Акмуллинская олимпиада

Баймырҙина Н.А., 7-се класс

Фәнни етәксеһе: Язағолова М.Т.

БӨРЙӘН РАЙОНЫ ТИМЕР АУЫЛЫ ҺӨЙЛӘШЕНЕҢ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ

      Тимер ауылы Бөрйән районыдың ҡап уртаһында, Ағиҙел, Боһондо йылғалары буйында урынлашҡан. Ауылға нигеҙ һалған кешенең исеме Тимер буған. Халыҡ телендәге исеме — Биреләр. Легенда буйынса, Тимер ҡарттың улы Түрмән бире затынан булған ҡыҙға өйләнеп, 9 улға ғүмер биреп, уларҙан уларҙан таралған зат. Ауыл элек йәйләгән урындар — Ҡалмаҡай, Урал, Нөгөш, Үҙән.

Тимер ауылы аралары: шаҡымдар, һәйетбайҙар, ҡушыҡтар, бәзмәндәр, бохмаштар, һармаҡтар, ҡоҙғондар, ишҡаралар, яманһарылар.

Ауылда ике тел йәшәй: ерле һөйләш һәм әҙәби тел. Уларҙы тикшерер  өсөн көндәлек алып барылды. Уларҙы таблица формаһында бирәм. Һөйләм әҙәби телдән айырылмаған кеүек тә, ләкин тыңлап ҡараһаң, ялғауҙарҙа һәм әйтелештә айырмалыҡтар бик күп. Мәҫәлән:

Һөйләштә:

һөрәү

Өрәк

Өрә

Өрөлөү

Өрөлмәк

Өрәтеү

Һөйрәт

Өлсәй

томбойоҡ

көмбағыш

бурс

ҡорағас

баллар

алсыҡ

барта

пакса

пысаҡ

пыяла

бенал

пирсәткә

сипеш

доклат

һөттө

атам

әсәм

минйәк

ижау

ҡотоҡ

мөктән

баҡырса

бөйән

һаттыҡ

ҡаптау

башты кеше

аштыһыу

ҡашты йөҙөк

йәндек

ташты кисеү

юлдау

көндөк

тыңдау

һумдыҡ

саңдау

һауҙыҡ

туйырҙыҡ

өйҙөк

табандау(быйма)

һеңдем

үңгәс

тамаҡ бешереү

ҡорлай

беләш (баш)

сынйаҡ

түмбәш

аштау

баштау

утырғыс

Әҙәби телдә:

һөйрәү

өйрәк

өйрә

өйрөлөү

өйрөлтмәк

өйрәтеү

һүрәт

өләсәй

төнбойоҡ

көнбағыш

бурыс

ҡоро ағас

балалар

аласыҡ

парта

баҡса

бысаҡ

быяла

пенал

бирсәткә

себеш

доклад

һөтлө

атайым

әсәйем

пинжәк

сүмес

ҡоҙоҡ

арыҡ, ябыҡ

сәйнүк

бәлеш

һатырлыҡ

ҡаплау

башлы кеше

ашлы һыу

ҡашлы йөҙөк

йәнлек

ташлы кисеү

юллау

көнлөк

тыңлау

һумлыҡ

саңлау

һаулыҡ

туйырлыҡ

өйлөк

табанлау

һеңлем

үңәс

ашарға бешереү

ҡоралай

пеләш

сынаяҡ

түмәш

ашлау

башлау

ултырғыс

Һөйләш тураһында

А - өнө ҡаты әйтелә. О-ға яҡынайтып әйтелмәй, ләкин ҡайһы бер һүҙҙәрҙә төшөп ҡала. Мәҫәлән: олатай — олтай, балалар — баллар.

Һөйләш әҙәби тел менән айырылмай тиерлек. Элегерәк ул айырылып торған. «Иртәнән кискә тиктем эш эштәнек. Бесәндектә бесән сабалар, йәш кенә баллар урманға еләк-емешкә баралар». Был һөйләмдәрҙән күренеүенсә, ялғауҙарҙа л-т, л-д үҙгәргән. Атаһы йәки әсәһе тураһында һөйләгәндә: атам, әсәм һүҙҙәре ҡулланыла.

Һөйләш өлгөһө

Буранова Зөләйха Маҙһар ҡыҙы 1933 йылда (үҙе әйтеүенсә, япраҡ ҡойолған мәлдә) Бөрйән районы Тимер ауылында тыуа. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына туры гилә. Ул уҙенең бала сағын өләсәһендә үткәрә. Йәй көндәре йәйләүҙәрҙә, ҡышын ауылда булалар. Бер ваҡыт уларға бик ҡурҡыныс яңылыҡ килә. Бөтөн кеше илашып, соролдашып ирҙәрен һуғышҡа оҙата. Ауылда ҡарт-ҡоро, бала-саға, ҡатын-ҡыҙ ғына ҡала. Күбеһенсә бөтөн эш бала-сағаға төшә. Иртәнән кискә тиктем эш эштәнек. Бесәндектә бесән сабалар, йәш кенә баллар урманға еләк-емешкә баралар. Ҡыш көнө ҡар көрәйҙәр. Күттә киндер ыштан, кемдәрҙер тубыҡтарына һалам үреп алған буғандар. Кискеһен ут яҡтыһында фронттағыларға ойоҡ-бейәләй бәйҙәп ебәрә торғайныҡ.

