Акмуллинская олимпиада

Ғарифуллина А.Б., 8-се класс

Фәнни  етәксеһе: Сәйәхова С.Ғ.

БӨРЙӘН РАЙОНЫ МӘҺӘҘИ АУЫЛЫНЫҢ

ЕР-ҺЫУ АТАМАЛАРЫ

Мәһәҙи ауылы Ағиҙелдең ҡушылдығы Мәмбәтһыпы йылғасығы буйында ултыра, халҡы түңгәүер ырыуына ҡарай. Ауылдағы аралар: ҡалаҡбаштар, сәрмәләр, үгеҙҙәр, муҙый, сыйҡым, суҡмар, ҡалмаҡ, боҙоҡ һ.б.

Мәһәҙи ауылының тирә-яғында ер-һыу атамалары байтаҡ. Уларҙың күбеһенең аталыу тарихтары ла билдәле. Артабан һүҙ ошо атамалар тураһында. 

Элгеләү тауы

Граждандар һуғышы ваҡытында барлыҡҡа килгән был атама. Һуғыш осоронда йыш ҡына ауыл халҡының мал-тыуарын, аҙыҡ-түлеген, хужалыҡта ҡулланылған йыһаздарын, биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәрен ҡурҡытып, йә булмаһа талап алып китә торған булғандар. Халыҡ бик ныҡ яфа сиккән. Хатта ауылды яндырыуға тиклем барып еткәндәр. Ауылды яндырыр һәм талар алдынан һәр кем үҙенең кәрәк-ярағын ошо тауға мендереп, ағастарға элеп йәшергәндәр. Ошо ваҡиғаларҙан һуң был тауҙы Элгеләү тауы тип атап йөрөтә башлағандар.

Мәмбәтһыпы йылғаһы

Мәмбәт исемле бер егет һунарсы булған. Бер көн һунарҙа оҙаҡ йөрөп, арып, хәл алырға туҡтаған, ергә ятып торған. Шулай ята торғас, ҡолағына шишмә шылтырап аҡҡан тауыш ишетелгән. Тора ла шул тауыш сыҡҡан тирәне ентекләберәк ҡарай, ҡуйы үлән араһында бәләкәй генә шишмә башыны тап була. Тирә-йүнен таҙарта, шишмәгә артабан юл бирә. Шишмә егет ҡаҙған урындан тағы ла урғылып сығып, артып китә. Элек бәләкәй йылғаларҙы һыпы тип йөрөткәндәр. Мәмбәт һыпыһы тип аталған Мәмбәтһыпы йылғаһы әлеге көндә Мәһәҙи ауылы һыулаған йылға, биш-алты саҡрым оҙонлоғо тирәһе, Бешәке йылғаһына ҡоя.

Әптерәш яланы

1918 йылдың йәйендә Блюхер рейды ваҡытында Каширинсылар отряды, ҡыҙыл сепрәктәр тағып, Мәһәҙиҙең Саптарат йәйләүенә килеп сығалар. Маликов Суфиян ҡарттың өйөр айғырын егеп, арбаһына затлы кәрәк–яраҡты тейәп, ауыл яғына юл тоталар. Күптә үтмәй улар киткән яҡтан ҡара төтөн күтәрелә. Ауыл яна. Ауылға килеп сыҡҡан юламан “Һеҙҙекеләр Саптараттың был яғында, таланып, аптырашта ултыралар”, — тигән. Унда ла аптыраш, бында ла аптыраш. Шунан теге яланды Аптыраш тип йөрөтә башлағайҙар, ҡалын һуҙынҡылар нәҙеккә әйләнеп, Әптерәш булып китә.

Хәҙер ялан Әптерәш яланы атамалы.

