Акмуллинская олимпиада

Барлыбаева Г.Д.,9-сы класс

Ғилми етәксеһе: Иҫәнова Р. Р.

АТАМАЛАРҘА АУЫЛ ТАРИХЫ

(Баймаҡ районы Йомаш ауылының атамалары)

  Тыуған яҡ һәр кемгә ҡәҙерле һәм яҡын. Әммә уны яратыу ғына етмәй, тарихын да белергә кәрәк. Тыуған яғыбыҙҙағы урман-тауҙарҙың, йылға-күлдәрҙең исемдәре ниндәй серле! Шуларҙы өйрәнеү һәм киләһе быуынға еткереү  мөһим. Шуның өсөн дә Йомаш ауылы тирәһендәге ер-һыу атамаларын туплау, уларҙың легендаларын өйрәнеү һәм төркөмләү эшенә тотондом. Ауылдаштарым Барлыбаев Фәтих, Алсынбаев Илгиз олатайҙар һәм Абдуллина Рауза инәй менән осрашып, ер-һыу атамаларын, уларға бәйле легендаларҙы яҙып алдым, Сәфиулла Иҫәновтың яҙмаларын ҡулландым.

Йомаш ауылы Кеүәшле йылғаһының Һаҡмарға ҡойған урында урынлашҡан. Ауылда мәсекәйҙәр, көҙәндәр, бейәләйҙәр, ҡалмыҡтар, мишәрҙәр, суҡмарҙәр, түпәйҙәр, оҙон мылтыҡтар, алағоштар, сейғолаҡтар, ҡаҙаҡтар, таулылар тигән аралар көн итә. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы бар. Мин  ҡалмыҡтар араһына ҡарайым.

Ауыл тирәһендәге һәр ер-һыу  атамаһының үҙ тарихы бар. Халыҡта “Ҡусҡар ҡойоһо” тип йөрөтөлгән шишмә янында бер ҡайын үҫә. Уны “Илаған ҡайын” тип йөрөтәләр. Уның “Эйәле ҡайын” тигән атамаһы ла бар. Был ағас тураһында түбәндәге легенда һаҡланған. Аслыҡ йылдарында бер ҡатын имсәк балаһын ошо ағас төбөнә һала ла, үҙе һарына йыйырға китә. Күп китә алмай, аслыҡтан хәле бөтөп, йығыла һәм башҡа тора алмай. Ҡарауһыҙ ҡалып, илаған баланы ла ишетеүсе булмай. Ул да йән бирә. Баланың йәне ағасҡа күскән, имеш. Өлкәндәр һөйләүенсә, әле лә был ерҙә күптәр бала илаған тауыш ишетә икән. Өҫтәүенә, көҙ көнө башҡа ағастарҙың япраҡтары һарғайып бөтһә лә лә, был ҡайын бер үҙе йәп-йәшел булып ултыра. Ошо ергә  октябрь, ноябрь айҙарында килгәндәр ағастың ошо үҙенсәлеген күрә ала.

  Ауылға ингән ерҙә айырым ғына ултырған тау бар. Уның исеме Башҡатау. 1960 йылдарҙа ферма һалыр өсөн ошо тауҙың ташын алғандар. Шуға ла был тау бәләкәй генә булып ҡалған. Ни өсөн Башҡатау? Сөнки ул башҡа тауҙарҙан айырым ултыра.

Һаҡмар буйында Сафый төбәге бар. Унда алда телгә алынған Сәфиулла олатай Иҫәнов 60 йәшлек юбилейын билдәләгән. Олатай күптән мәрхүм инде, ә был төбәк халыҡта һаман да уның исеме менән йөрөтөлә.

Сәфиулла олатай Иҫәнов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Һуғышта әсирлеккә эләгеп, һыуһыҙ ыҙалағанында: «Аллаһү Тәғәлә ошо ғазаптарҙан ҡотолдороп, илгә ҡайтырға насип итһә, ауылдың бөтә халҡын һыуға туйҙырырлыҡ итеп ҡоҙоҡ эшләйәсәкмен», — тип әйтеү әйтә. Әйткән һүҙендә тороп, үҙенең ихатаһында ҡоҙоҡ ҡаҙа, унан һыу алыр өсөн ҡулайлама эшләй, тирә-яғын ағас, ҡыуаҡлыҡтар, сәскәләр менән биҙәй. Ул ғына ла түгел, үҙе балта оҫтаһы ла, рәссам да булғас, ағастан төрлө йәнлек, ҡош һындары яһап, ҡоҙоҡ тирәләй урынлаштыра. Шулай итеп, асыҡ һауала иҫ китерлек матур  һәм мөғжизәле тәбиғәт музейы барлыҡҡа килә. Сафиулла ҡоҙоғо һаман да халҡына хеҙмәт итә. Уның икенсе атамаһы ”Серле ҡоҙоҡ”. 

