлы һыуын эсер булғандар. Бер көтүөүсе егет тә ошо шишмә буйында туҡтап ял итергә яратҡан. Уның татлы һыуын эсеп, кинәнес алған.

Шулай, йәйҙең йәмле бер көнөндә, егет шишмә буйында ял итеп ултырғанда, уның эргәһенә бер һылыу ҡыҙ килеп сыға. Ҡыҙ үҙен Матурҡай  тип таныштыра. Улар шунда уҡ бер–береһенә ғашиҡ булалар. Егет көн һайын ошо шишмә эргәһенә килеп, уның исемен ҡысҡырһа, ҡыҙ килеп сығыр булған. Улар уйнап–көлөп ваҡыт үткәргәндәр. Ҡыҙ менән осрашҡандан бирле, егет һарғайып ауырый башлай, хәле көндән–көн насарая. Шунан егетте муллаға күрһәтәләр. Мулла егеткә ҡыҙҙың кендеген ҡарарға ҡуша. Уңайын килтереп, егет ҡыҙҙың кендеген ҡарай һәм булмауын күрә, муллаға әйтә. Мулла егеткә бетеү яҙып бирә, уны егеттең кейеменә тегәләр. Егет менән осрашҡанда, ҡыҙ егеттең кейемендәге бетеүгә тейеп ала, ҡапыл йыланға әйләнә һәм шишмә буйындағы үләндәр араһына инеп юғала. Егеттең ауырыуы бөтә, ул көтөү көтөүен дауам итә. Ләкин ул ҡыҙҙы онота алмаған.

  Ауыл халҡы шишмәне Матурҡай тип йөрөтә башлай.

Ғәйзән ҡотоғо

Элегерәк Суҡҡарағас йылғаһы буйында, матур бер урында тәрән һыулы, таҙа ҡотоҡ була. Уны Төпһөҙ ҡотоҡ тип йөрөтәләр. Ләкин малды күп күтә башлағас, уның тирә–яғы ла, һыуы ла бысрана башлай. Уны һаҡлар өсөн шул яҡта йәшәгән Асылбаев Ғәзизйән, ҡотоҡто торба менән ҡаплатып, йүнәтеп ҡуя. Шунан алып был ҡотоҡто «Ғәйзән ҡотоғо» тип йөрөтә башлайҙар.

Һаҡтау

Ауылдан өс саҡрым төнъяҡта урынлашҡан тауҙы Һаҡтау тип атағандар. Башҡорттар быуаттар буйы ҡаҙаҡтар менән барымта менән ҡарымта түләгәндәр. Ҡанлы алыштар йыш булып торған. Был тирәлә йәшәгән тамъяндар менән бөрйәндәр бер булып һаҡланырға мәжбүр булғандар. Бының өсөн бейек тауҙарға күҙәтеү урындары ҡуйғандар, уларҙы Һаҡтау тип атағандар. Был ерҙә һәр саҡ һағауылдар торған. Һаҡтауҙа уларҙың торған урындары әле лә күренә. Бында таштан бура ла, бәләкәй генә аласыҡ та эшләнгән булған. Был урындан Ҡыҙыл йылғаһы буйы, Әүкәш, Һәүәнәк, Яғанса, Күсем таштары асыҡ күренә. Дошман күренеү менән, ошо тауҙарҙа торған һағауылдар ут яғып бер-береһенә хәбәр иткән. Тиҙ генә ғәскәр туплап, ҡаҙаҡтарға ҡаршы сығыр булғандар. Был тауҙан алты-ете  саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡалмаҡ (Мишәр) ауылы эргәһендә боронғо зыярат бар. Ололарҙың әйтеүенсә, был зыяратҡа ошондай алыштарҙың береһендә ҡорбан булған  етмешкә яҡын кешенең кәүҙәһе ерләнгән.

