Акмуллинская олимпиада

ЗӘЙНӘБ БИИШЕВАНЫҢ «КӘМҺЕТЕЛГӘНДӘР» РОМАНЫНЫҢ ТЕЛ – СТИЛЬ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ

Латыпов Тимур, 9 класс МОБУ СОШ № 8, г. Мелеуз

Научный руководитель: Юмаева Минзаля Искандаровна, учитель башкирского языка

Зәйнәб Биишева үҙенең бер иҫтәлегендә былай тип яҙа: “Бөтә булған көсөмдө, һәләтемде, йөрәк йылымды уға, (Ватанға) тик уға ғына, һибә итергә тырыштым. Ил өсөн, халыҡ өсөн намыҫлы хеҙмәт – минең иң ҙур хеҙмәтем булды”.1

Ниндәй тәрән мәғәнәле һүҙҙәр! Ысынлап та, күренекле яҙыусы, һоҡланғыс кеше Зәйнәб Биишеваның бөтә тормошо, ижади эшмәкәрлеге Тыуған илгә, халыҡҡа арымай талмай хеҙмәт итеүҙең юғары өлгөһө ул.

“Яҙыусы үҙ ғүмерендә бик күп тәрән идеялы, юғары художестволы әҫәрҙәр ижад итте, улар башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына инде, милли культураны үҫтереү-ҙә, кешене тәрбиәләүҙә ифрат ҙур роль уйнай. Быларҙан тыш, әҙибә ижадының әҙәби процесҡа ыңғай, актив йоғонто яһауын да әйтергә кәрәк. Яҙыусы әҫәрҙәр яҙ-ғанда халыҡтың тел байлығын мөмкин тиклем күберәк файҙаланыу менән бергә, үҙе лә яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнеш, һөйләмдәр менән туған телде байыҡтыра.

Тәүҙә шуны әйтергә кәрәк: яҙыусы үҙенең әсә телен бик яҡшы белә, туған телдең төп һүҙлек фонды менән дә, һүҙлек составы менән дә оҫта эш итә”, – тип яҙа профессор Ғ.Ғ.Сәйетбатталов.2

«Яҙыусы образдарҙың кешелек сифаттарын тыуҙырғанда тышҡы портрет, телмәр, ым-ишара, тәбиғәт күренештәрен киң һәм оҫта ҡуллана. Телдең халыҡсанлығы, халыҡтың тормош көнкүрешен, йолаларын тәрән белеү, шуларҙы әҫәр туҡымаһына уңышлы индереү, хикәйәләүҙең иркен талғынлығы, ентекле тасуирилыҡ, сюжет үҫтерелешендә лирик сигенеүҙәр, хикмәтле легенда һәм риүәйәттәрҙең урын алыуы, һүҙҙең күп мәғәнәлеге – былар бөтәһе яҙыусы стиленә ҡабатланмаҫ үҙенсәлек бирә», – тип билдәләй Т.А.Килмөхәмәтов.

Кулланылған әҙәбиәт

1. Биишева, З. Әҫәрҙәр. Беренсе том: роман, повесть, хикәйәләр [Текст]. – Өфө: Китап, 1995. – 456 бит.

2. Әхмәтйәнов, К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы. – Үҙгәрешле 3 – сө басма [Текст]. – Өфө: Китап, 2003. – 392 бит.