Акмуллинская олимпиада

Аллабирҙина И.Т., 8-се класс

Фәнни етәксеһе: Язағолова М.Т.

ТИМЕР АУЫЛЫ МИНЕҢ КЕСЕ ВАТАНЫМ

      Тимер— Бөрйән районының иң боронғо ауылдарының береһе – 1786-1790 йылдар араһында барлыҡҡа килә. Ул ҡыпсаҡ ырыуының ҡарағай тармағына ҡарай.  Ауылға Тимер ҡарт нигеҙ һалған.

Бөрйән районы ауылдарының һәр береһенең икешәр, хатта өсәр исеме бар. Мәҫәлән: Иҫке МонасипҺарт, Нәби — Ҡуян һ.б. Тимер ауылы кешеләренә лә Биреләр тип өндәшәләр. 

Ауылда бөтәһе туғыҙ ара бар. Бына улар:

Шаҡым — Тимер ҡарттың  заттары булған;

Һәйетбайҙар — Бикмөхәмәтовтар, Арыҫланғужиндар, Балапановтар (ҡыш  өҫтөнән  тары сәскәнгә әйткәндәр, Һәйетҡол ҡарттан  ҡалған);

Ҡушыҡ — Алтынбаев, Күҫәпҡолов, Аҡназаровтар (улар бергә-бергә ҡушылып, ярҙам итешеп йәшәгәндәр);

Бәзмән — Мырҙағоловтар (һәр нәмәне, әйберҙе үлсәгәндән килеп  сыҡҡан);

Бохмаштар — Яубаҫаров, Үлмәҫбаев, Ҡолдобаевтар (ер-һыу атамаһы Бохмаш яғынан күсеп  килгәндәр, Бохмаш туғайы ла бар);

Һармаҡ — Исхаков, Дауытовтар (тау төшкәндә аттың үҙенә тышау һалып  төшкәндәр);

Ҡоҙғон — Бәҙәмшиндар (Бәҙәмшиндарҙың өләсәһе Белорет районы

Ҡоҙғон ауылынан килен булып төшкән);

Ишҡара — Алтыншин, Баймырҙиндар;

Яманһары — Нәҙершин, Яманғолов (сей һары булғандарҙыр инде).

        Топонимдар

Ауылдың тирә-яғындағы йылғалар: Ағиҙел, Боһондо, Үҙән йылғалары.

Боһондо Аралбай (юғалған ауыл) ауылынан башланып, Ҡарағол

тирәһендә Иҙелгә ҡоя; 

Оло һәм Бәләкәй Ҡарамалы, Байғаҙы ауылы яғында — Бәрҙейылға, Һәүәнәк, Сәйтуған йылғалары Үҙәнгә ҡоя. Бөрйән йылғаһы — Боһондо йылғаһына. Йылға ҡойған урынды “тамаҡ” тиҙәр;

шишмәләр: Ҡалмаҡай шишмәһе, Һары сәсле ҡыҙ шишмәһе, Һары бейә шишмәһе. ң

Ер-һыу атамаһы ла Тимер кешеләренең исеменән ҡалған —  Ҡалҡаман, Баймырҙа, Ҡалмаҡай, Үҙән, Баҡҡол, Бохмаш, Яңыл аралы, Ҡарағол, Лоҡман соҡоро, Йәнсалай ҡоҙоғо һ.б.; 

тауҙар: Ослотау — Сейәлетау, Шәмсекәй тауы — Аҡтау,  Ҡаратау тауҙары ауылды уратып алған. Тимер ауылы ҡаҙан эсендә ултырған кеүек. Яугилде тауы, Ҡараһыйыр тауы.

