Батталов А.И., 7-се класс
Ғилми етәксеһе: Батталова Т.З.
З.Биишева трилогияһында фразеологик берәмектәр
Телебеҙҙең һәр аспекты ҡыҙыҡлы, ләкин бөгөн мине иң ҡыҙыҡһындырған тел берәмеге — фразеологик һүҙбәйләнештәр. Уларҙың яһалышы, башҡа тел берәмектәренән айырмаһы һәм оҡшашлығы, телмәрҙә ҡулланылышы һәм роле тураһында өйрәнгем килде. Был эҙләнеү эшемдә миҫалдарҙы халыҡ яҙыусыһы З. Биишеванының трилогияһынан алдым, сөнки әҫәрҙең теле фразеологик берәмектәргә, мәҡәл-әйтемдәргә бик бай. Шул уҡ ваҡытта, беҙҙен телебеҙҙәге фразеологик берәмектәр башҡа телдәрҙә бармы икән тигән һорау ҙа мине ҡыҙыҡһындыра, шуға ла миҫалға килтерелгән фразеологик берәмектәрҙең варианттарын рус, инглиз телдәренән табырға тырыштым.
Маҡсатыма ирешер өсөн, фразеологизмдарҙын ябай һүҙҙән айырмаһын һәм оҡшашлығын асыҡларға тырыштым. Оҡшаш яҡтарына килгәндә, фразеологик һүҙбәйләнештәр бер йәки бер нисә һүҙҙән яһала, мәғәнәүи яҡтан да һүҙгә оҡшап тора, йәғни уларҙын күбеһен һүҙҙәр менән алмаштырып була. Шул рәүешле һүҙ һәм фразеологик берәмек араһында синонимик бәйләнеш барлыҡҡа килә. Һәр бер нығынған һүҙбәйләнештең айырым мәғәнәһенә синонимик һүҙҙәр табырға мөмкин. Мәләҫән: баш һалыу - үҙ ихтиярың менән бирелеү, буйһоноу; үлеү, ҡорбан булыу.
Урыҫ телендә лә, инглиз телендә лә был фразеологик берәмектең мәғәнәһе үҙгәрмәй: сложить голову – погибнуть-пасть в бою-умереть; сложить голову – подчиниться (кому-либо). Башһалыу – сложитьголову – to lay down one’s life. Мәғәнәһе - тo lay down one’s life – to perish – to dye; тo lay down one’s life – to obey.
Һүҙменәнфразеологикбәйләнештенайырмаһынтүбәндәгесәанлатырғамөмкин:
1.Фразеологикберәмекберйәкиунандакүберәклексеманантора, әһүҙ – берлексеманан.
2.Һүҙинтонационяҡтанкиҫәтәргәбүленмәйһәмбербаҫымлыбула; фразеогикберәмектәриһәинтонациябуйынсабернисәөлөшкәбүленәһәмкүпбаҫымлыбула.
3.Фразеологикберәмектәкүсмәмәғәнәгәэйә, улғәҙәттәобразлылыҡҡаҡоролғанбула, әһүҙҙәтөпмәғәнәбулыпуныңтурамәғәнәһейөрөй. Мәҫәлән: — Байҙар өсөн баш һалырға йөрөмәҫ инен һин, аҡылың булһа. - Улар алдына барып баш һалыу түбәнселек инде ул…
Грамматик яҡтан фразеологик берәмек һүҙгә лә, ябай һүҙбәйләнешкә лә бик оҡшаш. Ябай һүҙбәйләнештәге кеүек, фразеологик һүҙбәйләнештең составындағы һүҙҙәр һөйләм эсендә грамматик яҡтан үҙгәрергә мөмкин. Ул һөйләм эсендә килеш, һан, зат, заман ялғауҙарын ҡабул итә.
— Нимәгә улай дер ҡалтыранаһың? Төҫөң ҡасып киткән. (Эйәлек затындағы ҡылым+хәбәр һөйкәлеше ҡылымы)
— Хамматым да шулай кескәй сағынан уҡ өлкәндәр менән һүҙ көрәштерергә яратыр ине… (Билдәһеҙ төшөм килешендәге исем+хәбәр һөйкәлешенен үткән заман формаһы).
— Бушты һөйләйһендер, балаҡай?.. (Билдәле төшөм килеш исеме+хәбәр һөйкәлеше ҡылымы).
— Бөркәнсектә тыуған ул беҙҙен Емеш. (Урын-ваҡыт килеше, яһалма исем+сифат ҡылым).
Ике төр һүҙбәйләнештәрҙә лә (нығынған һәм ябай), һүҙҙәр бер-береһенә ярашыу, башҡарылыу йәки һөйкәлеү, йәнәшелек юлдары менән бәйләнеп килә алалар. Мәҫәлән:
— Бына минен Хамматым да шулай тип баш ҡаңғырта. (башҡарылыу юлы менән яһалған).
Илсеғолдарға был ҡот осҡос йотлоҡ ошо хаҡиҡәтте яҡшы анлатты. (ҡот осҡос - йәнәшәлек юлы менән яһалған).
Таш йөрәктәрҙе лә иретерлек тау симфонияһы тирбәлгән ошо гүзәллек эсендә ниндәйҙер һуғыш, тартыш, үлтереш хаҡында уйлау һис тә күнелгә ятмай. (күнелгә ятмай — башҡарылыу юлы менән яһалған; таш йөрәк — йәнәшәлек юлы менән яһалҡан).
