Акмуллинская олимпиада

АТА-БАБАМ БАҠҠАН ЕР

Байназаров Алмаз, 10 класс МОБУ «Башкирская гимназия № 9 им. Кинзи Арсланова», г. Мелеуз

Научный руководитель: Арсланова ФирузаЮмагулловна, учитель башкирского языка и литературы

Быйыл Тира-яҡ мөхитте яҡлау йылында минен эҙләнеү темам актуаль. Сөнки бөгөн тәбиғәтебеҙ беҙҙен ҡурсалауҙы, яратыуҙы ғына түгел, һаҡлауҙы ла көтә. Бынын өсөн тыуған яғымдын топонимикаһын өйрәнеү – уны ҡурсалауға өлөш индереү. Тыуған яғыбыҙҙын ер-һыу атамалары – телебеҙ һәм рухи мәҙәниәтебеҙҙен тулы хоҡуҡлы ҡомартҡылары.  Улар үткәндәрҙе бөгөнге һәм киләсәк менән бәйләп тора. Топонимиканын ижадсыһы – халыҡ, ә унын сығанағы- халҡымдын үҙ ерендәге тормошо, хеҙмәте, ижады, тәбиғәтте танып белеү үҙләштереү ҡеүәһе, уй-фекер донъяһы, тарихи яҙмыш юлдары¹.

Ер-һыу атамаларын өйрәнеү – ул минен тыуған еремдә тыуған легендаларҙы, тарихи ваҡиғаларҙы, тарихи шәхестәрҙе өйрәнеүҙә оло этәргес көс тә булып тора.

Үҙемден эшемдә тыуған ауылым янындағы бронза быуаты осорона ҡараған Йомаҡ Ҡаласығы һәм ҡурғанынын ҡоролошон, унда табылған ҡомартҡыларҙы өйрәндем. Был эш миндә Башҡортостан тарихына ҡарата оло ҡыҙыҡһыныу һәм иғтибар тыуҙырҙы.  Арҡайым ҡаласығынан 30 йыл элек табылған Йомаҡ ҡаласығы – ул Башҡортостан тарихында уникаль күренеш.  “Һәр халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙырға тейеш” – Риза Фәхретдинов. Минен был эҙләнеү эшем райондаштарым араһында ла оло ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш.

Башҡортостан картаһындағы тарихи атамалар – телебеҙ һәм рухи мәҙәниәтебеҙҙен тулы хоҡуҡлы ҡомартҡылары. Улар үткәндәрҙе бөгөнгө һәм киләсәк менән бәйләп тора.  Тарихи атамаларҙы, ер-һыу атамаларын өйрәнеү – ул беҙҙен изге бурысыбыҙ.

Үемден эҙләнеү эшемдә Мәләүез районы Йомаҡ ауылынын ер-һыу атамаларын  өйрәндем.  Тыуған яғымдын ер-һыу атамалары өйрәнеүҙә һәм йыйыуҙа минә ярҙам күрһәткән атай-әсәйемә,  туғандарыма һәм ауылдаштарыма рәхмәтлемен.

Был эштә ауылым тарихы ентекләп өйрәнелде. Ауылымдын тирә-яҡ ер-һыу атамаларынын легендаларына иғтибар иттем.

Ер-һыу атамаларынын йыйыу, белеү – барыбыҙ өсөн дә бик мөһим эш. Уларҙы ентекләп өйрәнеү халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеүҙәҙур ҡыҙыҡһыныу уята.