тау һырттары: Арҡа – тау башындағы ҙур ялан, Арҡа, Түбәнге / Үрге арҡа, Боһондо арҡаһы, Үлек арҡаһы;

ҡаялар, таштар: Ҡарағол ҡаяһы, Аҡташ, Сыбарайғыр, Өсташ, Бетекәй таш, Кәмәше ҡаяһы, Һәйетбай ташы;

урмандар: Ҡараһыйыр урманы, Суҡраҡты, Ҡалмаҡай, Оло юлға башы, Сәйтуған урманы;

үҙәктәр (ҡулдар): Тәрәнуй, Нәшеруй, Шәреле уй, Шүрәле уй;

юл исемдәре: Ҡасы(у) юлы, Оло юл, Ҡасҡындар уяһы, Ҡыя юл;

сабынлык, бесәнлек: Сығанаҡты, Буҙ бейә, Серәкәй, Ҡарағошто, Һары бейә, Оҙон ялан, Үҙән буйы яландары: Айыуала, Хәнйәр, Баҡҡол, Ҡаҙыяҡты, Айыуатҡан;

күпер исемдәре: Ҡарағол күпере, Өмөс күпере;

ҡойо, ҡоҙоҡ (ҡотоҡ): Йәнсалай ҡотоғо, Ҡалмаҡай ҡотоғо, Суҡраҡты ҡойоһо;

кисеү исемдәр: Түбәнге туғай кисеүе, Кәмәше, Яҙҙауар, Бохмаш, Үрге кисеү;

игенлек исемдәре: Йүкәле, Боһондо арҡаһы, Түбәнге туғай;

зыярат исемдәре: Үлекбар, Үлектәр арҡаһы;

баҫыу, аҡлан, ялан исемдәре: Өс йылға аҡланы,Иҫәнъюл,Ҡарамалы, Ишкилде, Айыу атҡан,Олотау яланы;

һаҙ, һаҙлыҡ: Дөйә һуйған,Ҡалмаҡай һаҙлығы, Атбатҡан һаҙы;

соҡор исемдәре: Лоҡман, Яхъя соҡоро, Гөлйөҙөм соҡоро, Аҡбалсыҡ соҡоро;

ташөй, мәмерйә, мәғәрә исемдәре: Кәмәше, Ҡалҡаман, Шахта;

үҙән, ҡыҫыҡ, туғай, төбәк исемдәре: Тәпәшәк башы, Бохмаш туғайы, Түбәнге туғай, Баймырҙа, Ерексә башы, Сәйтуған;

ҡабаҡ, яр исемдәре: Әсмә ҡабағы, Ҡара һөбә, Суҡраҡты, Йәйпе;

дегет ҡайнатҡан баҙҙар: Зыя баҙы (Нөгөш буйында), Ыхмайыл баҙы (Үҙән буйында);

аралдар:Бохмаш аралы, Яңыл, Темәк аралдары;

шыуҙырғыстар: Үрге шыуҙырғыс, Сыбарайғыр янындағы шыуҙырғы.

Күрше ауылдар: Тимер ауылынан Иҙел буйынан үрҙә Иҫке Монасип (Һарт), Яңы Монасип (Мишәр), Нәби (Ҡуян)  ауылдары урынлашҡан. Ағиҙелдән түбәндә: Яңы Собханғол (Янһары),  Иҫке Мөсәт (Саҡмағош — 5-6 саҡрым) ауылдары. Был ауылдарҙың элекке исемдәре хәҙерге ваҡытта ла ҡулланыла. Халыҡ телендә йөрөгән Оло юлға сыҡҡас хәҙерге ваҡытта бөткән ауыл тип нарыҡланған Аралбай ауылы. (8-9 саҡрым).

Райондағы бөткән ауылдар: Аралбай, Бикташ, Иҫәнғазы, Кәбәс, Күскәрбәк.

Антропонимдар

Ир-ат исемдәре:  Таһир, Хәсән, Хөсәйен. Сәғит, Ниязбай, Ҡотлобай. Ҡылысбай, Яңыбай, Мөхәмәт,Мөхәмәтдин, Әхмәтғәле, Шаһиғәле, Нәҙир, Ҡәҙир, Әмир, Йәмил, Ғайсар, Фәнир, Ғайса, Солтан, Йәлил, Райман, Рәсүл, Ғәлинур, Юлдаш, Шафиҡ, Нургизәр, Камалетдин, Кәлимулла, Рәжәп, Фазыл, Өлфәт, Рафиҡ, Таңатар, Рөфҡәт, Ирек, Дамулла, Марат, Кәрим, Исхаҡ, Ноғоман һ.б.