Башарт тауы

Борон-борондан башҡорттар һунарсылыҡ, малсылыҡ һәм төрлө кәсеп  менән шөғөлләнгән. Ул дәүерҙә йәшәгән кеше йылҡыны күпләп көткән. Ҡышын аттары, тай-тулаҡтары ҡар һай ерҙәрҙә, тауҙарҙа тибендә йөрөгән. Яҙ етеү менән Ҡыпсаҡ башҡорттары йәйләүҙәргә күсенгән. Ҡыпсаҡ малайҙары бәләкәйҙән уҡ атҡан, үҫеп буй еткәс, алғыр һунарсы булып киткәндәр. Ҡышҡы осорҙо алдан уйлап, күп кенә һунарсылар ит, аҙыҡ-түлекте мул итеп туплар өсөн, йыш ҡына ауыл, йәйләүҙәрҙе ҡалдырып, бер нисә көнгә кейек ауларға алыҫ Ҡыраҡа артына һунарға сыҡҡандар. Ә бала-саға, ҡарттар ауылдарҙа ҡалған булған.

Шулай бер мәлде был яҡтарға ҡырғыҙ һыбайлылары килеп, ауылдарҙы талап, яндырып, һылыу-һылыу ҡыҙҙарҙы урлап, көтөү-көтөү малдарын ҡыуып алып китә. Табыштан ҡайтҡан ҡыпсаҡтар яндырылған, таланған ауылдарҙы күреп хайран ҡала. Урланған мал-тыуар, һылыуҙарҙы юҡһынып, шул көндән асыу, үс-нәфрәт тотҡан ҡыпсаҡтар ҡарымтаға әҙерләнгән. Был ваҡиға Һарғая ауылының түбән яғында була. Үҙән буйында ҡыпсаҡтар, Шыртуғайҙа һәм Балайылғала яуымбайҙар урынлаша.

Был көндө таң менән ҡырғыҙ ҡаҙаҡтарының атаманы һамаҡтай-һамаҡтай, ҡулына суҡмар урынына йылҡы малының елек һөйәген тотоп, үҙенең һыбайлыларын дәртләндерә-дәртләндерә алдан елгән тиҙәр. Әллә ҡайҙан һамаҡлап килгән ҡырғыҙ атаманының иртәнге тынлыҡты бүлеп яңғыраған зәһәр тауышын ишетеп ҡалған ҡыпсаҡ батыры уғын төҙәп, тегенең ҡаҡ маңлайына атып ебәрә. Уҡ маңлайға тейеп, соңҡа һөйәгенән үтә сығып китә. Ошо ерҙә тиңһеҙ алыш башлана. Ҡыпсаҡ, Яуымбай кешеләре баҫҡынсы ҡырғыҙ ҡаҙаҡтарының байтағын ҡырып һала, иҫән ҡалғандарын ҡулға алалар. Ә теге атамандың, шулай уҡ башҡа баҫҡынсыларҙың киҫелгән баштарын алып, иҫән ҡалған һыбайлыларының ҡанъяғаларына бәйләп “Был яҡтарға яуыз уй менән килгәндәрҙе ошо яҙмыш көтәсәк!” — тип ҡайтарып ебәргәндәр. Бынан һуң да әле баҫҡынсылар төпкөлдәге ауылдарға аңғармаҫтан килеп китәләр. Әммә ҡыпсаҡтар менән Яуымбайҙарҙың берҙәмлеге баҫҡынсыларҙы киң урманлы был төбәккә башҡаса аяҡ баҫмаҫлыҡ итә. Ҡырғыҙ ҡаҙаҡҡтарының барымтаға йөрөүе ана шулай туҡтатыла.

Ошо ваҡиғанан һуң ҡырғыҙ һәм ҡыпсаҡтар айҡашҡан тау, йәғни баш тартып киткән тауҙы Башарт, йәки Башарт тауы, уның иңенән сыҡҡан йылғаны Башарт йылғаһы тип йөрөтәләр.

Ирек ҡотоғо

Был хәл һуғыштан һуң булған. Заманалар ауыр. Аслыҡ яланғаслыҡ. Халыҡ “трудодень”гә эшләгән ваҡыт. Эш нормаһын үтәһәң — аҙыҡ була, үтәмәй икәнһең — һорама. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарына бигерәк тә ауыр килгән. Сөнки ир-егеттәрҙең күбеһе һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған, ҡул көсө етешмәй. Шулай бер ваҡыт эш өҫтөндә Хөснә өләсәй ауырып китә һәм ир бала донъяға килә. Эргәлә генә ҡотоҡ. Тыуғас та шул ҡотоҡ һыуы менән баланы йыуалар. Балаға Ирек тип исем ҡушалар. Ә ҡотоғон “Ирек ҡотоғо” тип йөрөтә башлағандар.