Күспей йылғаһы буйындағы бер туғайҙы Туңғайын тип йөрөтәләр. Ә ни өсөн шулай аталған ул? Элек был урында ҡуйы ҡайын урманы булған. Тик ни өсөндөр бындағы ағастарҙы ҡырҡыуы бик ҡыйын булған, уларҙың ҡатылығынан хатта балта кире ҡаҡлыҡҡан. Ҡайындары туңған һымаҡ ҡаты булған өсөн, халыҡ был туғайға «Туңғайын » тигән исем биргән.

Был хәл Бөйөк Ватан һуғышына тиклем булған. Колхозсылар ҡырҙа бесән эшләгән. Уларға Бәҙри тигән әбей айран өсөн эркет ташыған. Бер көндө ямғыр яуған.  Бесәнселәр янына килә ятҡан  инәй тайып йығылған һәм эркете түгелгән. Шул ваҡыттан алып ошо урынды  ”Эркетауған” тип йөрөтә башлағандар.

Ауылдан алыҫ түгел Бишҡайын тип аталған үҙәк бар.  Әле унда бер ағас та юҡ. Заманында был урында биш ҡайын үҫеп ултырған, һаҙлығы ла булған. Унда хатта бейә бәйләгәндәр, еләк тә күп булған.

Йомаштан Әбделкәримгә тура бара торған юлда «Ивановка» тигән шишмә бар.  Был атама ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң?  Ҡасандыр ошо урында Иванов фамилиялы рус кешеһе һыуҙы быуҙырып,  тирмән һалдырған. Тирмән Заманында тирмәндең әһәмиәте бик ҙур булған. Унда он тарттырырға хатта Йылайыр, Хәйбулла райондарынан да килгәндәр. Иванов һалдырған тирмән халыҡҡа бик оҙаҡ хеҙмәт иткән.  Халыҡ ана шулай уңған кешенең  исемен мәңгеләштереп  ҡуйған.

Кеүәшле буйында тауҙы ҡаҙып яһалған ат юлы бар. Был юлды ауылдаштарым “Ҡаҙған юл” тип йөрөтә. Емеш-еләккә йөрөгәндәр өсөн  был уңайлы юлды бер бай яһатҡан, өмәселәрҙе һыйлар өсөн бер үгеҙен дә һуйҙырған, тип һөйләйҙәр. 

Ауылдың бер кешеһе тауҙа йүгәнен юғалта. Бик оҙаҡ эҙләй, әммә таба алмай. Ана шул ваҡиғанан һуң исемһеҙ тауҙы халыҡ «Йүгәнтау» тип йөрөтә башлай.

Кеүәшле буйында “Ҡатын осҡан ҡараташ” тип йөрөтөлгән бейек ҡая бар. Был атама ҡаҙаҡтар менән  башҡорттар арһында барған барымта һәм ҡарымтаға бәйле. Яйыҡ аръяғында йәшәгән ҡаҙаҡтар барымтаға киләләр. Үҙҙәре менән бер башҡорт ҡатынын да алып китмәксе булалар. Улар ҡатынды тота алмай, сөнки ул ҡаҙаҡтарҙан ҡасып, бейек ҡаянан һикерә. Ошо ваҡиғанан һуң был ҡая “Ҡатын осҡан ҡараташ” тип йөрөтөлә башлай.

Һаҡмар йылғаһын аша сыҡҡан Ҡаҙаҡ кисеүе, Ҡарауыл тауы ла шул булып  үткән боронғо ваҡиғаларҙың шаһиттары ул. 

Халыҡта Сәйнүкташ тип йөрөтөлгән ҡая күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Формаһы буйынса был ҡая өҫтөндә сәйнүк ултырған самауырҙы хәтерләтә.  Формаһы менән баҡаға оҡшаған икенсе бер ҡаяны халыҡта Баҡаташ тип йөрөтәләр. Ә Өләсәйташ яулыҡ ябынып ултырған әбейҙе хәтерләтә. Оҙонгүл тигән күл ауылға ингән ерҙә генә урынлашҡан. Уның һыуы төрлө тире ауырыуҙарынан  дауалай,  ләме лә файҙалы.

  Эшемдең икенсе өлөшөндә Йомаш ауылы тирәһендәге ер-һыу атамаларын түбәндәгесә  төркөмләнем.

Үҫемлек,

ағастарға бәйле

Һарымһаҡ (оҫҡон йыуаһы), Ҡарағай ҡабағы, Ҡарағас һырты, Сәскән ҡарағай, Ҡаратал, Һыулы уҫаҡ, Туңғайын, Майлы ҡаулан, Сабый ҡайын, Яңғыҙ ҡарағас, Илаҡ ҡайын.