Өләсәмдең Хәсән тигән улы булды, уныһы ла 17 йәшендә үлеп ҡала. Өйҙә өләсәй, мин торҙоҡ. Маһиҙа апайымдың ире Мирза мәктәптә директор ине, ул да китте. 1942 йылдың 12 майында апайымдың ҡыҙы тыуҙы Нәсимәһе. Маһиҙа апайым ирҙәр урынына ат егеп иген ташый, бесән ташыу ҙа уға төштө. Әсәйем икенсе ауылда, мин өләсәмдә торҙом бит инде. Һуғыш бөтһә лә бөтөн ауырҙыҡ ҡалды бит инде. Бесәнгә йөрөйбеҙ, ҡар көрәтергә ебәрәләр. Бесән ташый торған сана белән Яҙҙауар яғына барып ҡайтабыҙ. Аяҡта туҙған сабата, салбар ҡайҙа тей ул саҡта. Тубыҡҡа сепрәк урап йөрөй торгайныҡ. Яҙ буһа ни килеп тороп ашарға нәмә юҡ, ялан аяҡ көйө йыуаға барабыҙ, таштан-ташҡа баҫып бәпкә, һарына нәмәләр эҙҙәйбеҙ. Уй алла, атттарға ла шуны ашата торғайнылар. Яҙ буһа ер һөрҙөк, Маһиҙа апайым ат башында йөрөй. Мин дә шунда йөрөнөм, ҡайһы берҙә ҡолап төшә торғайным. Йәй булды ниһә ызвинауад (звеновод) апайым бесәнгә алып китә. Бесәндектә 60-шар сутый ер савыр гәрәк. Күпме генә сабабыҙҙыр инде? Кипте ниһә йыйҙырталар.

Аҙыраҡ 12 йәш буғас, комсамолға яҙылырға тип, Сәфәрғәле ағай алып китте. 1946 йылда Байназарға ат менән алып киттеләр. Барғас, бер нәмә лә белмәйем бит инде. Эргәмдә утырған кешеләр былай тип әйт, шулай тип әйт тип утырҙылар. Шунан мин комсомолға инеп ҡайттым. Өләсәм таң менән уята ла (Һин камсомолка, комсомолка гел алда булырға тейеш) тей торғайны. Һуңлаһаң да, ништәһәң дә, һәтәр әрҙәй торғайнылар. Дүртенсе класты бөттөм дә һарыҡ көтөп йөрөнөм. Минән оло ҡыҙҙар һәҙер уҡырға инделәр. Мин һарыҡ көтөп уҡырға барманым 5-сегә, донъялар рәттәнгәс, уҡырға барған булдым инде. Алтыға барҙым да ике йыл ултырҙым да тормошҡа сығып киттем.

2001 йылда 80 йәшем тулды. Әлеге мәлдә 8 балам бар. Оло малайым —Батырым үлеп ҡалды, Исхаҡ улым әле ауылда, Кәрим ауылда донъя гөтә. Ике ҡыҙым уҡытыусы, береһе медик ине, хәҙер пувыр булып эштәп йөрөй.

Ауылдың һүҙлек составын йыйыр өсөн һораулыҡ

Ауыл һөйләшендәге һүҙҙәр

Әҙби телдә (йә уның русса аңлатмаһы)

                             Ботаникаға ҡараған терминдар

гөлйемеш

әлморон

аҡсәскә

ромашка

                          Йорт-ҡура, ҡаралды терминдары

сергетыш

Түшәк өсөн ҡорама

кейеҙ

йөндән баҫылған

көйөҙ

йөндән баҫылған

          Йылға, күл, ландшафт (географик терминдар)

Иҙел

Ағиҙел

тамаҡ

Йылға ҡойған урын

ҡолаҡ

Төпкөл ялансыҡ

                                   Транспорт терминдары

Быт-бытаҡ

Ҡулдан йыйылған трактор

Йөн, дебет эшкәртеү

Иләү

прясть

сиратыу

Ике тын йөндө бергә өйрөлтөү

аялау

Дебет эшкәркәндә әйтелә

бәйләү

вязать

Кейеҙ һуғыу

                                      Кейем-һалым терминдары

сәкмән

минйәк

костюм

тужурка

күн кейем

толоп

һарыҡ тиреһенән тегелгән ҡалын кейем

                                     Ҡашығаяҡ, һауыт-һаба

ижау

сүмес

батмус

поднос

балауник

половник

биҙрә

ведро

тас

тазик

сеүәтә

миска

туҫтаҡ

сеүәтәнән ҙурыраҡ

аштау

Туҫтаҡтан ҙурыраҡ һауыт

бешкәк

Ҡымыҙ бешер өсөн

Информанттар:

1. Буранова Зөләйха Мазһар ҡыҙы, 1933 йылда (әйтеүенсә, япраҡ ҡойолған мәлдә) Бөрйән районы Тимер ауылында тыуа.

2. Яубаҫарова Зәйнәп инәй, Тимер ауылына Ғафури районынан килен булып төшә.