Акмуллинская олимпиада

Булатова Г.М.,11-се класс

Фәнни етәксеһе: Байсыуаҡова Ә.Ә.

БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ОСОРОНДА ҺӘМ ХХI БЫУАТ БАШЫНДА БАЙМАҠ РАЙОНЫ ӘБДЕЛКӘРИМ, ҠЫУАТ АУЫЛЫ БАЛАЛАРЫНА ҠУШЫЛҒАН ИСЕМДӘР

Тема бик актуаль, сөнки исем — ата-әсәнең балаға бүләге. Шуға ла исем мәғәнәле булырға тейеш. ә бөгөнгө көндә яңғырашһыҙ, хатта мәғәнәһеҙ исемдәр осрай. Ата-әсәләрҙең уйламай исем ҡушыуы арҡаһында, ҡайһы берәүҙәр паспорт алған ваҡытта исемдәрен үҙгәртергә мәжбүр була.

Кешенең исеме бар ғүмере буйына оҙата килә, шуға күрә тәнәйҙәргә исем ҡушҡанда уның ҡолаҡҡа ятышлы, яңғырашы-аһәңе, башҡортса һәм русса әйтелеше, яҙылышы, мәғәнәһе иҫәпкә алынырға тейеш.

Беҙҙең Баймаҡ яҡтарында исем ҡушыу, йүргәк исеме ҡушыу йолаларын атҡарғандар. Ауылдың ағинәйе, 7 бала тәрбиәләп үҫтергән Булатова Сәйҙә Ишмулла ҡыҙынан (1931 йылғы) ошо йолалар хаҡында яҙып алдым. “Бала яҡты доньяға килгәс тә, Бисмилла итеп, ҡулға алаң. Әүәле беҙҙең әсәйҙәр йүргәк исеме ҡуша торгайнылар, уҙҙәренә оҡшаған исемен. Ҡасан аҙан ҡысҡыртып исем әйткәнсә, шуға тиклем балаға ен-шайтан тейә алмай тип. Балаға исем ҡуштырғанда аҙан ҡысҡырған мулланы алаһың, үҙеңдең тыуған ырыуларың йыйыла. Үҙенә бирелгән исемде әйтә. Бәхетле, тәүфиҡлы сабый бул, ауырыма һау бул. Исемең шул булһын тип, аҙан ҡысҡыра: Аллаһу Әкбәр, исемең шул булһын тип, ҡуша ла баланы әсәһенә тоттора. Әсәһе Бисмилла итеп, алла хәҙер балам исем ле булдың, һин уҙенә уҙең хужа. Һәр бала ла исемле булырға, исеме булмаһа баларҙы ен-шайтан алмаштырыуы бар. Шунлыҡтан сабыйҙар ауырыу ҡала.”

Әбделкәрим һәм Ҡыуат ауылы балаларына Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәм ХХI быуат башында ҡушылған исемдәрҙе сағыштырып тикшерҙем.

Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы һәм һуғыштан алдағы Әбделкәрим, Ҡыуат ауылы баларының исемдәре.

Мин Бөйөк Ватан һуғышы осоронда асылған Әбделкәрим балалар йорто тураһында реферат эшләгән ваҡытта матур исемдәргә тап булдым. Был исемдәрҙең һәр береһенә төплө мәғәнә һалынған. Мәҫәлән, “Морат” тигән исемен ҡушҡан ата-әсә “улым теләгенә ирешһен” тигән мәғәнә һала. Исемдәрҙең 80 % самаһы ҡушма һүҙҙәрҙән тора: Миңлеғәле, Солтанморат, Мәүлетдин, Һылыубикә, Алмабикә һ.б.

Ҡыҙҙарға исем ҡушҡанда ҡушма исемдәр күберәк ҡушылған. Алмабикә — башҡорт исеме, ҡыҙым алма кеүек матур, һылыу булһын, тигән теләк һалынған. Һуғыш алдынан һәм һуғыш осоронда сабыйҙарға ғәрәп, фарсы һәм башҡорт исемдәре ҡушылған.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Әбделкәрим балалар йорто тәрбиәләнеүселәре һәм хеҙмәткәрҙәре исемдәрен килеп сығышы яғынан ике төркөмгә генә бүлеп ҡарарға мөмкин: башҡорт һәм фарсы-ғәрәп исемдәре. Көнбайыш халыҡтарынан рус теле аша ингән һәм ата-әсә үҙе уйлап сығарған исемдәр бөтөнләй осраманы.

1-се таблица. Әбделкәрим балалар йортонда тәрбиәләнгән һәм унда эшләгән ир-егет исемдәре.

Ҡыҙҙар исемен тикшереү барышында “Башҡорт исемдәре” китабына инмәгән бер нисә исемгә юлыҡтым:

Әлмәғизә — балалар йортонда ике ҡыҙ ошо исемде йөрөткән.

Нәҙкәй, Нәҙекамал, Нәҙегөл — был исемдәр фронт хаттарында осраны.

