Акмуллинская олимпиада

РУХИ ЙОРТОБОҘ ЙӘМЕ (РАУИЛ БИКБАЕВКА- 75 ЙӘШ)

Хакимова Элина Флюровна, 9 класс, МБОУ СОШ № 2 с. Раевский, Альшеевский район

Научный руководитель: Хамидуллина Флюра Рифовна, учитель башкирского языка и литературы 

Шағирҙың кемлеге, сифаттары, әлбиттә, барыһынан элек уның әҫәрҙәрендә сағыла. Шуныһы әһәмиәтле: һәр ваҡытта ла беҙҙең өсөн төп критерий – талант кимәле, әҙәбиәт хаҡындағы хәстәр, бер-береңә матур мөнәсәбәт, рухи юғарылыҡ. Ошо көс тарихи һәм милли хәтерҙе һаҡлай, хаҡлыҡты, матурлыҡты яҡлай, бер маҡсатҡа туплай. Бигерәк тә азатлыҡ рухы, рух азатлығы ҡиммәт һәм ҡәҙерле. Шағир – халыҡ йырсыһы ул, тимәк шағирҙың рухи йорто- ул халыҡ күңеленең көҙгөһө, рухи донъяһы.

Башҡортостан яҙыусыларының ун бишенсе съезынан һуң “Ағиҙел” журналының 2011 йылдың 5-се һанында Хәсән Назар “Рух илсеһеме шағирҙар?” тигән мәҡәләһендә хаҡлы рәүештә иң элек Рауил Бикбаевтың исемен айырым атап әйтә. Затлы әҫәрҙәре – поэмалары, гражданлыҡ пафосы, сәсәнлек саялығы, мөхәббәт лирикаһы менән бөгөнгө лидерыбыҙ ул. Шиғриәттәге һәм фән өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Рауил Бикбаевҡа 1993 йылда Башкортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелә. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башкортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты [1].

Күңеленең рухи канаттары киң кеше генә шағир булып тыуа ергә. Ис киткес нығышмалылык һәм көс һалып Рауил Бикбаев ҙур эштәр башҡара, асыл байлығы менән һуғарылған шиғри һүҙе уны бөйөк итә, һатмарлы тойғолар һәм уй-фекер хас уға [2].

Шағирыбыҙҙың төпһөҙ ижадының гәүһәрҙәрен йыйғанда, шундай һығымтаға киләм. Башҡорт өсөн күңелеңдең hәр күзәнәген, нескә ҡылдарын үғ халҡындың моң шишмәhе менән hуғарып тороу, шул моң менән йәшәү, тын алыу кеүек рухи сифаттарға эйә булыу мәжбүри.

Рауил Бикбаевтың башҡорт шиғриәтендәге урыны баһалап бөткөһөҙ юғары һәм милләтебеҙ мәҙәниәте күрһәткесе ул.

ЛИТЕРАТУРА

1.  “Башҡортостан” гәзите. – №4 – июнь – 2013.

2.  Ай кургәндәй, ҡояш алғандай. Избранные произведения [Текст]. – Уфа: Китап, 1998. – 544с.