Ишмөхәмәт күпере

Элек был яланды урталай бүлеп, урғылып ағып ятҡан йылға булған. Ауыл халҡы шул йылға аша бесәнгә йөрөгән, утын ташыған. Күп ваҡыттарҙа унан аша сығып китә алмай ыҙалаған. Ауылдаштар араһынан Ишмөхәмәт исемле бер егет йылға аша матур күпер һалырға булған һәм матур күпер һалып та ҡуйған. Халыҡ ул күперҙән рәхәтләнеп йөрөй башлаған, Ишмөхәмәткә рәхмәттәр әйткән. Шунан башлап күперҙе Ишмөхәмәт күпере, ә яланды Ишмөхәмәт яланы тип йөрөтә башлағандар. Хәҙер күпер юҡ, йылғаһы бик бәләкәй булып ҡалған.

Арҡа буйҙары

Беҙҙең ата-бабаларҙан ҡалған һүҙ тарихы ҡомартҡыға бәрәбәр. Боронғолар емеш-еләк йыйыу, һунарсылыҡ итеү өсөн күсенеп йөрөгәндәр. Хәлһеҙҙәрҙе нәмәләрен йөкмәп алып төшкән. Был күренеш “арҡалап йөрөтөү” тип аталған. Хәҙер ҙә ололар һөйләшеүендә шундай һүҙбәйләнештәр осрай. Мәҫәлән “Атаһына арҡалана”, “Туғандарына арҡалана”. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе кешенең ышаныслы таянысы, терәге, туғандары булыуын һүрәтләй. Ә беҙ ауылдың көнбайыш өлөшөндәге тау һырттарын Арҡа буйҙары тип йөрөтәбеҙ. Халыҡ был ерҙәрҙә аслыҡ мәлендә төрлө үләндәре менән туҡланған. Йылынырға утынын ташыған. Ҡыҫҡаһы, ошо тау буйҙарының байлығына таянып, арҡаланып көн күргән.

Иҫкүлек (иҫке зыярат)

Элек Мәһәҙи ауылының зыяраты ауылдың көнбайышында, тау башы яланының арғы осонда булған. Бер башҡорт муллаһын бар байлығы менән бергә ерләйҙәр. Күпмелер ваҡыттан һуң Мәһәҙиҙәрҙең береһе үлгәс, уны ерләргә алып баралар. Барһалар, ни күрһендәр, зыяраттағы ҡәберҙәр аҡтарылып ташланған була. Ауыл ирҙәре һөйләшеп, бөгөнгө төндә зыяратты ҡарауылларға булалар. Төндә ҡәбер аҡтарырға тип килгән урыҫтарҙы тоталар. Бик ҡаты алышалар. Мәһәҙиҙәр зыяратты ауыл эргәһендәге хәҙерге урынына күсерә. Йәштәр был урынды Иҫкезыярат тип атай, ололар телендә ул Иҫкүлектәр тип йөрөтөлә.

Игәнәшкә

Әүжән урыҫы Игнатьев башҡорттарҙан арендаға ер алып, уны кәртәләп, балаган төҙөп, һарыҡ үрсетеп ятҡан урынды “Игнатьев” һүҙен башҡортлаштырып, ауыл халҡы Игәнәшкә тип атай.

Бейеш һуҡмағы

Бейеш ҡараҡ тураһында үҙенә күрә бер тарих бар. Бейеш гел урыҫтарҙың иң шәп аттарын урлап йөрөгән. Урыҫтар уны гел баҫтырған, эҙләгән. Бейештең бер уңышһыҙ “һунарынан“ һуң, урыҫтар уның эҙенә төшкән. Ул кәмәгә ултырып ҡасырға мәжбүр була, урыҫтар ҡыуа төшә. Бейештең кәмәһен Кәкретуғай буйында урыҫтар ҡыуып етә яҙып киләләр икән. Бейеш кәмәһен йөкләп, ҡая аша тураға менгән дә киткән. Урыҫтар урап барырға мәжбүр була. Улар биш саҡрым юл үткәнсе, бейештең эҙҙәре лә һыуынған була.