Тағанташ

Борон ошо яҡтарҙа бер бай йәшәгән. Уның берҙән-бер ҡыҙы булған. Ҡыҙы үҫә килә, яҡын тирәләге бер егеткә ғашиҡ була. Бай һис кенә лә ҡыҙын ярлы егеткә бирергә теләмәгән. Ул бының өсөн бер хәйлә уйлап тапҡан. Егет ҡыҙға килгәнен байҡап тора ла былай, ти:

— Һин, егет, минең ҡыҙымды кәләш итеп аларға теләһәң, анау ҡая  башына таған эшләп ҡуй.

Егет байҙың һүҙен үтәргә була. Был ҡая ташҡа берәү ҙә менгәне булмай. Егет арыу-талыу белмәй эшләй. Был ваҡытта бай егетте үлтерергә тип кеше ебәргән. Һуңғы ағасын мендереп барғанда егетте уҡ менән атып үлтерәләр. Элек был ташты Өстаған тип йөрөткәндәр. Ә хәҙер халыҡ телендә — Тағанташ.

 

Бабай һаҙы

1950 йылдарҙа һуғыштан һуң ауылдар хәлләнеп, ашлыҡ уңа башлағас, уларҙы элеваторҙарға ташыр өсөн транспорт етешмәй. Ошо ваҡытта уңышты һаҡлар өсөн ваҡытлы келәттәр төҙөлә. Баймырҙа ауылына яҡын бер урында ла ошондай келәт һәм ҡарауылсы өсөн аласыҡ бар. Ҡарауылсы итеп Баймырҙа ауылынан Дауытов Әбүбәкир ҡарт ҡуйыла. Уның әбейе Бибинур була. Икеһе лә динле Кеше була, тик балалары булмай. Был урындағы келәттәр 60-сы йылдарҙа юҡҡа сыға. Ошо келәттәр булған урын Бабай һаҙы тигән исем алған.

Вәлимә баҫҡан

1965  йылдарҙа бесәнде ҡырҙа ятып эшләгәндәр. Бының өсөн ҡыуыштар төҙөгәндәр. Ҡаһарманов Әширәф тигән кешенең ҡатыны Асылбаева Вәлимә (ул уҡытыусы булып эшләне) — бик ныҡ ирен ҡыҙғана икән. Бер төн ул иренең тоғролоғон тикшерергә яланға килә. Барыһы ла ауыр эш көнөнән һуң йоҡлап ятҡан була. Ят кеше килгәнен һиҙеп аттар бышҡырыша, эттәр өрә башлай. Айыу килгән икән тип, ҡайһыһы һәнәк, ҡайһыһы салғы тотоп сығалар. Эштең нимәлә икәнен аңлағас, көлөшә башлайҙар. Вәлимә апай оялышынан ҡасып ҡайтып китә. Ошонан алып яланға “Вәлимә баҫҡан яланы” тигән атама бирелә

Ҡыҙыҡай түбәһе

Борон бер ҡалҡыу ерҙең эргәһендә Байбурин Әптрәхим тигән кешенең утары булған, уның берҙән-бер һылыу ҡыҙы ла була. Ҡыҙ ниңәлер үлеп китә. Ҡыҙ тау башында уйнарға ярата. Ҡыҙы үлгәс, бабай шул ҡалҡыулыҡҡа ҡарап, ҡыҙын хәтерләгән.  Ошонан алып, ҡалҡыулыҡты “Ҡыҙыҡай түбәһе” тип атай башлағандар.

Аҡтүш тауы

Ауылда бер көтөүсе йәшәгән. Уның Аҡтүш исемле бер эте булған. Ул гел ошо тауға сығып һарыҡ көткән. Бер көндө уның эте юғалған, ти. Көтөүсе ни тиклем эҙләһә лә этен таба алмай. Этенең иҫтәлегенә һарыҡ көткән тауға Аҡтүш исемен биргән.