Кеше

исемдәренә бәйле

Нурислам ҡоҙоғо, Сәфәр  ҡайыны, Ҡолбәғиҙә ҡоҙоғо, Мәүлетбикә тауы, Тиләүҙәр ҡыуышы, Ғәбиҙә туғайы, Имам туғайы, Качат яланы, Мальцев ере, Һөйөндөк үлеге, Иҙрис буйы, Таһир һаҙы, Лоҡман күпере, Эйүп тирмәне, Сафиулла ҡоҙоғо, Сәйфулла күпере, Әптекәй туғайы, Ивановка, Зиннәт ырҙыны, Нурый ҡолағы, Сафый төбәге, Тойғон ҡоҙоғо, Заһрый баҫҡысы, Мырҙабулат кисеүе, Әҙелбай, Ысмаҡай, Ислам, Әптекәй, Һөйәрембәт, Алсынбай ҡоҙоғо, Бигәш, Яный баҫҡысы, Урыҫ үлеге, Һазый ҡараталы, Теүәнәй аҡланы, Мәжит ҡоҙоғо,  Фәүзиә ҡапҡаһы, Әйүп ҡарағураһы, Бикә үҙәге, Ғәлиәхмәт ҡолағы, Әбүбәкер талдары, Ислам мәмерйәһе.

Хайуан, ҡош-ҡорт

атамаларына бәйле

Һайыҫҡан ҡыуағы, Ҡусҡар  быуаһы, Тартай, Сәүкәташ, Төлкө ояһы, Дружок үлеге, Тауыҡ һарайы,Аҡтәкә туғайы, Сәмәй кисеүе, Үгеҙ төбәге, Һыйыр шыуған тау.

Тарихҡа бәйле

Бураҡай тауы, Аэродром, Ҡарауыл тауы, Бетәс тауы, Ҡатын осҡан ҡараташ, Ҡаҙаҡ кискән, Пионер туғайы.

Көнкүрешкә бәйле

Борам кисеүе, Ташбатырған, Тирмән төбәге, Иҫке ыҙма, Күрек, Күмерсе, Ҡаҙған юл, Тимерсе туғайы, Ҡыҙҙар тауы, Ат сапҡыс, Столба буйы , Һаҡмар.

Туғанлыҡ

атамаларына бәйле

Өләсәйташ.

Географик объекттың төҫө, ҙурлығы, формаһы, күләме, тәрәнлегенә бәйле

Оҙонгүл, Аҡъятыу, Бәләкәй йылға, Аҡташ, Аҡтүбә, Күспей  (кисеп сыҡмалы), Ҡыҙылъяр, Аҡҡайын, Тәрәнүҙәк, Бөкөс шишмәһе (бөкрө) Кеүәшле, Сипай тау. 

Һан күрһәткесле

Өсһаҙ кисеүе, Беренсе кисеү, Икенсе кисеү, Өсөнсө кисеү, Бишҡайын үҙәге, Шыруҫаҡ.

Йәнләндереүгә, оҡшатыуға ҡоролған

Ҡаҙна түбәһе, Шарлауыҡ, Гөбөрләүек, Салбар балағы, Йөрәк аҡлан, Түңәрәк ҡыуаҡ, Баҡаташ, Өйташ, Сәйнүкташ, Тауис ҡойроғо, Әбейташ, Сусҡаморон, Суҡыташ, Ҡолағанташ

Файҙалы

ҡаҙылмаларға бәйле

Аҡбалсыҡ, Баҡыртау.

Хис-тойғоға ҡоролған

Яманташ, Ямансоҡор.

Һыу, тупраҡтың үҙенсәлеге буйынса

Ағасе, Ҡарасе, Әселе үҙәк, Ташлыҡ.

Теге йәки был объектҡа ҡарата урынлашҡанды иҫәпкә алып ҡушылған

Үрге туғай, Урта үҙәк, Башҡатау.

Ышаныуҙарға ҡоролған

Әүлиә зыяраты, Биреле үҙәк, Эйәле ҡайын.

Географик терминдарға бәйле

Ялан үҙәк, Сатлыҡ, Мәмерйә, Кеүәшле тамағы.

Шөғөл, эш менән бәйле

Зимовка, Йүгәнтау, Малбик ояҺы, Ҡымыҙный, Һыйыр ятағы, Һарыҡ ятағы, Алмас ҡорот йәйгән, Эркетауған, Ҡобаҡай тауы, Кәзә ҡышлаған, Ташый буйы, Бал ҡорто, Пилорам туғайы.