Акмуллинская олимпиада

Һ.ДӘҮЛӘТШИНАНЫН «ЫРҒЫҘ» РОМАНЫНДАҒЫ ХАЯТ ОБРАЗЫ ПРОТОТИБЫ – РАБИҒА ҠУШАЕВА

Гадеева Гузалия, 11 класс МОБУ «Башкирская гимназия № 9 им. Кинзи Арсланова», г. Мелеуз

Научный руководитель: Арсланова Фируза Юмагулловна, учитель башкирского языка и литературы

Быйылғы Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында мин халҡыбыҙҙын өлгө алырҙай бөйөк ҡатын-ҡыҙҙарынын береһе Рабиға Ҡушаеванын тормошон өйрәнеүҙе хуп күрҙем. Ул тәүгеләрҙән республикабыҙҙа етем балаларҙы хәстәрләүсе һәм бөтә ғүмерен уларға арнаусы. 1917йылдан уҙ «Милләттен киләсәге – бәхетле ғаилә һәм әсәй» тигән лозунгылар менән сығыш яһаусы һәм маҡсатына ирешеүсе «милләт инәһе». 

Беренсенән, мине был эҙләнеү эшемдә Р.Йомағолова-Ҡушаеванын атаһы Йәнғол Йомағоловтын  / Һ.Дәүләтшинанын «Ырғыҙ» романындағы кире образ булған Ниязғол байҙын прототибы/  булыуы бик тетрәндерҙе.  Икенсенән, Р.Ҡушаеванын Һ.Дәүләтшинанын йән дуҫы, ут күршеһе булыуы ла миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Өсөнсөнән, Р.Йомағолова-Ҡушаева – ул тарихи шәхес. Башҡортостан автономияһын яулау осоронда ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы тәүге лидер. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында наҙанлыҡты бөтөрөү, уларҙын хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ҙур эштәр алып барыусы, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәүге «Азатхатын» исемле гәзитте башлап сығарыусы.  Етем балаларҙын яҙмышы өсөн борсолоусы, улар өсөн балаларйорттарын булдырыуҙа көрәшеүсе тәүге «Милләт әсәһе». «Милләттен яҡты киләсәге – улбелемле өатын һәм бәхетле ғаилә» , ти ул Ҡоролтайҙағы бер сығышында. Шулай башҡорт балаларын йыйып, уларҙы уҡырға йәлеп итеү, урынлаштырыу – бөтәһе лә унын өҫтөндә була.

Үҙемден эҙләнеү эшемдә халҡыбыҙҙын арҙаҡлы шәхесе, илебеҙ, халҡыбыҙҙын бәхете өсөн көрәшеп, 1917-1919 йылдарҙа беренсе булып, «Милләт инәһе» тигән исемгә лайыҡ булыусы Р.Йомағолова-Ҡушаеванын тормошон өйрәндем. Үҙем өсөн бик ҡыҙыҡлы асыштар яһаным.  Р.Йомағолова-Ҡушаеванын дәүләт эшмәкәре генә түгел, ә хал6ыбы88ы5 талантлы я8ыусыларыны5 бере3е №.Д19л1тшинаны5 да я6ташы, ут к9рше3е булыуын асы6ланым. Рабиғанын «Ырғыҙ» романындағы Ниязғол байҙын ҡыҙы булыуы мине тан ҡалдырҙы. Унын тормошюлын өйрәнеү  романдын күп кенә геройҙарынын прототиптарын белеү ҙә әҫәрҙе өйрәнеүгә ҙур ҡыҙыөһыныу тыуҙҙырҙы. Был эҙләнеү эшемдә Р.Ҡушаеваға З.Вәлидиҙен ҡатыны Н.Вәлидова-Яҡшымбәтованын да яҡын кеше булыуы асыҡланды. Һ.Дәүләтшина, Н.Вәлидова, Р.Ҡушаева – улар әхирәттәр. Быларҙы иҫбатлауҙа архив документтарын ҡулландым.