 

Сыбарат тауы

Бер аҡланда бик күп аттар йөрөгән. Шулар араһында Сыбарат ҡушаматлыһы ла булған. Ул шундай матур, даны бөтә яҡҡа таралған ат булған. Малды ҡараҡтар урлап алырға уйлай. Уларҙан ҡасып Сыбарат бейек тау башына менә. Бурҙар уның артынан менгәс, тирә-яҡҡа ҡарап бер кешнәгән  дә, ҡаянан йығылып төшкән, ти. Шунан башлап  тауҙы Сыбарат тип йөрөтә башлағандар.

Моңдо ҡотоҡ

Борон-борон заманда булған был хәл. Бер байҙың өс ҡатыны була, дүртенсегә бик йәш, сибәр ҡыҙҙы кәләшлеккә алған. Ҡыҙыҡай бик алыҫтан килгән була. Һылыу йәш ыҙ көн дә эштән бушамаған. Тыуған ауылын, һөйгән егетен иҫкә төшөрөп, ҡоҙҙоҡҡа һыуға барған һайын түмәр башына ултырып, моңланып йырлаған, йә илаған, ти. Ошонан алып беҙҙең көндәргәсә һаҡланған был легенда. Хәҙер ҙә был ҡотоҡто  Моңдо ҡотоҡ тип йөрөтәләр.

 

Аҙнабикә ташы

Аҙнабикә  ярлы ғаиләлә үҫә. Ул бик сибәр, һөйкәүөмлө ҡыҙ булған. Атаһы Аҙнабикәне байға кейәүгә бирмәксе икән. Ләкин Аҙнабикә бының менән һис тә  риза булмаған. Сөнки ул бер ярлы, әммә батыр егетте яратҡан булған. Атаһы һөйгән егетенә кейәүгә бирмәгәс, Аҙнабикә бейек ҡаяға менгән дә, түбәнгә ырғыған. Бына ошонан алып ул ташты “Аҙнабикә ташы” тип  йөрөтәләр ҙә инде.

Йәрмәт тауы

«Һәүәнәк» совхозын төҙөүҙә Әбйәлил районының төрлө ауылдарынан талдан яҡшы ситән үргән оҫталар ҡатнашҡан. Ситән үреүселәрҙең бригадиры Хөсәйенов Йәрмөхәммәт (Хөсәин ауылы), Мәхмүт  ауылынан Ғафаров Кинйәғол, Ҡалмаҡтан Байгилдин Фазыл кеүек оҫта ҡуллы ситән үреүселәр булған. Эште оҫта ойоштороусы булғанға, Хөсәйенов Йәрмөхәммәтте управляющий итеп тәғәйенләйҙәр. Йәрмөхәммәт ғаиләһен күсереп алып килмәгән, шуға көн һайын эш бөткәс, тау аша Хөсәйен ауылына ҡайтып йөрөр булған. Ошонан һуң инде тауҙы Йәрмәт тауы тип йөрөтә башлағандар.

  Оһҡон ташы

Ауылдан биш саҡрым алыҫлыҡтағы был ҡаяны яңылыш Ҡоҙғон ташы тип йөрөтәләр, әммә мин, тарихты яҙып алған Ғәле Ғилметдин улы менән осрашып, бына ошоларҙы асыҡланым. Электән ошо тирәлә йәшәгән тамъян ырыуы башҡорттары Оһҡон ташы, ти. Сөнки был ҡая тирәһендә оҫҡон йыуаһы күп үҫкән икән. Ер ҡарҙан әрселеү менән халыҡ оҫҡон йыуаһы, ҡымыҙлыҡ йыйырға тап ошо ташҡа килер булған. Бында файҙалы үләндәр, башҡа урындарға ҡарағанда тәмлерәк булған, иртәрәк сыҡҡан. Бына шулай атама бирелгән дә инде Оһҡон ташына.

Ауылыбыҙҙа ни бары биш урам. Иң ҙуры — Үҙәк урамы (ул. Центральная). Урам үҙәктә ултырғанға, шундай исем ҡушҡандарҙа инде.

