Акмуллинская олимпиада

Баш һүҙ

Хөрмәтле уҡыусылар, фәнни етәкселәр!

Был йыйынтыҡҡа М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның “Дистанцион мәктәп академияһы ”Успех” тарафынан диалектология һәм ономастика буйынса үткәрелгән конкурста һәм Республика ғилми-ғәмәли конференцияһында (9 апрель 2015 йыл) ҡатнашҡан һәләтле уҡыусыларҙың материалдары тупланды. Ебәрелгән хеҙмәттәрҙең төп нөсхәһе һаҡланды, әммә ҡыҫҡартып бирелде.

Ин беренсе, тормоштан артта ҡалырға тырышмаған, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынып, сайттарға инеп ҡарап, беҙҙең иғлан иткән проектты табып, унда ҡатнашырға йөрьәт иткән уҡыусыларға һәм уларҙы етәкләгән уҡытыусыларға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Был беҙҙең тарафтан беренсе тапҡыр ойошторған эш ине.

Әйтергә кәрәк, эш һөҙөмтәһе һәйбәт килеп сыҡты. Уҡыусыларҙың Өфө һынлы Өфөгә конференцияға килеп, тыуған яғының ер-һыу атамалары, һөйләше тураһында ҙур ғорурлыҡ менән тулҡынлана-тулҡынлана, ҡалтырай-ҡалтырай, тырыша-тырыша һөйләүҙәрен күреү һәм улар өсөн ҡыуаныу иҫ киткес ғәжәп бер мәлдәрҙең береһе ине.

  Ысынлап та, һәр бер уҡыусының телендә яңғырағанса, ер-һыу атамаларын да, ерле һөйләш үҙенсәлектәрен сағылдырған һүҙҙәрҙе лә йыйып ҡалырға кәрәк. Сөнки, беренсенән, уларҙың ҡайһы берҙәре тарихи факттарҙы дәлилләүҙә төплө материал булып тора, икенсенән,  уларҙың күбеһе, үкенескә ҡаршы, онотолоп, телдән төшөп ҡала бара. Күп атамалар үҙгәртелә, яңы исем менән йөрөй башлай. Беҙгә ошо ата­маларҙың бөтәһен дә (яңыларын һәм иҫкеләрен,  мәҫәлән, элек булып та, хәҙер юҡка сыҡҡан ер-һыу атамаларын — һөрөлгән  сабынлыҡ, ҡырҡылған ағаслыҡ, ҡороған йылға, күл, шишмәләр, бөткән ауыл исемдәрен һ.б.; элек тотонолоп, хәҙер булмаған предмет исемдәрен — тәпән, һелкеүес һ.б.; айырым төбәктә генә осраған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, фразеологик берәмектәрҙе) бик ентекләп йыйырға кәрәк. Тик уларҙың барыһын да халыҡ нисек әйтә, шул көйө, үҙгәртмәй, боҙмай, ерле һөйләш телендә яҙыу мотлаҡ. Шунда ғына уларҙың фәнгә әһәмиәте ҙур була, сөнки улар һеҙҙең тыуған яҡ тураһында өнһөҙ һөйләгән фактик материал — дәлил. Шуға күрә уҡыусылар йыйған материал йыйынтыҡта үҙгәртелмәй, ерле һөйләш телендә бирелә.

  Ҡәҙерле уҡыусылар, һеҙ конкурста ҡатнашып, үҙегеҙҙең ауылығыҙ тураһында бик күп мәғлүмәт йыйған белгес булып киттегеҙ һәм ошо йыйынтыҡ аша башҡаларҙы ла үҙегеҙҙең яҡ менән таныштыра алдығыҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт!

  Тыуған яҡты өйрәнеүҙе артабан да дауам итегеҙ. Был бик кәрәк һәм мауыҡтырғыс эш. Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ.

  Проект еткәсеһе: ф.ф.д., М.Аҡмулла исемендәге БДПУ

профессоры  М.Ғ. Усманова.