Ҡатын-ҡыҙ исемдәре: Зифа, Факиһа, Фәйрүзә, Шәмсинур, Шәмсиә, Рауза, Хәмиҙә, Зөһрә, Зәйнәп, Сәмиға, Рәмилә, Әлфирә, Әлфиә, Зөләйха, Кәримә, Кәбирә, Ғилминур, Гүзәл, Рәмзиә, Ғәзимә, Шәһиҙә,Заһиҙә, Фирүзә, Миңниса, Миләүшә, Мәүлиҙә, Миңзәлә, Ғәйниямал, Ғәйшә, Гәүһәр, Заһира, Хәмдиә,Рәшиҙә, Вәғиә, Әнисә, Рәсимә, Гөлшат, Сәүиә, Рәүилә, Рәйлә, Райхана, Хөснә, Ғилмисафа, Йәнифә.

Ҡушаматтар: Сәләхетдин олатайҙы — Салай, Уразбай олатайҙы — Ураҡ, Шәһәрғәзе олатай — Шәһәр, Мырҙабай олатайҙы — Мырҙаҡ, Кәлимулла ағайҙы — Кәләү, Камалетдин ағайҙы — Камалый тип йөрөткәндәр. Башлыса был исемдәр оҙон булғанға килеп сыҡҡан ҡушаматтар.

  Ер-һыу атамаһы араһында Тимер кешеләренең исеменән ҡалғандары байтаҡ: Ҡалҡаман, Баймырҙа, Ҡалмаҡай, Баҡҡол, Бохмаш, Яңыл аралы, Ҡарағол, Лоҡман соҡоро, Йәнсалай ҡоҙоғо һ.б.

Географик атамалар тураһындағы мәғлүмәттәр

һөйләш телендә

Тәрәнуй

Ауылға төшкән юл ике тау араһынан һалынған. Элек ауыл ойошторола баштағас, юл һалынғанға тиктем, ошо үҙәктә бер һыйыр ҡазаланып үлгән буған. Күп балалы ғәйләнең күҙ терәп торған  берҙән-бер һыйыры буған у, хужабикә малын эҙҙәп тапҡандан һуң бик ныҡ ҡайғырған, тәрән уйға ҡаған. Аҙаҡ ошо үҙәк аша ауылға юл һалғандар һәм Тәрәнуй тип йөртә баштағандар.


Яңыл аралы

Элек Тимер ғарттың Яңылвикә исемде оһта йырсы, бейеүсе бер гилене буған. Яңылвикә төрҙө ярыштарҙа, йыйындарҙа гел беренселекте аған. Бик көстө, ҡыйыу ҡатын ат ярыштарында ла ал бирмәгән.

Бер ваҡыт яҙғы ташҡын ваҡытында, Яңылвикә үҙенең ярыштарҙа ал бирмәгән аты менән Иҙел аша сығыуға бәхәстәшкән. “Әгәр ошо һыуҙы сыбар айғырым менән йөҙөп сығалмаһам, исемем Яңылвикә бумаһын!” — тип һывай һыуға төшкән. Иҙел уртаһында ат һөрҙөгөп, икеһе лә  ағып киткән. Йәй гөнө Иҙел буйындағы бер ауылда  кәүҙәһен тапҡандар.

Шул аралды Яңыл аралы тип атай баштағандар. Тимер ауылы менән Янһары ауылдары уртаһында, Иҙелдең уң яҡ ярында, Темәк тапҡырында урындашҡан был арал. Элегерәк Тимер ауылы кешеләре боҙҙан ат менән барғанда шул арал эргәһенән үтеп йөргәндәр.  Ат һөрҙөгөп ағып киткән кисеүҙе әле лә Сыбар айғыр тип йөртәләр.

Ҡарағол

Тимер ғарттың малы бик күп буған. Шуға гүрә ул малдарын көтөүселәр ялдап көттөргән. Ҡыш көндәре көтөүселәр малды Ағиҙелдең икенсе яғында көткән, йәғни Ҡарағол яғында. Ә  Ҡарағол атамаһы  “көтөүсе”  һүҙенән  алынған. Йылға аша һәҙер күпер һалынған. Элек күпер ҙә бумаған, кешеләр кәмә менән, ат йөҙҙөрөп сығып йөргән.