Нәҙкәй исеменең ауылда киң таралғаны яҡташыбыҙ, билдәле демократик шағир, драматург Хәбибулла Ғәбитовтың “Ынйыҡай һәм Юлдыҡай” драмаһында ла күренә, ул персонаж исеме. Нәҙек һүҙе боронғо ҡатын–ҡыҙ исемдәрендә нәфислекте белдергән тигән һығымта яһарға була. Ул хәҙер Гөлнәҙек тигән исемдә генә һаҡланып ҡалған.

2-се таблица. Әбделкәрим балалар йортондағы ҡыҙ бала исемдәре.

 2. ХХI быуат башында Әбделкәрим, Ҡыуат ауылы балаларына ҡушылған исемдәрҙе тикшереү.

ХХ быуат башында Әбделкәрим, Ҡыуат ауылында тыуған сабый исемдәре араһында төрлөһөн осратырға була. Башҡорт, ғәрәп–фарсы, рус теле аша көнбайыштан ингән интернациональ һәм ата-әсә үҙе сығарған яңы исемдәр ҙә осраны. Хәҙер күпселек йәш ата-әсәләрҙең уйлап, мәғәнәле, мосолман исемдәрен ҡушыуҙары ҡыуаныслы. Балалар үҙҙәренең исемдәренең мәғәнәһен аңлаймы? Ҙур ғорурлыҡ менән биргән яуаптары мине ҡыуандырҙы. “Минең исемем күп бүлә тигәнде аңлата.” (Данияр Алсынов, 5 йәш)

Ғәли һәм нурнур ул яҡтылыҡты аңлата.” (Ямалетдинов Ғәлинур, 6 йәш). “Нур, яҡтылыҡ, гиҙеүсе.” (Булатов Нургиз, 6 йәш)

“Башлыҡ тигәнде анлата.” (Әхмәтов Мирзаян, 7 йәш)

Ысынлап та, мәғәнәһе билдәһеҙ Эльнара, Вилена, көнбайыштан ингән — Азалияһәм Юлиә исемдәренән башҡа, бик матур Айгүзәл, Нәзифә — (ғәрәп) саф, пакВәсилә— (ғәрәп) айырылмаҫ дуҫ, Фаягөл — (фарсы) ҡәҙерле гөл, Данияр — (фарсы) белемле, ғилемле, Нургиз — (ғәрәп) фарсы телендә нур гиҙеүсе кеүек исемдәр сәскә кеүек балалар баҡсаһын биҙәй икән!

3-сө таблица. Әбделкәрим балалар баҡсаһы һәм башланғыс класс ҡыҙҙары исемдәре.

4-се таблица. Әбделкәрим ауылы балалар баҡсаһы һәм башланғыс класс малайҙары исемдәре.

Исеменә күрә есеме.

Ете балаһына ла яҡшы тәрбиә биргән Булатова Сәйҙә инәйҙән: “Ни өсөн балаларығыҙға шундай исемдәр ҡуштығыҙ?” — тип һорағас, исем — тормошта юл күрһәткән маяҡ кеүек, тип уйланым. “Балаларға киләсәктә сабый сағынан әйтәһең инде исемде, бәхет килтергән исемдәр булһын. Баш ҡыҙым Әнисә. Матур күреп шул исемде ҡуштым. Ул да бейеүсегә уҡыны. Икенсе ҡыҙым Фазила. Был исемде хазинағаяҡынайтып ҡуштым. Йәшәгән ваҡытта ла хазиналы булһын, тәүфиҡлы булһын, тип ҡуштым. Өсөнсе ҡыҙым Бәҙерниса. Уҡымышлы, дингә яҡын булһын, тинем Маҡтаулы уҡытыусы булып сыҡты. Дүртенсе ҡыҙым Рәсимә: мөләйем, матур, яҡты йөҙлө булһын, тип ҡуштым.Улым Ғәфур. Ул диндәге Алла һүммә ғәфүр тигән доғаға яҡын, тип ҡуштым, доғалы йәшәр тип, өмөт иттем. Бишенсе ҡыҙым Сажида. Таж япрағы һымаҡ сәскә атһын, уҡымышлы булһын, тип ҡуштым. Зәкир — матур ир, тәүфиҡлы тигәнде белдерә”, — тип һөйләне ул.

Гәзит–журналдарҙа кешенең исеме яҙмышына йоғонто яһау–яһамауы тураһында бәхәстәр ҡубып ала. Минеңсә, атай-әсәй исем ҡушҡанда, тап ошо исем, тап ошо мәғәнә сабыйының ғүмер юлын йондоҙ кеүек яҡтыртырына ысын күңелдән ышанғанда ғына исем яҙмыштарҙы билдәләр ҡөҙрәткә эйә булалыр: Батыр, Ҡәһәрмәнисемле улдар, Гөлсибәр, Ләйсән, Сөмбөл исемле ҡыҙҙар исемен есеменә яраштырып йәшәр. Минең фамилиямдың Булатова булыуы ныҡышмал, үткер булырға өндәһә, исемем Гөлнәзирә — һәр ерҙә өлгө булырға саҡыра.