Мәскәй түбәһе

Был ерҙе элек-электән бик хәүефле урын тиҙәр. Сөнки унда үтә алмаҫлыҡ шырлыҡ урман булған, урмандарында ниндәй генә йән эйәләре йөрөмәген; шүрәле, албаҫты, мәскәй. Кистәрен һәр саҡ был мәскәй ҡалҡып сыҡҡан. Ауыл халҡы ул ерҙәрҙә яңғыҙ ярым йөрөргә ҡурҡҡан, сөнки урманға сыҡҡан һәр кешегә күренмәйенсә ҡалмаған. Шуға күрә лә был ерҙе “Мәскәй түбәһе” тип йөрөткәндәр.

Күҙгәнәк яланы

Элек ауылдар бәләкәй-бәләкәй булып төрлө ерҙә ултырған. Ҡағы менән Мәһәҙей ауылы араһында ла күп булған. Әүжән, Ҡағы рустары ауылдарҙы талап, яндырып йөрөгәндәр. Хәҙерге Күҙгәнәк яланында ла элек ауыл булған. Рустар ауылды үртәп, ҡапҡаларҙы, индектәрҙән һайғауҙарҙы алып ҡасҡандар. Шулай ҙа бер бөртөк кенә индек бағанаһы тороп ҡалған. Элек индек бағанаһын күҙгәнәк тип йөрөткәндәр. Шунан бирле яланды “Күҙгәнәк” яланы тип йөрөткәндәр . Хәҙер унда иген баҫыуы, иген үҫтерәләр.

Алтымөйөш яланы

Элек Мәһәҙи менән Ҡағы араһында ауылдар булған. Хәҙерге Алтымөйөш яланында бер ауыл булған, халыҡ йәшәгән. Ундағы халыҡты рустар бик ыҙалатҡан. Малдарын талап киткән. Халыҡ ҡаршы торған. Шулай бер көндө урыҫтар был ауылдың ерҙәрен баҫып алыр өсөн һөжүм иткән. Уларҙың малдарын алып, ауылдарын яндырғандар. Халыҡ урман төпкөлдәренә ҡасҡан. Ундағы өйҙәрҙән алты мөйөшлө өй генә ултырып ҡалған. Шунан башлап был тирәне Алтымөйөш яланы тип йөрөткәндәр.

Рәхим соҡоро

Был хәл 1964 йылдың апрель айында була. 1951 йылғы бер төркөм малайҙар 4 синыфты тамамлап барғанда (Насыров Рәхим, Хасанов Солтан, Мөхәмөтйәнов Юлай, Ишбулатов Фәрит) ауылдың көнъяғына ҡараған Элгеләү итәгендә, бульдозер юл эшләү өсөн ҡаҙған соҡор эргәһендә һыу сәсрәтеп уйнап йөрөп ятҡанда, аңғармаҫтан Насыров Рәхим шул соҡорға төшөп китә. Ул һыу аҫтын бер сумып, бер ҡалҡып сығып торғанын күргәс, малайҙар ҡаушап ҡала, улар араһынан Хасанов Солтан барыһынан да алда нимә булғанын аңлап өлгөрөп, тиҙ генә таяҡ һуҙа. Рәхим, шул таяҡҡа тотоноп сығып, ошо бәләнән ҡотолоп ҡала. Күл төбөндә уның һыңар кирзауай итеге ултырып ҡала, тап ошо ваҡиғанан һуң халыҡ был соҡорҙо  Рәхим соҡоро тип атай башлай.

Һалдат оҙатҡан ер

Ауылдың көнъяғында ятҡан Элгеләү һыртына ҡараған ерҙе, ауыл халҡы Һалдат оҙатған ер тип атап йөрөтә. Сөнки әрме сафтарына алынған  егеттәрҙе, ауыл халҡы 1960-1980 йылдарҙа шул ергә барып, оҙата торған булған. Хәҙерге ваҡытта әрмегә ҡараш үҙгәргәнгәме, әллә оло юл ауылды урап үткәнгәме, был ергә хәҙер бик үк сығып оҙатып ҡалмайҙар. Шулай ҙа ҙур байрамдарҙа был ер ауыл йәштәренең яратҡан урыны һанала.