Акмуллинская олимпиада

ЙӘШӘҮҘЕ РАҪЛАУСЫ АҪЫЛ ҠОМАРТҠЫ

Батыршина Лиана, 9 класс ГБОУ Башкирская республиканская гимназия-интернат № 3, г. Кумертау

Научный руководитель: Юсупова ГульсинаФайзулловна, учитель башкирского языка и литературы

Эшемдең актуаллеге. Бөгөнгө көндә һәр башҡорт кешеһе үҙенең үткән тарихын, халыҡ ижадын белеп, өйрәнеп үҫергә тейеш. «Урал батыр»¹ эпосы беҙҙе тормошта яҡшылыҡ менән яманлыҡты, изгелек менән яуызлыҡты, батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡты, үлем һәм үлемһеҙлек, ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлекте дөрөҫ аңларға өйрәтә. Халҡыбыҙҙың боронғо ҡомартҡыһы, ауыҙ-тел ижадының гүзәл өлгөһө – «Урал батыр» эпосы, мәңге һайыҡмаҫ шишмә һымаҡ, яңынан-яңы серҙәрен аса. Ғалимдар, уны төрлө яҡлап тикшереп, ғилми хеҙмәттәр ижад итә.

Мифология – боронғо кешелек аңының үҫеш юлын күрһәтеүсе юлъяҙма, хәтернама, шәжәрә ул. Был хәҡиҡәтты донъя ғалимдары күптән иҫбатланы. Мифология кешелек донъяһының аң үҫеше видеотаҫтмамға яҙылған кеүек асыҡ сағыла. Шуға ла тәжрибәле тарихсы мифология буйынса кешелек аңының үҫеш юлын, режиссер видеофильм ҡараған кеүек асыҡ күренә.

«Урал батыр» эпосы башҡорт халҡының бик боронғо мифтарына нигеҙләнгән. Унда иң боронғо мифтарҙағыса донъяны өс ҡатҡа бүлеп ҡарау бар: Өҫкө күк донъяны (Ҡояш, Ай, Һомай һымаҡ башҡа мифик ҡоштар йәшәгән донъя), Ер өҫтө донъяһы (кешеләр, хайуандар йәшәгән донъя), Ер аҫты донъяһы (төрлө дейеү, аждаһалар, үлектәр донъяһы.

«Урал батыр» эпосы халыҡтың бик боронғо ҡараштарын сағылдырыуы, боронғо мифтарға нигеҙләнеүе менән уның бынан меңәр йылдар әүәл тыуыуы, үтә боронғолоғо хаҡында ла һөйләй. Эпоста өс донъя, өс ил бер-береһе менән даими бәйләнештә тора. Самрау менән Ҡояш ҡыҙы – Һомай, Самрау менән Ай ҡыҙы – Айһылыу, Урал менән Һомай улы – Иҙел, мәкерле Шүлгән менән Айһылыу улы – Һаҡмар, Ер менән күк араһында йөрөүсән Аҡбуҙат. Йәғни «Урал батыр» эпосында шаманлыҡҡа хас булғанса ғәләм өлөштәргә бүленеп һүрәтләнә.

Тамырыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыр өсөн «Урал батыр» эпосы ентекле өйрәнелергә, мәктәптәрҙә урта һәм юғары уҡыу йорттарында «Урал батыр»ға айырыуса ҙур иғтибар бирелергә тейеш.