Рус телендә ошо рәүешле була:
1.Брать за сердце (управление);
2.Каменное сердце (согласование);
Фразеологизмдарҙың һәм ябай һүҙбәйләнештәрҙең айырмаларына килгәндә, ябай һүҙбәйләнеш телмәр барышында төҙөлә. Мәғлүм булыуынса, нығынған һүҙбәйләнештәр телмәргә әҙер көйө килеп инәләр. Мәҫәлән: теш—— ыржатыу — фразеологик берәмек; теш һыҙлау — ябай һүҙбәйләнеш.— Нинә теш ыржайтаһың?
Текста ябай һәм нығынған һүҙбәйләнештәрҙең ҡулланылышын грамматик формаларының үҙгәреүе буйынса күҙәтергә мөмкин. Ҡаҡмай ҡылымын һәм керпек тә ҡаҡмай фразеологик ҡылымын ҡарап үтәйек: ҡаҡмай һүҙе ҡылымдың бөтә формаларын да ҡабул итә, ә керпек ҡаҡмай берәмеге составында инде был ҡылымдың грамматик формаһы бер аҙ сикләнгән. Ул заман формаһының ҡайһы бер формаларын ҡабул итә алмай. Мәҫәлән, керпек ҡаҡмаҫ ине, керпек ҡаға торған булыр ине тип әйтеп булмай.Күләм формалары ла был берәмектәге ҡылым өсөн ҡулланылмай.
Фразеологик берәмектәрҙең мәҡәл-әйтемдәр менән дәуртаҡ үҙсәнлектәре бар: улар составы яғынан тотороҡло, телмәрҙә әҙер көйө, нығынған берәмек рәүешендә ҡулланыла. Күсмә мәғәнәлә һәм ниндәйҙер кимәлдә образлы булыуы ла уларҙың уртаҡ үҙсәнлеге ул.
Ләкин мәҡәл-әйтемдәрҙе һәм фразеологик һүҙбәйләнештәрҙе бер рәткә ҡуйып ҡарау дөрөҫ түгел. Сөнки, беренсенән, мәҡәл тура мәғәнәһендә, лә күсмә мәғәнәһендә лә мәғәнәүи яҡтан аңлайышлы булып ҡала. Миҫалға Таиба әбейҙен телмәрен алайыҡ:—Һауалағы торнанан, ҡулдағы сәпсек яҡшы. Булған нәмәнең ҡәҙерен белеп, ысынбарлыҡ менән йәшәргә кәрәк, мәғәнәһендә. Урыҫ телендә лә оҡшаш мәҡәл таптым: — Лучше синица в руке, чем журавль в небе. Не стоит пренебрегать реальным, верным делом, ради нереальных замыслов (мечтаний), лучше воспользоваться тем маленьким, что есть, чем отказаться от него в надежде на получение большего, тем более нереального.
A bird in the hand is worth two in the bush.
Тура мәғәнәһендә ҡыуаҡтағы ике турғайҙан ҡулдағы берәү яҡшы, тип тәржемә ителә.
Ә фразеологик берәмек тик күсмә мәғәнәлә генә берәмек була ала.
— Бер кемде лә һанға һуҡмай, танау буйына ҡарап тик йөрөй бит, әй! (Таиба әбей).
а) һанға һуҡмау — эреләнеп китеү (күсмә мәғәнәлә)
б) һанға һуғыу, һуҡмау — хәрәкәтте аңлата, ләкин бик мәғәнәһеҙ һүҙбәйләнешкә әйләнә.
Икенсенән, фразеологик берәмектәр төшөнсә анлата, ә мәҡәлдәр ҡатмарлы уй-фекер белдерә. Сағыштырып ҡарайыҡ:
1.Аяҡ-ҡулың өҙөлһә лә, өмөтөң өҙөлмәһен.
Пока есть жизнь, есть надежда.
While there is life there is hope.
2.Бүребалаһынбүреккәһалһаңда, урманғаҡарай.
Сколько волка не корми, он все в лес смотрит.
The leopard cannot change his spots.
Өсөнсөнән, фразеологикберәмектәмәғәнәобразлылыҡашабирелә. Улар телмәрҙе йәнләндереп, баҙыҡландырып ебәрә. Мәҫәлән:
а) — Йә, ҡолонсағым, әйткән һүҙең фәрештәнең «амин» тигән сағына тура килһен… (Таиба әбей) .
б) — Бына шулай инде, хәҙер бына, үҙем һаман әлепте таяҡ тип белмәһәм дә, уның китаптарын һаҡлап ултырған булам.
Мәҡәлдәрҙә атама биреү функцияһы түгел, ә тормош-көнкүреш, ысынбарлыҡ хаҡында халыҡтың фекер йөрөтөүе сағылдырыла. З. Биишеваның әҫәрендә өлкән быуын вәкиле Таиба әбейҙең телмәре мәҡәл-әйтемдәргә айырыуса бай: — Ҡарындашын өсөн хафаланма, — тип ҡабатланы. — Ил өҫтөндә сәпсек үлмәҫ, тигән боронғолар… — Йә, — тине ул, яулығын ҡырҡҡа артҡа ташлап — кеше һүҙе кеше үлтерә, тиҙәр бит.
Дүртенсенән, мәҡәлдәр һәм фразеологик һүҙбәйләнештәр синтаксик функциялары менән айырыла: мәҡәлдәр —һөйләм, ә фразеологик берәмектәр — һүҙбәйләнеш. Мәҫәлән, Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр — һөйләм; ҡаҙаҡлап ҡуйыу, таш йөрәк, тел биҫтәһе, алланын ҡашҡа тәкәһе —һүҙбәйләнештәр формаһында килә.
Шулай итеп, фразеологизмдар мәғәнә яғынан да, грамматик йәһәттән дә тарҡалмай торған бер бөтөн берәмектәр. Телмәрҙә улар күсмә мәғәнәлә, әҙер килеш ҡулланыла.