Яҙҙауар һәм Кәмәше

Яҙ көндәре, әприл урталарында, ауыл һалҡы малы менән Ҡалҡаман мәмерйәһе аҫтындағы яҙҙауға күсәр буған. Ә яҙҙау туғайына барыр өсөн Ағиҙел йылғаһын ике тапҡыр аша сығырға гәрәк. Яландың Яҙҙауар тигән исеме ошо ваҡыттан ҡаған. Ул яландан Һуң Йүкәле туғай. Ә Йүкәле туғайҙан һуң ауылға табан тағы бер гисеү аша сығыр гәрәк. Был кисеүҙе Кәмә сығышы  тигәндәр. Сөнки, йылғаның башҡа урындары ташҡын ваҡытында бик көстө аҡҡан, ә был урын тәрән, ләкин тоноҡ буған.


Йәнсалай ҡотоғо

Йәй көндәре бесәнселәр, ураҡсылар барыһы ла яланда эштә була. Арҡала (тау башында) бесән сабыуы  бик ҡыйын буған. Халыҡ тау башында йылға бумағас, бәләкәй генә бысраҡ бер күлдән һыу алған. Был күлде Яхъя күле тип атағандар, аттар ҙа ошо күлдән һыу эсеп йөргән буған.

1963 йылда Ҡолдобаев Салахетдин менән Баймырҙин Йәнғәле исемле кешеләр ҡотоҡ ҡаҙырға (Иҫке Монасип ауылы менән Тимер ауылы сигендә) буғандар. Бәхеткә күрәлер инде ҡотоҡтан һыу сыҡҡан,  халыҡҡа оло шатлыҡ буған. Аҙаҡ был ҡотоҡто Йәнсалай ҡотоғо тип йөртәләр. Был турала  яҙылған мәғлүмәттәрҙе Ш.З. Бикмөхәмәтов та раҫланы.

Шүрәле уй


Элек  аттар өйөр-өйөр булып йөргән. Бер ваҡыт өйөрҙәге бер ат көн һайын  ҡара тиргә батып ҡайта баштаған. Был хәл көндә ҡабаттанғас, халыҡ аптыраған. Күмәктәшеп һөйҙәшеп, аттың арҡаһына сайыр һылап ебәргәндәр. Теге ат кисен бүтән аттарҙан ҡалып, арттараҡ ҡайтҡан. Ат өҫтөндә бер  шүрәле ҡатыны утырып кигән. Ул, ат һыртына һыланған сайырға йәбешеп, аттан төшәлмаған. “Нисек тә үҙе  ысҡыныр әле”, — тип уйҙаған халыҡ. Бер нисә көн үткәс, шүрәле илай баштаған. Уның янына кигән кешеләр, шүрәлене күргәндәр ҙә: “Әй, бисураның йәш балаһы ҡаған икән, ебәрергә кәрәк, гонаһы булыр,” — тигәндәр ҙә  ысҡындырғандар. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, шүрәле ҡатын сәпәкәй һуғып, ҡыуанған. Майҙап, кәрәсиндәп был ҡатынды төшөрөп ебәргәндәр. “Ҡайһы яҡҡа китер икән?!” — тип ҡыҙығып ҡарап торғандар. Шүрәле Ағиҙел йылғаһы аша сығып, туп-тура үҙәк (уя) буйҙап тау башына сығып киткән. Шул уяны Шүрәле уй тип йөрөтә баштағандар. Ваҡыт үтеү менән шүрәле һүҙе онтолоп, Шәреле уй исемеҡаған. Ҡышҡы, яҙғы ҡар һыуҙары, йәйге, көҙгә көстө ямғырҙар ошо уянан шәре булып ағып ята. Уяның ысын исеме Шүрәле уй.

Шулай итеп, атамалар ҙа тыуған төйәкте аңларға, уны яҡшылап белергә ярҙам итә. Тыуған төйәкте өйрәнеү барышында Яңыл аралы һәм Сыбарайғыр үҙәге тарихының бөтөнләй икенсе версияһы килеп сыҡты. Был эште дауам итергә кәрәк.

 

Информанттар:

1. Бикмөхәмәтов Шаһиғәле Зәйнәғәле улы, 1939 й.

2. Аллабирҙин Таһир Зиннәт улы,  1955 й.