Акмуллинская олимпиада

«ЯҠТЫ ЭҘЕ-БАЙМАҠ ЕРЕНДӘ» (БАШҠОРТ ҺӘМ ТАТАР ДРАМАТУРГЫ МИРХӘЙҘӘР ФӘЙЗИ ЭҘҘӘРЕ БУЙЛАП)

Фазуллина Эльвира, 10 класс МОБУ СОШ с. Юмашево им. А.Алибаева, Баймакский район,

Научный руководитель: Тимербулатова Зульфия Сабирьяновна, учитель башкирского языка и литературы

Баймаҡ ере элек-электән хазиналарга бай булыуы менән данлы. Хазиналарҙың да хазинаһы, әлбиттә – ул кешеләр. Кемдәр генә беҙҙен еребеҙҙе үҙ итмәгән: Сергей Чекмарев, Мирхәйҙәр Фәйзи, Шәйехзада Бабич, Сәғит Мифтахов, Ғөбәй Дәүләтшин, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева кеүек куренекле яҙыусылар эшләп киткән Баймаҡ ерендә. Улар араһынан беҙҙен Йомаш ауыл советына ҡараған Юлыҡ ауылында халыҡ араһында аң-белем таратыуҙа әүҙем ҡатнашыусы, китапханалар эшенә ҙур өлөш индереүсе, беҙҙен еребеҙҙә яҡты эҙ ҡалдырыусы М.Фәйзи менән ҡыҙыҡһындым һәм ошо теманы һайланым.

Үткән быуаттың 20-се йылдарында Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында үҙенең шиғырҙары, пьесалары, йырҙары менән тыуған ауылға, тәбиғәткә, уның халҡына һөйөү тәрбиәләүсе, аң-белемгә ынтылышты үҫтереү өҫтөндә арымай-талмай эшләүсе оло шәхес ул – Мирхәйҙәр Фәйзи. Мирхәйҙәр Мостафа улы Фәйзуллин 1891 йылдың 1 ноябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Кукшел ауылында ун беренсе төпсөк бала булып донъяға килә. Бала сағын етеш, мул тормошта,тәбиғәт ҡосағында үткәрә. Ырымбурҙа ”Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә белем ала,ләкин һаулығы насарайыу сәбәпле, ике йылдан артыҡ уҡый алмай.

М.Фәйзи йәшәгән һәм эшләгән ерҙәрҙә уны онотмайҙар. Юлыҡ ауылында, мәҫәлән, яҙыусының иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында мәктәпкә махсус мөйөш ойоштороп, унда драматургтың һүрәттәре, замандаштарының иҫтәлектәре тупланған. Мәҙәниәт йорто алдында яҙыусыға таҡтаташ ҡуйылған. Баймаҡҡалаһы йәмәғәтселеге драматургты хөрмәтләп, Мирхәйҙәр Фәйзи эшләгән китапхана алдына уға һәйкәл ҡуйған. Яҙыусы йәшәгән урам уның исемен йөрөтә. Ғөмүмән, башҡорт халҡы яҙыусыны онотмай, уның яҡты иҫтәлеген һаҡлай.

Атаҡлы Юлыҡ ауылының уҙған тарихы, данлыҡлы, бөгөнгөһө матур, ә киләсәге тағын да йәмле булыр. Сөнки Юлыҡ яғына теләп, һөйөп килгән М.Фәйзиҙең ҡабыҙған уттары һүнмәй: ауылда концерт, спектаклдәр ҡуйыла, ә “Ғәлиәбаныу” драмаһы, драматургтың ижад йондоҙо, халыҡтың иң яратҡан сәхнә әҫәре булып кала, халыҡ күңеленән юйылмай. Ғүмере ҡыҫҡа булһа ла, ижад офоғо киң булды, күңелен ныҡ төбәп килгән Юлыҡ ерендә онотолмаҫ моңдары ҡалды.

_______________________

1. Фәйзи, М. Һайланма әҫәрҙәр [Текст]. – 2 том. – Ҡазан,1957.

2. История татарской советской литературы [Текст]. – М., 1965.