Акмуллинская олимпиада

СОЛТАНГАРЕЕВТЫҢ ШӘЖӘРӘҺЕ

Хасанова Зарина, 9 класс МОБУ Лицей №6, г. Мелеуз

Научный руководитель: Рафикова Ляля Ханифовна, учитель башкирского языка и литературы

«Ҡарттарҙын һөйләүенсә, иҫән ҡалған шәжәрәләргә ҡарағанда, Таймаҫ кешеләре Бөрйән бей ырыуынан булып, Ирәндектәге «Уҡлы ҡая» тигән тау буйынан Көйөргәҙе буйына килеп сыҡҡандар. Бөрйән бейҙен балалары Йәнҡары менән Байҡарынан таралып киткән был кешеләр үҙҙәренә яраҡлы ер эҙләп бик күп йөрөйҙәр. Ҡарттар «Ырымбур өлкәһендә ҡайһы бер йылға, тау, соҡорҙар исеме әле булһа башҡортса йөрөй. Улар беҙҙен ата – бабалар йәшәгән ерҙәр», - тиҙәр.

Ата – бабалар юлдан ситкәрәк, тыныс, сит халыҡ булмаған ерҙәр эҙләгән. Шунан «аулаҡ урын», тип хәҙерге Таймаҫ ултырған ерҙе һайлайҙар. Яны ер күңелгә ятҡан. Кешеләр ошонан «таймаҫбыҙ инде» тигәндәр ҙә, шунан ауыл исеме лә Таймаҫ булып киткән…» - тип яҙа яҡташ яҙыусыбыҙ, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Рәшит ағай Солтангәрәев.

Билдәле булыуынса, нәҫелебеҙ Ялан-Бөрйән ырыуының иң боронғо нәҫелдәренән һанала. Солтангәрәевтар нәҫеле Таймаҫ ауылы формалашыуында һәм Башҡортостан тарихында ҙур роль уйнаған. Солтангәрәевтәрҙә ер, ил, туған тел тойғоһо көслө. Эшһөйөүсәнлек, ғәжәп киң күңеллек, итәғәтлек, ихтирамлыҡ хас был нәҫелгә.

Шәжәрә ағасының тамырында Абдулла тора. Ул Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуып үҫә. Абдулланың улы Солтангәрәйҙән фамалия киткән дә инде.

Солтангәрәевтәр нәҫеленең ағасын Миһран Ноғман улы һәм Әмир Миһран улы  тулыландыра.

Пугачев ихтилалы баҫтырылғас башҡорт ерҙәренә Рәсәйҙең үҙәк райондарынан рус крәҫтиәндәре күпләп ағыла башлай. «Был урында беҙгә тыныслыҡ булмаҫ» - тип, күсенеүселәргә үҙ урындарын ҡалдырып ошонда йәшәйҙәр. Ишмөхәмәттең улы була. Ишмөхәмәттең улдарынан Солтангәрәевтәр нәҫеле таралып китә.

1.  Асфандияров, А.З. История башкирских сел и деревень [Текст]: Книга вторая и третья. – Уфа: Китап, 1998.

2.  Янгузин, Р.З. Этнография башкир [Текст]. – Уфа: Китап, 2001.