Мунсаҡ урамы (ул. Мунчак). Уның эргәһендә Мунсаҡ тауы бар шуға күрә, ошолай  исем бирелгән.

Татар урамы (Татар) – халыҡ телендә шулай атала. Уның тарихы бигерәк ҡыҙыҡлы.  Ауылыбыҙҙа татар халҡы күп тип уйлай күрмәгеҙ, ул урамда бер татар кешеһе йәшәй, шуға күрә шулай аталған да инде.

Ирәндек урамы. Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡанға киләһе урамды Ирәндек тигәндәр (ул. Ирандыкская).

Суҡҡарағас (ул.Суккарагас). Был урам буйлап Суҡҡарағас йылғаһы аға. Ҡыҙғанысҡа күрә, был йылға ла үҙ йәмен юғалта бара. 

Ауылда өс йылға бар:

Күгиҙел йылғаһы (ауылдың хәҙерге исеме ошо йылғаға бәйле. Элек был йылға таҙа булғанға ла исеме шулай ҡалған).

Ҡыҙылъяр йылғаһы бар (бының тарихы билдәһеҙ. Ул да Һаҡмар йылғаһына ҡоя).

Суҡҡарағас йылғаһы. Был йылға ауыл эргәһендәге Ташйорт ҡаяһынан башлана. Уның башында ике суҡ ҡарағас бар, бына шунан алынғанда  инде. Һаҡмар йылғаһына ҡоя).

Кисеүҙәр: Фельдшер кисеүе, Оло кисеү, Батырхан кисеүе,

Урман исемдәре: Ҡара ғай һаҙ,Иштимер аҙашҡан

Юл исемдәре: Шаҙағай юлы,Мәмелә юлы,Сәкәнтау юлы.

Сабынлык, бесәнлек исемдәре: Аҡҡуян буйы, Стан буйы, Матурҡай буйы, 33 (гектарына ҡарап ҡушылған), Ҡымыҙный, Ханҡала буйы, Вәлимә баҫҡан, Ханҡала аҫты, Мунсаҡ арты, 75 (гектарына ҡарап ҡушылған).

Зыярат исеме: Большевиктар соҡоро.

Һаҙ исемдәре: Биреле һаҙ, Япар һаҙ.

Информанттар:

Нарынбаева Сөйөмбикә, Күгиҙел, пенсионерка; Манапов Ғәли, Күгиҙел, пенсионер; Диярова Кәбирә, Күгиҙел, пенсионер; Ишбулатова Райза, Күгиҙел, пенсионер; Мәүлитов Вилюр, Күгиҙел, пенсионер; Сәлмәнова Фирүзә, Күгиҙел, пенсионерка; Нарынбаев Азамат, “Осҡон” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе; Рамазанова Альбина, йәш белгес; Кәримова Сәкинә, Күгиҙел, пенсионерка; Мостафина Зәйтүнә, Күгиҙел, Бикйәнова Һылыу, Күгиҙел, пенсионерка; Бикйәнов Сәлихйән, Күгиҙел, пенсионер; Ғүмәрова Хәжирә, Күгиҙел, пенсионерка; Мәүлитова Зифа, Күгиҙел, китапханасы; Даутбаева Сәриә, Күгиҙел, пенсионерка; Әхмәҙиев Мирғәсим, Күгиҙел, пенсионер; Нарынбаева Альбина, Күгиҙел, хужабикә; Манапова Сания, Күгиҙел, пенсионерка; Ғәлин Камил, Күгиҙел, пенсионер; Нарынбаева Гөлнур, Хәйбулла районы Сәғит ауылы, уҡытыусы; Нарынбаева Гөлдәр, Билал ауылы, пенсионерка; Нарынбаева Гөлназ, Баймаҡ ҡалаһы; Әйүпова Рима, Күгиҙел, пенсионерка; Әйүпов Вәкил, Күгиҙел, пенсионер; Булатова Райхана, Билал ауылы, китапханасы; Яныбаев Рәдиф, Сибай ҡалаһы, актер.